RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

28.02.2012 Тәгәрмәс

Техник күҙәтеү: нисек, ҡайҙа үтергә?
Тәгәрмәс
Йыл башынан техник күҙәтеү тураһында яңы Закон көсөнә инде. Уға ярашлы, техник күҙәтеү ЮХХДИ-нан алынды һәм уны үтмәйенсә страховкалаусылар ОСАГО килешеүҙәрен төҙөй алмай.
Әммә яңылыҡ ғәмәлгә инеп тә өлгөрмәне, был өлкәлә мутлыҡтар асыҡланған да инде. Баҡтиһәң, страховкалау агентлыҡтары клиенттарын юғалтмау һәм уларҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында полистарҙы техник күҙәтеүҙе фактик рәүештә үтмәйенсә лә һатҡан, ә техник күҙәтеүҙе һуңынан үтергә тип, үҙҙәре килешелгән операторҙарға йүнәлтмә генә биргән. Килешеүҙәге ваҡыт буйынса водителдәр техник күҙәтеү үтергә бурыслы. Әммә «гаишник»тар хәҙер ОСАГО полисы булыу-булмауын ғына тикшерә (сөнки Закон буйынса техник күҙәтеүһеҙ полисты алып булмай), тимәк, уны һатып алғанда техник күҙәтеү үтмәһәң дә була.
Башҡа өлкәләр менән бергә Башҡортостанда ла прокуратура хеҙмәткәрҙәре тарафынан техник күҙәтеүҙе үтмәйенсә генә талон алыу осраҡтары теркәлгән. Ғинуарҙа ғына «Росгосстрах» филиалы аша 10 меңдән ашыу талон һатылған.
Ошо арала ил парламенты депутаттары техник күҙәтеү тураһындағы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәрҙе ҡабаттан ҡарауға алған. Улар техник күҙәтеүҙе ОСАГО-нан айырырға тәҡдим итә, ә техник күҙәтеүҙе үтеү талондарын тикшереүҙе ҡайтанан юл полицияһына йөкмәтергә ниәтләй. Әммә РФ Хөкүмәте был идеяны хупламай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хәҙер техник күҙәтеүҙе был хеҙмәтте күрһәтергә яраҡлашҡан махсус урындарҙа үтергә мөмкин, процесс ярты сәғәттән дә артмаҫҡа тейеш, инспекторҙың автомобилде тикшереү пункттары ла 80-дән 65-кәсә кәмегән, аптечка, брызговиктар һәм башҡа ваҡ-төйәктәр тикшерелмәй. Ә иң мөһиме – техник күҙәтеүҙе автомобиль теркәлгән урында ғына түгел, башҡа ерҙә лә үтергә мөмкин.

