RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Остап Бендер артынан эйәреүселәр асыҡ ауыҙҙарҙы эҙләп кенә йөрөй

20.03.2012 Остап Бендер артынан эйәреүселәр асыҡ ауыҙҙарҙы эҙләп кенә йөрөй

Һуңғы ваҡытта баш ҡалабыҙҙа телефон аша алдашыу­ҙар йәнә йышайҙы. Йыл башынан ғына 11 кеше 150 мең һум аҡсаһын юғалт­ҡан. Сим-карталарҙың ялған кешеләргә, йә юғалған паспорттар ярҙамында теркәлеүе енәйәт эштәрен асыуҙы ауырлаштыра.
Енәйәтселәрҙең ҡармағына күберәк 70 – 85 йәшлек өлкәндәр эләгә. ҡалала йәшәүселәргә таныш булмаған кеше полиция хеҙмәткәре булып шылтырата һәм уның яҡын туғаны (улы, ҡыҙы, ейәне һ.б.) юл фажиғәһенә эләккән тип хәбәр итә. Һуңынан эште бер ни тиклем аҡсаға (10 меңдән алып 150 мең һумға тиклем) ябырға тәҡдим итә.
Кешеләрҙең күбеһе шундуҡ тоҙаҡҡа эләгә: һәләкәткә эләккән туғанының ҡайҙа икәнен белер урынға, улар шылтыратыусылар­ҙың шарттарына күнә. Ә енәйәтселәр шул уҡ минуттарҙа, ҡорбандарына иҫ-аҡылына килергә бирмәй, аҡсаны терминал аша күсереүҙе талап итә. Тик бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә яҡындары менән бер ни ҙә булмағаны асыҡлана. Күсерелгән аҡсаны иһә енәйәтселәр республиканан ситтә ҡулына төшөрә.
Алдашыуҙың икенсе төрө лә бик йыш осрай. Кешегә, һеҙ акция буйынса автоконцерндан бик ҙур бүләк оттоғоҙ, килеп алығыҙ, тигән смс-хәбәр килә. Бүләкте тапшырыу урыны алыҫ булғас, уны аҡсалата алырға тәҡдим итәләр. Тик бының өсөн бер ни тиклем һалым түләргә ҡушыла. Бәхетенә ҡыуанған кеше, әлбиттә, икенсе ысулды һайлай һәм тейешле аҡсаны терминал аша күсерергә ашыға. Ләкин бүләк тә, хәбәр ҙә булмай. Шунда ғына алдан­ған кеше хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Остап Бендерға эйәреү­се­ләр­ҙең кеше­ләр­ҙе төп башына ултыртыуының тағы бер нисә схемаһы бар.
Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында йәшәгән 85 йәшлек әбейгә көпә-көндөҙ үҙен ҡала хакимиәте хеҙмәткәре тип танытҡан ир килеп, оло йәштәгеләргә бюджеттан машина алыр­ға аҡса бүленеүе һәм уны килтереү өсөн юл хаҡын түләргә кәрәклеге хаҡында хәбәр итә. Шат­лыҡтан нимә эшләргә белмәгән ҡарсыҡ, барлыҡ ҡағыҙҙар­ға ла ҡул ҡуйып, 7,5 мең һумды енәйәтсенең ҡулына тоттора.
Пенсионер тик икенсе көндө генә был яңылыҡты тикшереп ҡарарға була. Әлбиттә, береһе лә машина таратмаған – ялған шунда уҡ асыҡлана.
Яңыраҡ Салауат ҡалаһында тағы бер хәл була. Бында үҙен полиция хеҙмәткәре итеп таныштырған енәйәтсе урындағы ЮХХДИ етәксеһенең телефон номерына аҡса һалыу­ҙарын үтенә. Киләсәктә полицияның ярҙамына ышанған ҡорбан 3,5 мең һум аҡсаны “һә” тигәнсе күсерә лә һала.
Билдәле, полиция хеҙмәт­кәр­ҙәре бындай һорауҙар менән халыҡҡа мөрәжәғәт итмәй. Шулай уҡ, полиция – ул коррупцияға бәйләнгән структура, тигән һүҙҙәргә лә ышанып барырға кәрәкмәй. Хоҡуҡ һаҡлау органдары үҙҙәре лә бындай кире хәлдәргә ҡаршы көрәшә.
Әлбиттә, Салауатта уяу халыҡ та етерлек. Кешеләрҙең абайлығы арҡаһында енәйәтселәрҙең “ҡара ниәттәре”нең яртыһы килеп сыҡмаған. ҡорбан була яҙғандар, енәйәтселәр менән һөйләшеп бөткәндән һуң, тиҙ арала полицияға шылтыратҡан. Шуның менән үҙҙәрен аҡсаһын юғалтыуҙан, бәхетһеҙлектән һаҡлап алып ҡалған.
Аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ, енәйәтселәрҙең тоҙаҡтарына эләкмәгеҙ, йортоғоҙға сит-ят әҙәм­дәр­ҙе индермәгеҙ, үҙҙәрен социаль хеҙмәткәрҙәр тип та­ныштырған кешеләрҙән танытмаларын күрһәтеүен һорағыҙ.
Таныш булмаған кешеләр үҙҙәрен банк хеҙмәткәре, кәрәҙле бәйләнеш операторы, туғанығыҙ йәки танышығыҙ тип танытһа ла, уларға ышанырға ашыҡмағыҙ, иң тәүҙә мәғлүмәтте тикшерегеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, енәйәтселәргә ҡаршы тороуҙың иң яҡшы юлы – уларҙың һорауҙарына, тәҡдимдәренә, үтенестәренә ҡолаҡ һалмау һәм бәйләнешкә инмәү.


Ильмира ХӘЙБУЛЛИНА,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһындағы киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса бүлеге инспекторы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»