RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тимеркәй фәлсәфәһе

16.03.2012 Тимеркәй фәлсәфәһе

Тимеркәй фәлсәфәһе
йәки Бер кем дә кисәге «афғансы»ға ярҙам итергә теләмәй
Гәзитебеҙҙең дежур телефонына Хәйбулла районының Вәлит ауылынан Яҡуповтар шылтыратып, ЯУГИР-интернационалистың көнитмешен һөйләне, килеп күрергә саҡырҙы.
Мин барыуға, Фирҡәт ағай Яҡупов һарайҙағы малына һыу эсерә ине. Өйгә инергә саҡыр­ҙы, үҙе лә, эштәрен ташлап, минең арттан эйәрҙе.
Йорт хужаһы өндәшмәҫ кенә булғанғамы, уның ҡатыны Гүзәлиә апай беҙҙе саҡырыу сәбәбен һөйләп бирҙе. Баҡһаң, ире афған һуғышынан яраланып ҡайтҡан икән.
Фирҡәт Яҡупов афған халҡына ярҙам күрһәтеүгә үҙ теләге менән бармай. «Йылайыр» совхоз-техникумында зоотехник һөнәрен үҙләштереп, хәрби бурысын үтәргә ваҡыты еткәс, 1978 йылда Калининград өлкәһенә, сик буйы ғәскәрҙәренә эләгә. Күп тә үтмәй, Афғанстанда һуғыш башлана.
– Өс айға, ҡыҫҡа срокка ғына барабыҙ, тип алып киттеләр. ҡайҙа, кем өсөн һуғышырға барабыҙ – аңлатып торманылар. Һалдаттар һорау бирмәй, приказды үтәй бит инде. Барҙыҡ, ут эсенә килеп эләккәнде аңланыҡ. Шулай ҙа яйлап өйрәнелде.
ҡайтырға ике ай ваҡыты ҡалғас, Фирҡәт һәм ике хеҙмәттәше разведка ваҡытында миномет утына эләгә. Икәүһе үлә, береһе ауыр яралана. Егеттәрҙең тыуған яҡтарына, шул иҫәптән Вәлит ауылына ла ҡайғылы телеграммалар оса.
«Якуповой Сакине Зиннуровне. Ваш сын Якупов Фиркат погиб, выполняя служебные обязанности, в городе Пяндж Таджикской ССР. О доставке тела сообщу дополнительно. Командир в/ч 2206 Мирошниченко».
Фирҡәттең ҡатыны Гүзәлиә һарғая төшкән телеграмманы ғаилә альбомы араһына кире һалды.
Тимеркәй фәлсәфәһе
– ҡәйнәм, был телеграмманы алғас, ҡойолоп төштөм, тип иҫләй торғайны. Тере улыңды оҙатып, балаңдың мәйетен көтөп ултырыу анһат булмағандыр инде.
Бәхеткә күрә, бер көндән Яҡуповтарға икенсе телеграмма килә, уныһында инде Фирҡәттең үлмәүе, ә иҫһеҙ, ауыр хәлдә ятыуы хаҡында хәбәр ителгән була.
Сәкинә инәй йәһәт кенә йыйына ла, Тажикстанға, Дүшәнбе ҡалаһына, улы янына ашыға.
– Мина ярсығы Фирҡәттең баш һөйәген ярған була. Мейене һаҡлап тороусы шыйыҡса тышҡа ағып сыға, һул күҙе эшлектән сыға. Фирҡәт ике аҙна иҫенә килә алмай ята. ҡәйнәм көнө-төнө янынан китмәй, улын тәрбиәләй. Иҫенә килгәс тә, үлгән һымаҡ ятҡас, тағы ярты йыл госпиталдә тотҡандар Фирҡәтте. ҡәйнәм шул госпиталдә иҙән йыуыусы булып эшкә урынлаша, буш ваҡытында улы янында була, башҡа яралыларҙы ла тәрбиәләй.
Ярты йыл тигәндә, «афғансы» Фирҡәт һәм әсәһе Сәкинә инәй Вәлиткә ҡайтып төшә. Кешегә тотоноп ҡына йөрөгән егеткә күршеләре ҡымыҙ эсереп, тәрбиәләп, саҡ әҙәм рәтенә индерәләр.
Сит яҡтарҙа, һуғышта башын һалмағас, Фирҡәткә бәхет йылмайған, әлбиттә. Аф­ған ерендә ятып ҡалған 15 000 совет һалдатынан айырмалы рәүештә, һаулығын ҡалдырып булһа ла, тыуған иленә ҡайтыуға өлгәшкән. Ярым һаң­ғырау, ярым һуҡыр, физик һәм психик һаулығы ҡаҡшаған булһа ла, йәшәү дәрте көслө булған, күрәһең. Өйләнгән. Ике бала атаһы булған. Тик бына...
– Тик бына, иремә 2-се төркөм инвалидлыҡ бирмәйҙәр, 3-сө төркөмдә йөрөй. Күпме генә тырышһаҡ та, алып булманы шуны. Ауырыу хәлен һау белмәй, тигәндәй, уның хәлен бергә йәшәгән мин генә беләм инде. Башы ауыртыуҙан яфалана, психикаһы ныҡ ҡаҡшаған, гел табип ярҙамына, дарыу­ҙарға мохтаж. Аҡъярға яңы һаулыҡ һаҡлау министры килгәс, ҡабул итеүгә яҙылдым. Барып, үҙебеҙҙең хәлде һөйләп, иланым да ебәрҙем. Барыбер шул 3-сө төркөмдән ары үткәрмәнеләр.
Икенсе мәсьәлә буйынса ла район хакимиәтенә күпме мөрәжәғәт итһәм дә, уныһы ла бер ҙә хәл ителергә уйламай. Уныһы инде – бушлай фатир алыу. Фирҡәткә, «афғансы» булараҡ, хөкүмәт бушлай фатир бирергә тейеш, тик уны һаман бирмәйҙәр. Республика Президентына ла, Рәсәй «афғансы»лар комитеты рәйесе Руслан Аушевҡа ла күпме хат яҙып ҡараным, әммә бар хаттар ҙа урынға – Аҡъярға кире ҡайтарыла. Бында иһә, Вәлит ауылында йәшәп ятҡан йортоғоҙ бар бит, ти ҙә ҡуялар. Эйе, йәшәп ятҡан йортобоҙ бар, әммә «афғансы»ларға, һуғышта ҡатнашыу­сы булараҡ, бушлай фатир тейеш икән, ул бирелергә тейеш бит. Илленән уҙғанбыҙ, киләсәктә һаулыҡтың нығынып китмәҫе лә мәғлүм. Хәле минут эсендә үҙгәрә, шуға бәҙрәфе, йылы һыуы эстә булған, саҡырһаң, табип ярҙамы тиҙ арала килерлек урында фатир кәрәк бындай кешегә. «Афғансы»ның берәүгә лә кәрәк булмауы аптырата...
