RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рамаҙан бабайға кем өс тәгәрмәсле велосипед табырға ярҙам итер?

17.02.2012 Рамаҙан бабайға кем өс тәгәрмәсле велосипед табырға ярҙам итер?

Рамаҙан бабайға кем өс тәгәрмәсле велосипед табырға ярҙам итер?
Гәзитебеҙҙең дежур телефонының уҡыусылар араһында тарала, таныла барғанын дәлилләп, көн һайын бихисап шылтыратыу ҡабул итәбеҙ. Тәүге мәлдәрҙә тик зар-үтенестәр генә ишетһәк, бөгөн юҡ-юҡ та рәхмәт һүҙҙәре, былай ғына хәлде белешеүҙәр ҙә, байрамдар менән ҡотлау­ҙар ҙа юллана.

Лилиә САБИТОВА, Әбйәлил районының Асҡар ауылы:
− Беҙҙең район үҙәгенә дөйөм мунса кәрәк, тип бер тапҡыр шылтыратҡайным инде. Хакимиәттән вәғәҙә лә биргәйнеләр. Ниңәлер һаман эш барғаны күренмәй.
Беҙ был һорауға асыҡлыҡ индереү маҡсатында район хакимиәте менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Ринат Аҡсурин белдереүенсә, ауылға дөйөм мунса төҙөү эше, ысынлап та, планда ҡаралған, уның менән шәхси эшҡыуар шөғөлләнә. Әммә әлегә финанс мәсьәләләре арҡаһында эш бер аҙға туҡталып торған. Быйыл ул төҙөлөшкә ныҡлап тотонорға ниәтләй.

Хәйбулла районынан үҙен Хәйбулла тип таныштырған ағай:
− Минең бер нисә һорауым бар – «Йәшлек» ниңә өс тапҡыр сыҡмай ул, әллә Мәскәү яғынан ҡыҫалармы?
Икенсе һорау: Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеп буламы, ҡабул итеү көндәре ҡасан?
Хәйбулла ағайҙың тәүге һорауына яуап түбәндәгесә.
Бөгөн хаҡтар сүпрә ҡамырҙы ҡабартҡан кеүек бер туҡтауһыҙ үҫә, шул иҫәптән подписканыҡы ла. Беҙ, «Йәшлек»тәр, үҙ уҡыусыларыбыҙҙың хәлен аңлайбыҙ, замандаштар­ға яратҡан гәзиттәренә яҙылыу мөмкинлеге бирергә була гәзитебеҙҙе аҙнаға ике тапҡыр сығарыуҙы ҡулай күрҙек. Шулай арзаныраҡҡа төшә. Ә гәзит биттәре һис тә кәмемәне – кесе йома менән йома һанын ҡушып, 16 битлек итеп сығарабыҙ.
Әйткәндәй, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу хаҡтарының икенсе ярты йыллыҡта тағы ла күтәрелеүе ихтимал. Шуның өсөн беренсе ярты йыллыҡҡа билдәләнгән хаҡтар менән әленән яҙылып ҡуя алаһығыҙ.
Ә Башҡортостан Президенты менән осрашырға теләүгә килгәндә, Рөстәм Хәмитовтың ҡабул итеү-итмәүе хаҡында белешеп, йә алдан яҙылыуҙы һорап, Президент Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһендәге белешмәләр телефондарына шылтырата алаһығыҙ – (347) 250-14-06, 280-81-10. Президент ҡала-райондарға сыҡҡан ваҡытында мотлаҡ халыҡ менән аралаша, һеҙҙең төбәктә булғанында осрашырға мөмкин.

