RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәхмәттәр шулай йәшәй!

23.03.2012 Рәхмәттәр шулай йәшәй!

Бөтә бәхетле ғаиләләр ҙә бер-береһенә оҡшаған, ти Лев Толстой. Әбйәлил районы Рәхмәт ауылының бер нисә ғаиләһе менән яҡындан танышҡас, рус әҙәбиәте классигының хаҡлы булыуына тағы бер инанаһың. Әлсинә һәм Фәрих ҡолоевтар, Миңнура һәм Самат Әхмәҙиевтар, Әлмира һәм Нәсим Фәррәховтар, Ләйлә һәм Вадим Алтынбаевтар, Нурзилә һәм Хафиз Хамматовтар, Лилиә һәм Фәнгиз Юнысовтар, Гүзәл һәм Басир Әхмәҙиевтар, Нәғимә һәм Рим Ямаловтарҙың ғаиләләре башҡаларға үрнәк итеп күрһәтерлек. Илдең демографик хәлен яҡшыртып, Рәйфә һәм Дим Нәбиуллиндар, Зиләрә һәм Рәжәп Мәсәлимовтар, Гөлдәр һәм Марсель Харисовтар, Әлфиә һәм Сабирйән Алтынбаевтарҙың татыу ғаиләләрендә бишәр бала тәрбиәләнә (Вадим һәм Ләйләнең яңыраҡ дүртенсе балалары донъяға килгән). Шундай матур ғаиләләрҙең өсөһө менән «Йәшлек» гәзите уҡыусыларын яҡындан таныштырмаҡсыбыҙ. Көнләштерер өсөн түгел (хоҙай үҙҙәрен яман күҙҙәр­ҙән, яуыздарҙың теленән һаҡлаһын!), ә улар менән һоҡланыр, өлгө алыр өсөн.

Фәррәховтар
Рәхмәттәр шулай йәшәй!

– Әбйәлил районының Байым ауыл советы хакимиәте ҡарары менән «Айыҡ ауыл» конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн тормошҡа айыҡ ҡарашлы Фәррәховтар ғаиләһе бүләкләнә, – сәхнәнән ошо һүҙҙәр яңғырағас, Гүзәл һәм Айрат Фәррәховтар бер мәлгә уңайһыҙланып ҡала. Сит-ят кешеләр ҙә түгел, үҙ ауылдаштары, яҡын таныштары тәбрикләй бит инде, ә барыбер йөрәктәре йышыраҡ тибә, йөҙҙәре алһыулана. Хәйер, был күркәм ғаилә ошондай тантаналы минуттарҙы беренсе тапҡыр кисермәй. Мәҫәлән, Рәхмәт ауылында 2004 йылдан алып «Сәскә байрамы» уҙғарыла (бағыусылары – бер туған Исрафил менән Исмәғил Йәнсәйетовтар), һәм былтыр Фәррәховтар «Иң таҙа баҡсасы» номинацияһында беренсе урынды яулаған. Ошо байрамды, үҙҙәренең еңеүен хәтерләгәндә, ата-әсә, был еңеүҙә балаларҙың өлөшө ҙур, тип билдәләй: «Улар ваҡытында утап, һыу һибеп тормаһа, нисек еләк-емеште, сәскәләр­ҙе үҫтерәһең?». Туғыҙынсы синыфта уҡыған Юлиәнең иң яратҡан сәскәләре гладиолус менән астралар – уларҙың батшабикәләргә хас һын-сифаты күңеленә бик-бик яҡын. Кинйә ҡыҙ Лариса иһә баҡсаларындағы бер сәскәне лә ситләтмәй, һәр береһенең үҙенсәлекле, нәзәкәтле матурлығын күрә, яндарынан таждарына ҡағылмайса, һыйпамайынса үтә алмай. Әллә көнө буйы баҡсаға һыу ташып, елкәһен сейләндергәнгә, ун өс йәшлек Айбулат, ҡәтғи рәүештә: «Ә минең сәскәгә һушым китеп бармай әле, ҡырҙағы еләкте ашарға яратам», – тине. Шулай ҙа йыл һайын үткәрелгән «Сәскә байрамы»нда ҡатнашыуҙарына ҡаршы түгел, тик ямғырҙар ҙа ваҡытында яуып торһон ине, тип теләй: «Юғиһә нисә йыл рәттән йыл ҡоро килә». «Айыҡ ауыл» конкурсында ла Фәррәховтар теләп ҡатнаша.