Техник күҙәтеү үтеү пункттары
✓Өфө ҡалаһы, Летчиктар урамы, 2/3 һанлы йорт.
Тел.: 279-45-88, 278-02-02.
Эш ваҡыты:
Дүшәмбе, шәмбе – иртәнге 9-ҙан алып көндөҙгө 3-кә тиклем, шишәмбе – кесе йома – 9-ҙан алып киске 8-гә тиклем, йома – иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
✓Әбйәлил районы, Асҡар ауылы, Дәүләтов урамы, 6/1 һанлы йорт.
✓Ағиҙел ҡалаһы, Беренсе төҙөүселәр урамы, 1Б һанлы йорт.
✓Әлшәй районы, Раевка ауылы, Еңеү урамы, 1-се йорт.
✓Асҡын районы, Асҡын ауылы, Мелиораторҙар урамы, 11-се йорт.
✓Ауырғазы районы, Талбазы ауылы, Химиктар урамы, 37-се йорт.
✓Баймаҡ ҡалаһы, Куйбышев урамы, 78-се йорт.
✓Баҡалы районы, Баҡалы ауылы, Матросов урамы, 1/3 һанлы йорт.
✓Балтас районы, Иҫке Балтас ауылы, Беренсе Май урамы, 1-се йорт.
✓Бәләбәй ҡалаһы, Көнсығыш урамы, 4-се йорт.
✓Бишбүләк районы, Бишбүләк ауылы, Төҙөүселәр урамы, 22 Н һанлы йорт.
✓Благовещен ҡалаһы, Социалистик урамы, 46-сы йорт.
✓Бүздәк районы, Бүздәк ауылы, Вокзал урамы, 51-се йорт.
✓Борай районы, Борай ауылы, Төҙөүселәр урамы, 10-сы йорт.
✓Ғафури районы, Красноусол ҡасабаһы, Промышленная урамы, 8/1 һанлы йорт.
✓Дәүләкән ҡалаһы, Энгельс урамы, 54А һанлы йорт.
✓Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы, Промышленная урамы, 11Б һанлы йорт.
✓Дүртөйлө районы, Гөблөкөсөк ауылы, Еникеев исемендәге ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү кооперативы – МТМ.
✓Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы, Октябрь революцияһы урамы, 59-сы йорт.
✓Иглин районы, Иглин ауылы, Тимер юлы урамы, 12-се йорт.
✓Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы, Коммунистик урамы, 107-се йорт.
✓Ишембай ҡалаһы, Кинйәбулат шоссеһы, 17-се йорт.
✓ҡалтасы районы, ҡалтасы ауылы, Карл Маркс урамы, 27-се йорт.
✓ҡариҙел районы, ҡариҙел ауылы, Тыныслыҡ урамы, 13/11 һанлы йорт.
✓ҡырмыҫҡалы районы, ҡырмыҫҡалы ауылы, Яңы урамы. (265) 2-26-94.
✓ҡыйғы районы, Үрге ҡыйғы ауылы, Ибраһимов урамы, 5А һанлы йорто.
✓Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы, Шоссе урамы, 16 Д һанлы йорт.
✓Күмертау ҡалаһы, Промыш­ленная урамы, 16-сы йорт.
✓Кушнаренко районы, Кушнаренко ауылы, Заречная урамы, 29-сы йорт.
✓Көйөргәҙе районы, Ермолаев ауылы, Тыныслыҡ проспекты, 1А һанлы йорт.
✓Мәләүез ҡалаһы, Спорт урамы, 9 А һанлы йорт.
✓Мәсетле районы, Оло Аҡа ауылы, Сауҙа урамы, 10-сы йорт.
✓Мишкә районы, Мишкә ауылы, Пионерҙар урамы, 95-се йорт.
✓Миәкә районы, Родниковка ауылы, Йәштәр урамы, 1А һанлы йорт.
✓Нефтекама ҡалаһы, Яңауыл урамы, 1А һанлы йорт.
✓Нуриман районы, Красная Горка ауылы, Кирбес урамы, 17-се йорт.
✓Октябрьский ҡалаһы, Кооператив урамы, 2/7 һанлы йорт.
✓Салауат районы, Малаяҙ ауылы, Мәктәп урамы, 5А һанлы йорт.
✓Сибай ҡалаһы, Клен урамы, 15-се йорт.
✓Стәрлебаш районы, Беренсе Май ауылы, Дуҫлыҡ урамы, 1А һанлы йорт.
✓Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Толбухин урамы, 1-се йорт.
✓Тәтешле районы, Үрге Тәтешле ауылы, Көньяҡ төбәк.
✓Туймазы районы, Иҫке Собханғол ауылы, Магистраль урамы, 8-се йорт.
✓Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы, Көнсығыш урамы, 8-се йорт.
✓Саҡмағош районы, Саҡмағош ауылы, Ленин урамы, 31-се йорт.
✓Шаран районы, Шаран ауылы, Октябрҙең 70 йыллығы урамы, 1 В һанлы йорт.
✓Шишмә районы, Шишмә ауылы, Промышленная урамы, 12-се йорт.
✓Яңауыл ҡалаһы, Февраль урамы, 64-се йорт.

Техник күҙәтеү үтеү өсөн Рәсәй төбәктәрендә максималь тарифтар ҙа билдәләнгән. Башҡортостанда ул түбәндәгесә:
еңел автомобилдәр өсөн – 450,
ауырлығы 5 тоннаға тиклемге автобустарға – 810,
ауырлығы 5 тоннанан ашыу автобустарға – 976,
ауырлығы 3,5 тоннаға тиклемге йөк машиналарына – 480,
ауырлығы 3,5-тән алып 12 тоннаға тиклемге йөк машиналарына – 945 һумдан да артырға тейеш түгел.

Яңы штрафтар менән!
Яңы йылдан яңы штрафтар ғәмәлгә инде. Уларҙы тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ.

a Автомо­бил­дәр хәрәкәт иткән юл сатына сығып ҡамасаулағанда, тығынға сәбәпсе булғанда – 1000 һум штраф (100 һум ине).

Юл сатын үткәндә өҫтөнлөк менән файҙаланыусы автомобилгә юл бирмәү йәки светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеү – 1000 һум.

Водитель стоп-һыҙат алдында туҡтамаһа йәки уны үтеп барып туҡтаһа – 800 һум.

Юл тығындарына ҡаршы көрәш сиктәрендә быйыл 1 июлдән тағы ла бер нисә төр штрафтың күләме артыуы көтөлә:

Юлда йәйәүлеләр сыға торған урында һәм шулай уҡ йәйәүлеләр сыға торған урынға биш метрҙан яҡыныраҡ йәки тротуарҙа туҡтап торған өсөн – 1000 һум (300 һум ине).

Йәмәғәт транспорты туҡталыштарында автомобилде туҡтатыу йәки ҡалдырып китеү (пассажир­ҙарҙы ултыртыу, төшөрөү осраҡтарынан тыш) – 1000 һум (иҫкәртеү йәки 100 һум штраф ине).

Трамвай юлдарында туҡтап тороу йәки автомобилде ҡалдырып китеү, юл ситендәге беренсе рәттән арыраҡ туҡтап тороу – 1500 һум (100 һум ине).

Йәмәғәт транспорты йөрөгән һыҙатҡа сығыу – 1500 һум (300 һум ине), Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында был штраф 3000 һум тәшкил итәсәк.

