23.03.2012 ЕРҘЕ БҮЛӘК ИТЕРГӘ ЛӘ БУЛА
Республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе бер тапҡыр һәм бушлай хосусилаштырыу кампанияһы 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылғайны. 2006 йылдың 1 ғинуарынан старт алған кампания барышында ер пайына хоҡуғы булғандарҙың исемлеге төҙөлөп, хоҡуҡтар раҫланып, хужаларына таныҡлыҡтар таратылып бөтөлөргә тейеш, тип билдәләнде. Әммә ер пайҙарын бүлеү барышында килеп сыҡҡан мәсьәләләр тәүҙән үк икһеҙ-сикһеҙ тойола ине, таныҡлыҡтарҙы ҡулға алғас та проблемалар бөтмәне. Етмәһә, ҡайһы бер граждандар пайға хоҡуҡтарын йыл башына тиклем рәсми теркәп өлгөрмәне.
Быйылғы йылдың яҙында ла халыҡ берҙәй ҡубып, ер пайҙарын эшкәртә башлар, тип өмөт итергә лә түгел − берәүҙәр хоҡуҡтарын даулап һаман төрлө инстанцияларҙың тупһаһын тапай, икенселәр булған ерен нимә эшләтергә белмәй.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡағылышлы сетерекле мәсьәләләргә мөмкин тиклем аныҡлыҡ индереүҙе һорап, Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығыныҢ Ерҙәрҙе резервлау һәм күсемһеҙ милеккә дәүләт кадастр баһа биреү бүлеге етәксеһе Анатолий Викторович АРСЕНТЬЕВ Беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе.
− Анатолий Викторович, бөгөн республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙән пай алырға хоҡуғы булған кешеләрҙең нисә проценты ерен теркәткән?
− Рәсми хосусилаштырыу барышын күрһәтеүсе һуңғы мәғлүмәттәрҙе 1 мартҡа ҡарата килтерә алам. Башҡортостанда 356305 кеше пай алыу хоҡуғына эйә, тип раҫланды. 2314387 гектар майҙан ауылда эшләгән һәм йәшәгән кешеләргә бүлеп бирелергә тейеш ине. Әлегә ер пайына хоҡуғын рәсми теркәүселәр 285621 кешегә еткән. Өлөшөнән баш тартыусылар, йә булмаһа, ергә хоҡуғын рәсми теркәгәнгә тиклем яҡты донъя менән хушлашыусылар ҙа күп кенә − республика буйынса 28542 кеше. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ер пайын алырға хоҡуғы булғандарҙың 80 проценттан ашыуы хоҡуғын рәсми раҫлаған. Хәҙер ауыл халҡы ер пайҙарын тәғәйенләнеше буйынса файҙалана, эшкәртә ала.
Пайҙарын 100 процентҡа теркәп бөткән райондар бар − Благовещен, Иглин һәм Саҡмағош.
− Күп кенә пай хужалары ергә һалым түләһә лә, үҙҙәренең өлөшөнә төшкән пай еренең ҡайҙа икәнлеген дә белмәй. Әлбиттә, нимәгә хужа булыуыңды үҙ күҙҙәрең менән күрге килә. Бындай кешеләргә ҡайҙағы ергә хужа булыуын аныҡ ҡына күрһәтеп, сиктәрҙе билдәләп буламы?
− Бөгөн хужаларҙың ҡулында булған документ (танытма) уларҙың ер пайына хоҡуғы булыуын ғына күрһәтә. Ошо танытма ярҙамында ғына кемдеңдер пайын айырып күрһәтеү мөмкин түгел. Аңлашылһын өсөн бер миҫал килтерер инем: мәҫәлән, бер бүлмәле фатир ике кешенең шәхси милке итеп теркәлгән. Шул фатир майҙанында кемдең нимәгә хужа икәнлеген аныҡ ҡына билдәләү мөмкин түгел бит. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер майҙандары менән дә хәл шулай уҡ. Пай ерен кадастр иҫәбенә ҡуйыу өсөн уның майҙаны кәмендә 50 гектар булырға тейеш. Шуға ла ергә хоҡуғыңды рәсми раҫлау өсөн «күршеләр» менән ҡушылырға тура килә.
