RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хужа беҙҙең арала

27.01.2012 Хужа беҙҙең арала

Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк
Һәр ауылдың, һәр төбәктең үҙ Хужа Насретдины, үҙ Ерәнсә сәсәне, үҙ Үлмәҫбайы бар, тибеҙ. «Хужа беҙҙең арала» исемле рубрика ауыл мәҙәктәре, ғаилә көләмәстәре, лаҡаптар хаҡында. Төрлө тарафтарҙан «хужа»лар үҙҙәренең сәләмдәрен ебәреп тора. Мәҙәктәрҙе гәзит уҡыусылар бик яратып ҡабул итә. Яҙғы баҡса, сәсеү мәшәҡәттәре башланмаҫ борон, тағы ла ебәрегеҙ, бергәләп көләйек. Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк.
Был юлы «Йәшлек» гәзитенең логотибы төшөрөлгән футболка менән үҙенең ауыл, нәҫел мәҙәктәре менән көлдөргән Мәҙинә АБДУЛЛИНА (Стәрлебаш районы) бүләкләнә. ҡотлайбыҙ!

«Козинаки»

Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған «Ашҡаҙар таңдары» фестиваленән ҡайтып киләбеҙ. Факиһа апай (арабыҙҙа иң олоһо) нимәлер ашап ултыра. ҡалаға барғас ни, тәмле ризыҡтар алған инде.
− Факиһа апай, нимә ашайһың ул? − тип һораны Люциә апай.
− Жом, − булды яуап.
− Ни эшләп жом булһын инде, − тип һүҙгә ҡушылды Гөлсөм. − Жмых бит ул, жмых.
Бер аҙ көлөшөп алдыҡ.
− Жом да, жмых та түгел. Нимә әле ул? Тел осонда ғына тора, әйтә алмайым, − ти Минира.
− Жом − сөгөлдөрҙө эшкәрткәндән һуң ҡалған ҡалдыҡ. Ә жмых көнбағыштың майын һыҡтырғандан һуң ҡала бит, – тип аңлатма бирәм. Әммә теге татлы ризыҡтың исеме иҫкә төшмәй.
Телебеҙҙә бит хәҙер сит һүҙҙәр барлыҡҡа килде. Тиҙ генә әйтермен дә тимә. Теге татлы ризыҡ «козинаки» булған икән.

«Беҙҙең урам түгел икән…»

Туй бара. Туйҙа туҡмаҡ аунаған тигәндәй, бөтә ир-ат иҫерек. ҡыйыш-мыйыш булһа ла, атлап йөрөүселәр күренгеләй. Аяғында баҫып тора алмағандар имгәкләй. Берәүҙәр үҙ алдына һөйләнә, икенселәре йоҡлап ултыра.
Фәррәхетдин ағай уянып китте лә ҡатынын эҙләй башланы. Әллә ҡайҙа булғансы Ғәмбәриәһе.
− Ғәмбәриә, тим. Ғәмбәриә, һин ҡайҙа?
Яуап юҡ. Өҫтәл аҫтындағы аяҡтарҙы һәрмәкләп ҡараниһә: «Ағай, ни эшләйһең? Бында мин бит», − тип сәрелдәй һеңлекәштәре.
Фәррәхетдин ағай имгәкләп өҫтәл осона барып етә. Ғәмбәриәһе күренмәй. Аяҡ өҫтө баҫып ҡарар ине, баҫырлыҡ та, әҙәм танырлыҡ та хәлдә түгел шул. Имгәкләгән килеш мейес артына барып инә лә башы менән «шаҡ» итеп стенаға бәрелә.
− Аһ, был беҙҙең урам түгел икән, − тип мейес артынан әйләнеп сыға. Шулай имгәкләп тағы өҫтәл янына килә.
Фәррәхетдин ағайҙың ошо һүҙе ағай-эне араһында лаҡап булып ҡалды. Яңылыш йөрөлгән юл булһа: «Беҙҙең урам түгел икән», – тиҙәр хәҙер.

«Кемдең ире?»

Айныҡ саҡта Ринаттан да тәүфиҡлы ир юҡ. Әммә эсеп алдымы, әйтерһең, уны алмаштырып ҡуйғандар. Бигерәк холоҡһоҙ инде.
Туй бара. Арыу ғына «ҡыйыш тейәгәс», Ринат үҙенең холоҡһоҙлоғон күрһәтә башланы. Һуғышмай ҙа ул, әммә ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙе майлап ташлаһаң, эт тә ашамаҫ.
Һүгенеп ултырыуына уңайһыҙланып, ҡатыны Әсимә:
− Эй, Хоҙайым, ҡоҙасалар! Кемегеҙҙең ире был? ҡолаҡ маҙаһы ҡалманы бит. Тыйығыҙ әле шул ирегеҙҙе, − тип өндәште, аҙарынып.
Шул һүҙҙән һуң Ринат ҡатынына күҙҙәрен тултырып ҡараны ла шым булды. Туй бөткәнсе ипле генә һөйләшеп ултырҙы. Ауыҙынан бер насар һүҙ сыҡһасы.

