17.02.2012 Күптән хәл итергә кәрәк
(«Һаҫы-ы-ыҡ» мәсьәлә» «Йәшлек», №5, 20 ғинуар, 2012 йыл)
Журналист Таһир Ишкинин мәҡәләһендә бик урынлы мәсьәләне күтәргән. Ысынлап та, беҙҙең юлдарҙа нисәмә йөҙ саҡрым арала бер бәҙрәф тә күрмәҫһең. Йәй көндәре юл йөрөүселәр күберәк автобус туҡталыштарындағы түбәнлек (ожидалка) артына сыға һалып китә, йә күпер аҫтарына төшөп менә, хатта юл аҫтынан үткән һыу үткәргес торбалар эсенә лә инеп сыға, урманлы урындарҙа ағас араһына йүгерә. Асыҡ ерҙә ултырып хәжәтте үтәп булмай ҙа инде, ояты ни! Ә ҡыш ҡайҙа ышыҡ табырһың? Организм эшләй, ул үҙ ваҡытында бушатыуҙы талап итә. Йәй көндәре туҡталыштар ҙа һаҫып китә бит. Шулай булмай ни, Булгаковтан алып Баймаҡҡа тиклемге юл буйында бер бәҙрәф булһасы? Автобус көтөп тора торған түбәлектәрҙән башҡа хатта бер ышыҡ та юҡ. Юл буйлап, урманһыҙ асыҡ урындарҙа үҙенең курткаһынмы, берәй башҡа сепрәктеме шаршау итеп, ышыҡ эшләп, кеше эшен бөтөрә. Шулай бер мәл, Өфөнән Белоретҡа ҡайтышлай автобусыбыҙ «Урман» сәйханаһына туҡтаны. Мин еңелсә ҡыҫталғайным, шәп булды. Урман эсенә йүгерҙем. ҡарт кеше йүгерә аламы һуң әле? Асфальтҡа сыҡҡас, еҫ сыҡҡанға ҡараһам, һул ҡатамдың табаны, ҡабырғаһы тас кәкәй. Әллә ҡайһы эсе төшкөрө шунда ситтә генә «эшен бөтөрөп» сыҡҡан икән. Иптәштәр сәй эсергә инде, миңә ҡайҙа ул сәй, аяҡты таҙартырға кәрәк, һаҫыҡ көйөнә автобусҡа индерерҙәрме? Урманға кире инеп, таҙа урын табып, ҡатамды үләнгә һөртөп-һөртөп ҡараным, бөтмәй. Һарайҙары эргәһендә бер һауытта иҫке генә һыу табып, үлән йолҡоп ышҡып, саҡ таҙартып алдым. ҡулдарымды йыуып, автобусым янына килһәм, иптәштәрем сәй эсеп сығып, тәмәке тарта ине. Һыуһаған көйө автобусыма инеп, үҙ урыныма ултырҙым һәм ҡайтып еткәнсе, берәйһе, һинән еҫ сыға, тип әйтмәһә ярар ине, тип ҡурҡып килдем.
ҡайһы бер яғыулыҡ заправкалары эргәһендә бәҙрәф бар, әммә уны тәртиптә тотмайҙар. ҡышын иҙәндәге шәрегә быймаңды һыулайһың, йәйен аяҡ кейемеңде буяп сығаһың. Юлға яҡын ауылдар эргәһендә бәҙрәфтәр төҙөү мотлаҡ, тип уйлайым. Ни өсөн ауылдар эргәһендә? Сөнки шул ауыл хакимиәтенә бер кешене бәҙрәфте йыйыштырыусы итеп яллап ҡуйыу мөмкин булыр ине. Таҙалыҡ һәм тәртип өсөн ауыл хакимиәте лә, моғайын, ризалашыр ине. Ул кешеләргә хеҙмәт кенәгәһе тултырып, айына 1000 − 1500 һум аҡса ла табырҙар ине, тип уйлайым.
Туристарҙы ылыҡтырыу хаҡында уйланабыҙ. Сит илдәрҙәге тәртипле халыҡты үҙебеҙгә йәлеп итер өсөн иң тәүҙә бына ошо «һаҫыҡ» мәсьәләне хәл итергә һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк. Рәсәйгә тәүгә килгән туристар беҙҙәге «тәртип»те ҡарап, байҡап, биҙеп, «Һау бул, йыуылмаған Рәсәй» тип ҡайтыр ҙа, ҡабат беҙҙең илгә әйләнеп тә ҡарағылары килмәҫ. Тәүҙә улар өсөн шарттар булдырырға, шунан йәлеп итергә кәрәк.
Нәбиулла ТӨХФӘТУЛЛИН.
Белорет районы,
Ботай ауылы.