17.02.2012 «Бар бәләмдә әсәйемде генә ғәйепләнем»
«Журналист халҡы күпте белә торған, шуға күрә һеҙгә килдем әле. Бер һорауым бар − беҙҙең мәсеттәге муллаға барып, башҡа дин кешеләре руханиҙарына һөйләгән кеүек бар күңел яраларыңды асып, гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорарға яраймы икән?»
Илле йәштәр тирәһендәге ханымдың ишек төбөнән үк биргән һорауына ғәжәпләнеп, аптырап ҡалдым. Бер аҙ уйланып алғас: «Бәлки, һеҙгә дин тотҡан кеше менән кәңәшләшергә кәрәктер, мин был хаҡта аҙ беләм», – тинем. «ҡуй, һеңлем, улай кешенән-кешегә ҡыума. Шул тиклем ҡыйын миңә, ошонда уҡ ҡыйралып төшөрмөн кеүек...» Йөҙө ағарып, хәлһеҙләнеп ҡалған ханымды тынысландырырға тырыштым. Тәүҙә төшкө тәнәфес үтеп барыуы ҡыйынһындырһа, был апайҙың һөйләгәндәрен ишетеп, аш ҡайғыһы ла китте.
Рәйсә ғаиләлә икенсе ҡыҙ булып донъяға килә. Өлкән апаһы Рәмилә, ҡустыһы Рәмил менән дә араларында ике йәш айырма. Атаһы заводта эшсе, әсәһе шәфҡәт туташы булып эшләй.
Рәйсә иҫ белгәндән ата-әсәһенең үҙенә башҡа төрлө ҡарашта булыуын тойоп йәшәй. Рәмилә күлдәген бысратһа, әсәһе, уны иркәләп-бәпләп, икенсеһен кейҙерә, Рәйсәнең кейемендә бәләкәс кенә тап күрһә лә эләктереп ебәрер була. ҡустылары уйынсыҡтарын боҙһа, атаһы икенсе көнөнә яңыһын алып ҡайта, ә Рәйсә бының өсөн бер нисә айға тәтәйһеҙ ҡала. Кескәй ҡыҙыҡай ата-әсәһенә нығыраҡ һыйынған һайын, уны этәреүҙәрен тойоп, күңеле әрней. ҡыҙ, үҙен башҡаларҙан кәм, насар, яман тип уйлап, үҙенә бикләнә, үтә йыуаш, баҫалҡы булып үҫә. Күҙ йәштәре өсөн дә ныҡ ҡына эләгәсәген белгән бала иң яҡын кешеләренән йәшенеп кенә буҫлыға.
Бер мәл ауылдан килгән өләсәһенең: «Үҙеңдең балаң икәнлеген белмәһәм, етемде бағып ятаһың, тип уйлар инем. ҡатын кеше балаһына ниндәй ҡарашта − ире лә шулай. Һинең Рәйсәне яратмауыңды тойоп, кейәү ҙә уны рәнйетә. Балаңдың күҙ йәштәре төшөүенән ҡурҡыр инең, исмаһам. Нисәмә йыл йәшәп, бындай хәлде күргәнем юҡ. Кеше сит баланы алып, яратып йәшәй, ә һин йөрәгеңде ярып сыҡҡан сабыйҙы ситкә тибәһең!» – тип әсәһен әрләүен ишетеп ҡала. Кескәй Рәйсә әсәһенең: «Юҡ, әсәй, һин яңылышаһың, мин Рәйсәмде лә яратам», – тип әйткәнен өҙөлөп көтә. Тик ғәзиз кешеһенең: «Бик йәлләһәң, алып ҡайтып кит!» – тигәнен ишетеп үҙәге өҙөлә.
Ата-әсәһенең һөйөүен яуларға теләгән ҡыҙыҡай мәктәптә тырышып уҡый. Тик ул һирәк-һаяҡ алып ҡайтҡан «дүртле» өсөн дә таяҡ эләкһә, апаһы һәм ҡустыһының «дүртле»ләре мөғжизә итеп ҡабул ителә. Һәр яҡтан һәләтле Рәйсәне уҡытыусылар төрлө түңәрәктәргә, секцияларға саҡыра, тик бала уларҙың береһенә лә йөрөмәй. Быны әсәһенең класс етәксеһенә: «ҡыҙым былай ҙа уҡыу менән арый, уға дәрес әҙерләргә генә түгел, ял итергә лә кәрәк бит», – тип аңлатыуын ишетеп, иҫе китә.
