RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

03.02.2012 Атай йорто

Атай йорто
Гәзитебеҙҙең 2-се һанында М. ҡунафиндың «Тик зар икән халҡым күңелендә» исемле мәҡәләһендә «Тыуған нигеҙ һәм ер» тураһында ла һүҙ барҙы. Айырата әйткәндә, Әбйәлил районынан шылтыратҡан апай ҡустыһының өс балаһы менән йортһоҙ ҡалыуы тураһында әсенеп һөйләне: «Магнитта йәшәүсе һеңлебеҙ, ҡустым менән бергә йәшәүсе әсәйемде ике ай үҙ фатирында бикле тотоп, уның үҙен дә күндереп һәм нисектер документтар йүнләп, ҡустыма ла, беҙгә лә белдермәй генә йортто Магнит байҙарына 850 мең һумға һатҡан...» Ошо хәлдең айышына төшөнөр өсөн Әбйәлил районына сәфәргә сығырға тура килде.

Ғаилә

Ҙур ғаиләлә һигеҙ бала үҫкән – биш ҡыҙ һәм өс малай. Ғаилә башлығы, мотоциклдан осоп, күптән мәрхүм булһа ла, уны һаман ауылдаштары оло ихтирам менән телгә ала. Абруйға лайыҡ кеше булды, тиҙәр: «Кем булып эшләмәһен, кеселекле, кешелекле, ғәҙел булып ҡалды. Балалары ла эшкә шәп ине, күмәкләшеп дарыу үләндәрен дә йыйып тапшырҙылар, һарығын да ҡырҡтылар... Ғүмере булып, йәшәп ятһа, балалары ошо көнгә ҡалмаҫ ине». Ҙур ғаиләнең тотҡаһы булған атай үҙе менән теге донъяға, әйтер­һең дә, йорттоң ҡотон да алып китә. Ә, бәлки, өйҙөң ҡотон әсә кеше осорғандыр, сөнки ғаилә башлығы һәләк булғас, ул эскегә һалыша.
− Башҡа балалар рәхәтләнеп һыу инә, ә беҙ йәй буйына эҫелә һарыҡ ҡырҡып, мәктәпкә кейенергә тип аҡса эшләйбеҙ, − тип иҫләне шул саҡтарҙы балаларҙың береһе. – Әсәй, беҙҙе аямай, шул аҡсабыҙҙы ла араҡыға тыҡты, һәм беҙ ямаулы, иҫке кейемдәрҙә мәктәпкә йөрөнөк. Барыһы ла беҙҙән көлә торғайны. Әлдә иң өлкән апай менән ағай беҙҙе ҡараны, юғиһә, бөтөнләй бөлә инек. Аҙаҡ, үҫкәс, әсәйҙән, ниңә эстең, тип һораным. Ул, атайығыҙ үлеп киткәс, һеҙҙең менән яңғыҙ ҡалғанға ҡурҡтым, ә эсһәң − рәхәт, бар нәмә онотола, бер ҡайғы юҡ, тип яуапланы.
Ауылда был балалар үҫкән күркәм йорт юҡ инде, уны Н. фамилиялы урыҫ кешеһе емереп, бер күрше ҡатынға һатҡан. Мәҡәлә геройҙары тәпәй баҫҡан ерҙә бөгөн – бейек таш ҡойма, таш гараж. Н. үҙе Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, шуға беҙ барғанда ул да, төҙөүселәр ҙә юҡ ине. Уның ҡарауы, беҙҙе, сит кешеләрҙе, күреп, яныбыҙға ауылдаштары килде. Ниндәй йомош менән йөрөүебеҙҙе белгәс, байтаҡ нәмә хаҡында һөйләп бирҙеләр.
– Ауыл ерендә бар нәмә ус төбөндәге кеүек: кемдер берәү урам осонда сөскөрә икән, икенсе урам осо был турала шунда уҡ хәбәр­ҙар була, тигәндәй. Ләкин өйҙөң һатылыуын беҙ белмәй ҡалдыҡ. Аҙаҡ ауыл менән кинйә улды яҡлап, өйҙө һатыуға ҡаршы ҡултамғалар ҙа йыйып ҡараныҡ, тик фәтүәһе булманы, − тип аптырашты улар. − Башҡа балалары башлы-күҙле булғас, әсәйҙәре оҙаҡ йылдар кинйә улы, уның ҡатыны, өс балаһы менән торҙо. Аҙаҡ, өйһөҙ ҡалғас, ауылға килеп, яңылыштым, көндәр буйы дүрт стена эсендә бикле ултырам, тип илап та йөрөнө. Тик хәҙер кемгә үпкә, үҙе эште боҙҙо − нимәгә өйөн һатып бара инде. Үҙе лә түгел, Магниттағы ҡыҙы һатҡан, тиҙәр бит.
− Нисәмә йыл ҡәйнәһе менән торған килен, уға үпкәләп, бер көн балаларын алып, атаһына ҡайтып китте, − тине оло ҡатындарҙың береһе, ваҡиғалар теҙмәһенә асыҡлыҡ индереп. − Магниттағы ҡәйенбикәһе ана шул мәлде һағалап ҡына торған тиерһең, тиҙ генә килеп етеп, әсәһен араҡыға алдаштырып алып ҡайтты ла, өйҙө һатты.
− Эскән кеше менән түҙеп ҡара, − тип киленде яҡлашты икенселәр. − ҡәйнәһенең анау ҡәҙәре эсеүенә оҙаҡ түҙҙе әле ул. Эскән кеше һәйбәт буламы ни? Улынан, ҡатынынан гел эсергә таптырҙы, килененә генә түгел, үҙ улына этләште: эсеп йөрөгәнендә йығыла ла, бахмурҙан башын йүнәтмәһәләр, мине улым туҡманы, тип милицияға хәбәр итә.

