RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Онотолмай хеҙмәт йылдары

21.02.2012 Онотолмай хеҙмәт йылдары

Теүәл 60 йыл элек нисек һәм ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа хеҙмәт итеүемде хәҙерге йәштәр менән уртаҡлашып, сағыштырырға теләйем.
Бөйөк Ватан һуғышы шул осорҙағы йәштәрҙең киләсәккә уй-хыялдарын селпәрәмә килтерҙе. Күптәр, шул иҫәптән мин дә, 8-се синыфты уңышлы тамамлағас, ситкә китеп урта белем алыуҙан мәхрүм ҡалғайным. Туған Фрунзе исемендәге колхозда (үҙәге Себенле ауылы) ең һыҙғанып эшләргә булдым. Өсәр ат егеп һабан һөрҙөм, бесән саптым, уңыш йыйҙым, һыйыр-һарыҡ көттөм, ҡышын ат ҡараным. 3 йыл ялһыҙ, эшкә сумып, ваҡыт үтте, рәхмәт һүҙе ишетмәнем. 1948 йылда ғына миңә, 19 йәш тулыр алдынан, артабан белем алыу форсаты тейҙе. Бөтә үтелгәнде ҡабатлап, 45 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Дәүләкән педучилищеһына йәйәү барып, имтихан биреп, уҡый башланым. Шәхси фатирҙа йәшәп уҡыр­ға тура килде. Совет Армияһына китергә лә ваҡыт етте. Уҡыуҙы тамамлағас та, хеҙмәт бурысын үтергә китәсәкмен, тип хәрби комис­сар­ға ғариза менән мөрәжәғәт итһәм дә, III курс­та уҡығанда, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, хәрби хеҙмәткә китергә мәжбүр булдым. Хәрби бурысты ла үтәү мотлаҡ. 1950 йылдың 5 декабрендә Алкин станцияһынан тауар поезына төйәлеп буласаҡ һалдаттар көнсығышҡа юл тотто.
1942 йылда атайым Арыҫлан Ғүмәров ошо уҡ станциянан фронтҡа китеп, 1943 йылда немец фашистарына ҡаршы батырҙарса көрәшеп, 43 йәшендә генә һәләк булған. Уның исеме − Хәтер китабында.
Бер нисә тәүлектән Приморье крайының Баражо – Ырымбур гарнизонына килеп туҡтаныҡ. Бында 30768-се хәрби частан килеп, офицерҙар беҙҙе төрлө часҡа айырып алғас, мунса инергә алып киттеләр. Ә инде йыуынғандан һуң хәрби кейем кейҙергәс, бер-беребеҙҙе танымай бер булдыҡ. Шулай итеп, беҙ, Башҡортостан егеттәре В. Беляков, П. Грачев, Ә. Килдеғолов, Х. Хәлиуллин һәм башҡалар, 5-се армияның 65-се корпус 144-се уҡсылар дивизияһы, 117-се айырым элемтә батальонының штаб ротаһына эләктек. Был дивизия Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡ күрһәтеп үҙен һүнмәҫ данға күмгән, күп кенә юғары исемдәр алған, ә беҙ, уларҙан өлгө алып, хәрби ант ҡабул иткәс, үҙ антыбыҙға һәр саҡ тоғро булдыҡ. Хәрби хеҙмәт бурысын намыҫ менән үтәргә тырыштыҡ. Хеҙмәт итеү ауыр ҙа, еңел дә булманы. Аяҡҡа кейергә ботинка һәм обмотка, итек етешмәне, өҫтә бер ҡат гимнастерка, ә дневальный булғанда ике сәғәт йоҡо, яралы бармаҡ менән иҙән йыуыу. 1953 йылдың һалҡын март башында ике аҙна буйы Краскино районында хәрби күнекмәләрҙә һалҡын палаткала йәшәү, көн аша ҡороулы ППШ автоматы менән ҡарауылда тороу, теләһә ниндәй команданы ла устав ҡушҡанса үтәү, төн уртаһында уятып, вагон бушатыуҙар (эре бүрәнә) һәм башҡа эштәр башҡарыу − бөтәһе лә һалдат иңенә төштө, әммә бер кем дә зарланманы, ауырлыҡты физик сынығыу итеп һананыҡ.
Ул осорҙа АҡШ менән Корея араһында һуғыш, Америка менән СССР араһында «һалҡын һуғыш» башланғайны. Ошондай ҡатлаулы шарттарҙа беҙҙең телеграф отделениеһы инспектор тикшереүе буйынса I урынға сыҡты. Отделение командиры М. Кушнаревҡа ҡыҫҡа сроклы ял бирелһә, миңә «Отличный связист» тигән значок, «I класлы телеграфист» тигән таныҡлыҡ бирелде.
Хеҙмәт срогын тултырғас, юғары белем алдым. Совет армияһында хеҙмәт итеү почетлы бурыс булды, мин үҙемдең хеҙмәт итеү һынауын 3 йыл дауамында намыҫ менән үтеүемә сикһеҙ ғорурланам. Хәҙерге бер йыл хеҙмәт итергә китеүселәргә имен хеҙмәт итеүҙәрен теләйем.
Илебеҙ ныҡлы йоҙаҡта булырға тейеш.

Солтан ҒӘЛИЕВ.
Әлшәй районы,
Раевка ҡасабаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»