Ысынында Рәйсә мәктәптә генә күңел һәм тән ялы татый. Ҙурыраҡ кластарға күскән һайын, дәрестәр күбәйеүенә шатлана. Сөнки өйҙә уны әсәһе ҡалдырып киткән мең мәшәҡәт көтә. Йортто тәртип-таҙалыҡта тотоу бурысы тулыһынса уға йөкмәтелә. Апаһының һәм ҡустыһының үҙенә бер ҡасан да ярҙам итмәүенә ул күптән күнеккән. Әсәһе шәфҡәт туташы булып эшләгәс, йыш ҡына төнгө сменаға ҡала, унан һуң ял итә, шуға күрә эшлекле ҡыҙға өйҙәге бар хужалыҡ эштәре йөкмәтелә.
Рәйсәгә һатып алынған кейем-һалым ата-әсәһе тарафынан, йылдың ниндәй миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан: «Быныһы һинең тыуған көнөңә, быныһы 8 Мартҡа бүләк», − тип тапшырыла.
ҡыҙ мәктәпте тик «бишле» билдәләренә тамамлай. Шул ваҡытта ата-әсәһе уны хәстәрләп, уның өсөн аҙыраҡ йүгерһә, алтын миҙалы ла булыр ине, тик яҡындары балаларының уңышына битараф ҡала. Уның ҡарауы, Рәйсәнең Өфөгә университетҡа уҡырға инеү теләгенә ата-әсәһе ҡырҡа ҡаршы сыға. «Дауаханала санитарҙар кәрәк. Шунда барырһың. Уҡып мулла булмаҫһың», – ти әсәһе.
Рәйсә ҡайғыһынан шаңҡып, нимә әйтергә лә белмәй. Унан: «Улай булғас, ни өсөн мәктәпте этә-төртә тамамлаған Рәмиләне төрлө институтҡа тығып ҡаранығыҙ һуң, барыбер уҡый алманы», – тип ысҡындыра.
Һис өндәшмәҫ ҡыҙының батырлығына әсәһе лә аптырап ҡалды, шунан Рәйсәнең битенә сәпәп ебәрә. ҡыҙ әсәһенең Рәмиләне бик ныҡ яратыуын белә. Ун туғыҙ йәшен тултырған балаһының бер ҡайҙа ла уҡырға инә алмауы, эшкә урынлашып-урынлашып та, бер-ике аҙнанан оҡшатмай ташлауы ҡатындың бәләһенә, күрше-тирәнең мыҫҡыллы ҡарашына әүерелгән. Әсә икенсе ҡыҙының юғары уҡыу йортона инә аласағына шикләнмәй ҙә. Әммә Рәйсәнең йорттан сығып китеүе, бер яҡтан, өйҙәге ғәҙәти тормошто боҙһа, икенсе яҡтан, өлкән ҡыҙының күңелен яралар тип ҡурҡа.
Рәйсә аттестат алғас та ашыҡ-бошоҡ йыйына ла, ата-әсәһе өйҙә юҡ саҡта: «Мин Өфөгә уҡырға киттем», – тип ҡыҫҡа ғына хәбәр ҡалдырып, баш ҡалаға юллана. Әмәлгә ҡалғандай өләсәһе биргән аҡсаны йыйып-йыйнап барған. Ул имтихандарын еңел генә тапшырып, студент булып китә, ятаҡҡа урынлаша. Үҙенә бер кем дә ярҙам итмәйәсәген яҡшы белгән ҡыҙ кондуктор булып эшкә урынлаша. Уҡыуҙан – эшкә, эштән уҡыуға сапҡан Рәйсәне бүлмәләш ҡыҙҙары бик йәлләй. Рәйсә уларҙың үҙенә сәй ҡайнатып йәки картуф ҡурып ҡуйыуына бик ныҡ ғәжәпләнә. Сөнки быға тиклем бер кем дә уның өсөн ниҙер эшләгәне, хәстәрлек күргәне булмай.
Бер байрам көнөндә Рәйсә тыуған яғына юллана. Ата-әсәһен, апаһын, ҡустыһын бик ныҡ һағына. Етмәһә, күпме генә хат яҙһа ла, яуап булмай. Яҡындарын алған күстәнәс-бүләктәре менән шатландырырға өмөтләнеп ҡайтып ингән ҡыҙҙы өйөндә һалҡын ғына ҡаршы алалар. Әйтерһең дә, ул кисә генә сығып киткән. Кискә эштән ҡайтып ингән әсәһе лә Рәйсәнән: «Нимә, ҡыуылып та өлгөрҙөңмө?» − тип һорай.
Кеше араһында йәшәп, үҙенең бәҫен төшөрмәҫкә өйрәнеп килгән ҡыҙ был һүҙҙәрҙән ҡатып ҡала, унан шул уҡ көндө өләсәһенә йүнәлә. Берҙән-бер ҡәҙерле кешеһенә: «Уҡыуымдан, эшемдән бушаһам, һинең яныңа ғына ҡайтып йөрөрмөн, йәме», − ти.
Өләсәһе ейәнсәренең күңел яралары ни тиклем тәрән булыуын яҡшы аңлай, тик бер нисек тә ярҙам итә алмай.
