RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!

17.02.2012 Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!

Әлшәй районының Ниғмәтулла ауылында биш ғаилә тәрбиәгә бала алырға йөрьәт иткән
Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!
Ауыр хәлле ғаиләләрҙең көнкүреше менән танышҡанда һәр саҡ тиерлек бер үк күренеш күҙгә ташлана: хәмер йәки наркотик арҡаһында ҡото киткән йорт, ата-әсәнең шешенгән бит-йөҙө, ас-яланғас балалар һәм ҡабат бындай хәл булмаясаҡ, тигән анттар. Әммә күпмелер ваҡыттан тағы ла шул күренеш ҡабатлана. Һөҙөмтәлә ата-әсә тип аталған әҙәмдәр ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә, ә сабыйҙар приютҡа урынлаштырыла. Уларҙың күптәре балалар йорттарында буй еткерә, ҡайһылары яңы ғаиләгә эләгә.
ҡайһы ғына төбәкте алып ҡарама – балалар приютында сабыйҙар һаны кәмемәй. Киткәндәре урынына шундуҡ яңылары килә. Был бөгөнгө тыныс һәм туҡ тормошта ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең ниндәй аяныслы хәлдә булыуы хаҡында һөйләй.
Әлшәй районы опека һәм попечителлек бүлегенең әйҙәүсе инспекторы Дилә ҡужыева әйтеүенсә, Раевкалағы приютта ла шундай хәл күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта ғаилә йылыһын тапҡан кескәй­ҙәр ҙә бар. Әлеге мәлдә районда 41 ғаилә аҫрауға бала алған, 123 малай һәм ҡыҙ опекунлыҡҡа бирелгән. Райондың ҙур булмаған Ниғмәтулла ауылында ғына биш ғаилә тәрбиәгә бала алырға йөрьәт иткән. Ошо көндәрҙә бала хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса инспектор Тәслиә Хәлиуллина, балаларға, ғаиләләргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге етәксеһе Айрат Юлаев менән шул тарафҡа юлландыҡ. Һәм ундағы ғаиләләр­ҙең «тын алышы» менән таныштыҡ.

Күҙҙәренән мөхәббәт һибелә
Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!
Гөлнара менән Шамил Әхмәтовтарҙың йорто әллә ҡайҙан уҡ балҡып тора. Театр – элгестән, ә уңғандарҙың донъяһы тупһанан билдәле, тигәндәй, уларҙың урамына килеп инеү менән бында эшһөйәрҙәр йәшәгәне күренде. Хужалар менән танышабыҙ. Ғаилә башлығы ун йылдан ашыу ауылдағы белем усағы менән етәкселек итә, ә ҡатыны − география уҡытыусыһы. Улар ҡыҙы Миләүшә һәм улы Рәил янына иш итеп, уларҙың тиңдәше, 1999 йылғы Артур исемле малайҙы тәрбиәгә алған. Балалар үҙ-ара татыу, шундуҡ уртаҡ тел тапҡандар.
− Тәүге йылда ауыр булды, − тип һүҙ башланы Гөлнара ханым. – Кескәй саҡтан кәмһетелгән, ололар­ға ышанысы булмаған бала ҡырағайыраҡ ине, ныҡ ятһынды. Әммә тора-бара ул − беҙгә, беҙ уға эҫендек. Шөкөр, хәҙер бер ғаилә булып йәшәйбеҙ.
Артурҙан шөғөлдәре хаҡында һорашҡас, ул: «Хоккей уйнарға яратам. Ауылдағы катокка көн һайын тиерлек йөрөйөм», − тине. Яратҡан командаһы һәм кумиры тураһында һорағас, малайҙың күҙҙәре баҙлап китте: «Әлбиттә, «Салауат Юлаев»! Ә Радулов − иң шәп хоккейсы». Малай уларҙың бер уйынын да ҡалдырмай ҡарап бара икән.
Әхмәтовтарҙың йортонда ҡала фатирындағы кеүек бар уңайлыҡ булдырылған. Шул уҡ ваҡытта ишле мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур баҡса тоталар.
Гөлнара менән Шамил асыҡ, ихлас кешеләр, бер-береһенең күҙҙәренә генә ҡарап торалар. Был йортта татыулыҡ, мөхәббәт хакимлыҡ итә. Нәҡ ошо матур ғаиләлә Артур үҙенә атай һәм әсәй табыуына, моғайын, бәхетлелер.

