RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Төрмә хөрмә түгел…

07.02.2012 Төрмә хөрмә түгел…

йәки Изоляторҙың «теге» яғынан репортаж
Төрмә хөрмә түгел…
Кеше ғүмерендә иң мөһиме нимә? Һаулыҡ, атай-әсәй, балалар, мөхәббәт, аҡса, яратҡан һөнәр, тип теҙеп алып китер күптәр. Ә минең уйымса, иң мөһиме, иң ҡәҙерлеһе ул – ирек. Кеше тик физик яҡтан ирекле булған саҡта һаулығын да ҡайғыртыр, аҡсаһын да эшләр, ата-әсәһе, яҡындары янында була алыр... Ошо көндәрҙә Дүртөйлө ҡалаһындағы 5-cе тикшереү изоляторында булғанда шуға инандым.

Йәмғиәттең иммунитеты

Сәнскеле сым менән уратып алын­ған СИЗО биләмәһенә килеп еткәс, беҙҙе учреждение начальнигы, полковник Илгиз ҡәнзәфәров ҡаршыланы.
Учреждение 1971 йылда барлыҡҡа килгән. Быға тиклем унда һауыҡтырыу-хеҙмәт профилакторийы урынлашҡан. Билдәле булыуынса, СССР мәлендә ана шундай ойошмалар күп эшләгән. Һәр бер енәйәтсе ныҡлы контролдә тотол­ған. Социаль хәүеф тыуҙырған кешеләр лагерҙарға ебәрелгән, психик ауырыуҙар махсус дауаханаларға урынлаштырылған, туберкулез кеүек йоғошло сирҙәр менән ауырыусылар иҫәптә булған.
– Ана шундай һауыҡтырыу-хеҙмәт лагерҙары үҙенә күрә йәмғиәттең иммунитеты булған да инде. Илебеҙгә демократия шауҡымы килеү менән шул элементтар иреккә сығарылды. Йәмғиәттең һау өлөшө һәм социаль ҡурҡыныс тыуҙырыусылар бер ерҙә йәшәй. Үкенескә күрә, бик йыш яман яҡшыны үҙ арбаһына ултырта шул. Һөҙөмтәлә енәйәтселек үҫә, йәмһеҙ күренештәр арта, − тип әсенеп һөйләп алып китте Илгиз Ғайсар улы.
Изолятор республиканың 22 райо­нын хеҙмәтләндерә. Әле бында 585 кеше ултыра. Шуларҙың 64-е суд тарафынан хөкөмгә тарттырылған, бында яза ваҡытын уҙғара. Улар изоляторҙың төрлө хужалыҡ эштәрендә йөрөй. Ә ҡалғандар – ғәйепләнеүселәр судҡа тиклем бында була. Тикшереү эше оҙаҡҡа һуҙылыу сәбәпле, яртышар йыл буйына хөкөм ҡарарын көтөүселәр байтаҡ. Суд уларҙың ғәйебен раҫлаһа, енәйәтсе икенсе төбәктәге колонияға ебәрелә.
Был тиклем кешене бер юлы контролдә тотоп буламы ни, тип аптыраныусылар ҙа булыр. Баҡтиһәң, бөтә бүлмәләргә лә камералар ҡуйылған икән, бында Американың көмбәҙ системаһы ҡулланыла. Уның ярҙамында СИЗО-ның бөтә биләмәһе ус төбөндәге кеүек күренә. Операторҙар бүлмәһендә оn-line режимында 24 сәғәт буйына күҙәтеү бара, уларҙың эше бер минутҡа ла туҡтамай. Теләгән ваҡытта һәр тотҡондоң нимә эшләгәнен ҡарап була. Үҙ-ара һуғыш ҡупһа, кемдер үҙ-үҙенә ҡул һалһа йәки башҡа берәй хәл тыуһа, шундуҡ тревога иғлан ителә һәм урынға һаҡсылар ебәрелә.