– Элек араҡы ла эселде, тәмәке лә тартылды, – ти ғаилә башлығы, күмәк хужалыҡ тарҡалғанға тиклем механик булып эшләгән, хәҙер балта оҫтаһы Айрат Барый улы. – Тормоштоң аҫтын-өҫкә әйләндергән, һаулыҡты бөтөргән насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға уйлап, һигеҙ йыл элек бер нисә кеше йыйылып, Архангел районындағы имсе әбейгә барҙыҡ. Беренсе тапҡыр барғанда ураҙа айы ине, ул беҙҙе ҡабул итмәне. Ләкин ниәт иткән – моратына еткән, тигән кеүек, үҙ ниәтебеҙҙән ҡайтманыҡ, бер аҙ ваҡыттан һуң тағы шул яҡҡа юлландыҡ. Һәм шөкөр, әбейҙең өшкөрөүенән һуң эсеүҙе лә, тартыуҙы ла ташланыҡ. Эй, рәхәт хәҙер йәшәүҙәре! Еңел машина һатып алдыҡ, йорт һалып сыҡтыҡ. Үҙ хәләл көсөбөҙ менән күтәргән өйөбөҙҙөң һәр сөйө тигәндәй ҡәҙерле. Беҙ элек Байымда интернатта ятып уҡыныҡ, хәҙер балалар ауылыбыҙҙағы иркен, матур мәктәптә белем ала. Хөрриәт бит, уҡығыҙ ҙа уҡығыҙ, тип кенә торабыҙ балаларға. Һеҙ беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ, мулыраҡ тормошта йәшәргә тейеш, тип өйрәтәбеҙ. Ә бының өсөн мотлаҡ төплө белем һәм, әлбиттә, тырышлыҡ кәрәк.
Ирен һүҙ һайын йөпләгән Гүзәл ун ете йыл ҡәйнәһен ҡарай. Туҡһан йәшлек Зөбәржәт Вәис ҡыҙы ауылда иң оло кеше. Ул ун биш йыл элек аяҡтан ҡалған.
– Инвалидлыҡ юлламаныҡ, оло кешене ыҙалатып тегендә-бында йөрөтөргә йәлләнек, – ти килене. – Былай Сибайҙан район үҙәгенә ВТЭК килә, ләкин беҙҙән Асҡарға тиклем дә байтаҡ ер бит.
Зөбәржәт әбей, кәре китһә лә, беҙ килеп ингәс, аяҡ өҫтө тормағыҙ, ултырығыҙ, тип беҙҙең өсөн борсолоп, ятҡан еренән ҡалҡынып, хәлһеҙ ҡулы менән яулығын ипләне, күлдәк итәген рәтләне. Табынға уның янына йыйылдыҡ, күмәкләп күңелле итеп сәй эстек. Һүҙ артынан һүҙ сығып, хужабикә Айрат менән нисек танышыуҙарын һөйләп ташланы:
– Мин Силәбе өлкәһенә ҡараған Кирса ауылынан. Апайым ошо ауылға килен булып төшкәс, Айрат менән таныштыҡ, ул минең ҡоҙам. Рәхмәткә йыш килә торғайным, Магнитогорскиҙа тимер-бетон изделиелары заводында эшләй башлағас та юлды онотманым. Урыҫтар араһында йәшәгәс, атайым, башҡортҡа, үҙ кешебеҙгә кейәүгә сыҡ, тип электән тылҡыны, шуға ла Айратты кейәү булараҡ танышырға алып ҡайтҡас, тәү күреүҙән уны оҡшатты, һүҙемде йыҡманың, ҡыҙым, тип ҡыуанды. Уның фатихаһы менән өйләнешеп, йәшәп ятабыҙ. Донъя ауырлығына һылтанһаң-һылтанмаһаң да, тормош үҙ яйы менән алға тәгәрәп китеп бара ул...
Байтаҡ һөйләшеп ултырып, Фәррәховтар менән йылы хушлаштыҡ. Өс быуын йәшәгән ошо өйҙөң йылыһы һаман да күңелде йылытып торғандай.

Әғзәмовтар
Рәхмәттәр шулай йәшәй!

– Беҙ һеҙҙе көтөп, сәй ҙә эсмәй ултырабыҙ, – өс йәшлек Зөлхизә беҙ тупһа аша үтеү менән ҡаршыбыҙға йүгереп килде. – Һеҙ ҡайҙа булдығыҙ?