Янау

Өйҙө һатып, әсәһен үҙенә күсереп алып ҡайтҡан ҡатындың яҡындағы кафела эшләгәнен белгәс, шунда йүнәлдек. Урынында булмай сыҡты. Кассир-һатыусы уға шылтыратып, телефон трубкаһын ҡулыма тотторҙо. Үҙемдең «Йәшлек» гәзитенән хәбәрсе икәнлегемде, һатыл­ған йорт буйынса килеүемде әйткәс, ханым, инде уны һатҡанға ике йыл, тағы нимә йөрөйһөгөҙ, мин һеҙҙе судҡа бирәм, тип янап өлгөр­ҙө. Шулай ҙа, ярты сәғәттән ашыу көттөрөп булһа ла, осрашыуға килде.
− Мин бер нәмә лә аңлатып та өлгөрмәнем, ә һеҙ миңә янай ҙа башланығыҙ, − тип ҡаршыланым урта йәштәрҙәге ҡатынды.
− Эйе, − тине ул. − Мин көтөп йөрөй инем килеүегеҙҙе. Магнитогорскиҙа йәшәгәс, башҡортса гәзиттәр алдырмайым, шулай ҙа таныштар, һеҙҙең турала яҙылған, көт, тиҙҙән киләләр, тине. Мин, килһендәр, тинем, бер нәмәнән дә ҡурҡмайым.
Бер нәмә лә өндәшмәй, уға һынап ҡарап ултырғас, ә ни эшләп һин миңә килдең, ни эшләп әсәйемә барманың, тип асыуын тыя алмай, «һин»гә күсте.
− Беҙ әсәйегеҙгә барайыҡ тигәйнек тә, уның ҡайҙа йәшәгәнен белмәйбеҙ, − тим. − Һеҙҙең менән бергә барырға ине.
− Юҡ, мин уны тартҡыламайым. Гәзиттә яҙғандар, тинем уға былай, килһендәр, табырмын нимә әйтергә, тине.
− Ә ни өсөн әсәйегеҙ өйҙө һатыр­ға булып китте һуң?
− Сөнки яңғыҙ йәшәне. Хоҙай менән ант итәм, мин Аллаға ышан­ған кеше, әсәйем бер үҙе ике йыл йәшәне, шуға өйҙө һатты. ҡустым уны туҡмаған, туғандарым килеп әрләп киткән, быны бөтә ауыл халҡы белә.
− Ауыл халҡы ҡустығыҙҙы яҡлаша, уның яҡлы. Хәйер, һеҙ түгел, ҡустығыҙ әсәйегеҙ менән ун йыл йәшәгән бит.
− Күршеләр өйҙө һатҡанды яратмай, икенсе төрлө лә һөйләр... Улар үҙҙәре лә ер һата. ҡустым да үҙенә бирелгән участканы һатты. Ғөмүмән, бар нәмә магазиндан башланды. Мин бер ауылда магазин төҙөнөм. Төҙөп бөткәс, һеңлем менән бергә эшләнек бит инде, шуға ерҙе уға теркәнем. Документтарҙы теркәгәндә хаталандым − магазинды уға ғына түгел, икебеҙгә рәсмиләштерһәм, был хәл булмаҫ ине. Бөтә аҡсамды шул магазинға тыҡтым. Магазинға газ, ут үткәрҙем, бөтә төҙөлөш материалдарын һатып алдым, һалымдарын түләнем. Бөгөндән үк магазинды кире тартып алырға хәлемдән килә, ләкин ҡул һелтәнем инде, эшләһен әйҙә. Мин эш табам, юғалмам. Эшҡыуарлыҡ менән күптән шөғөлләнәм, уларҙы ла өйрәтеп алдым эшҡыуарлыҡҡа, һатырға. Хәҙер уларҙың шулай ҡыланышына иҫем китә. Рәхмәтле була белмәй­ҙәр. Ғүмер буйы туғандарға ярҙам иттем. Килһәләр, кейендереп, аҡса биреп ҡайтарҙым, бер насарлығым да юҡ... Мине магазиндан ҡыуып сығарғас, милицияға мөрәжәғәт иттем. Мин уҡыған кеше, бөтә закондарҙы беләм.
Үҙен аҡтан-аҡ, пактан-пак итеп күрһәтеп, туғандарын төрлө йәмһеҙ һүҙҙәр менән атаған ханымды күпме генә өгөтләмәйек, ул беҙгә үҙенең адресын әйтмәне, барыбер әсәйем бер кемгә лә ишекте асмай, тине. Хушлашҡанда тағы берҙе янаны: «Яла яҡҡанығыҙ өсөн судҡа бирәм».