Енәйәтенә күрә язаһы

Күңелде өшөтөп ауыр тимер ишектәр асылды ла, тар ғына коридорҙан алға атлайбыҙ. Тағы ла ҡат-ҡат ишектәр, ҙур йоҙаҡтар, сәнскеле сымдар... Шомло булып китте.
− Был сымдарҙа электр уты бармы әллә? – тип һораштым Илгиз Ғайсар улынан, төрмә тураһындағы бер киноны иҫкә төшөрөп.
− Юҡ, унда һиҙгер датчиктар ҡуйылған. Ул температураны һәм хәрәкәтте тоя.
− Тимәк, изоляторҙан ҡасыу мөмкинлеге юҡ инде?.. Ә бына кинола күрһәтәләр бит, шун... – һүҙемде әйтеп бөтмәнем, Илгиз Ғайсар улы:
− Юҡ, беҙҙә ундай осраҡтар булғаны юҡ. Ә «зәңгәр экран»дарҙан ниндәй генә уйҙырмаларҙы күрһәтмәйҙәр. Шундай фильмдарҙы төшөрөүселәргә йән көйә, − тип яуап бирҙе ул. – Хәйер, беҙҙә ниндәй тәртип икәнен үҙегеҙ күрерһегеҙ.
Шулай тигәс, тотҡондар урынлаш­ҡан бинаға юлландыҡ. Иң алда 15 йәшлек үҫмер ултырған ярым ҡараңғы камераға инәбеҙ. Күҙҙәрендә ғәмһеҙлек сатҡылары күренгән малайҙан:
– Нисек бында килеп эләктең? – тип һорауға ул бер тында:
– Бер нәмә сәлдергәйнем, – тине.
– Нимә урланың инде?
Үҫмер башын эйҙе лә:
– Иҫләмәйем. Белмәйем, – тип кенә ҡуйҙы. Шунан беҙгә бер ҡосаҡ хатын күрһәтә башланы. Дуҫтары, әсәһе көн һайын тиерлек яҙып тора икән. Кәштәлә төрлө китаптар күренә. Әңгәмә аҙағында уның күңеле емшене, күрәһең, бына-бына күҙ йәштәре тамырға әҙер ине.
– Өйгә ҡайтҡы килә, башҡаса бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла эш боҙмаҫ инем, − тине үҫмер хушлашҡан саҡта.
Ары үтәбеҙ. Артабанғы камерала ике егет ултыра. Икеһе лә оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле, үҙ йәштәренән күпкә оло күренәләр. Береһе бәләкәс баланы көсләһә, икенсеһе бер төркөм дуҫы менән кеше талаған. Беренсе камерала ултыр­ған малайҙы йәлләүҙән күңелем әрнеһә, былар иһә нәфрәт кенә уятты.
ҡатын-ҡыҙҙар камераһында тик гүзәл заттарға ғына хас булған йыйнаҡлыҡ күҙгә ташланды. ҡотһоҙ, тар ғына камераға нур ҡундырғандар. Өҫтәлдә үҙҙәре әҙерләгән ризыҡ күренде. Өс ханымдың береһе – сиған ҡатын наркотик матдә һатҡаны өсөн бында эләккән. Ә ҡалғандары үҙҙәре хаҡында һөйләргә теләмәне. «Закон буйынса, һорауҙарығыҙға яуап бирергә тейеш түгелбеҙ», − тип яуапланы улар. Эйе, уныһы шулай, өндәшмәҫкә хоҡуҡтары бар – суд хөкөмөн сығармайынса, улар бары ғәйепләнеүсе һанала. Шулайҙыр, ә бына енәйәт ҡылған саҡта уларҙың закондар тураһындағы белемдәре ҡайҙа булған икән?..
Шунан ете ир-егет булған камераға индек. Уларҙың ҡараштарынан беҙҙе күрә алмау, асыу күренә ине. Изолятор хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына теләр-теләмәҫ кенә яуап бирҙеләр. Илгиз Ғайсар улы: «Камерала күмәк ултырыусылар менән идара итеүе ауыр. Улар, ғәҙәттә, агрессив була. Ә бына яңғыҙы йәки ике кеше булһалар, уртаҡ тел табыуы еңелерәк», – тине.
Һәр камерала телевизор бар. Тик унда йәнең теләгән каналды ҡарау мөмкинлеге юҡ. Изоляторҙағы махсус телерадиостудияла ҡайһы каналды ҡуйһаң, бар камераларҙа ла шул канал ҡабына. Тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған кино-тапшырыуҙар күрһәтелә. Бындағы телевизорҙа ҡан ҡойош, эскелек, һуғыш күренештәренә юлыҡмаҫһың.
Илгиз Ғайсар улы артабан изолятор менән таныштырыуын дауам итте. Әйберҙәр тапшырыу бүлмәһенә үтәбеҙ. Бар ерҙә тәртип, заманса йыһаздар теҙелгән, хатта ял, балалар мөйөшө лә бар. Ике ҡатын изоляторҙа ултырыусы туғанына күстәнәс тапшырырға килгәйне.
Тотҡондарға, әгәр ҙә үҙҙәрен яҡшы тотһалар, йылына дүрт тапҡыр осрашыуға рөхсәт бирелә. Улар янына тормош иптәше, балалары йә башҡа яҡындары килеп, осрашыу йортонда өс көн бергә йәшәй ала. Был бина ҡунаҡхананы хәтерләтте, бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бында йәшәүселәр, моғайын, бер аҙға үҙҙәрен иректәге кеүек тә хис итәлер.
Иркенән мәхрүм ителеп, төрлө эштә йөрөүселәргә эш хаҡы түләнә. Тик аҡса ҡулға бирелмәй, ә «электрон янсыҡ»та һаҡлана. Улар ваҡ-төйәк әйберҙе урындағы магазиндан «яҙҙыртып» ала. Ә ҡайһы берҙәр һәр тиненә тиклем ғаиләһенә ебәрә икән.

