RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Исем яңы, эш хаҡы күтәрелде – ә һөҙөмтә?

20.03.2012 Исем яңы, эш хаҡы күтәрелде – ә һөҙөмтә?

Исем яңы, эш хаҡы күтәрелде – ә һөҙөмтә?
Һуңғы көндәрҙә илебеҙҙә полиция хеҙмәткәрҙәрен әрләүҙәр артты. Быға, моғайын, ҡаҙандағы хәл, дөрөҫөрәге, фажиғә сәбәпселер.
52 йәшлек Сергей Назаровты, бурлыҡта ғәйепләп, йәш кенә участковый ҡулға ала. Ирҙе «Дальний» полиция бүлегенә килтерәләр, ә унда хоҡуҡ һаҡсылары уны… шул тиклем язалай, шампан шешәһе менән тура эсәген ярыуға тиклем барып етәләр. Ә теге меҫкендең ғәйепле икәне иҫбат ителмәгән. Назаров 10 мартта дауаханала үлә.
ҡорбандың, эйе, был осраҡта Назаровты ҡорбан тимәй кем тиһең, үлеме Татарстанда ғына түгел, ә ил буйынса шау-шыу ҡуптарҙы. ҡаҙанда Татарстан буйынса Эске эштәр министрлығы янында митинг ойошторолоп, йөҙәрләгән кеше сығып, министрҙың отставкаһын, полицияны яңынан формалаштырыуҙы талап итте.
Татарстан буйынса эске эштәр министры кеше үлемендә ғәйепле тип иҫәпләнгән биш полицейскийҙы эштән ҡыуған, улар­ҙың дүртәүһе ҡулға алынған.
ҡаҙан халҡы был фажиғә киң йәмәғәтселеккә сығарылғандан һуң бер-бер артлы, «Дальний» бүлегендә полиция тарафынан мыҫҡыл­лау­ҙар йә янауҙар менән «таныш булыуын» белдереп, ялыу яҙа башлаған. Әйткәндәй, ҡаҙанда әлеге осраҡ тәүгә түгел икән. Февралдә генә полиция хеҙмәткәрҙәренән ныҡ туҡмал­ған ир үлгән. Уның улы әйтеүенсә, атаһын «ҡарлуғас» позаһына ҡуйып язалағандар.
РФ эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев, ведомствоның сираттан тыш коллегияһын үткәреп, Татарстан буйынса эске эштәр министрына шелтә биргән, «Дальний» бүлеге начальнигын эштән сығарған.
«Дальний» бүлегендә әле дежур часть хеҙмәткәрҙәре менән тикшереүселәр генә эшләй. Был ваҡиға материалдарын Мәскәү тәфтишселәре алған. Улар алдында бер генә мәсьәлә – үлтереү сәбәбен асыҡлау.
Бәлки, бында Назаровтың биографияһы роль уйнағандыр. Сөнки ул элек бер нисә тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан булған. Кешенең «рәшәткә артында» булыуы ғына уға ҡарата шундай вәхшилек ҡылырға ярай тигәнде аңлатмай бит. Ирҙең мәйетен тикшергәндә аяғында йондоҙ формаһындағы татуировканы күргәндәр. Был криминаль донъяла «закон алдында тубыҡланмаясаҡмын» тигән мәғәнәлә йөрөй. Бының да мыҫҡыллауға сәбәпсе булыуы мөмкин. Нимә генә тимә, теге сәбәп тә, быныһы ла кешене язалап үлтерергә хоҡуҡ бирмәй.
«Һәр енәйәт эше, административ хоҡуҡ боҙоуҙар артында кеше тора. Ул яңылышырға ла мөмкин. Был бит уға, әлеге оперативниктар кеүек, йыртҡыстарса ташланырға ярай, тигән һүҙ түгел. Эске эштәр министрлығы системаһында быға берәү ҙә өйрәтмәй», − тип аптырай Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса комиссияһы рәйесе Анатолий Кучерена.
… Бөгөн ҡаҙандың полиция бүлектәрендә һорау алыу бүлмәләренә веб-камералар ҡуйыу эше бара. ҡулға алынған һәр кешенең оперативниктар менән «осрашыуы» күҙәтеү аҫтында булһын өсөн. Беҙҙә шулай инде – тәүҙә фажиғә кәрәк, унан ғына сара күрелә башлай.
ҡаҙандағы хәл-ваҡиға ни тураһында һөйләй һуң? Тимәк, милицияны полиция тип үҙгәртеүгә бәйле аттестация ваҡытында хеҙмәткәрҙәр йүнләп һайланмаған. Ғөмүмән, ҡаҙанда ғынамы икән ошондай хәл? Ғинуарҙа ғына Санкт-Петербургтағы полиция бүлектәренең береһендә 15 йәшлек үҫмерҙе туҡмап үлтереүҙәре тураһында яҙғайнылар. Ошо уҡ ҡалала былтыр декабрҙә ЭЭМ офицерының үҙенә юл бирмәгән йәйәүлеләрҙең береһен теге донъяға оҙатҡанын шаулап һөйләнеләр, йәнә лә Ырымбурҙа һорау алыу ваҡытында ҡулға алыныусының алған тән яраларынан үлеүе теркәлгән, Мәскәүҙә… Тикшерә китһәң, бындай күренештәрҙе ил буйынса табырға мөмкиндер. Нимә был? Форма кейҙем дә − мин «текә»ме? Милиция ни, полиция ни – халыҡҡа иң тәү сиратта улар йөҙөндә яҡлаусы, һаҡлаусы кәрәк. Исем алмаштырыуҙан фәтүә булырмы, кеше туҡмап, мыҫҡыллап, язалап үлтереүҙәр күҙәтелһә?
«ҡаҙандағы фажиғәне хыянат тип атарға була. Бер кемдең дә кеше ғүмерен ҡыйырға хоҡуғы юҡ. Закон һағында тороусылар­ҙың бигерәк тә. Тотош хеҙмәт мәнфәғәттәренә хыянат итеп, мундир намыҫына тап төшөрөүселәр бөтә коллектив өсөн хурлыҡ», − тине РФ Эске эштәр министрлығының пландан тыш үткәрелгән коллегияһында ведомство етәксеһе Рәшит Нурғәлиев. Был хыянат һәм хурлыҡ бөтә полицейскийҙарҙың йөҙөн ҡыҙартырға тейештер, бәлки.

Әйткәндәй

Яҡут Республикаһы буйынса элекке эске эштәр министры Яков Стаховты халыҡ-ара кимәлдә эҙләйҙәр. Ул, вазифаһынан файҙаланып, автомобиль урлауҙа ғәйепләнә. Улай ғына ла түгел, ситкә сыҡмаҫҡа ҡушылһа ла, Якутскиҙан Мәскәүгә киткән. Был баш-баштаҡлыҡмы? Хоҡуҡ һаҡлау органдарында осраҡлы кешеләр күплегенә дәлилме? Әллә түрәләр­ҙең һәр төрлө законды һанға һуҡмауымы?

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»