Магазин

Был ханымдың һеңлеһе менән осрашыуға икенсе ауылға киттек. Ул апаһының һүҙҙәренә аптыраны: «һөйләгәндәре ялған. Иң өлкән ағай менән апай беҙҙе ҡарашты, ә уның беҙгә бер тин файҙаһы теймәне».
− Әлеге магазин урынында тәүге ирем менән тимер киоск ултыртып, шунда һатыу итә башланыҡ, аҙаҡ магазин һалдыҡ, − тип һөйләне ул. − Өйҙө һатҡан апайым килеп, магазинығыҙҙың бер мөйөшөн бир, мин дә тауар һатам, тигәс, арендаға килешеү төҙөнөк (ул килешеү әлегәсә бар). Беҙҙең эштәр тиҙ генә алға киткәс, эсе көтөрләгәндер инде. Сөнки, ирем үлгәс, беҙҙең магазинға бөтөнләй хужа булды ла китте. Бөтә нәмәне үҙ ҡулына төшөр­ҙө, төшөмдө гел үҙ кеҫәһенә һалды, мин, үҙ апайым бит, тип уға ышанып, яуыз ниәт менән йөрөгәнен башыма ла индермәнем. Икенсегә кейәүгә сығып, ауырға ҡалғанымда, апайым магазинды тартып алырға уйланы. ҡайҙа, документтарҙы яңынан рәсмиләштереп бирәйем, тип бер көн магазин­ға документтарҙы һораны. Ярай ҙа бирмәгәнмен. Шулай ҙа мине әллә күпме этләтте: үҙ магазинымдан мине ҡыуҙылар, тип ялыу­ҙар яҙҙы, судҡа бирҙе, мили­ционер­ҙарҙы ебәрҙе... Өйөмә баҫып килеп ингән милиционерҙар­ға магазин буйынса документтарҙы күрһәткәс, нишләп һеҙҙең магазинды минеке тип һөйләп йөрөй, тип улар ҙа аптыраны...
Магазин янында тороп, бер нисә кешенән ошо сауҙа нөктәһе тураһында һораштыҡ. Барыһы ла бер тауыштан әлеге хужабикәне күрһәтте: «Ул тәүге ире менән төҙөп сыҡты».

