RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Урамда һәр саҡ яҙ ҙа булмай

10.02.2012 Урамда һәр саҡ яҙ ҙа булмай

(Монолог)
Урамда һәр саҡ яҙ ҙа булмай
Бала саҡ һәр кемгә ҡәҙерле. Үҙенсә ҡәҙерле. Минең тормошомда ут-ғәрәсәтте еңеп ҡайт­ҡан, һуғыш ветераны булған атайым ҙур роль уйнаны. Ете бала үҫтек, аслыҡ-яланғаслыҡта буй еткерҙек, тип зарлана алмайым, ил күтәргәнде бергә кисереп, ил ауыҙындағы беҙҙең өҫтәлдә лә булды. Етешһеҙ саҡ та булғандыр. Тик атай-әсәйем һыҡтап, зарланып ултырырға өйрәтмәне. Йүнен тапҡанбыҙҙыр.
Атайыма эйәреп йөрөргә яраттым. Йүкә ҡабыҡлы ат арбаһына ултырам да, уның талғын тауыш менән генә йырлағанын тыңлап бара торғайным. Күңелдең дә, донъяның да һил-тыныс һәм ышаныслы сағы инде бына. Янда – атай, көй ыңғайына талғын ғына алаша юрта, ер шары әйләнә, туҡтамаған...
Шуғыраҡ та булғанмын шикелле. Йүнен табыу тигәндәй, биш-алты йәштәрҙә ағайҙар мине ҡыҙыҡ күреп йырлата икән. Мин үҙ шартымды ҡуям: аҡ аҡса бирһәгеҙ, «Шайморатов генерал»ды йырлайым, һары аҡсаға таҡмаҡ та әйтмәйем, тип ебәрәм икән. Һары тигәне ике-өс тинлек баҡыр аҡсаны әйткәнмендер инде.
Өйҙә һөт бөткәс, ут күрше Зәйнәп әбейгә йомошҡа йүгерткәндәр. Үҙебеҙҙең дә һөт бөттө бит әле, балам, ти икән күршем. Мин күҙ ҙә йоммай, һуң, һөт булмаһа, ҡаймаҡ булһа ла биреп тороғоҙ, тигәнмен. Зәйнәп әбейҙең Әхәт, Әсҡәт исемле улдары, мин үҫкәс, был хәлде йыш иҫкә алып, көлөрҙәр ине. Ана шулай йүнсел дә, зирәк тә булғанмын, ахыры. Бындай «һәләт» менән эшҡыуар булырға кәрәк булған да (рәхәтләнеп көлә)... тик журналист юлын үтергә яҙған.

* * *
Уҡыуға һәр саҡ ынтылыш менән йәшәнек. Атайым белем менән хеҙмәтте һәр саҡ алға ҡуйҙы. Үҙе лә бик зирәк заттан ине, тик тормош ауырлыҡтары белем йәһәтенән уның үҙенә асылырға форсат бирмәгән. Үҙенең данлыҡлы, уҡымышлы нәҫелдән булыуын белгәндер, шуға ла балаларына белем бирергә тырышҡандыр, тим.
Яңыраҡ ҡулға 1863 йылғы документ, Ырымбур губернаһының халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре килеп эләкте. Унда минең тыуған ауылым, хәҙерге ҡырмыҫҡалы райо­ны Малай ауылы Дыуан-Табын улусының үҙәге икәне асыҡ яҙылған. Был улусҡа 18 ауыл ҡараған. Тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-ҡаран да ингән. Сәхәү олатайым ошо улус старшинаһы итеп һайланған, тигән хәбәр­ҙәр ҙә бар. Олатайымдың йөҙәр баш умартаһы, өйөр-өйөр йылҡы малы, ҙур йорто булған. Ул йорттоң ялан кеүек мөгәрәбендә уйнап йөрөгәнде иҫләйем әле. Олатайымдың ғүмере үҙе бер тарих инде. ҡыҙыҡһынаһы, асаһы мәғлүмәттәр күп. Шуға бына хәҙер инде 90 ғына йортло тыуған ауылым хаҡында китап сығарырға йыйынабыҙ. Яйлап материалдар йыябыҙ. Олатайым 1919 йылда үлтерелә, ә мөлкәте тартып алып, таратылып бөткәндән һуң, өләсәйем егерме беренсе йылғы аслыҡта вафат була.
