RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хаҡ артыуы һеҙҙең «янсыҡҡа» нисек йоғонто яһай?

13.04.2012 Хаҡ артыуы һеҙҙең «янсыҡҡа» нисек йоғонто яһай?

Бөгөн йыш ҡына шундай хәлгә лә тап булабыҙ: көн һайын инеп йөрөгән магазиныбыҙҙа хаҡтар күҙгә күренеп «һикерешә» башлай, йә акция тигән булып, бер нисә тингә ваҡытлыса кәметеп торалар, йә һиҙҙермәҫкә тырышып, һәр көн нисәлер тин өҫтәй баралар. Беҙ инде һатыулашып тормайбыҙ, күптән бындай хәлгә күнгәнбеҙ.
Әллә беҙҙең «көшөлөк» тулымы, әллә… Һәр хәлдә, хаҡтар артыуы йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Шуны белешергә тип, гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.

Азамат КИЛСЕНБАЕВ, шәхси эшҡыуар, Салауат ҡалаһы:
– Хаҡтар артыу барыһына ла йоғонто яһай инде ул. Шулай ҙа ниндәй тармаҡта арта бит әле. Мәҫәлән, бензинға хаҡ күтәрелһә, был тәү сиратта автомобиль хужаларына «барып етә». Аҙыҡ-түлек хаҡтары артһа, кешеләр арзаныраҡ баҙар эҙләй башлай. Моғайын, бөгөн хаҡтарҙың «тешләшеүен» әрләмәһә, бала ғына әрләмәйҙер.
Бер уйлаһаң, нимәнеңдер хаҡы оҙаҡ ваҡыт бер төрлө ҡалыуы мөмкин дә түгел. Шул уҡ икмәк хаҡы гелән 5 – 6 һум ҡала алмай бит. Бында ауыл хужалығы эшселәренең хеҙмәте лә иҫәпкә алына. Мин дә тир түгеп етештергән тауарымды арзанға һата алмайым. Унан килеп, әкренләп булһа ла, эш хаҡтары ла, беҙҙең килемдәр ҙә арта ла инде. Әллә ни ауыр кисермәйем хаҡ күтәрелеүен. Шөкөр итә белергә кәрәк.

Салауат ҒӘЛИЕВ, Өфөнән республика төбәктәренә үҙ машинаһында пассажир­ҙар ташыусы:
– Беҙ, таксистар, йыш ҡына автозаправкалау станцияларына етер-етмәҫтән хәүефләнә башлайбыҙ – был юлы унда ниндәй хаҡ торор икән, тип. Яҡшы автомобилгә сифатлы бензин кәрәк, уныһы ҡиммәтерәк, ә насар машинаға пассажир ултыртып йөрөп булмай. Халыҡ та бит һайланып ҡына бара – һәр кемеһенә шәп, йылы һәм уңайлы машинаға ултырырға кәрәк. Унан беҙҙе әрләйҙәр, хаҡтар ниңә шулай бер туҡтауһыҙ менә ул, тип. Хәйер, бензиндың литры 50 һумға етһә лә, кеше йөрөп торасаҡ инде, яңынан атҡа ултырмаҫтар. Хаҡ арта, мин дә арттырам, үҙемә «минусҡа» эшләй алмайым.

Ғәлиә НИЗАМЕТДИНОВА, «Миләш» киоскыһы һатыусыһы:
– Шундай саҡтар ҙа була: хужа иртә менән килә лә, тиҙ генә яңы хаҡтарҙы яҙып ҡуйырға ҡуша. Әлбиттә, тауарҙы саҡ ҡына ҡиммәтәйткәнен. Уның төрлө исемдәге бер нисә магазины бар, тауарҙары бер үк, ә хаҡтары төрлөсә. Бәлки, был уларҙың урынлашҡан урынына бәйлелер. Үҙәктә ҡиммәтерәк тигәндәй.
Берәүҙең дә, ниңә хаҡы артты ул, тип һорап торғанын иҫләмәйем. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта кешене был бигүк борсоп та бармай, ахыры. Таныш-тоноштарҙан да, аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнде, тигән зарҙы ишеткән юҡ. Ә күбеһе – шул бюджет өлкәһендә эшләүселәр. ҡайһы берҙә экономияларға тура килә.

Кәримә БАЙМЫРҘИНА, Көйөргәҙе райо­ны, хаҡлы ялда:
– Ауылда билен биштән быуып үҙ хужалығында көнө-төнө эшләгән оло кешегә, бәлки, хаҡ артыуы әллә ни ауыр йоғонто ла яһамайҙыр. Үҙемә килгәндә, Аллаға шөкөр, пенсия, артыҡ ҙур булмаһа ла, етә, машинабыҙ юҡ, мал тотабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Беҙ зарланырға яратмаған быуын инде ул. Шулай булғас, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»