Йылмаяҡ малай

Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!
Киләһе йортҡа үтәбеҙ. Ике малай бар донъяһын онотоп, көҙгө аша ҡояш нурын тотоп уйнай. Уларҙың бәләкәсерәге «ҡояш ҡуяны»н баҫтыра, үҙе шарҡылдап көлә. Шул саҡ, йылмайып, Гүзә­лиә Фәрит ҡыҙы килеп сыҡты. Ул тормош иптәше Фәрит Сабит улы менән өс балаға ғүмер бүләк иткән. ҡыҙҙары Айгөл – буласаҡ табип, әле Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый. Айҙар Орел ҡалаһында хәрби бурысын үтәй. Алмас бишенсе синыфта уҡый, тәрбиәгә алған улдары Динис балалар баҡсаһына йөрөй.
Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы директор­ҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары, ә иптәше химия, биологиянан уҡыта. Педагогтар ғаиләһендә Динис яҡшы тәрбиә, төплө белем алыр, тип ышанғы килә.
«Бала алыу тураһында электән үк уйлап йөрөй инем, тик был хаҡта иремә әйтергә ҡыйманым, − тине Гүзәлиә. – Бер көн бар ҡыйыу­лығымды йыйҙым да ошо хаҡта уға еткергәйнем, ул да күптән ошо уйҙы йөрөтөүен әйтте. Шунан документтар юллай башланыҡ. Раевка приютына барғайныҡ, беҙгә Динисты күрһәттеләр. Был мөләйем малай шундуҡ оҡшаны. Рәсми ҡағыҙҙар әҙер булғас та уны алып ҡайтырға тейеш инек. Әммә Динис ҡапыл сирләп, дауаханаға инеп киткән. Ә унда ҡолап, ҡулын һындырған. Баланы Өфөгә ашығыс операцияға алып киттеләр. Дауаханала Динис менән икәүләп яттыҡ. Ошо арала ул миңә өйрәнде, үҙ әсәһе кеүек ҡабул итә башланы. Өйгә ҡайтҡас, беребеҙҙән дә ятһынманы. Ә Айҙар менән тәүге минуттан уҡ дуҫлаштылар.
Динистың сабый сағы ауыр шарттарҙа үткән. Уға ғүмер биргән әсә, еңел-елпе тормошто һайлап, балаһын бөтөнләй тиерлек ҡарамаған. Әле малайҙың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Был кешеләр уны бер ҡасан да ташламаясаҡ, ә үткәндәр – бары яман төш – шулай тип уйлай малай.

Сабыйҙар тауышы тынмаһын

Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!
Фазлыевтарҙың сәй эскән мәленә тура килдек. Ата менән ул нимәлер хаҡында сөкөрләшә, ә әсә кеше матур итеп йылмайып, тын ғына улар­ҙы күҙәтә.
Гөлйыһан Сабит ҡыҙы менән Илдар Инсаф улы Гөлдәр, Илшат исемле балалар үҫтерә. «Бер мәл улар икәүләшеп, бәпес алып ҡайтайыҡ та, бәпес алып ҡайтайыҡ, тимәһенме?! Иптәшем менән кәңәшләштек тә, приюттан бала алырға булдыҡ. Улар туғандарын бик яҡын күрә, татыу булғандарына ныҡ шатланам», − тине хужабикә.
− Электән үк ғаиләбеҙ ишле буласаҡ, тип хыяллана инек, − һүҙгә ғаилә башлығы ҡушылды. – Илшат Өфөлә эшләй, ҡыҙым Раевкала лицейҙа уҡый. Ял-байрамдарға ғына ҡайталар. Балаһыҙ йорт емеш­һеҙ ағас кеүек бит. Сабыйҙар тауышы гөрләп торһа – үҙе бер бәхет. Бына хәҙер Альберт улыбыҙ беҙгә терәк. Уға лайыҡлы тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Уның ысын кеше булып үҫеүенә ныҡ өмөтләнәм. Олоғайған көндә уңыштарын күреп ултырырға яҙһын.
Альберт яңы ғаиләгә тиҙ өйрәнгән. Ул миһырбанлы, ярҙамсыл малай, таҙалыҡты ярата икән. «Үҙенән кеселәрҙе яҡларға һәр саҡ әҙер», − ти атаһы менән әсәһе.
«Балаһынан баш тартҡан кеше­ләр­ҙең йөрәктәре юҡтыр ул. Уларҙың да бит бәхеткә, матур тормошҡа хоҡуғы бар», − тине йорт хужабикәһе. Эйе, бала ата-әсәһенең гонаһтары өсөн яуап бирмәй. Элегерәк Альбертҡа төрлө мәлдәр кисерергә тура килһә лә, был изге кешеләр, моғайын, уны хәүеф-хәтәр­ҙән аралар.
«Игеҙәктәрем»
Ғәйнетдиновтарҙың йортона килеп инеү менән ҡоймаҡ, тағы ла әллә ниндәй тәмле-татлы еҫтәр танауҙы ҡытыҡланы. Хужабикә аш-һыу бүлмәһендә шаж да шож килә ине. Әсмә Шәйәхмәт ҡыҙы беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршыланы. Иркен йортҡа уҙғас, ҡунаҡсыл хужабикә, ай-вайыбыҙға ҡарамай, табынға ултыртып ҡуйҙы. Үҙе, тормош иптәшем Туймазыға эшкә китте, эй, ауыр икән янымда булмағас, тип зарланып алды.
Әсмә Шәйәхмәт ҡыҙы менән Айрат Хәлфетдин улы өс балаға ғүмер бүләк иткән. Улдары Айнур менән Артур баш ҡалала белем ала. Төпсөктәре Зилә 7-се синыфта уҡый.
− Бер мәл Зилә, һеңле кә­рәк, ти баш­ланы. Был хаҡта иптәшем менән электән үк уйлап йөрөй инек. Өфө балалар йортона барһаҡ, ошо малай ҡаршыбыҙға килеп сыҡты ла күҙгә туп-тура ҡараны, ана шул ҡараш йөрәккә барып ҡаҙалды ла ҡуйҙы. Шулай итеп, Альбертты тәрбиәгә алдыҡ. Зилә менән икеһе лә бер синыфта уҡый. Улар минең игеҙәктәрем кеүек, − тине хужабикә.
Ошо аҙымға барғанығыҙға үкенгән саҡтар булманымы, тип һорауға хужа­бикә: «Тәүҙә­рәк бергә ултырып илашҡан саҡтар ҙа булды. Төрлө мәлдәр кисерҙек. Альберт ҡырыҫыраҡ бала, шулай ҙа хәҙер кешеләргә ышанысы барлыҡҡа килде», – тине.
Балалар төпкө бүлмәлә алгебранан өйгә эштәрен башҡара ине. «Хаталарығыҙ ҙа игеҙәк булмаймы һуң?» − тип һорауға Альберт «пырх» итеп көлөп ебәрҙе. Зилә етди тонда: «Юҡ, беҙ һәр саҡ айырым эшләйбеҙ. Үҙ-үҙебеҙҙе алдамайбыҙ», − тип яуап бирҙе.
Был ғаилә ауылдың төрлө мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, йыр-бейеүгә бик маһир. Улар ҙа ауылдаштары кеүек күпләп мал аҫрай, умарта тота.
− Хоҙай бала ҡайғыһын күрһәтмәһен, тип көн дә теләйем. Һәр береһе тормошта үҙ урынын тапһын ине, шуларҙың уңыштарын күреү – минең өсөн иң ҙур бәхет, − тине хушлашҡанда Әсмә апай.

«Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк»

Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!
− Ә был йортта тәрбиәгә алынған ике ҡыҙ йәшәй, – тине Тәслиә Дәүләт ҡыҙы бишенсе йортҡа инеп барғанда. ҡатын-ҡыҙҙар мәж килеп ҡул эштәре менән булыша ине.
Мәғсүдә Йосопова 37 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Әле хаҡлы ялда. Үҙ балалары күптән буй еткереп, үҙ тормошон ҡорған.
Бынан бер нисә йыл элек, уңалмаҫ яралар һалып, бер улы вафат булған. Күп тә үтмәй, Мәғсүдә апай­ҙың тормош иптәше был донъянан китә. Бер-бер артлы килгән ҡайғы уның йөрәген яндыра, тынғы таба алмай яфалана. «Йортта бер йәм, толҡа ҡалманы», − тине Мәғсүдә апай, күҙ йәштәрен һөртөп.
Шулай ары һуғылып, бире һуғылып йөрөгәндә, яҙмыш ҡосағына ташланған балаларҙы алырға була. Раевканың балалар приютынан бер туған апалы-һеңлеле Регина (10 йәш) менән Розалинаны (13 йәш) үҙенә алып ҡайта. Бәләкәсенең йөрәге тыумыштан сирле булһа ла, Мәғсүдә апай әйткән һүҙенән баш тартмай. Тәүҙә балаларҙы бер йылға ғына ала. Ошо ваҡыт эсендә улар бер-береһенә шул тиклем ныҡ өйрәнә. Билдәләнгән мөҙҙәт үткәс, ҡыҙҙар артабан да ошо йортта ҡалырға теләй. Ғаилә йылыһын балалар йортондағы бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар алмаштыра алмай шул.
Күптән түгел Регинаның йөрәгенә операция эшләнгән. Мәғсүдә апай­ға дауаханалар тупһаһын йыш тапар­ға тура килә. Әммә ул зарланмай. Ошо ике ҡыҙға бар һөйөүен бирә.
− ҡыҙҙарым булмаһа, әлеге көндә нимә генә эшләр инем?! Улар – минең терәгем дә, йыуанысым да, − ти Мәғсүдә апай. – Ашарға ла бешереп ҡуялар, «һә» тигәнсе иҙәнде йыуып сығалар, ныҡ ярҙамсылдар. Розалина аҡыллы ҡыҙ булып буй еткерә, уҡыуҙа ла һынатмай. Ул кешене аңлай белә, күңелдә ниҙәр ятҡанын һиҙеп тора. Бәхетле булһын балаҡайҙарым.
Беҙ булған бар йорттан да күңел йылыһы, кешелеклелек, ихласлыҡ бөркөлә ине. ҡасандыр ғаилә йылыһынан мәхрүм булған балалар ошо мөхиттә хәстәрлек тапҡан. Уларҙың барыһы ла яңы тормош бүләк итеүселәренә наҙлап «атай», «әсәй» тип өндәшә. Эйе, тапҡан түгел, баҡҡан кеше ошо бөйөк исемдәргә лайыҡ.
Иңдәренә икеләтә яуаплылыҡ алған оло йөрәкле кешеләргә ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ һәм уңыштар теләргә ҡала.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»