Бер ҙә ятһынмай, яландай иркен, яҡты өйҙәренә етәкләп индергән илгәҙәк ҡыҙ үҙҙәренең ғаиләһе менән дә таныштырҙы:
– Беҙ – күмәк: атайым, әсәйем, Арсен ағай Йылайырҙа уҡый, Рифатҡа ун дүрт йәш, Илфатҡа һигеҙ йәш, миңә өс йәш, ә Фирүзәгә икәү шикелле, – тип йыуылған алманы таҫтамал менән һөртөп маташҡан һеңлеһенә күҙ йүгертеп, яңылышманыммы икән, тигән һымаҡ әсәһенә ҡараны. Уның «эйе, шулай, дөрөҫ» тигән һүҙен ишеткәс, артабан хәбәрен теҙҙе:
– Бәпәй мине ҡаңғырта, сәсемдән тарта.
– Ә һин? Һин дә уны ҡаңғыртаһыңмы, һабағын уҡытаһыңмы? – миңә телдәр ҡыҙсыҡ менән һөйләшеүе бигерәк ҡыҙыҡ, һөйләгәндәренән айырым бер кинәнес алам.
– Ю-юҡ, – тип һуҙа Зөлхизә. – Ул бәләкәй бит!
– Эйе шул, ә һин – ныҡ өлкән, – мин көлгәнгә кескәй әңгәмәсем дә, уның ата-әсәһе лә ҡушылып көлә. Ошо бала арҡылы Әғзәмовтарҙың ғаиләһе менән күптәнге таныштарҙай һөйләшеп, аралашып киттек.
– Ирем эсмәгәс, эшкә шәп булғас, бала табырға ҡурҡманым, – тип йылмайҙы Әминә Зиннәт ҡыҙы, һораулы ҡарашыма яуап биргәндәй. – Ришаттың ҡулынан килмәгән эш юҡ, тиһәм, бер ҙә яңылышмам. Ныҡ ышаныслы кеше ул, бөтөн күңелле, ихлас.
– Әминә үҙе лә бөтмөр, донъя көтөргә әүәҫ, – тип Ришат ҡыуандыҡ улы ла һүҙгә ҡушылды. – Уның тырышлығы менән өйөбөҙ «ялт» итеп тора, балаларҙың өҫ-башы һәр саҡ ҡараулы, өҫтәл тулы төрлө тәмле ризыҡ.
Хоҙай, бер егәрлегә бер ялҡау, тип ғәҙел генә парҙарҙы бүлгәндә яңылышып китеп, бер егәрлегә бер егәрле, тип бүлә, тиҙәр. Бында ла тап шулай «яңылышҡан», ахыры. Бер-береһенә пар килгән ике егәрлегә һоҡланып туймаҫлыҡ – һүҙҙәрен тыңлап, үҙҙәренә ҡарап ултырыуы ла рәхәт. Бала­ларыбыҙ, тип өҙөлгән ата-әсә һәр яҡлап ул-ҡыҙҙарына ла өлгө.
– Үҙең алдан йөрөмәһәң, балаларға нисек дөрөҫ юл күрһәтәһең? – тип риторик һорау бирә ғаилә башлығы. – Балаларым һәйбәт булһын тиһәң, тәү сиратта үҙеңә яҡшы булырға кәрәк, улар һау-сәләмәт үҫһен тиһәң, үҙеңә лә сәләмәт йәшәү рәүешен һайлар кәрәк. Балалар – һинең көҙгөләге сағылышың кеүек. Уларҙы тәрбиәләгәндә хаталанмауың хәйерле.
Атанан күргән – уҡ юнған, тигән һымаҡ, ғаилә башлығы спортты үҙ иткәс (мәктәптең спорт залында ауыл ир-егеттәре волейбол уйнай), балалары ла атайҙарынан ҡалышмай – беҙ барғанда Рифат йүгерергә сыҡҡайны. Һигеҙенсе синыф уҡыусыһы еңел атлетика менән дә, көрәш менән дә берҙәй ҡыҙығып шөғөлләнә, волейбол, баскетбол уйнарға ярата. Өйҙәрендә тотош бер стена тиерлек уның миҙал, диплом, кубоктары менән тулған. Күбеһе – йүгереү буйынса беренсе урын өсөн. Районда ғына түгел, төбәк-ара, республика кимәлендәге ярыштарҙа ла мах бирмәй Рифат. Былтыр, мәҫәлән, йәш спортсы президент ярыштарынан ғына алты алтын миҙал алып ҡайтҡан. Илфат та ағаһынан ҡалышырға йыйынмай, әммә бөтә спорт төрҙәренән өҫтөнлөктө хоккейға бирә. Хәйер, «Салауат Юлаев» командаһы уйнағанда хоккейҙы бөтә ғаилә менән ҡарарға күнеккәндәр, яратҡан командалары өсөн көйөп бер булалар.
