RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » КИЛӘСӘГЕ ӨМӨТЛӨ ҠАРАҒОШТАРҘЫҢ

06.04.2012 КИЛӘСӘГЕ ӨМӨТЛӨ ҠАРАҒОШТАРҘЫҢ

КИЛӘСӘГЕ ӨМӨТЛӨ  ҠАРАҒОШТАРҘЫҢ
− Йыл әйләнәһенә бөтмәй малсыларҙың хәстәрҙәре. Бына әле лә, яҙға аяҡ баҫырға торғанда, эштәр еңеләйәме тиһәң, тағы әле тегенеһе, әле быныһы сығып тора, − тип ҡаршы алды мине Миәкә МТС-ның ҡарағоштағы филиалы етәксеһе Тәбрис Рәхмәтуллин.
Беҙҙән алда ғына ҡарағош фермаһына Стәрлебаш районының баш зоотехнигы Азат Әхмәров килгән икән, ул малдарҙы ҡарап сыҡҡас, эштәрҙе тағы ла яҡшыртыу өсөн үҙенең ҡайһы бер кәңәштәрен әйткән, күрһәтмәләр биргән.
− Беҙ, әлбиттә, Азат Рәхимйән улының кәңәштәренә ҡолаҡ һаласаҡбыҙ. Сөнки ул үҙ эшенең нескәлектәрен яҡшы белгән белгес, − ти Тәбрис ҡәйүм улы. – Ә беҙ бында бары тик икенсе йыл ғына эшләйбеҙ, шулай булғас, тәжрибә лә етмәй, күп нәмәгә эш барышында өйрәнергә тура килә.
Колхоз тарҡалғас, ҡарағош ауылы кешеләре ярыҡ ялғаш алдында торған да ҡалған. Бер нисә йыл ҡулдарына һәнәк, көрәк тотмаған, трактор-машинаға ултырмаған элекке колхозсылар, эш рәтен онотоп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән. Ғаиләләре, балалары алдында яуаплылыҡ тойған ир-аттар, аҙ булһа ла аҡса эшләү маҡсатында, Мәскәү, Һамар, Себер тарафтарына юлланған. Кемдәрҙер Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ тирәһендә эш тапҡан. Ә барыһына ла битараф булғандар эскелек һаҙлығына бата башлаған. Шул сәбәпле ғаиләләр тарҡалған, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар ҙа ишәйеп киткән.
КИЛӘСӘГЕ ӨМӨТЛӨ  ҠАРАҒОШТАРҘЫҢ
− Тап ана шундай ваҡытта район хакимиәте башлығы, урындағы халыҡ менән кәңәшләшеп, ҡарағош ауылында Миәкә МТС-ның филиалын асыу һәм ташландыҡ фермаларҙы ремонтлап, һыйыр малы менән тултырыу тураһында ҡарар ҡабул итте, − тип һүҙен дауам итә Тәбрис Рәхмәтуллин.
Фермаларҙы төҙөкләндереү – бер бәлә, ә бына күңелдәре ҡатҡан, эш рәтен онота башлаған кешеләр­ҙе яңынан хеҙмәткә өйрәтеү оло проблемаға әйләнгән. Тәүҙәрәк фермаға яға аҫтын майландырып килеүселәр ҙә, бер сәбәпһеҙ эш ҡалдырыусылар ҙа булған. Ләкин эҙмә-эҙлекле, талапсан етәксе Тәбрис Рәхмәтуллиндың ундайҙар­ҙы тәрбиәләргә түҙемлеге еткән.
− Башта ҡыйын булды, йәшермәйем, − ти Тәбрис ҡәйүм улы. – Әммә бирешмәнек. Хәҙер барыһы ла юлға һалынды. Кешеләр ҙә эшенә йәбешеп ята. Сөнки хеҙмәтенә ҡарап, лайыҡлы аҡса алалар. Кемдәрҙер аҡсалата алғыһы килмәй, әйтәйек, ҡош-ҡортона ем, малына фураж, үҙҙәренә бойҙай, он йәки башҡа көнкүреш әйберҙәре менән алырға теләй икән, арзан хаҡ менән уларын да алып ҡайтып бирәбеҙ.
Бөгөн ҡарағош малсылыҡ фермаһында утыҙҙан ашыу кеше эшләп йөрөй. Тимәк, был ауылдағы шул тиклем кешене хеҙмәткә ылыҡтырыу, тигән һүҙ. Сөнки фермала эшләгән барса халыҡ ҡарағоштан, ситтән килеүселәр юҡ.
Ике йылда мал һанын 523 башҡа еткергәндәр. Шуларҙың 134 башы − һауын һыйырҙар. ҡалғандары − башмаҡтар, таналар, быҙауҙар.
Быйыл ҡарағошта һауын һыйыр­ҙар һанын ике йөҙгә еткерергә уйлайҙар. Шулай уҡ планда бығаса ҡул теймәгән фермаларҙы ремонтлау, шул юл менән малсылыҡ тармағындағы булған барлыҡ циклды ла үҙҙәрендә башҡарыу кеүек саралар ҙа бар. Ә был үҙ сиратында тағы яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк.
− Әле беҙ тәүлегенә 1735 литр һөт һауабыҙ, − ти ферма мөдире Рәмил Заһиҙуллин. – Республика күрһәткестәре менән сағыштыр­ғанда, был маҡтанырлыҡ түгел. Шулай ҙа, райондың башҡа хужалыҡтарына ҡарағанда, уңыштарыбыҙ һиҙелерлек. Һөттө Бала-Сытырмандағы “Регион-Сервис” предприятиеһына тапшырабыҙ.
Фермала эшләгән малсыларҙың уртаса йәше утыҙ биштән дә артмай. Шулай ҙа оҙаҡ йылдар малсылыҡ тармағында эшләгән тәжрибәле белгестәрҙең исемен атай башта Тәбрис Рәхмәтуллин. Һауынсыларҙан улар Флизә Туҡтарова, Ләйсән Нурхәсәнова, Зәйлә Егорова. Уларҙан быйыл ғына йәш таналар алған Регина Йәлилова менән Эльвира Ибәтуллина ла ҡалышмай. Етәксе ветврач Мәғҙән ҡасимов, быҙау ҡараусы Рифат Бикмөхәмәтов, малсылар Таһир Йосопов, бер туған Нурғаян һәм Валерик Кирәевтарҙы маҡтап телгә алды.
− Бындай уңғандар булғанға ферма малдары ҡышты уңышлы сығып килә, − ти ул, ғорурланып. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа: “Тәбрис Рәхмәтул­лин кеүек үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан етәксе барҙа ҡарағош фермаһының киләсәге өмөтлө”, − тибеҙ.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Стәрлебаш районы.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»