Кинйә ул

Йортһоҙ ҡалған кинйә улдан, һуңғы ике йылда әсәйегеҙ менән бергә йәшәмәнегеҙме ни, тип һорағас, ул ваҡытта өйгә суд арест һалғайны, беҙгә унда йәшәргә рөхсәт булманы, тип яуапланы:
− Мин, арест һалынһа ла, өйҙө килеп-китеп ҡарап йөрөгәйнем, һатып алыусы Н., тағы минең өйгә килһәң, үҙеңә үпкәлә, тип янаны. Шундай ҡыйын булды шул һүҙҙәрҙе ишетеүе... Атайың төҙөгән, ғүмер буйы йәшәгән йортоңдо башҡа сит бер кеше минеке тип әйтһен әле. Был йөрәкте бысаҡ менән ҡырҡыуға тиң. Мин әсәйҙе ун йыл ҡараным. Шул осорҙа ғына ла ул йөҙ тапҡыр эсеп туңып үлә ине, уны гел эҙләп алып ҡайттым. Әсәй эсергә һорағанда аҡса бирмәһәң − һин уға дошман. Бер тапҡыр минән аҡса таптырҙы, мин бирмәнем, ул аҙаҡ милицияға, улым туҡманы, тип ғариза яҙған. Милиционерҙар, нишләп әсәйеңә ҡул күтәрҙең, тип саҡ үҙемде туҡмап ташламаны. Ә ул ваҡытта бөтөнләй өйҙә булмағайным. Тикшереп, шуны асыҡланылар ҙа мине ебәрҙеләр.
− Һеҙҙең участкағыҙ булған бит, нишләп шунда йорт күтәреп сыҡмай, һаттығыҙ?
− Атай йорто − минеке, тип ышанып йәшәнем. Участканы һатҡандан килгән аҡсаны атай йортона тотондом − йылытыу системаһы үткәр­ҙем, ҡапҡа эсендә ҡоҙоҡ ҡаҙҙыр­ҙым, апайҙарға ярҙам иттем... Ә Н. хатта АГВ-ны ла алырға рөхсәт итмәне. Барыбер бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ инде ул хәҙер. Тәүҙә суд, өйҙө һатыу-һатып алыу законға ярашлы түгел, тип ҡарар сығарғайны. Аҙаҡ Н. Өфөгә кассацион ялыу яҙҙы, баш ҡалала беҙҙән тыш үткән суд тәүге суд ҡарарын юҡҡа сығар­ҙы. Беҙ адвокатҡа ышандыҡ, уға байтаҡ аҡса түләгәс, беҙҙең мәнфәғәттәрҙе яҡлар, тип уйланыҡ. Ә ул артыҡ бер ни ҙә ҡыла алманы.
Мин тәүге судта теркәү палатаһы вәкиленән, йортта балалар йәшәй ине бит, нишләп һатыу-һатып алыуға рөхсәт бирҙегеҙ, тип һораным. Ул, закон − милек хужаһы яғында, унда балаларҙың пропискала тороу-тормауы әһәмиәткә эйә түгел, тип аңлатты.
– Бындай хәлдең булырын белгән булһам, йортҡа бөтә документтар­ҙы алдан юллар инем. Тик үҙ туғаныңдан этлек көтәһеңме инде... Өйҙө һатҡан апай аҙаҡ, әсәйҙе ҡотортоп, беҙҙән үҙенә алимент та түләтмәксе ине әле. Ярай ҙа суд был эште япты.
Йорт тирәләй барған был бәхәстә бер туғандарҙың барыһы ла тиерлек ҡустылары яғында (берәүҙәре генә нейтраль позиция һаҡлай, был эшкә ҡыҫылмайым, тигән). Атай үлгәс, беҙҙең һәр кемебеҙгә өлөш сығырға тейеш, үҙебеҙҙең өлөштө ҡустыбыҙға бирер инек, ти улар. Әлеге ваҡытта кинйә ул үҙенең ғаиләһе менән ҡайныһының йортонда йәшәргә мәжбүр (ҡайныһының, өйө бәләкәй булһа ла, күңеле киң). Депутат Рәсүл Шөғөровтың ярҙамы менән уларға ер бүлгәндәр, тик әлегә йорт күтәрергә хәлдәренән килмәй. Хушлашҡанда йәш ир, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ инде ул, был ваҡиға башҡаларға ғибрәт булһын өсөн һөйләйбеҙ, тине. Бер нимә килеп сыҡмағанда ла, бер нисә һорау тынғы бирмәй: ни эшләп был осраҡта бәлиғ булмаған балалар­ҙың хоҡуҡтарын бер кем дә яҡламаған? Ни эшләп опека һәм попечителлек органдары балалар­ҙы прописканан төшөрөүгә юл ҡуйған? Тәү сиратта улар балалар­ҙың хоҡуҡтарын һаҡлауҙы ҡайғыртырға тейеш түгелме ни? Ғөмүмән, һатыусы опека һәм попечителлек органдарынан балаларҙы прописканан төшөрөүгә рөхсәт алмайынса нисек йортто һатҡан? Балаларҙың йәшәү шарттары күпкә насарайған, тимәк, уларҙың хоҡуҡтары боҙолған түгелме ни?
Закон бөгөн шәхси милекте яҡлай, ләкин шулай булған хәлдә лә бәлиғ булмаған балалар зыян күрергә тейеш түгел ине. Ғөмүмән, юристар был сетерекле мәсьәлә буйынса нимә әйтер?

Баныу ҡАһАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»