Рөхсәт алмайынса автомобилгә такси фонарын беркетеү һәм «шаш­калар» төшөрөү – 5000 һум (вазифалы кешеләрҙе – 20 мең һум, юридик шәхестәр­ҙе 500 мең һум күләмендә штраф көтә).


Яҙ етә, хаҡ арта…

Оҙаҡламай яғыулыҡ хаҡтары күтәреләсәк
Һиҙгән булһағыҙ, быға тиклем бензинға хаҡ сүпрә һалын­ғандай арта барһа, ғинуарҙа «ҡатып» ҡалды, хатта ҡайһы бер автозаправкаларҙа ул арзанайҙы. Хөкүмәт хаҡты үткән йыл аҙағы кимәлендә йүгәнләп тотоуға ирешһә лә, нефтселәр килемдең кәмеүенә зарлана башлаған. Шуға ла өс министрлыҡҡа яҡын арала нефтселәргә юғалған килемде компенсациялау механизмын булдырыу бурысы йөкмәтелгән.
Белгестәр был сараның ваҡытлыса булыуын билдәләй. Һайлауҙар үтеү менән нефть компаниялары юғалған табышты ҡайтарыу яғын ҡараясаҡ. Нисек? Әлбиттә, заправкалар­ҙа хаҡты күтәреү юлы менән. Бер-ике ай эсендә хаҡты ҡапыл күтәреп, Австрияға (95-се бензиндың литры 56 һум), йәки Норвегияға (литры 70 һум) тиңләшмәҫтәр, әлбиттә, әммә яғыулыҡтың йыл дауамында 1,5 тапҡырға артыуын күҙалларға мөмкин.

Әйткәндәй, илебеҙҙә сығарылған нефть продукттарының өстән ике өлөшө Көнбайыш илдәренә оҙатыла, ә ҡалғаны үҙебеҙ өсөн.

Granta, Largus… француздар менән эш көйлө бара

«АвтоВАЗ» киләһе йылдарҙа автомобилдәр төҙөү күләмен яңы моделдәр сығарыу иҫәбенә арттырырға ниәтләй.
Киләһе биш йылда заводта ун яңы модель сығарыла башлаясаҡ. Предприятие президенты Игорь Комаровтың һүҙҙәре буйынса, оҙаҡламай бында концерндың француз партнер­ҙары нигеҙендә эшләнгән Lada Largus автомобиле етештереләсәк. Йылына 30 меңдән ашыу Largus йыйыу планлаштырыла. «Тәүҙә беҙ Ижевск ҡалаһында Lada Granta, ә йыл һуңында Nissan маркаһын йыясаҡбыҙ. Киләһе йылда Lada Kalinaның яңы универсал һәм хэтчбек төрҙәрен, Lada Granta хэтчбегын, шулай уҡ ике яңы Renault моделен сығарыр­ға маҡсат бар», – ти Комаров әфәнде. Шулай итеп, завод 2016 – 2017 йылдарға йылына конвейерынан бер миллион автомобиль сығарасаҡ.
Ә Lada Largus моделе февраль аҙағында сығарыла башлаясаҡ. Ете урынлы универсалды быйыл йәйгеһен 340 мең һумға һатып алырға мөмкин буласаҡ. Моделдең тәүге партияһы танышыу һәм клиент­тар­ға күрһәтеү маҡсатында дилер­ҙарға ебәрелгән дә инде.
Яңы универсал – Renault Logan MCV автомобиленең күсермәһе. 1,6 литрлы двигатель 8 (84 ат көсө) һәм 16 (102 ат көсө) клапанлы вариацияла эшләнәсәк.

Ҙурая, бәләкәсәйә…
Испандар ҙурлығын үҙгәртеүсе автомобиль уйлап тапҡан.
Компактлылыҡ идеяһын тормошҡа ашырыуҙа япондарҙы уҙҙырып, Испания конструкторҙары 2013 йылда парковкаға туҡтағанда үҙенең габаритын үҙгәртергә һәләтле ҡала автомобилен һатыуға сығармаҡсы.
ҡурсаҡ кеүек кенә был автомобилде балалар коляскаһы менән сағыштырырға мөмкин: ҡулланғанда ҙурлығы бер төрлө, ә һаҡлағанда – икенсе. Ғәжәйеп машинаны һаҡлар­ға ҡуйғанда уның оҙонлоғо кәмей, ә бейеклеге арта. Электр менән туҡланыусы авто бер зарядта 120 саҡрым юл үтә һәм тиҙлеген сәғәтенә 110 саҡрымға еткерә. Суперком­пактлы машинаның хаҡы – 500 мең һумдан алып.

Автомобиль эсендә – мейес!

Швейцария водителе Паскаль Прокоп һалҡын ҡышҡа тейешенсә әҙерләнгән.
Үҙенең иҫке генә Volvo 240 машинаһына ул водитель эргәһендәге пассажир ултырғысы урынына «буржуйка»ға оҡшаш мейес эшләп ултыртҡан. Берәй ҡайҙа барыр булһа, мейесенә утын ташлай ҙа, яғып ебәрә һәм «ауыл» еҫен еҫкәп, йылыла рәхәтләнеп бара икән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»