06.04.2012 Авиаһәләкәттәр буйынса Рәсәй донъяла беренсе урында
Лондондың бер консалтинг компанияһы авиапассажирҙар өсөн хәүефле илдәр исемлеген төҙөгән. Был тәңгәлдә Рәсәйҙең хатта насар үҫешкән илдәрҙе лә «үтеп» китеүе күҙәтелә.
Былтыр беҙҙә туғыҙ пассажир самолеты ҡолаған, шул иҫәптә «Локомотив» хоккей командаһы ултырған һауа судноһы ла бар.
2000 йылдар башында, донъяла бер-бер артлы һәләкәттәр булғандан һуң, Рәсәй Хөкүмәте хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү өсөн күп сара күрҙе. Һуңғы йылдарҙағы ваҡиғалар шуны күрһәтә: осоусылар, бортмеханиктар ҡағиҙәләр үтәлешенә һалҡын ҡарай. Етмәһә, Рәсәй нормалары халыҡ-ара һауа транспортындағы кеүек ул тиклем ҡәтғи ҙә түгел. Бынан тыш, документтарҙы фальсификациялау, контрафакт деталдәр ҡулланыу ҙа һәләкәткә килтереүсе сәбәп булып тора.