Ә инде етем үҫкән атайым етенсене Күлләр мәктәбендә тамамлай. Заманы өсөн ҙур белем дә, үкенескә күрә, артабан уҡый алмай. Ә шулай ҙа... Өфөгә педтехникумға барып ҡарай ул, тик, йәшең етмәй, тип алмайҙар. Шул осорҙа атаҡлы яҡташы, ғалим Жәлил Кейекбаев менән танышып ала, уларҙың бүлмәһендә йоҡлап йөрөй. Шул саҡты һағынып, ағайҙы ҙурлап иҫләп ултыра торғайны ла, тик башҡаса ағай менән осраша алманы. Донъя мәшәҡәтеме, ваҡыт тапмауымы... Беҙгә уны өлгө итеп ҡуя ине, әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә белемгә ынтылығыҙ, тип өгөтөнән ташламаны.
Мине атайым беренсе класҡа Өфөләге данлыҡлы беренсе интернат-мәктәпкә етәкләп алып барҙы. Атай-әсәйҙән, тыуған йорттан айырылыу ни тиклем ҡыйын булһа ла, бәхетле ғүмер кисерҙем интернат тигән изге йортта. Унда төплө белем дә бирҙеләр, хеҙмәтте, илде, тормошто ла яратырға ла өйрәттеләр. Һәр тәрбиәсене, һәр уҡытыусыны, һәр синыфташымды һәр саҡ һағынып, йылы һүҙ менән, туғандарса ҡараш менән иҫкә алам.
Шунда яйлап әҙәбиәткә, журналистикаға һөйөү тәрбиәләнгәндер. «Башҡортостан пионеры»на интернатта үткән бер нисә саранан репортаж яҙып ебәргәйнем дә, кире яуап хаты килде. Яҡташым, яҙыусы Рәшит Низамовтан ине ул. Кәңәштәрен биргән, хатамды ентекләп аңлатҡан, дәртләндерергә лә онотмаған. Бик ҡәҙерле тойолдо миңә был хат, уны бөгөн дә һаҡлайым. Ағайҙың өйрәтеүе буйынса яҙғайным, икенсе мәҡәләм баҫылып та сыҡты.
Хәрби фәндәр кандидаты, Санкт-Петербургта уҡытҡан Фируз Мәҡсүтов атлы данлыҡлы ауылдашым бар ине. Ул ҡайныһы, атаҡлы композитор Рәүеф Мортазин менән беҙгә йыш килә торғайны. Бер саҡ Фируз ағай:
– Үҫкәс, кем булырға хыялланаһың, Фәнил? – тип һорап ҡуйҙы.
– Геолог булырға ине иҫәп, – тим.
– Һәйбәт һөнәр, шулай ҙа һиңә журналистика юлын һайлау дөрөҫөрәк булыр ул, – тип кәңәш итте.
Күрәһең, гәзиттә баҫылған бер нисә мәҡәләм хаҡында хәбәрҙар булғандыр. Һуңынан уның «Ағиҙел» журналында сыҡҡан хикәйәләрен, хәрбиҙәр хаҡындағы очерктарын күреп, үҙенең тормошҡа ашырмаған һөнәрен миндә күрергә теләнеме икән, тип тә ҡуйҙым. Нисек кенә булмаһын, абруйлы ағайҙың әйткәндәре зиһенгә инеп ояланы, уйға һалды.
Интернатта уҡығанда Рәүеф бабайҙарға йыш барып йөрөнөм. Уның йыш ҡына пианино артында ниҙер ижад итеп ултырыуына шаһит булырға яҙҙы. Интернатта яҙыусылар, журналистар менән осрашыу­ҙар йыш булды. Ни өсөн телгә алам быларҙы? Мөхит тәрбиәләй баланы. Шул ижади мөхит, атайҙың ышаныс менән ҡараған ҡарашы, данлыҡлы шәхестәрҙең уй-фекере барыбер эҙһеҙ үтмәй ул. Һәм бөгөн, ер аҫтынан табыр алтындарҙы кеше күңелдәрендә, замандаштарым яҙмыштарында, ил тормошонда табам икән, мин барыбер бәхетле.

* * *
Әрме хеҙмәтен үтеп, БДУ-ны тамамлағас, журналистика юлын радионан башланым. Һәр эштең бер үҙенсәлеге тигәндәй, баҫма матбуғатта, факт булһа, нисек тә шартына килтереп, баҫтырып була. Факттарҙа хата киткән икән, шылтыратып, төҙәтергә, тикшерергә лә мөмкин. Ә бына радио-телевидениела журналист ҡорамалға ныҡ бәйле.
Бер хәл. ҡыйғы районына командировкаға ебәрҙеләр. Ленин комсомолы премияһы лауреаты, йәш тракторсы Нәҡиә Ғәлина хаҡында һүрәтләмә эшләргә тип. Бөгөнгө көндәр кеүек сатнама һыуыҡ.