Шулай ҙа, ауыл кешеһенең ер өлөшөн дөйөм пай еренән айырып алыу мөмкинлеге булырға тейешлеге күҙ уңында тотола. Кеше үҙенең ер пайын айырым файҙаланырға, сиктәрен билдәләргә, теләгән кешегә йәки ойошмаға ҡуртымға бирергә, йә булмаһа, һатырға теләй икән, ул уны айырып алыу хоҡуғына эйә. Тик бының өсөн ер пайын ер участкаһына әйләндерергә кәрәк.
− Пайҙы айырым участкаға әйләндереү өсөн хужа эште нимәнән башларға тейеш?
− Эш район үҙәгендә эшләүсе кадастр инженерына мөрәжәғәт итеп, уға ыҙан (межевание) проектына заказ биреүҙән башлана. Быны һәр пай хужаһы үҙе башҡара. Ыҙан проектында күрһәтелгән сиктәр урындағы ер пайы майҙанына хужа булған бөтә кешеләрҙе лә туплап, раҫлауҙы талап итә. Был участкаларҙың сиген бергәләп килешеп билдәләү өсөн кәрәк. Халыҡты урындағы хакимиәт ярҙамында йыйырға була. Шулай уҡ ер участкаһы тураһында кадастр выпискаһы ла ҡулда булырға тейеш. Ул бушлай бирелә.
Ошо эштәрҙе башҡарғандан һуң кеше ерен шәхси милек итеп файҙаланыу хоҡуғына эйә. Атап әйткәндә, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү өсөн файҙалана, теләгән кешегә һата, бүләк итә, мираҫҡа ҡалдыра, ҡуртымға бирә ала.
Пай ерен участка итеп бүлеп алыу өсөн икенсе ысул да бар. Уның өсөн дөйөм йыйылыш үткәреү талап ителмәй. Ике ысулды ла ентекләберәк өйрәнеү өсөн урындағы белгестәргә, кадастр инженерҙарына мөрәжәғәт итергә була.
− ҡайһы кешеләр фекеренсә, халыҡтың күпселек өлөшө, ер участкаһын алһа ла, эшкәртә алмаясаҡ.
− Алынған ерҙе эшкәртеү һәм файҙаланыу мотлаҡ. Әгәр ер хужаһы өс йыл дауамында участкаһында бер нәмә лә эшләмәй икән, уны тартып алырға мөмкинлек биргән Закон бар. Был ер буш ятмаһын, тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылһын өсөн эшләнә. Пай алыуҙың ниндәйҙер мөлкәткә эйә булыу ғына түгел, өҫтәмә яуаплылыҡ та икәнлеге алдан уҡ аңлатылғайны. Ергә ысын хужалар, уны эшкәртергә мөмкинлеге һәм теләге булған кешеләр кәрәк.
− Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер пайына хоҡуғы булып та, ер алыусылар исемлегенә инмәй ҡалған кешеләр бөгөн нимә эшләргә тейеш?
− 2012 йылдың 1 ғинуарына ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе бушлай һәм бер тапҡыр хосусилаштырыу кампанияһы тамамланды, тип билдәләгәйнек. Закон буйынса пайҙар алты категорияға ҡараған кешеләргә бирелде. Шуға ла, буталсыҡтар булмаһын өсөн пай алырға хоҡуғы булған граждандар исемлегенә айырым туҡтап үтәйек:
1. 1992 йылдың 1 ғинуарында колхоз-совхоздар үҙгәртеп ҡоролған ваҡытта бер өлөш ер (пай) алырға хоҡуҡлы граждандарҙың исемлегенә инеүселәр.