Китапханала
Төрмә хөрмә түгел…

«Тотҡондар көндәрен нисек уҙғара һуң?» – тигән һорауға Илгиз Ғайсар улы китапханаға әйҙәне. Беҙҙе урта йәштәрҙәге ханым ҡаршы алды. Дамира Ханова, тип таныштырған апай бында 20 йылдан ашыу эшләй икән. Рәт-рәт теҙелгән китаптарҙы ҡыҙыҡһынып ҡулға алдым. Пушкин, Толстой, Тургенев, Чехов, ҡыҫҡаһы, тик урыҫ классикаһы йыйылған. Унда-бында сит ил авторҙарының әҫәрҙәре осраны. Ә бына детектив жанрында бер генә китапты табырмын тимә. Улар тыйылған икән.
− Уҡыусыларығыҙ күпме? Ниндәй әҫәрҙәрҙе яратып уҡыйҙар? − тип Дамира Ғәфүрйән ҡыҙына бер-бер артлы һорауҙарымды яуҙырам.
− Эйе, барыһы ла күп уҡый. Бигерәк тә Владимир Набоковтың әҫәрҙәрен ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Йыш ҡына беҙҙә булмаған авторҙарҙы таптыралар. ҡайһылар фән менән ҡыҙыҡһына, төрлө яҡлап белемен камиллаштыра, хатта юғары математика буйынса шөғөлләнеүселәр ҙә бар, − тип яуапланы ул.
Китапханала бер яҡ мөйөштә мәғлүмәт терминалы – вакансиялар базаһы күҙгә ташланды. Уның аша Башҡортостанда ҡайҙа, ниндәй эш урыны булыуын белергә мөмкин. Хөкөм ителеүселәргә алдан эш белешеп, иреккә сыҡҡас, шунда барыу мөмкинлеге бар.


Аш-һыу бүлмәһендә
Төрмә хөрмә түгел…

Аш-һыу бүлмәһенә ингәндә баштан-аяҡ ап-аҡтан кейенгән ике ир ҙур-ҙур ҡаҙандарҙа төшкө аш әҙерләй ине. Фотоға төшөрә башлағас, улар йөҙҙәрен йәшерә һалды. Баҡтиһәң, был ирҙәр иркенән мәхрүм ителгән кешеләр булып сыҡты.
«Рәшәткә» артында ултырыусыларҙы яҡшылап ашатмайҙар, тигән һүҙ төптө буш икән. Илгиз Ғайсар улы, улар өсөн тәғәйенләнгән борщ, һоло бутҡаһы, икмәктән ауыҙ иткәс, ризыҡ тәмле һәм сифатлы, тип менюны раҫланы. ВИЧ-инфекциялылар, туберкулез менән ауырыусылар, дистрофиктар икенсе төрлө меню буйынса ашатыла. Уларға витаминлы ризыҡ бирелә, порциялар ҙа ҙурыраҡ икән. Көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған.
Ашхана мөдире Гөлфиә Шәйнурова:
− Икмәкте үҙебеҙ бешерәбеҙ. Баҡсабыҙҙа үҫтергән йәшелсә-емеште ҡулланабыҙ. Бер сменала 18 хөкөм ителеүсе ашарға әҙерләргә ярҙам итә. Улар үҙҙәрен тыныс тота, хоҡуҡ боҙоуҙар булмай, − тине.
Дүртөйлө СИЗО-һында күпләп сусҡа, һыйыр, һарыҡ аҫрала. Йыл һайын ҡаҙ үҫтерелә, быйыл улар­ҙың һаны 700-гә еткән. Беҙ килгәндә бында ҡаҙ өмәһе бара ине. Изолятор хеҙмәткәрҙәре матур йолаға әүерелгән был күренеште еренә еткереп үтәне, хатта күңел асып, бейеп тә алдылар. Тотҡонда ултырыусылар менән аралашҡанда төшкән кәйеф күтәрелеп китте.

Бала әсәһе өсөн яуап тота...

