30.03.2012 Бөгөн ҡыҙҙар сигеү сикмәй … Һуғыша…
Бер ҡыҙ, икенсеһенән туҡмалып, дауаханала ята
Редакцияға гәзитебеҙ әүҙем генә таралған райондарҙың береһенән дүрт балаһын яңғыҙ тәрбиәләүсе апай шылтыратты. Республикабыҙҙың ябай бер ауылында, төндә дискотекаға сыҡҡан ваҡытта, 11-се синыфта уҡыусы ҡыҙын туҡмап киткәндәр икән. Туҡмаусылары – ошо уҡ ауылда йәшәүсе өс ҡыҙ. Был ҡыҙҙар ҙа – мәктәп, колледж уҡыусылары. Саҡ ҡына төрткөләшкәндәрҙер инде, тип уйлағайныҡ тәүҙә. Ләкин эштәр башҡасараҡ булып сыҡты: ҡыҙҙы төрткөләп кенә китмәгәндәр, ысынлап туҡмағандар. Һөҙөмтәлә 11-се синыф уҡыусыһы әлеге мәлдә район дауаханаһының хирургия бүлегендә һаулығын нығытырға мәжбүр, ә инде көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре, шылтыратҡан апайҙың әйтеүе буйынса, туҡмалған ҡыҙҙы әрләү менән мәшғүл. Аптыраған әсә, яҡлау һорап, беҙгә мөрәжәғәт итте.
ҡыҙҙарҙың үҙ-ара әрләшкәненә, хатта саҡ ҡына төрткөләшеп алыуына нисек тә булһа күҙ йоморға мөмкиндер. Донъя бит ул. Әммә йәш кенә, балалыҡтан сығып ҡына килгән гүзәл заттарҙың, бер өйөргә тупланып, икенсе ҡыҙҙы дауаханаға ятырлыҡ хәлгә еткәнсе туҡмауын ишеткән юҡ ине әле. Шуға ла, һуғышҡан бөтә ҡыҙҙарҙың исем-шәрифе редакцияла булһа ла, гәзиткә был турала яҙыу ҙа оят. Туҡмалған ҡыҙҙың синыф етәксеһенә шылтыраттыҡ. Уның аңлатыуынса, туҡмалған һәм туҡмаған ҡыҙҙар ҡатнашлығында ығы-зығы беренсе тапҡыр ғына сыҡмаған. Бәлки, был мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙар өсөн көрәш түңәрәге ойоштороп ҡарарғалыр? Бәлки, ҡағиҙәһеҙ көрәш түңәрәге? Әйҙә, дөмбәҫләшһендәр шунда. ҡыҙҙарҙың йыш ҡына һуғышып тороуы тураһында ишеткәс, башҡа шундайыраҡ уйҙар килде.
Әлбиттә, төнгө сәғәт 11-ҙән һуң урамда йөрөүсе мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләренең дә ғәйебен инҡар итеп булмай. Туҡмалған ҡыҙ ҙа был ваҡытта өйҙә генә ултырһа, был бәлә килеп сыҡмаҫ ине. Әммә беҙ кемде лә булһа ғәйепләргә йыйынмайбыҙ, уныһы журналистар эше түгел. Һәр кем үҙ ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә тейеш. Беҙ, башҡорт ауылдарында башҡорт ҡыҙҙарының үҙ-ара дөмбәҫләшеүенә аптырап, был хәлдең ҡот осҡос күренеш икәнлегенә генә баҫым яһайбыҙ. Оят бит, ҡыҙҙар: гүзәл заттарҙың икенсе ҡыҙҙы туҡмауы үҙегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, ауылығыҙҙың, милләттең бәҫен төшөрә.
Был эште алып барыусы тәфтишсе менән дә аралаштыҡ. Уның әйтеүенсә, һуғышыу факты буйынса енәйәт эше асылыу өҫтөндә. Һәр кем тейешле язаһын алыр, тип ышанғы килә. Һуғыш суҡмарҙары уҡыған мәктәп етәкселеге лә ниндәй ҙа булһа саралар күрергә тейештер. Иң мөһиме – ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙенең ҡылығына ситтән күҙ һалһын һәм дөрөҫ һығымталар яһаһын ине.
Лилиә СИРАЕВА.
Р. S. Был ваҡиғаны редакция күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡ. Әлеге факт буйынса тикшереү эштәренең нисек барыуын артабан да күҙәтәсәкбеҙ.