Динә СӨЛӘЙМӘНОВА, Архангел районының Аҙау ауылы:
− Мин ваучер мәсьәләһе буйынса һорап шылтыратҡайным, бер аҙ аҡса килде, рәхмәт һеҙгә. Тағы ла Өмөтбайға (гәзиттә «Йондоҙнамә» рубрикаһын алып бара – ред.) рәхмәт, йондоҙнамәлә бик тә тура килтереп фаразлай ҙа ҡуя.
Гәзит уҡыусыларына ла әйтер һүҙем бар: Баймаҡ, Әбйәлил райондары уҡыусылары бик әүҙем. Башҡа төбәктәрҙән дә яҙышһындар ине. «Йәшлек»кә яҙылдым, уны бик яратып уҡыйым. Уңыштар һеҙгә!
Шундай дуҫтарыбыҙ булыуына беҙ ҙә бик шатбыҙ. Уның һуңғы теләге лә дөрөҫ – гәзитте алдырып ҡына ҡалмай, яңылыҡтар, дан ғаиләләр, шулай уҡ проблемалы мәсьәләләр тураһында яҙып та ебәрегеҙ, хөрмәтле уҡыусылар. Йә дежур телефон буйынса хәбәр итегеҙ. Бына, мәҫәлән, Динә апайҙың ауылдашы Фанияз Садиҡов һәр ваҡыт яҙышып, теге йәки был ваҡиғаға ҡарата үҙенең фекерен белдереп тора.
Рамаҙан ИГБАЕВ, Мәләүез районының Һабаш ауылы:
− Ғүмер буйы велосипедта йөрөнөм, әле лә ташларға уй юҡ. Тик бик оломон инде – 84 йәшлекмен, ике тәгәрмәсле велосипедта йөрөү хәүефлерәк, йығылам да ҡуям. Өс тәгәрмәслене бер ерҙә лә таба алмайбыҙ. Ярҙам итмәҫһегеҙме икән?
Рамаҙан бабайға бик тә ярҙам итке килә. Бәлки, гәзит уҡыусылар ололар өсөн өс тәгәрмәсле велосипед һатыуҙа бармы-юҡмы икәнен беләлер. Шундайҙы эшләүсе берәй оҫта ла барҙыр.

Ә. ИСКӘНДӘРОВА, Мәсетле районының Теләш ауылы:
− 1994 йылда банкыға өс ваучер һалғайным. Аҡса ла ҡушҡас, дөйөм суммаһы 22 мең һум булғайны. Былтыр, 17 йылдан һуң, ни бары 196 һум аҡса алдым. Ваҡытында һалын­ған аҡса ҙур ғына ине бит, компенсация булмаймы икән ни?
Тағы бер һорауға яуап алырға ярҙам итегеҙ. ҡартатайымды, кулак мөһөрө тағып, Кемерово өлкәһенә ҡыуғандар, бар мөлкәтен таратҡандар, өйөн мәктәп иткәндәр. Аҙаҡ кире ҡайтыуын- ҡайттылар ҙа, олоғай­ған көнөндә ҡартатайым йорт-ерһеҙ булып, балаларында йөрөп, донъя ҡуйҙы. Беҙ, уның туранан-тура вариҫтары булараҡ, йортон кире юллап ала алабыҙмы?
Ваучер тигәндән, ҡайһы банкыға һалған­һығыҙ, шунда барып, ентекләп эш-хәлде аңлатып һөйләп бирегеҙ. Белгестәрҙең үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүҙән дә дөрөҫөрәк нәмә юҡ.
Ә икенсе һорау буйынса яуап шундайыраҡ: «О реабилитации жертв политических репрессий» тигән Рәсәй законында (1991 йылдың 18 октябренән, 2004 йылдағы үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән) яҙылғандар­ға ярашлы реабилитацияланған граж­дандар­ға конфискацияланған, тартып алын­ған мөлкәте кире ҡайтарылырға, йә уның хаҡы түләнергә, аҡсалата компенсация түләнергә тейеш (16-сы статьяның беренсе өлөшө). Йорттоң да хаҡы түләнә. Реабилитацияланған кеше үлгән осраҡта, түләүҙәр уның беренсе сираттағы вариҫтарына (ҡатынына, балаларына) бирелергә тейеш.
Һеҙгә тап шуны белергә кәрәк: ҡартатайығыҙ реабилитацияланғанмы, компенсация алғанмы, бәлки, өләсәйегеҙ йә балаларына түләнгәндер. Әммә Законда, ейәндәр ала ала, тип яҙылмаған.

Беҙҙең иң әүҙем уҡыусыларыбыҙҙың береһе − Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик ҡыҙрасов, Ғашиҡтар көнө менән ҡотлап, барлыҡ гәзит уҡыусыларға ла мөхәббәтле булыуҙарын теләп, үҙенең шиғырын уҡыны:
– Онотто был, тиеп уйлама,
Оноторға һине хаҡым юҡ.
Килмәҫ инде, тип тә уйлама,
Килмәҫ өсөн биргән антым юҡ.
Яратмайҙыр, тиеп һин уйлама,
Яратмаҫтай минең йәрем юҡ та.
Йөрәк янмаҫ инде ҡабат, тимә,
Бергә дөрләйексе һөйөү-утта.