Хужалыҡты таптым, гаражға барып, героиняны эҙләйем. «Нәҡиә ҡайҙа икән?» – тип кешеләрҙән һорайым, улар ҙур трактор, К – 700 инеме икән, яғына күрһәтәләр. Барып әйләнәм, тапмайым. Техника аҫтында кемдер булашҡан кеүек ул, тик ул ир кешегә оҡшаған. Тағы барып һорайым. Шунда ул, тиҙәр. Трактор аҫтынан һырма салбарҙа, фуфайкала ҡатын кеше килеп сыҡмаһынмы! Бына кешеләрҙең шул замандағы фиҙакәрлеге, ә! Һыуыҡ тип тормай, ирҙәр эше тип өркмәй, илгә файҙам тейһен, тип бар йәнде һалып эшләү! Һоҡланғыс бит. Киттек Нәҡиәнең өйөнә. Бигерәк һыуыҡ бит. Һөйләшәбеҙ, Нәҡиә ихлас ҡына асылып, эше хаҡында һөйләп китте. Тикшереп ҡараһам, магнитофон эшләй, ә запись юҡ... Ул ваҡытта иңгә һалып йөрөй торған 5 – 6 килолы «Репортер – 5» тигән таҫмалы репортер магнитофоны. Ултырып иламайһыңмы? Ә гәзиттә эшләһәң, ручкаң яҙмай икән, икенсеһен табып була, ә магнитофон ул осорҙа былай ҙа һирәк ҡорамал. Нишләргә, аптырап, туңғандыр был тип, йылы мейес эргәһенә ҡуйҙыҡ. Үҙебеҙ һөйләшеп ултырып, сәй эсәбеҙ. Күпмелер ваҡыттан һуң магнитофонды ҡабыҙһам, эшләй. Икебеҙ ҙә һөйөнөп киттек. Нәҡиәгә, әйҙә һөйлә, тим. Һуң, әле генә һөйләнем бит инде, ти. Былай ҙа аҙ һүҙле ҡыҙ ябылды ла ҡуйҙы. Кеше тәүҙә һөйләгәндә тәбиғи һөйләй, ә аҙаҡ уйлап, дөрөҫ әйттемме әле, тип шикләнеп, тулыһынса асыла алмай ҡала. Сәй табынындағы һөйләшеү үк булмаһа ла, Нәҡиәнән уңыш серҙәрен «һығып» алдым тәки.

* * *
Һикһәненсе йылдар аҙағында телевидениела тәүҙә ижтимағи-сәйәси редакциянының баш мөхәррире, аҙаҡ Башҡортостан телевидение студияһының директоры булырға тура килде. Ул осорҙа, туҡһанынсы йылдарҙа, һигеҙ йыл етәксе булыу еңел түгел ул. Асыҡлыҡ, үҙгәртеп ҡороу тип билдәлелеккә юл ҡуйылып та, билдәһеҙлеккә килеп төртөлгән осорҙа.Торғонлоҡ осоро үтмәгән, демократтар урындарын биләп бөтмәгән. Яңы ижтимағи ҡоролошто яңыса күрһәтеү ине бурыс. Йәмғиәт кенә түгел, кешенең йәшәү рәүеше, уйы үҙгәргән мәл. Азатлыҡ тип оран һалған сағыбыҙ. Тарихи хәл-ваҡиғалар заманы. Болғансыҡтан сығып, дөрөҫлөктө, тейешле йүнәлеште лайыҡлы күрһәтә алдыҡ, тип уйлайым бөгөн. Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш, халыҡты күтәреү, берҙәмлекте булдырыу... – барыһын да атҡарып сыға алдыҡ.
Егерме йылдан һуң шул осор бөгөн дә күҙәтелгән кеүек. Һуңғы көндәрҙәге митингылар шуны иҫкә төшөрә. Халыҡ тағы ла йоҡоһонан уяна башланы, тағы ла үҙаңы күтәрелде. Матбуғат иреклеге, һүҙ азатлығы тағы майҙандарға сыҡты. Хәүефлеме был? Халыҡ шулай әҙерәк саңын ҡағып алмаһа, хәүефлерәк булыр ине. Тағы ла культ тыуҙырыуға, ғәмһеҙлек йоҡоһона тарыуға килтерер ине. Урамда һәр саҡ яҙ ҙа булмай. Халыҡ власҡа күпмелер оппозицияла ла булырға тейеш. Авторитар ҡоролошҡа нигеҙләнгән йәмғиәт ҡасан да булһа үҙгәрергә хаҡлы. Хәрәкәт һәм үҫеш шунда ғына барлыҡҡа киләсәк. Һүҙ юҡ, әлеге көндә етәкселекте алмаштырырлыҡ кандидат күренмәй. Ләкин уның эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге лә халыҡ һүҙенә ныҡ бәйләнгән.

