RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тарих мең дә туғыҙ йөҙ ҙә иллелә…

07.02.2012 Тарих мең дә туғыҙ йөҙ ҙә иллелә…

йәки Бер ауылдың күсенеү тарихы
Тарих мең дә туғыҙ йөҙ ҙә иллелә…
Силәбе өлкәһенең ҡоншаҡ райо­нындағы Мөслим ауылы халҡы 1957 йылда «Маяҡ» химкомбинатында булған радиациялы һәләкәттән зыян күрә. Ауыл «Маяҡ»тың сәнәғәт майҙанынан сама менән 80 саҡрым арауыҡта урынлашҡан. Әлбиттә, радионуклидтар менән уның барлыҡ биләмәһе зарарланмаған, ә бары тик Теча йылғаһы буйы ғына ағыуланған, тип баралар. Барыбер фажиғәнән һуң мөслимдәрҙе икенсе урынға күсереү зарурлығы килеп тыуа.

Күсенеү. Миллиондар…

2006 йылда Рәсәйҙең атом энергияһы буйынса федераль агентлығы (бөгөн − «Росатом») менән Силәбе өлкәһе хөкүмәте Мөслим ауылының социаль проблемалары һәм Теча йылғаһының экологияһы буйынса күреләсәк сараларҙы берлектә финанслау хаҡында килешеү төҙөй. Ошоға ярашлы, ауылдың 741 йорто (унда 2400 кеше йәшәй) күсерелергә тейеш була. Бынан тыш, күсереү программаһына Мөслим станцияһының өлөшләтә урамы ла индерелә. Халыҡҡа, үҙ йортон, ауылын ҡалдырып, ят ергә төйәкләнеүе бер миллион һум аҡса менән компенсацияланасаҡ, тип вәғәҙә итәләр. Был суммаға кешегә йортто йә өлкә хөкүмәте аша, йә үҙе төҙөүсе табып, төҙөтөү мөмкинлеге бирелә.
Күсенеүгә, дөйөм алғанда, «Росатом»дан − 600 миллион, Силәбе өлкәһе бюджетынан 450 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала. «Мөслим ауылын күсереүгә булышлыҡ итеү фонды» тигән коммерция булмаған ойошма тап шул ваҡытта барлыҡҡа килә.
Халыҡ яңы ауылға үҙҙәренең элекке йәнтөйәктәре исемен ҡушып, Яңы Мөслим атамаһы бирә. Бер ҡараһаң, барыһы ла һәүетемсә генә тамамланыр кеүек ине.

Бармағы «үҙенә кәкреләр» һәр ерҙә бар…

Әммә күсенеүгә бу­лышлыҡ итеү фонды хеҙмәткәрҙәре бүленгән сумманы «бер көнлөк фирма»ға күсерә лә үҙҙәренә үҙләштерә. Ә документтарҙа иһә халыҡтың бөтә сумманы ла алғанлығы күренә. Ил Президентына был алдаҡ хаҡында экологтар еткерә. Былтыр июндә «Гражданин» ижтимағи партнерлығы (ойошмаһы) директоры Максим Шингаркин исемле кеше Дмитрий Медведевҡа ауыл халҡына тәғәйенләнгән аҡсаның ниндәйҙер яуаплылығы сикләнгән ойошмаға йыйылыуын хәбәр итә һәм әлеге сумманың (бында һүҙ миллиард һум тураһында бара) законһыҙ рәүештә «һулға» китеүен әйтеп, килешеүҙәр­ҙең күсермәһен дә күрһәтә. Президент эште үҙ контроленә алырға һүҙ бирә.
Әле фонд етәксеһе һаҡ аҫтына алынған. Александр Бурмистров, Мөслим ауылы халҡын алдаусы булараҡ, һис шикһеҙ, яуап бирергә тейеш. Уға РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса (4-се бүлек, үтә ҙур суммала мутлашыу) эш асылған. Енәйәт иҫбат ителһә, хөкөм язаһы − 10 йылға тиклем төрмә. Әле Бурмистров әфәнде, ауырыу сәбәпле, суд ултырышына килеүҙән баш тарт­ҡан. Уның адвокаты ла элекке фонд етәксеһен һаҡ аҫтынан сығарыуҙы һорай.
Тикшереү күрһәтеүенсә, Александр Бурмистров менән фондтың тағы бер хеҙмәткәре 2008 йылда халыҡты күсереүгә тотонола торған аҡсаның бер өлөшөнә − ике миллионға яҡын һумға алдау юлы менән хужа була. Һөҙөмтәлә ауылдың ике кешеһенә бер миллион урынына 300 меңдән 700 мең һумға тиклем генә аҡса бирелә. Тағы ла береһенә бөтөнләй бирелмәй. Бөгөнгә иһә алданыусылар һаны ла артҡан – һигеҙ кешегә аҡса биреп еткерелмәгәне асыҡлан­ған. Әле тикшереү дауам итә.
Йорттар тиҙ төҙөлә лә ул…
Тарих мең дә туғыҙ йөҙ ҙә иллелә…

Шуныһы ла бар: мөслимдәр яңы йорттар һалдыра башлай ул һалдырыуға, әммә төҙөүселәр араһында ла намыҫһыҙҙар була шул. Бүленгән аҡса тирәләй мутлашыуҙарҙы асыҡларға килгән тикшереү 124 йортта төрлө дефект булыуын да күреп ҡала. Ул ғына ла түгел әле. Артабан комплекслы тикшереү комиссияһы тағы 135 торлаҡта кәмселектәр таба, шунда эш алып барыусы төҙөлөш компанияһына 290 иҫкәрмә яһала. Йорттарҙың күбеһе ҡышын ныҡ һыуыҡ була, хатта бер нисә коттеджды яңы көйөнсә ҡабаттан ремонтлар­ға ла тура килә. Бынан тыш, һыу торбаһы, канализация ла йыш ҡына туңа икән. Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, төҙөлөш сифатһыҙ булған, сифатһыҙ материалдар ҡулланылған. Шул «арзанайтыу операцияһы» арҡаһында сама менән 30 − 40 миллион һум аҡса маҡсатһыҙ ҡайҙалыр «осҡан». ҡоншаҡ районы етәкселеге ни өсөн йорттарҙы ҡабул итеп алған һуң? Әлегә был эш буйынса төп ғәйепле асыҡланмаған, дәлилдәр туплау бара. Ә үрҙә телгә алған фонд етәксеһе Бурмистровҡа ағымдағы йылдың беренсе майына тиклем һаҡ аҫтында ултырырға тура киләсәк.
Бөтә был ваҡиғала Мөслим халҡының бер ғәйебе лә юҡ бит – «Маяҡ»ҡа яҡын йәшәүҙәренә лә, нурланыш алыу ихтималы булған­ға ла, яңы ергә күсенеүҙәре өсөн дә. Шулай ҙа нәҡ улар – ябай халыҡ, беҙҙең сабыр милләттәштәребеҙ, күпме зыян күрә. Кем әйтмешләй, был донъяла барыһы ла баланслана. Иң үрҙә, ете ҡат күк өҫтөндә ултырыусының үлсәүе, ай-һай, теүәлләй ул…

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»