Тырыш ҡыҙға уҡыу бик еңел бирелә. Өсөнсө курсты тамамлағас, ул һөнәре буйынса эш тә табыуға өлгәшә. Ата-әсәһенә башҡа хат яҙып аҙапланмай − ҡыҙ уларҙы үҙ йөрәгенән, яҙмышынан, тормошонан мәңгелеккә һыҙып ташлай. Рәйсә уларҙы өләсәһен ерләргә ҡайтҡанда, алты йылдан һуң ғына осрата. Эшенән көн алып ҡайтҡан ҡыҙ өләсәһенең өсөн-етеһен уҡыта. Ата-әсәһенең уның менән һөйләшергә теләк белдереүен һаҡ ҡабул итә. Юҡҡа һағаймаған икән, улар өләсәһе үҙенә ҡалдырған йортто һатыуҙы талап итә. Был ваҡытта икенсе иренән айырылған бер балалы Рәмилә лә, әрменән ҡайтҡан ҡустыһы ла ата-әсәһе менән йәшәгән була. Рәйсә уларҙың теләген үтәүҙән ҡырҡа баш тарта. «Миңә лә ҡайтып йөрөргә тыуған йорт кәрәк, башҡаса барып баш төртөр урыным юҡ икәнлеген яҡшы беләһегеҙ», − ти ул.
Ике бүлмәле ауыл йорто өсөн янъял ҡуба. Тәүҙә Рәйсә: «Сәнселеп китһендәр, бирәйем шуларға йортто», − тип уйлай. Әммә ата-әсәһенең был аҡсаға ҡустыһына машина алырға теләгәнен белеп, уйынан кире ҡайта. Ни өсөн бәхетле тормош өсөн бер тамсы тирен дә түкмәгән, һәр саҡ ата-әсәһенең иғтибар үҙәгендә булған маңҡа малайға әҙер аҡса тотторорға тейеш әле ул! Бала саҡтағы рәнйеүҙәре йөрәген тағы ла нығыраҡ телгеләй. «Мин ҡасандыр уларҙың йылы ҡарашына, тамсы ғына мөхәббәтенә мохтаж булып йәшәнем, ә хәҙер улар миңә ялбарһын!» − тип үсәй ул.
Ата-әсәһенең ажарлығын белгән Рәйсә өләсәһенең йортона үҙе юҡта йәшәргә уҫал ғына яңғыҙ ҡатынды индерә, ауыл хакимиәтенә барып, үҙ исеменә рәсмиләштерелгән документтарҙы күрһәтеп, хәлде аңғартып китә. Ошо хәлдән һуң Рәйсә һәм яҡындары мәңгелек дошманға әүерелә. ҡыҙ ата-әсәһен үкендерер өсөн тырышып донъя көтә, эшләй. Хәйер, үҙ яҙмышын осратып, кейәүгә сығырға йыйынғанда, ул әсәһе менән тағы бер тапҡыр һөйләшергә ынтыла, ҡалала үтәсәк туй табынына саҡыра. Тик әсәһе: «Туғандарыңды өләсәйеңдең йортона булған өлөштән мәхрүм иттең, һиңә бер ниндәй ҙә ризалығым юҡ!» − ти. Рәйсә: «Уның ҡарауы, уларҙың теләгәне һәр саҡ алдына ғына килеп торҙо!» − тип яуап ҡайтара.
Рәйсә ике балаға ғүмер биреп, баш ҡалала бик бәхетле йәшәй. Тик иптәшенең ҡырҡ биш йәшендә генә вафат булыуы уны аяҡтан йыға. Тормош мәғәнәһен юғалтып, ауырыуға һабышҡан ҡатынды балалары һәм иренең туғандары ҡәҙерләп ҡарай. Ә бына, күптән өмөтөн өҙһә лә, ҡара ҡайғылы ваҡытында ата-әсәһенең, туғандарының тел ярҙамы күрһәтәсәгенә булған ышанысы аҡланмай.
Бер йылдан Рәйсә ҡалала танышын осрата. Ул ҡатындың үҙ атаһын ерләргә ҡайтмауына барыһының да ғәжәпләнеүен белдерә. Рәйсә көтөлмәгән хәбәрҙән баҙап ҡала, әсәһенең, апаһының, ҡустыһының шундай ҡаты бәғерле булыуына әрней.
