RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бурыслы үлмәй, тиһәләр ҙә

03.02.2012 Бурыслы үлмәй, тиһәләр ҙә

Редакцияға борсоулы хат килеп төштө. Бер ҡатын иренең өс балаһына бер ҡасан да алимент түләмәүенә зарланған. «Ишембай райо­нында йәшәй инек. Ғаилә тормошобоҙ алға бармағас, 2002 йылда балаларым менән тыуған районыма ҡайтып киттем. Бергә туплаған бар мөлкәт ҡалды, үҙемә бер нәмә лә алманым. Ике йылдан суд аша айырылыштыҡ, иремде алиментҡа бирҙем. Әммә бына туғыҙ йыл унан бер ниндәй ҙә ярҙам алғаныбыҙ юҡ. Ул балалар хаҡында бөтөнләй хәстәрлек күрмәй, хәлдәре-уҡыуҙары менән дә ҡыҙыҡһынмай. Ишембай районының суд приставтарына алимент түләттереү хаҡында ғариза яҙҙым, әммә улар сара күрмәй», − ти хат авторы.
Бөгөн хатта тулы ғаиләлә күп бала үҫтереүҙе артыҡ күргәндә өс сабыйын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан әсә күңелдә һоҡланыу ғына уятты.
Вайымһыҙ ата-әсәнән алимент түләттереү менән суд приставтары шөғөлләнә. Ишембай районының приставтары менән аралашыу мәсьәләгә асыҡлыҡ индермәне. Бер шылтыратҡанда, эштәре күплегенә һылтанып, бөтә «дело»­ларҙы ҡарап ултырыр­ға ваҡыттары булмауы хаҡында белдерһәләр, икенсеһендә «бәлки», «моғайын», «шулайҙыр» менән ҡотолдолар. Уларҙың компетент­һыҙ булыуы, үҙ һөнәри бурыстарына илке-һалҡы ҡарауы эсте бошор­ҙо.
Ә бына «кәкүк» атай менән телефон аша һөйләшеү уның ниндәй кеше икәнлеген асып һалды. Тәүҙә бик ихлас күренгән ир «алимент» һүҙен ишетеү менән, әллә ҡолағы ҡапыл тондо, әллә телефоны менән бер нәмә булды – өс-дүрт тапҡыр «алло-алло» тине лә, бәйләнеш өҙөлдө. Номерҙы бер нисә көн дауамында әллә нисә тапҡыр йыйһаҡ та, яуап биреүсе булманы.
Шунан был һорау менән БР Прокуратураһының граждандар­ҙың ирке һәм хоҡуҡтары үтәлешен күҙәтеү бүлеге прокуроры Алһыу Мусинаға мөрәжәғәт иттек.
– ҡулығыҙҙа суд тарафынан бирелгән алимент түләтеү тураһындағы акт булһа, һеҙгә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Ишембай районы бүлегенә ғариза яҙырға кәрәк. Приставтар ошо суд ҡарары буйынса мотлаҡ сара күрергә тейеш, − тигән аңлатма бирҙе прокурор. – Әгәр ҙә атай кеше алимент түләүҙән баш тартһа, приставтар унан көсләп түләттерә ала. Федераль закондың «Башҡарма производство тураһындағы» 68-се статьяһына ярашлы, бурыслының мөлкәте тартып алыныуы мөмкин йәки хеҙмәт, граждан-хоҡуҡи йәки социаль түләүҙәренә арест һалына (эш хаҡы, пенсия һ.б.).
Приставтар алимент түләттереү сараһын күрмәй, тип иҫәпләһәгеҙ, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына ошо хаҡта дәғүә белдерегеҙ. Шулай уҡ иптәшегеҙ йәшәгән төбәк (һеҙҙең осраҡта Ишембай районы) прокуратураһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Әгәр ҙә атай кешенең даими эш хаҡы йәиһә бөтөнләй килеме булмаһа, суд алимент күләмен үҙе билдәләй ала (әлеге кодекстың 81-се статьяһы). Ул ай һайын түләнергә тейеш. Был сумма билдәләнгәндә ике яҡтың да ғаилә һәм матди хәле иҫәпкә алына.
Алименттың эш хаҡы күләменә бәйле булмаған аҡсалата суммаһын билдәләүен һорап, судҡа ғариза яҙығыҙ.
Бынан тыш, РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһына ярашлы, суд ҡарары менән бәлиғ булмаған баланы ҡарау өсөн алимент билдәләнгән кеше ярты йыл дауамында уны түләүҙән ҡәтғи баш тартһа, уны енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында ғариза яҙырға була. Ул саҡта атай кешенең иркенән мәхрүм ителеүе бар.
Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә. Был өс бала буй еткерер, һөнәр алыр, башлы-күҙле булыр. Уларҙың аңында аталары хаҡында тик насар хәтирәләр генә ҡалыуы ихтимал.
Бер заман балалар рәхәтен күреп, ейәндәр һөйөп түрҙә ултырыр саҡта, әсе үкенес кисерергә тура килмәҫме икән «кәкүк» атай­ға? Был бәхетте һатып та, алмаштырып та булмай. Ана шул мәлдә терһәгеңде тешләр­ҙәй булырһың бит, атай кеше. Шуны аңлап, хатаңды бөгөн үк төҙәтһәң, яҡшыраҡ түгелме?

(Хат авторының үтенесе буйынса, исемдәр күрһәтелмәне).
Гүзәл ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»