– Егеттәр генә түгел, бында ҡыҙҙар ҙа спортсы, – тип көлдө Әминә. – Былтыр өй эсендә күмәкләп футбол уйнанылар. Ә иң өлкән балабыҙ Арсен һүрәт төшөрөүгә маһир.
– ҡыҙҙарҙың төп һәләте – ҡашығаяҡ йыуыу, – тип ҡыҙҙарын һөйҙө атаһы. – Улар әсәһенең ярҙамсыһы, уң ҡулы. Бәләкәйбеҙ тип тормай­ҙар, ҡул аҫтына инеп баралар.
– Шөкөр, улдарыбыҙ ҙа, был ҡатын-ҡыҙ эше, был ир-егеттәр эше, тип эш бүлешмәй, тота ла эшләй ҙә башлай­ҙар, – тип әсәй улдарының күңелен үҫтереп ебәрҙе. – Электән бөтә эште бергә эшләп, проблемаларҙы уртаға һалып хәл итергә өйрәнгәнбеҙ. Тик бына ауылда балалар баҡсаһының булмауы ҡыйын. Берәй йомош менән район үҙәгенә барам тиһәң, өлкәндәр­ҙең берәйһен мәктәпкә ебәрмәй өйҙә ҡалдырырға мәжбүрбеҙ. Дәрестәре ҡалғас, уҡытыусыларынан һүҙ ишетәләр.
Әйтмәксе лә, Рәхмәттә дүрт тиҫтәнән ашыу мәктәпкәсә йәштәге бала иҫәпләнә. Мәктәптең үҙендә үк балалар баҡсаһын булдырһалар, күпме атай-әсәйҙең ҡулы бушар ине. Ошо турала һөйләшкән арала Зөлхизә тырышып-тырмашып һүрәт төшөрҙө, Фирүзә йырлап күңел асты – балалар баҡсаһында улар менән тәрбиәселәр ҙә шөғөлләнһә, тағы әллә күпме һәләте асылыр ине был балалар­ҙың. Тик ата-әсәләрҙең хыялы ҡасан тормошҡа ашыр – билдәһеҙ...
Хужаларҙан – сабырлыҡ, тыныслыҡ, хәстәрлекле атай-әсәйҙең ҡосағында һис бер ҡайғыһыҙ һөйөп-һөйөлөп кенә үҫкән балаларҙан бәхет бөркөлгәнгә, Әғзәмовтарҙың йорттары ла тотош ҡына нурҙан ҡойолғандай тойолдо.

Камалетдиновтар
Рәхмәттәр шулай йәшәй!

Рәлиә Толобай ҡыҙы – Учалы райо­нының Баттал ауылы ҡыҙы, минең синыфташым. Алсаҡ йөҙлө, көләкәс ҡыҙ менән дүрт йыл бергә уҡыныҡ. Ул бер ваҡытта ла кәйефһеҙ, танауы төшөп йөрөмәне, йөҙө гел аяҙ көн кеүек яҡты ине. Мәктәпте тамамлау менән уның Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы егетенә кейәүгә сығыуын ишетеп аптыраһаҡ та, ул бер ҙә юғалып ҡалмаған, гөрләтеп донъя көтә. Егерме йылдан ашыу күрешкәнебеҙ булмаһа ла, кисә генә айырылышҡандай осраштыҡ. Синыфташым һис тә үҙгәрмәгән, төҫ ташламаған, йөҙөндә әүәлгесә сыуаҡ көн.