2. 1992 йылда төҙөлгән исемлектә булып та, колхоз-совхоздар тарҡалып йәки үҙе эштән китеүселәр.
3. Ауыл хужалығы тармағында даими эшләп, ауылда йәшәүселәр.
4. Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләп, пенсияға сығып, ауылда йәшәүселәр.
5. Ауылда йәшәп, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәр.
6. Ауыл хужалығында даими эшләп тә, әлеге көндә декрет отпускыһында, хәрби хеҙмәттә, уҡыуҙа булыусылар.
Күреүегеҙсә, ошо категорияларға ҡараған һәр кем ер пайына дәғүә итә алды. Һорауға яуап итеп, шуны ғына өҫтәргә була − законһыҙ рәүештә исемлеккә инмәй ҡалғандарҙың үҙ хоҡуғын яҡлау өсөн судҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар. Суд ыңғай ҡарар сығарған осраҡта улар ер пайын аласаҡ.
− ҡайҙан аласаҡ һуң? Ер таратылып бөткән түгелме ни?
− Райондарҙа буш ҡалған һәм хосусилаштырырға яраған ерҙәр бар. Унан өлөш сығарырға мөмкин.
− Шулай ҙа беҙгә килгән хаттарҙан күренеүенсә, республиканың бөтә райондарында ла ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге буш ҡалған ерҙәр юҡ. Был ысынлап та шулаймы, әллә инде урындағы етәкселәр ер пайҙарын таратырға ашыҡмаймы?
− Ысынлап та, ҡайһы бер райондарҙа буш ҡалған һәм хосусилаштырырға яраған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр юҡ. Бөтә ер ҙә таратылып бөткән урындар бар. Бындай районда йәшәүсе һәм законһыҙ рәүештә исемлектән төшөп ҡалыусылар ер пайын ала алмай, тип билдәләргә кәрәк. Был Законға ярашлы. Ер икһеҙ-сикһеҙ түгел бит, булмағанды нисек бирәһең.
− Тимәк, исемлеккә инмәй ҡалғанһың икән, үҙең ғәйепле булып сыға инде?
− Иҫегеҙгә төшөргөм килә: республика халҡы бер тапҡыр бушлай бирелергә тейешле ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән пай алыу хоҡуғын 2006 йылда уҡ алды. Был хаҡта аңлатыу эштәре һәр ауылда, һәр районда алып барылды. Киң матбуғат саралары ла ер мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирҙе. Исемлеккә инмәй ҡалған кеше нисәмә йыл буйы ошо мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынмаған икән − ниндәй аңлатма бирергә лә белмәйем. Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе бушлай һәм бер тапҡыр хосусилаштырыу кампанияһы бер нисә тапҡыр оҙайтылды. Мәҫәлән, дөйөм Рәсәйҙә ул бер генә йыл дауам итте. Ошо йылдар эсендә үҙенең ни өсөн исемлеккә инмәй ҡалыуы тураһында ҡыҙыҡһынмаған кешегә пай ере кәрәкмәй тип билдәләү дөрөҫтөр.
− Бөгөн һәр ерҙә торлаҡ мәсьәләһе киҫкен тора. Шунан сығып, тағы ла бер һорау − ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә йорт төҙөргә мөмкинме? Һарайы, баҡсаһы менән, шәхси хужалыҡ алып барыу маҡсатында. Участкаларҙың ауылға яҡын ғына урынлашҡандары ла бар бит.
− Юҡ, был мөмкин түгел. Һәр ер категорияһы тәғәйенләнеше буйынса ғына файҙаланыла ала. Шулай ҙа бик тә кәрәк булған осраҡта ерҙе бер категориянан икенсеһенә күсерергә мөмкин. Бының өсөн Хөкүмәт тейешле ҡарар сығарырға тейеш.
− Анатолий Викторович, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.