Әбйәлил районының Сиҙәм ҡасабаһынан Ғәрифә Чубанова, ваучер мәсьәләһе буйынса шылтыратып, «Кредит-финанс» йәмғиәтенең адресын һораны.
Интернет селтәрендә арыу ғына «йөрөгәндән» һуң, шундай исемдә кредит кооперативын табыуын-таптыҡ, тик уның адресын белә алманыҡ. Етмәһә, ул финанс пирамидаһы булып, күптәрҙең аҡсаһын «йотҡан» икән.
Ғәрифә апай артабан һүҙен түбәндәгесә дауам итте:
– Ноябрь аҙағында ҡулға алынған башҡорт егете, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, өс бала атаһы, диндар Фәнзил Әхмәтшин өсөн дә борсолоу белдереүселәр бик күп. Айыҡлыҡ өсөн ни тиклем көрәшеп йөрөгән кешене наркотик таратыуҙа ғәйепләһендәрсе. Һис кем ышанмаҫлыҡ. Ниңә уны сығарыр­ға Тәлғәт Тажетдин ярҙам итмәй икән? Ғөмүмән, дини йәштәрҙе ҡыҫырыҡлау бармы әллә? Минеңсә, бөгөн мәктәптәрҙә үк дини ғилем биреү кәрәктер, ислам бит гел изгелеккә, яҡшылыҡ ҡылыуға, хаталанмаҫҡа өйрәтә.
Милләттәшебеҙҙең ҡулға алыныу мәсьә­ләһе буйынса әле һаман тикшереү бара, Фәнзилде яҡлап илдең, күрше дәүләттәрҙең төрлө төбәктәренән хәбәрҙәр, ҡултамғалар, хаттар килә. Суд ултырышы әлегә кисектерелгән. Артабан ни булыры Хоҙай хөкөмөндә.

Баймаҡ ҡалаһынан Атанов­тар ғаиләһенең һүҙҙәренә күҙ һалайыҡ:
− Беҙ өлкәндәр инде, хәҙер һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлайбыҙ, шулай ҙа «Йәшлек» гәзитен бик яратабыҙ. «Әйтһәм, белем әйтәм» рубрикаһын да бик ентекле уҡыйбыҙ. Ысынлап та, фәһем алырлыҡ фекерҙәр, шиғыр юлдары осрай. Үҙебеҙҙең ата-әсәләрҙең әйткәндәрен дә иҫләп, балаларға һөйләйбеҙ. Бына, мәҫәлән, ҡыҙҙар тураһында яҙылғанды уҡып, шулар хәтергә килеп төштө − атайым скрипкала уйнап, мине бейетә торғайны. Әсәйем таҡмаҡ әйтә. Береһе һаман онотолмай:
ҡыҙы барҙың наҙы бар,
Төлкө тундары ла бар.
ҡыҙы юҡтың наҙы юҡ,
Төлкө тундары ла юҡ.
Шулай уҡ әсәйемдең, ҡыҙым ҡылығынан һөйҙөрөр, тигән һүҙҙәре лә иҫтә. Атайым табында ит өләшә лә: «Бер килен, атайым миңә оңғолло-соңғолло һөйәк һала ине, тип илаған, минең ҡыҙым да шулайтып ҡуймаһын», − тип, алдыма матур ғына киҫәген килтереп һала ине. Бына шулай, ҡыҙҙарға иғтибар итеп кенә торғандар. Гәзиттән бик фәһемле нәмәләр уҡыйбыҙ. Рәхмәт һеҙгә.
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары булғанығыҙ, һәр мәҡәләне, рубриканы иғтибарлап уҡып, фекерегеҙҙе еткергәнегеҙ өсөн үҙегеҙгә ҙур рәхмәт. Беҙгә шундай уҡыусылар күберәк кәрәк.
ҡайһылай ҙа матур һүҙҙәр әйттегеҙ. Ололар тәжрибәһе, тәрбиәһе һәр ваҡыт урынлы ул.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беҙҙең дежур телефон артабан да үҙ эшен дауам итә. Һеҙҙән фекер-тәҡдимдәр, үҙенсәлекле яңылыҡтар ҙа көтөп ҡалабыҙ.

Шылтыратыуҙарҙы Алһыу ИШЕМҒОЛОВА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»