Һауыҡтырыу-профилактика эше буйынса начальник урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Ғүмәров менән тотҡондағыларҙың һаулығы хаҡында һөйләштек:
− Көндәлек обход мәлендә һәр береһенең хәл-торошо тикшерелә. Беҙҙә тәүге ярҙам күрһәтеү шарттары бар. Изоляторҙа терапевт, фтизиатр, нарколог һәм психиатр эшләй. Әгәр ҙә хирургик операция кәрәк булһа, иркенән мәхрүм ителеүселәрҙе Дөртөйлө ҡала дауаханаһына алып барабыҙ.
Бында әлеге мәлдә ВИЧ-инфекциялы 16 кеше, туберкулез менән ауырыған 42 кеше иҫәпләнә. Наркомандар ҙа бар. Ике ҡатын-ҡыҙ бына-бына әсә булырға тора.
− Ә бәпес тыуғас?!
− Сабыйҙың өс йәшенә тиклем әсәһе янында булырға хоҡуғы бар. Һуңынан бала иреккә сығарыла. Ә әсәһе, әгәр ҙә хөкөм ваҡыты бөтмәгән булһа, артабан ултырыуын дауам итә.
Бала ата-әсәһе ҡылығы өсөн яуап бирмәй, тиһәләр ҙә, ҡайһы осраҡта уларҙың ғәйебен татырға тура килә, тимәк.

«Төрөмщик» мөһөрө юйыламы?

– Иркенән мәхрүм ителеүселәр бында саҡта үҙҙәрен шул тиклем тыныс, тәртипле тота. Ә бына хөкөм ваҡыты бөтөп, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтҡас, шундуҡ үҙгәрәләр. Был һөйләшеүҙәрендә, хатта атлауҙарында уҡ сағыла. Статистика буйынса, күпмелер ваҡыттан уларзың 60 проценттан ашыуы енәйәт ҡылып, бында кире килә, – тине Илгиз Ғайсар улы.
Ғәйеп йәмғиәттә лә бар. Беҙ «төрөмщик» мөһөрөн йөрөткән кешенән ситләшәбеҙ, уны ҡабул итмәйбеҙ. Иреккә сыҡҡанда ул элекке социаль бәйләнештәрен, дуҫ-яҡындарын юғалтҡан була. Күптәрҙән тормош иптәше, балалары йөҙ бора. Ә ниндәй эш биреүсе тыныс күңел менән кисәге «зэк»ты эшкә алһын инде?! Һөҙөмтәлә ул тағы ла шул тайғаҡ юлға баҫа.

Етәксеһе ниндәй, хеҙмәткәре шундай

Изоляторҙа бөтәһе 244 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың эшмәкәрлеген көйләү, изоляторҙа тулы тәртип булдырыу өсөн Илгиз Ғайсар улынан күп көс, сабырлыҡ талап ителә. Хеҙмәттәштәре уның хаҡында: «Үҙенә лә, беҙгә ҡарата ла талапсан, шул уҡ ваҡытта бик ғәҙел кеше», − тине.
Илгиз Ғайсар улы Архангел райо­нының Тирәкле ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡтан хәрби булырға хыялланған егет тәүҙә милицияла эшләй. Өфө ҡалаһының Эске эштәр мәктәбен тамамлағас, Рәсәйҙең Язаны башҡарыу федераль системаһының БР буйынса идаралығында, Бөрө СИЗО-һында эшләй. 1996 йылда уҡ йәш лейтенант сифатында ошо Дүртөйлө изоляторында эшләп китергә тура килә. Һәм бына ун йыл үткәс, етәксе булып ҡабаттан бында хеҙмәт итә башлай.
Илгиз ҡәнзәфәров – ике бала атаһы. «ҡатыныма әсәй ҙә, атай ҙа булырға тура килә инде. Ғаиләм Бөрө ҡалаһында йәшәй. Тик ял көндәрендә генә улар менән күрешәм», – тине.
Ошо өлкәлә арымай-талмай хеҙмәт иткәне өсөн Илгиз Ғайсар улы Салауат Юлаев ордены, бихисап миҙал менән бүләкләнгән.
Социаль хәүеф тыуҙырған кешеләрҙе тәрбиәләү, уларҙан йәмғиәтте аралау көндәлек эштәре булған изолятор хеҙмәткәрҙәренә сабырлыҡ ҡына теләргә ҡала.
...ҡайтырға сыҡҡас, ҡапҡа алдына ике полиция машинаһы килеп туҡтаны. Енәйәтселәрҙе алып килгәндәр. Кемдәрҙер тағы ла иң ҡәҙерле, иң мөһим нәмәһенән – иркенән мәхрүм ителде…










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»