– Кейәү ҡалмаҫ тип ҡурҡҡанмындыр инде, шуға тиҙерәк кейәүгә сыға һалғанмын, – тип ихлас ауыҙ йырҙы Рәлиә. – Нияз менән дуҫлашып ҡына йөрөгән саҡта ул беҙҙе, ҡыҙҙарҙы, үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Оялып, шырҡ-шырҡ килеп сәй эскән булдыҡ. Буласаҡ ҡәйнәм беҙҙе ихлас һыйлап, мине һынап-ҡарап ултырҙы. Оҡшат­ҡандыр инде. ҡайтырға йыйын­ғас, Нияздың әсәһе миңә, әсәйеңә бирер­һең, тип записка тотторҙо. Асып уҡып ҡарамаһам да, ошо яҙыу беҙҙең яҙмышты хәл итәлер кеүек тойолдо, шуға уңайһыҙланып, яҙыуҙы еңгәм аша әсәйемә бирҙерттем. Шунан күп тә үтмәне, ҡоҙалар килеп төштө. Аллаға шөкөр, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, икәү бергә донъя йөгөн тартып, ике тиҫтә йыл йәшәйбеҙ.
Һүҙебеҙ мөхәббәт, ғаилә ҡороу темаһына ҡағылғас, Рәлиә менән Нияз, һөйөшөп ҡауышып та, ярты йылдан айырылышҡан йәштәргә аптырайбыҙ, тиеште.
– Айырылышыуҙар һаны шундай күп, иҫең китер. Атай-әсәйҙәре туй үткәргән өсөн бурыстарын ҡаплап бөтмәй, балалары бер-береһе менән ҡан дошман булып, айырылып та өлгөрә. Өйләнешеү – ул яратышыу, үбешеп-ҡосаҡлашыу ғына түгел, ул бер-береңә тоғролоҡ һаҡлау, бер-береңдең хис-тойғоларын яҡлау ҙа. Ғаилә көткәндә бер һүҙҙән булыуың шарт, бер-береңде аңлау зарур. Донъя көткәс, һауыт-һаба шалтырамай тормай. Ләкин берең пырылдағанда, икенсең мотлаҡ шымырға тейеш. Сөнки ғаилә иреш-талаш, яу яланы түгел. Бар нәмәгә түҙеп, сабыр итеп, булғанға шөкөр ҡылып йәшәү мотлаҡ. Әлбиттә, йәштәр айырым йәшәһә, ҡайны-ҡәйнәләре уларҙың араһына артыҡ ҡыҫыла алмай. Шулай ҙа ҡайны-ҡәйнә кәңәштәренә ҡолаҡ һалһаң, бер ҙә зыяны юҡ. Улар насарлыҡҡа өйрәтмәй. Бер олоно, бер кесене тыңла, ти бит халыҡ мәҡәле лә.
Төплө фекер йөрөткән Рәлиәгә, Ниязға яратып, үҙ итеп ҡарап, тыңлап ултырҙыҡ. Был матур ғаиләлә ир менән ҡатын – үҙ урынында: ир – ғаилә башлығы, яҡлаусы, һаҡлаусы, ғаилә ҡалҡаны; ҡатын – ғаилә усағын һүндермәй тотоусы, иренә көс-дәрт биреүсе, уны илһамландырыусы. Әйткәндәй, синыфташымдың әсәһе яғынан олатаһы абруйлы уҡытыусы булған. Ғафури районының Сәйетбаба ауылы егете Зәки Вәлиәхмәт улы Хәсәнов Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Рәхмәт ауылы балаларына белем бирергә килеп, Байым ауылы һылыуы Бәлхиә менән сәсен-сәскә бәйләгән. Зәки Хәсәновты рәхмәттәр әлегәсә онотмаған, уның исемен ауыл урамы йөрөтә.
– Әсәйем ошо ауылдан булғас, мин дә бында бәләкәй сағымдан үҙ кеше инем, шуға тап Рәхмәткә кейәүгә сығырым маңлайыма яҙылған булғандыр, – тип йылмайҙы Рәлиә. – Ғалимә, профессор, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамит­динова бер интервьюһында, тәүге уҡытыусым Зәки Хәсәнов, тип һөйләгәйне, шунан һуң олатайымдың исемен ауыл урамына биреү мәсьәләһен депутатыбыҙ Исрафил ағай Йәнсәйетов күтәреп сыҡты. Балаларыбыҙ, шөкөр, олатайымдың рухына ҡыҙыллыҡ килтермәй. Рәмзилә ҡыҙыбыҙ, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, БДУ-ла уҡып йөрөй. Рияз улыбыҙ ҙа, элек апаһы кеүек үк, Фирҙәүес Хисамитдинова премияһы лауреаты. Фәрхәтебеҙ әле бәләкәй, мәктәпкә барғас, ул да апай-ағаһынан ҡалышмаҫ, тип ышанабыҙ. Ғөмүмән, беҙ балаларыбыҙға белемдең нур сығанағы булыуын кескәй саҡтарынан күңелдәренә һеңдерәбеҙ, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.