Яҡуповтарҙан ҡайтҡас, тәүҙә Хәйбулла районы беркетеп ҡуйыл­ған Сибай хәрби комиссариатына барҙым. Өмөт­ләндерерлек һүҙ ишетмәнем был һорауға яуап бирергә тейешле белгес ҡатындан:
– Эйе, беҙгә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте Яҡуповтар ғаиләһе. Афған һуғышында булған, яралан­ған, ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған. Тик хәрби комиссариат фатир бүлмәй, хәрби хеҙмәткә оҙата һәм иҫәп алып бара ғына. Өфөнән, бындай һорауҙар буйынса матбуғатҡа комментарийҙар бирмәҫкә, тигән күрһәтмә килде. Йәлләйем, әммә бер нисек тә ярҙам итә алмайым.
Хәйбулла районы хакимиәте төплө яуап бирҙе:
«Яҡупов Ф.З., Афғанстан­дағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы булараҡ, хоҡуҡтары менән Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына тиңләштерелгән.
Рәсәй Федерацияһы Пре­зидентының 2008 йылдың 7 майындағы 714 һанлы Указына ярашлы, тик 1941 – 1945 йылдарҙа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының (ҡатындары, ирҙәре) мохтаж булғандары ғына йәшәү шарттарын яҡшыртыуға хоҡуҡлы. Тимәк, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға был Указ бер нисек тә ҡағылмай.
1995 йылдың 12 ғинуарында ҡабул ителгән 5-ФЗ һанлы Ветерандар тураһындағы Федераль Закондың 23.2 статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәптә торған граждандарҙың айырым категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса вәкәләттәр төбәктәргә бүлеп бирелде. Баш­ҡортостан Республи­каһында федераль бюджет иҫәбенә һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 3 авгусындағы 222 һанлы ҡарары менән билдәләнгән. Был ярҙам фатир һатып алыу өсөн социаль түләү формаһында күрһәтелә. Хәйбулла районы буйынса йыйылған ветерандарҙың, инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр­ҙең, 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәптә тороусы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар­ҙың берләштерелгән исемлегендә Ф. З. Яҡупов күрһәтелмәгән. Район хакимиәтенең торлаҡ комиссияһы асыҡлауынса, Яҡупов Фирҡәт Зиннур улының ғаилә ағзаларының һәр береһенә 12 квадрат метрҙан күберәк торлаҡ майҙаны тап килә, йәшәгән өйҙәре һәйбәт торошта. Тимәк, Яҡупов Ф. З. торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегенә индерелә алмай».
Хәлдәр шулай. Ваҡытында һыу һөлөгөндәй һау-сәләмәт, таҙа егет хәрби бурысын үтәргә тип ашҡынып (Советтар Союзында егеттәр әрмегә тап шулай ашҡынып барған) әрмегә барған, берәүгә лә кәрәкмәгән мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошта һаулығын бөтөрөп ҡайтҡан. Хәҙер килеп, ғәфү итегеҙ, йылы бәҙрәфкә лә хоҡуғы юҡ икән. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡорал тотоп илен һаҡлар­ға тейешле йәш быуынға патриотик тәрбиә бирергә хыялланабыҙ, миллионлаған һумлыҡ юғары пафослы фильмдар төшөрәбеҙ, ялтырауыҡлы салюттар менән Еңеү көнөн байрам итәбеҙ. Закондың һәр хәрефенә тап килһен тип, ветеран ире үлеп, икенсегә иргә барған әбейҙәрҙе эҙләп табып, айырылышырға ғариза бирҙертеп, яңынан «тол ҡатын» яһайбыҙ. Фатир өҫтөнә фатир бирәбеҙ, балаларын талаштырабыҙ. Бар шундай хәлдәр. Тик, ысын һуғыштан ҡайтып, әле тулы тормош менән йәшәүҙән мәхрүм «афғансы»ға ярҙам итә алмайбыҙ. Иманым камил: көнө бөтөп, баҡыйлыҡҡа күсһә был Фирҡәт ағай, баһаһы артасаҡ. Патриотик дәрестәрҙә уның хаҡында һөйләйәсәктәр, 9 Май һайын өйөнә дәүләт структураларынан ялтырауыҡлы ҡотлау открыткалары киләсәк. Хатта, бик тә ихтимал, Вәлит ауылының берәй тыҡрығына уның исемен биреп ҡуйыр­ҙар. Их, Гондурас тип бушҡа сит-ят илде атағандар...










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»