Тиҙҙән Рәйсә ғүмерлек мөхәббәтен юғалтҡан Өфөлә йәшәй алмауын (һәр һуҡмаҡ ирен хәтерләтә) аңлап, тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта. Яҡшы эшкә урынлаша. Бер көн урам буйлап дауахана яғына китеп барған әсәһен күреп, туҡтай, барасаҡ еренә алып барырға тәҡдим итә. Әсәһе бер һүҙ өндәшмәй, ҡыҙының машинаһы артынан төкөрөнә-төкөрөнә тороп ҡала. Рәйсә апаһының да, ҡустыһының да эсергә әүәҫ булыуын, әсәләренең пенсияһын тартып алыуы хаҡында ишетә. Күрше-тирә әбейҙең йыш ҡына йорта эскелек булғанда, һыуыҡтарға ҡарамаҫтан, эскәмйәлә ултырыуын күрә...
Аһ-зарын бер туҡтамай һөйләп ултырған ханым ошо урында ҡапыл үкһеп илап ебәрҙе.
«Беләһеңме, һеңлем, ошо хаҡта ишеткәс, күңелемә шул тиклем рәхәт булып китте! Әллә нисәмә көн тантана итеп йөрөнөм. «Күрҙеңме яратҡан, бәпләп үҫтергән балаларыңды! Күрәсәктәрең алда әле», − тип үсәнем. Хәҙер уйлап-уйлап ҡуям да, мин бит машинамды әсәйемә ярҙам итер өсөн түгел, ә уға үҙемдең ни тиклем шәп йәшәүемде күрһәтер өсөн туҡтаттым... Ниндәй оят!.. Әсәйемдең ҡаты ауырып китеүен ишеткәс тә, уның янына барырға уйламаным да. Ә бер кис миңә апайым менән ҡустым килеп инде. Улар аш-һыуымды ашап, бер шешә бушатып, әсәйемде яманланы. Мин дә уларға ҡушылып, атай-әсәйебеҙҙе бергәләп һүктек. Туғандарымды оҙағыраҡ янымда тотор өсөн тағы бер шешә сығарҙым. Күҙ алдымдан бәхетһеҙ бала сағым, туйҙа үҙемдең етем булыуымды белдереүем, балаларымдың ҡартатай-өләсәй һөйөүен түгел, үҙҙәрен дә белмәй үҫеүе бер-бер артлы үтте. Әсәйемдең түшәктә ятыуын, ярҙамға мохтаж икәнлеген белеп тә, туғандарымды иҫерттем. Улар миндә йоҡлап ҡалды. Ә шул төндө әсәйем был донъяны мәңгелеккә ташлап киткән. Яңғыҙы, һалҡын түшәктә. Табиптар «йөрәк» тиһә лә, миңә тынғы юҡ. Бәлки, янында кеше булһа, «Тиҙ ярҙам» табиптары уны ҡотҡарып өлгөрөр ине. Барыһына ла үҙемде ғәйепле итеп тойоп, күңелемә тыныслыҡ тапмайым. Ниҙәр генә уйлап был донъяны ташлап китте икән, меҫкенкәй. Исмаһам, һуңғы тапҡыр «Әсәй» тип тә әйтә алмай ҡалдым. Ғүмерем буйы бар бәләмдә әсәйемде ғәйепләп йәшәнем. Ә бит ул мине ситкә этәргән һайын, уға нығыраҡ һыйынһам, уның йөрәге йомшарыр ине. Апайым менән ҡустым ыҙалатҡан мәлдә лә ярҙам ҡулы һуҙманым. Имеш, берәү ғорур, һауалы, әсә-атаға мохтаж түгел. Балаларымдың һөйөү тулы ҡарашын күргән һайын, үҙ әсәйемде уйлап, йөрәгем өҙөлә. Алдына теҙләнеп, ғәфү үтенер инем дә, юҡ шул, булмай − аҡыл үтә һуң килде. Әсәйемде ҡәҙерләп ерләүем, аяттарын уҡытыуым да мине аҡлай алмаҫ төҫлө. ҡустым менән апайымды ла хәҙер ҡалдырмайым, Алла бирһә, икеһен дә эскелектән дауалап, кеше итәсәкмен. Тик әсәйем һәм атайым мине ғәфү итһен, ризалығын бирһендәр ине...»
ҡайғынан бөгөлөп төшкән апайҙың яҙмышы күңелемә бик ауыр тәьҫир итте. Үҙ балаһын яратмаған әсәләр бармы икән ни донъяла, тип бер ғәжәпләнһәм, һине был яҡты донъяға тыуҙырған кешегә үс тотоп буламы икән ни, тип тағы аптырандым. Балалар йортонда тәрбиәләнгән етемдәр үҙ әсәһен табып, бер күреү өсөн генә әллә ниҙәр бирергә әҙер бит. Хәйер, әҙәм балаһына кемделер ғәйепләү, яманлау хоҡуғы бирелмәгән. Был апайҙың тормошонан әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар ғибрәт алһын, араларында аңлашылмаусанлыҡ булһа, ул ҡурҡынысыраҡ хискә − нәфрәткә әүерелмәҫ борон бер-береһенән ғәфү үтенергә ашыҡһын ине.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).