Рәлиәнең хәләл ефете Нияз Ғәмбәрис улы – балта оҫтаһы. Ағас эшен ифрат ярата. Йәш сағында Таштимер һөнәрселек училищеһында механизаторға уҡыһа ла, оҙаҡ эшләмәй, төҙөлөшкә эшкә инә. Шунан бирле, 1992 йылдан алып, төҙөлөш өлкәһендә. Әлеге ваҡытта биш-алты егетте үҙе менән эйәртеп, бура бурау, түбә ябыу менән шөғөлләнә.
– Иретеп йәбештереүсе лә, ташсы ла һөнәрҙәренә өйрәнергә тура килде, – ти Нияз. – Ялҡауланмаған кешегә ҡамыты ла табылып тора ул, ошоғаса бер ҙә эшһеҙ ятҡаныбыҙ юҡ. Тирә-яҡта беҙҙе танып-белеп бөткәндәр, нимәгә тотонһаҡ та еренә еткереп, дан итеп башҡарабыҙ.
Хушлашҡанда, Камалетдиновтар, «Йәшлек»кә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ, гәзитте йыл да алдырабыҙ, тине: «Былтыр бер ай почтальон булманы, шул тиклем матбуғатҡа һыуһаныҡ, эсебеҙ бошто. Гәзит килһә – ҡыуаныс, кем алдан өлгөрә, шул уҡый, башҡаларыбыҙ көтә инде, шул саҡта, хет икешәр дана алдыр, тип көйәбеҙ!»


Бына ошондай татыу ғаиләләр йәшәй Рәхмәттә. Тәү ҡарамаҡҡа, улар бер нимәгә лә йоғонто яһамаған кеүек. Сөнки ил дилбегәһе башҡалар, көслөләр, ҡулында, ә улар бер нәмәгә ҡыҫылмай, төпкөлдә үҙ яйҙарына йәшәп ята. Әммә ысынбарлыҡта иһә, тап ошондай ғаиләләр илде ил итә, тап улар халыҡтың киләсәген билдәләй. Ғөмүмән, өс йөҙ ҙә алтмыш биш кеше йәшәгән Рәхмәт ауылында үрҙә аталғандарҙан тыш та маҡтауға лайыҡтар күп. Мәҫәлән, алтынсы тапҡыр район советына депутат итеп һайланған Исрафил Йәнсәйетов, ауылым, тип үҙенә лә, башҡаларға ла тынғы бирмәй. Уның инициативаһы менән байтаҡ эш атҡарыла, шулар иҫәбенә һыу сығанаҡтарын таҙартыу, зыяраттарҙы ипләү, яугир-интернационалист Венер Шаһимәрҙәнов иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыштар уҙғарыу, «Иман ҡайта ауылға» байрамын, «Сәскә байрамы»н, балалар һабантуйын ойоштороу кеүек саралар ҙа инә. Ауыл старостаһы Исмәғил Йәнсәйетов үҙенең миҫалында ауыл ерендә лә дан итеп йәшәү мөмкинлеген раҫлай. Күпләп мал аҫраған хәлдә лә, ул ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашырға форсат таба. Ун туғыҙ йыл фельдшер булып эшләгән Илдүсә Мәсәлимованан бар ауыл халҡы ҡәнәғәт, ҡасан барһаң да, йөҙө яҡты, ауырыуға ярҙам итергә әҙер, тип маҡтайҙар. Бөтә саралар башында йөрөгән, бер эштән дә ситтә ҡалмаған ветерандар советы рәйесе Рәйҙә Мөхәмәтҡужина, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәйфә Нәбиуллина, мәктәп директоры Зөһрә Әхмәҙиева, клуб хеҙмәткәре Идиә Ғәлимова ла ауылдың бил-быуынын нығытыуға үҙ өлөшөн индерә. Матур традициялар­ҙы һаҡлаған, әҙәп төшөнсәһен юғалтмаған, ололарҙы ололаған, кеселәргә кеселекле булған рәхмәттәр шулай йәшәй. Һоҡланмаҫ ереңдән һоҡ­ланыр­һың, билләһи!

Баныу КАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»