RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нәтижә апай һәм «Ҡоҙаса» йырының тарихына бер ҡараш

09.03.2012 Нәтижә апай һәм «Ҡоҙаса» йырының тарихына бер ҡараш

Нәтижә апай һәм «Ҡоҙаса» йырының тарихына бер ҡараш
Уҙған йыл аҙағында гәзитебеҙ иғлан иткән таҡмаҡ бәйгеһенең йомғаҡтары буйынса Хәйбулла районынан Нәтижә апай ВАхитова еңеүсе тип билдәләнгәйне. «Йәшлек»тең махсус призын тапшырыу өсөн Юлбарыҫ ауылына юлландым.
Тейешле урамды, йортто табып алып, барып инеүгә төшкө аш мәле лә еткәйне. ҡулымдағы тасты һәм сәй сервизын күреп, Нәтижә апай көлөмһөрәп ҡуйҙы:
– Миңә таҡмаҡ бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса дүрт тас тейеш ине, нишләп берәүһен генә тотоп килдең? Дауай, һин Мөнир ҡустыға башҡа тастар тураһында ҡолағына тиш әле. Ярай-ярай, шаяртам, бүләккә берәүһе лә китеп бара, артығы кәрәкмәй ҙә инде.
Нәтижә апай, уның тормош иптәше Рәфҡәт ағай менән танышып алғас, табынға ултырыштыҡ. Аш ыңғайына әңгәмә лә йәнләнде. Күптән тынғы бирмәгән һорауҙы әйтеп һалдым:
– Нәтижә апай, исемегеҙҙең тәржемәһен ишеткем килә. Яңылышмаһам, Нәтижә һөҙөмтә була?
– Әсәйем Хәтижә тип ҡуштырырға уйлаған булған. Тик, силсәүит кешеһе әҙерәк лыҡыраҡ булғандыр, күрәһең, үҙенсә итеп, Нәтижә тип яҙған да ҡуйған документҡа. Шулай итеп, ғүмерлеккә Нәтижә булып ҡалғанмын.
Нәтижә апай, сәй яһаған арала, үҙенең бала сағына ҡағылышлы хәлдәрҙе һөйләне.
– Әсәйем Бәширә, Әхмәтзәки Вәлидиҙең балдыҙы булғанлыҡтан, репрессияға эләккән. Ире, имсәк балаһы менән уларҙы Себергә һөргәндәр. Бер нисә йыл сит яҡтарҙа ыҙа сикәндән һуң, әсәйемдең тәүге ире ауырып үлеп ҡалған. Бергилке аптыранғас, әсәйем тыуған яҡтарға ҡасырға тәүәккәлләгән. ҡулын­дағы балаһы менән Башҡор­тостанға – Әбйәлил районының Дәүләт ауылына ҡайтып төшкән. Әсәйемдән тыш, уның тәүге иренең тағы ике ҡатыны булған, шул ҡатындар ике йыл буйы әсәйемде кеше күҙенә күрһәтмәй, өйҙә йәшереп кенә тотҡандар. Үҙҙәренең балалары булмаған, әсәйемдең балалары булһа ла, бер йәшкә етер-етмәҫтән үлеп торғандар. Көндәштәр нисек татыу булған, тиген, элекке заманда.
Шулай ҙа беҙ ҡапсыҡта ята буламы: ауылда әсәйемдең ҡайтыуы хаҡында хәбәр йөрөй башлағас, милиция килеп, кире ҡулға алыр, тип хафалана башлағандар. Әсәйем түҙмәй, Буранғол ауылына күсә. Буранғолда туғандары уға, Яҡшембәтоваға, олатаһы исеменән сығарып алып, Әхмәтова тигән яңы метрика эшләтеп, эҙ яҙлыҡтыра. Күп тә үтмәй, әсәйем Буранғолда йәшәүсе тол иргә, атайым Рафиҡ Хәйруллинға кейәүгә сыға.
Атайым һунарсы булған: ҡырға сығып, йәнлек-фәләнгә ҡапҡан ҡороп, мылтыҡ менән һунар итергә яратҡан. Үҙе ҡурай тартҡан, йыр-моңға әүәҫ булған. Атайым әсәйемде алмаҫ борон һунарға сыҡҡан мәлендә бер мажараға юлыҡҡан.
ҡараташ, ҡырҡты буйҙарындағы ҡапҡандарын ҡарап сығыр­ға тип, һунарға әҙерләнеп сыҡҡан. ҡараташ – ул Буранғол менән Асҡар араһындағы бейеклеге бер километрға етер-етмәҫ тау. Атайым шул ҡараташта атын ағасҡа бәйләгән дә, ҡырҙа йәшереп ҡалдырған саңғыларын алып, йәйәүләп сығып киткән. Бер-ике сәғәттән әйләнеп килһә, ни күрһен: бәйле торған бейәһен бүре тамаҡлаған бит бының! Атайым йәһәт кенә бүрене атып йыҡҡан, шунан атын да салып, эшкәртеп алырға мәжбүр булған.
Минең, ишеткәндәрҙе башымда өйрөлтөп, һурпаны яйыраҡ шөрпөлдәтә башлауымды күреп, Нәтижә апай әҙерәк туҡтап алды.
– Ошо ваҡиғанан һуң атайым йыр сығарған:
ҡараташ аҫты суҡ муйыл,
Күтәргеһеҙ күп быйыл.
ҡоҙасаны алам тиеп,
Атһыҙ ҡалдым мин быйыл...