* * *
Бөгөн мине иң борсоғаны – журналистиканың бәҫе төшөүе. Элекке һымаҡ темаларҙы ныҡлап өйрәнеү, төрлө жанрҙарҙа, формаларҙа биреү сәнғәте юғалып бара. Беҙҙең баҫыуҙа ерҙе ысын профессионалдар түгел, өйрәнсектәр, осраҡлы кешеләр күберәк һөрә. Графомандар күбәйҙе. Шуға емештәр тос түгел, баҡсабыҙ сүпле. Аналитика юҡ кимәлендә, күберәк мәғлүмәт хөкөм һөрә. Баҫмаларға интернет материалдары ябырылыуы ғәҙәти хәл. Тик «Нәҡиә»ләр гәзит битенә, телеэкрандарға интернеттан килеп инмәй бит. Халыҡтың ана шул халыҡ араһынан сыҡҡан кешеләр хаҡында, уларҙың яҙмыштары, борсолоуҙары, уйҙары, моңдары тураһында белгеһе килә. Менталитет, милли үҙенсәлектәр ана шул материалдарҙа сағылыш табырға тейеш, минеңсә. Ерлек етешмәй.
Милли матбуғат тәүге сиратта милләт өсөн, уның үҫешенә, рухиәте, мәҙәниәт күтәрелешенә хеҙмәт итергә бурыслы. Матбуғат бөгөн дә халыҡты берләштерә алыу көсөнә эйәме һуң? Шул турала уйланайыҡ әле.
Күтәрелгән тәнҡиттең гәзит битендә генә ҡатып ҡалыуы беҙҙең хеҙмәттең һөҙөмтәһен юҡҡа сығара кеүек. Етәкселәр, тәнҡиткә етди иғтибар биреп, етешһеҙлекте бөтөрөү урынына, һүҙ теймәһен өсөн ҡайҙан ярҙам эҙләйем икән, был баҫма башҡа «өрмәһен» өсөн ҡайҙан рычаг табып, нисегерәк һәм кем менән өркөтәйем икән, тип баш вата.
Заманында телевидениела «Актуаль камера» исемле тапшырыу бар ине. Мансаф Ғиләжев, Сәләх Суҡбаев, Фуат Әминев кеүек журналистар башлап ебәргәйне уны. Һуңынан беҙ дауам иттек. Районға, ҡалағамы – ҡайҙа ғына бармайыҡ, етәкселәр ҡалтырап төшә торғайны. Сөнки беҙ хаттар буйынса теге йәки был проблеманы урынға барып өйрәнеп, материал эшләй торғайныҡ. Актуаль теманы төшөрәбеҙ, күрһәтәбеҙ һәм һөҙөмтә лә була ине. Хәҙер ҙә төшөрәләр, кемдеңдер өйө емерелеп бара, кемгәлер фатир бирелмәгән... юҡ, былары ла кәрәк, әгәр эшең һөҙөмтә бирә икән. Тик йәмғиәт өсөн мөһим булған проблемалар ситтә ҡала. ҡыҙыҡлы яҙмышҡа бәйләнгән материалдар әҙ.
Был нимәгә бәйле? Журналистың тәүәккәл булмауы, ҡурҡыу, өҫтәгеләрҙән һүҙ теймәйме, тип шикләнеп ҡарау мөһөрө беҙҙе һаман эҙәрлекләй. Урындағы етәкселеккә ыша­ныс­тың кәмеүе лә быға этәрә. Ә Президент Рөстәм Хәмитов «йәшел ут» яҡтыртты ла, буғай, ҡурҡмай яҙығыҙ, проблемаларҙы күтәрегеҙ, тип фатиха ла биреп тора. Етәкселәр гәзиттәге мәҡәләгә яуап бирергә ашыҡмай, быны иҫтәренә төшөрөргә кәрәк. Шунһыҙ журналист һүҙенең бәҫе лә, хеҙмәтенең ҡәҙере лә күтәрелмәйәсәк.
