RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғаиләһенә лә, ололарға ла күңел йылыһын йәлләмәй

30.03.2012 Ғаиләһенә лә, ололарға ла күңел йылыһын йәлләмәй

Ғаиләһенә лә, ололарға ла күңел йылыһын йәлләмәй
Бөгөн ауылда ла ярҙамға мохтаж оло йәштәгеләрҙең һаны көндән-көн арта. Эшһеҙ­лектән йәштәр күпләп сит яҡтар­ға сығып китеүҙе хуп күрә. Уларҙы үҙҙәренә киләсәктә ярҙамсы ла, ҡараусы ла булыр тип өмөтләнеп үҫтергән ата-әсәләр ҡарт көндәрендә яңғыҙ донъя көткән осраҡтар ҙа етерлек. Үҙ ғәзиздәрен сит яҡтарға оҙатҡан оло кешеләргә көнкүреш эштәрен башҡарыу ҙа ҡатмарлаша.
Тормоштоң ябай булмаған шарттарына күнеп йәшәргә мәжбүр кешеләргә ярҙам итеүселәр ҙә бар, бәхеткә күрә. Уларҙың береһе – Күгәрсен райо­нының Бикес ауылында йәшәүсе Зөлфиә Ишемғолова. Ул үҙ ауылында ярҙамға мохтаждарҙы ҡараусы социаль хеҙмәткәр булып эшләй.
– Оло кешеләргә ярҙам итәм. Бөгөн ауылда йәшәү ҙә ҡатмарлы. Кемгәлер магазинға барырға, кемгәлер район үҙәгендә документтар юлларға кәрәк. Әгәр 80 йәштән үткәндәрҙе ҡараусы социаль хеҙмәткәрҙәр мунса яғып, кер йыуып, һыу ташып ярҙам итһә, минең бурыс – магазинға барыу, газға, утҡа түләү, − ти Зөлфиә. – Ололар менән аралашырға ла кәрәк. Эштән тыш ултырып һөйләшеп алабыҙ, донъя мәшәҡәттәре, көн торошо хаҡында фекер алышабыҙ, ҡыҫҡаһы, бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы, үҙ шатлығы бар. Шулай бер ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашып сығаһың да, икенсеһенә юлланаһың, унан һуң өсөнсөләре килеүемде көтөп тора. Оло кешеләрҙең һәр береһе менән айырым уртаҡ тел табырға тура килә. Кемдер баҫалҡылыҡты, аҙ аралашыуҙы ярата, ә кемдер шартлатып хәбәр һөйләшеүҙе талап итә. Ололар бала һымаҡ, һәр береһенең күңеленә яҡынайыуҙың үҙ юлы бар.
Бынан ике йыл элек ауылда эшһеҙлек көсәйгәндә лә аптырап тормай Зөлфиә Ишемғолова. Ул йорттан йортҡа йөрөп, үҙ ярҙамын тәҡдим итеп, социаль хеҙмәткәр булыу өсөн ғаиләләр йыя. Тәүге мәлдә бындай хеҙмәттең булыуына, кәрәклегенә ышанып бөтмәгән ололар икеләнә, тиҙ генә ризалашып бармай. Һәр кем менән үҙенсә аралашып, уртаҡ тел табып, тулы ставка өсөн һигеҙ ғаиләне ҡарау­ға ала ул ваҡытта уңған ҡатын. Ә хәҙер уның ярҙамын һораусылар күп.
Көндәр буйы кеше мәшәҡәттәре менән янып-көйөүсе Зөлфиә – ғаиләһендә лә тормош усағын тотоп тороу­сы. Ул ире Рәсих менән ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләй. Ун дүрт һәм ун өс йәштәге улдарына күҙ-ҡолаҡ булып торорға кәрәкһә, кескәй ҡыҙҙары артынан өйҙә тәртип һәм бөхтәлек урынлаштырып өлгөрөү ҙә аҙ көс талап итмәй.
Мәктәп, балалар баҡсаһы ла күрше ауылда урынлашҡанға Зөлфиә Ишем­ғолова машинала ла күберәк үҙе йөрөй. Балаларын уҡырға, ирен эшкә алып барыу ҙа уның иңенә төшә.
Кеше ни тиклем эш менән мәшғүл, уның көндәре лә шул тиклем тулы булһа, ул әллә күпме эш башҡарырға өлгөрә, тип дөрөҫ әйтәләр икән. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, осраған ҡыйынлыҡтарҙы һәр ваҡыт сабырлыҡ менән еңгән тырыш һәм уңған кешеләр менән аралашыу күңелдә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдыра. Зөлфиә Ишемғолова менән һөйләшкән ваҡытта ла бер генә зарланыу һүҙе лә ишетмәнек. Ә унан бары тик үҙ ваҡытыңды нисек бүлергә, үҙеңә лә, башҡаларға ла нисек яҡшылыҡ эшләп өлгөрөргә өйрәнәһең.

Самат ҡОТЛОЕВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»