– Был йыр тимме, таҡмаҡ тимме, 10 – 15-ләп куплетлы булған; мин бала саҡта өйҙә яҙма нөсхәһе була торғайны. Кәрим Дияров уны, Баймаҡ райо­нында сыҡҡан ауыҙ-тел ижады, тип яҙып сыҡты китабында, һәм шулай торҙо ла ҡалды. Мин, әлбиттә, бының киреһен, үҙемдең версиямды иҫбатлай алмайым, ундай теләгем дә юҡ. Шулай ҙа, атайым әсәйемә бер ҙә исеме менән өндәшмәгән – гелән ҡоҙаса тип әйтер булған. Һуғыштан яҙған хаттарында ла ҡоҙаса тип кенә яҙылған, тиҙәр. Бөйөк Ватан һуғышында снайпер атайым 1942 йылда Карелияла һәләк булған.
Нәтижә апайҙың, тарих төпкөлөндә ҡалғандан тыш, туранан-тура үҙенең тормошона, йәшлек йылдарына ҡағылышлы тарихы ла йөкмәткеле булып сыҡты. Әбйәлил ҡыҙы, махсус педагогик урта белем алғас, Хәйбулла районына эшкә килеп, шунда кейәүгә сығып, тороп ҡалған.
– Темәс педучилищеһына инеп, бер йыл уҡығас, уны ябып, беҙҙе Белоретҡа күсерҙеләр. Унда диплом алып, Хәйбулла районының РОНО-һына йүнәлтмә буйынса эшкә килдем. 1958 йылда булды был хәл. Бәләкәй Әбеш ауылында ике йыл эшләнем. Тыуған яҡтарҙы һағынып, ҡайтып китәм, тиһәм, РОНО мөдире Хөрмәт Исмәғил улы Вахитов документтарҙы бирмәй ҙә ҡуя. Аҡъюл ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпкә эшкә күсерҙе. Бер йыл шунда эшләп алдым, ул арала Ғәлиәхмәт ауылында һигеҙ йыллыҡ яңы мәктәп төҙөлдө, һәм мине тағы ла шул Ғәлиәхмәткә күсерҙеләр. Ғәлиәхмәттән тыш, был мәктәпкә Аҡназар, Ибраһим, Аҡъегет, Аҡъюл ауылдарының балалары йөрөп уҡыны. Ошо мәктәптә баяғы йүнәлтмә буйынса биш йыл эшләргә тейеш булған бурысымды үтәп, 1963 йылда Әбйәлилгә ҡайтып киттем. Юлбарыҫ ауылы егете Рәфҡәт ағайығыҙ ана шул ваҡыттан мине күҙләп йөрөгән булған, армиянан, мине көт, тип хат яҙҙы. Армиянан ҡайтышлай тура ауылыма килеп, кейәүгә сығырға тәҡдим итте. Ләкин кейәүгә сығыуым улай тиҙ генә килеп сыҡманы әле.
Буранғолда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп йөрөйөм. Мин килерҙән алда ғына уҡытыусым Исхаҡ ағай­ҙы Буранғолдан Исхаҡ ауылына күсергән булғандар, урынына мин килдем. Оло кеше, пенсияға сығырға күп тә ҡалмаған, күрше ауылға йәйәүләп йөрөп эшләргә мәжбүр. Түҙмәнем, РОНО-ға барып, Исхаҡ ағай менән урындарыбыҙҙы алмаштырыуҙарын һораным. Алмашындыҡ. Тик, күп тә үтмәй, РОНО мөдире мине кире саҡыртып алды ла, яңы эш тәҡдим итте:
– Таҡһыр ауылында яңы мәктәп төҙөргә иҫәп тотола, һине шул төҙөлмәгән мәктәпкә етәксе итеп ҡуйырға уйлайым.
Шулай итеп, Таҡһырға күстем. Мәктәп төҙөлдө, уны йыһазландырыу башланды. Шул саҡ Рәфҡәт ағайығыҙ армиянан тура, мине эҙләп, ауылыма килгән. Минең ризалыҡты һорау юҡ, ҡуша алып ҡайтып китәм, тип дау ҡуптарҙы. Мин мәктәп эшенә мөкиббән киткәнмен, 30-ға етмәйенсә кейәүгә сыҡмайым, тим дә ҡуям. Үҙемдең бер туған һеңлем кейәүҙә, дүрт балаһы бар, тип уйламайым да.
Рәфҡәт килеп төшкәс, ағайымдарға ҡунаҡҡа барып килергә булдыҡ. Барҙыҡ, таныштыр­ҙым. ҡайтһаҡ, өй тулы бабайҙар йыйылған, ижәп (никах) уҡытты ла ташланылар. Тик, 15 көн кейәү булып ятҡас, Рәфҡәт Юлбарыҫҡа барыбер бер үҙе ҡайтып китте: Таҡһырҙағы мәктәп тулыһынса сафҡа индерелеп, өҫтөмдәге яуаплылыҡ төшмәйенсә, ташлап сығып китә алманым.
Хаҡлы ялға ауыл китапханасыһы булып сыҡтым. Рәфҡәт ағайығыҙ менән ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек, хәҙер ошолай көңгөр-ҡаңғыр ғүмер итеп ятабыҙ. Бына бит, насип булғас, «Йәшлек» гәзитенең таҡмаҡ бәйгеһендә ҡатнашырға ла яҙҙы.
Бына шундай үткер апай булып сыҡты Хәтижә-Нәтижә Вахитова. Ғаилә альбомдарын ҡарап ултырам: йәштән үк йыр-моңға, ижадҡа маһир булған икән. ҡайҙа ғына ҡарама, Нәтижә апай – таҡмаҡ, йыр бәйгеһендә, фольклор байрамдарында. Үҙенең яҙған шиғырҙары, йырҙары ла бихисап. Бына шундай Нәтижә!

Илшат ҡАНСУРИН.
Хәйбулла районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»