Иртән эшкә килгәс тә ҡайһы гәзитте ҡулыма аламмы? Тәүҙә «Баш­ҡортостан»ды ҡарап сығам, мотлаҡ. Төп гәзит республиканың рупоры булырға тейеш, тигән фекер ҡалған­ғамы? Ни тиһәң дә, абруйлы һәм бай тарихлы баҫма бит. Республикалағы төп яңылыҡтар унда урын алған кеүек. Абруйлы шәхестәрҙең дә фекере ҡыҙыҡһындыра. Һәм, әлбиттә, «Коммер­сант»ты уҡыйым. Рәсми гәзиттәр яҙмаған, әллә теше үтмәгән мәҡәләләр урын алған өсөн. Һәм улар бик оператив эшләй, мәғлүмәтте биреп кенә ҡалмайҙар, аналитиктарҙың фекерен еткерәләр, сәбәптәрен асыҡлайҙар.

* * *
Һәр кемдең тормошонда иҫтәлекле, бәхетле, ҡайғылы мәлдәре була. Балалар тыуыуы, яҡындарын юғалтыуы... Ер кешеһе бынан азат түгел. Үҙемдең дә ундай мәлдәремде һанай китһәм, күп булыр. Шулай ҙа береһенә туҡталғым килә.
Ул – милли батырыбыҙ, ғорурлығыбыҙ Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап оҙайлы экспедиция. Ул беҙҙә генә түгел, Рәсәйҙә лә ижтимағи-сәйәси йәһәттән шул тиклем әһәмиәтле булды. Нисек башланды ул? Батырыбыҙҙың 250 йыллығын журналистар нисек үҙенсәлекле һәм халыҡтың йөрәгенә барып етерлек итеп билдәләй ала? Һүҙ юҡ, шул йылда ғына батырға ҡағылышлы 18 китап сыҡты. Күпме мәҡәлә, тапшырыу әҙерләнде. Ул ваҡытта матбуғат министры Зөфәр Тимербулатов, әйҙәгеҙ, Салауаттың һөргөнгә барған һуңғы юлын тергеҙеп ҡарайбыҙ, тип тәҡдим итте. Уның урынбаҫары булараҡ, был эш миңә йөкмәтелде. Нефтекама автозаводы етәкселеге бушлай автобус бирҙе. Маршрут һәм, һәр редакциянан тиерлек журналистар йәлеп ителеп, делегация әҙерләнде. Өфө, ҡаҙан, Чебоксар, Мәскәү, Владимир, Тверь, Ленинград өлкәһе, Эстония... ярты Европаны иңләп Салауаттың эҙҙәрен барлап ҡына ҡалманыҡ, ул ҡалаларҙа губернатор урынбаҫарынан алып мәктәп балаларына тиклем осрашып, батырыбыҙ, Башҡортоста­ныбыҙ хаҡында һөйләп, аңлатып йөрөнөк. Беҙҙең килер­ҙе белеп, һәр ерҙә яҡташтарыбыҙ һағынып ҡаршы алды. Ул урындарҙа Салауатты яңынан тергеҙҙек.
Палдискиға, Салауаттың һуңғы төйәгенә аяҡ баҫҡас, шул тиклем тәьҫораттарыбыҙ тулышҡан бул­ғандыр, ирекһеҙҙән күҙҙәребеҙҙән йәштәребеҙ атылып килеп сыҡты. Унда беҙҙе, вариҫтарын, Салауат көтөп торор кеүек ине. Ә ул юҡ. Уны юҡһынып, һағынып илап ебәрҙек. Салауаттың бюсын тәртипкә кил­тер­ҙек. Беҙ барғанда ҡасандыр гөрләп эшләп торған музей эшмәкәрлеген туҡтатҡайны. Шулай уҡ батыр исемендәге урам да башҡа исемдә ине. Беҙ үҙебеҙҙең Хөкүмәткә тәҡдимдәр менән сыҡҡас, музей яңынан тергеҙелде, яңы урамға Салауат Юлаев исеме бирелде. Эстония етәкселеге беҙҙең һорауҙарҙы ишетте, милли батырыбыҙға булған оло ихтирамын шулай иҫбатланы.
Һуңынан Салауат эҙҙәре буйлап башҡа экспедициялар Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Татарстан ерҙәрендә һәм үҙебеҙҙең райондарҙа дауам итте. Ошо юлъяҙмаларҙы йыйып, ике китап нәшер ителде, өсөнсөһө әҙерләнә...
Сал быуаттар аша Рәсәй халҡына Салауатты яңынан ҡайтарырға тырыштыҡ. Шағир әйтмешләй, батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға баш эймәҫ Салауаттың рухын үҙеңдә тойоу оло бәхеттер тип уйлайым.

Мөнир ҡУНАФИН яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»