«Таймырҙа һыуытҡан»

Көтөү ҡаршылар мәл яҡын­лаш­ҡанлыҡтан, ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә сығып ултырҙым. Күп тә үтмәне, Люциә апайым сыҡты ла эргәмә килде. Кис һайын беҙ шулай эскәмйәлә һөйләшеп-көлөшөп ултырабыҙ.
− Әстәғәфирулла, Мәҙинә туғаным, шыр яланғас ултыраһың да инде, өшөмәйһеңме? − тип һүҙ башланы апайым.
ҡараһам, үҙе аяғына йөн ойоҡбаш, гамаш, өҫтөнә йөн кофта кейгән, башында яулыҡ, яулыҡ тышынан шәл ябынған.
− Юҡсы, ни эшләп өшөйөм, ти. Көн йылы ла инде. Урамда июнь айы бит. Аяғыма ут ҡапҡанмы ни, ҡыҙып тора әле, − тип яуаплайым.
− Таймырҙа һыуытҡан, ти бит. Рәшит ағайың телевизорҙан тыңлаған.
− Таймырҙа һыуытһа ни? Таймыр ҡайҙа ла, Башҡортостан ҡайҙа, − тип ҡулдарым менән картанан күрһәткән хәрәкәттәр яһайым. − Таймырҙа һыуытҡанға шулай ҡат-ҡат кейенеп сыҡтыңмы ни?
− Эйе, уны-быны уйлап торманым. Таймырҙың һыуығы беҙгә лә килеп еткәндер тип, ошолай кейенеп сыҡтым, − тип, кейемдәренең ҡатын күрһәтергә тотондо апайым. Бик мәрәкә кеше инде ул.
Эй көлөштөк рәхәтләнеп. Әле лә ҡалыныраҡ кейенгәнебеҙҙе күрһәк: «Таймырҙа һыуытҡанмы ни?» − тип көлөшәбеҙ.

Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Стәрлебаш районы,
Үрге Шәкәр ауылы.


«Ярыҡ табан»

Элек атай-әсәйҙәр, ауылда туй булһа, өс, биш көнләп ҡайтмай, ҡоҙа булып ятыр ине. Өйҙә ҡалған балалары һағынып, кәртә башына менеп, әсәләре юлда күренмәйме икән, тип күҙ талдырып көткән. Төнө буйы йырлашып, күңел асҡандан һуң ҡоҙа булышҡан кешеләр йоҡлар­ға ятҡан. Ул ваҡытта оҙон урындыҡ. ҡатын-ҡыҙҙар теҙелешеп шул буй урындыҡҡа ятҡан, ә ир-ат иҙәндә икән. Тәмәке көйрәтергә тип сығып киткән ҡоҙа, өйгә ингәс, теҙелешеп ятҡан ҡоҙасаларҙың табандарын тотоп-тотоп ҡарай икән. ҡытығы килгән береһе быға килеп тороп тибеп ебәргән. Һалмыш ҡоҙа шул арала тәкмәсләп тә киткән. Үҙе: «Тыбыҙыҡланма, барыбер һин түгел, минең бисәнең табаны ярылған ине», − ти икән.

«Тудым-судым»

Күршеләр ғүмер буйына бергә татыу көн күрә. Береһенең йомошо төшһә, икенсеһе тигән шикелле. Хатта ҡош-ҡорттары ла бергәләшеп дуҫ булып йәшәй икән. Алмаш-тилмәш әле береһенең, әле икенсеһенең кәртәһенә йоморт­ҡа һалып сығалар, себештәре лә бер төрлө имеш.
Бер көн Наилә күршеһенең хәлен беләйем тип инә. Уныһы ҡаҙанлығында борҡолдатып бер нисә тауыҡ таҙартып ултыра. Килеп ингәс, күршеһенең аптыраулы ҡарашын тойоп:
− ҡуй, Наилә, хатта ҡарама ла ул тауыҡтарға, тудым-судым булып бөттөләр инде , − ти икән.

«Прощай, галош»

1960 – 1970 йылдарҙа булған был хәл. Ауылға Ырымбур өлкәһе ҡыуандыҡ ҡалаһының нефть базаһынан, ҙур һауытты трактор санаһына ултыртып, яғыулыҡ-майлау материалдары ташығандар. Тракторсылар төрлө совхоз-колхоздар­ҙан бара. Сатнама һыуыҡтарҙа көн дә юлда булған шоферҙар, ашханаға инеп ашап, әҙерәк эскә йылы инерлек бер-ике рюмканы кәгеп тә сығалар.
Күберәк һалып сыҡҡан ағай­ҙы тәртип һаҡлаусылар ике яҡтан ҡултыҡлап машинаға һөйрәкләй башлай. Шул арала машинаға ултырған ыңғайына был ирҙең бер быймаһының калушы төшөп ҡала. Тегеләр күреп, алып бирәбеҙ тиһә: «Ладно, уж, прощай, галош!» − тип һул ҡулын һелтәй икән ағайыбыҙ.
Быны кәрәкле урынға алып барғас, исем-шәрифен һораһалар, ағайыбыҙ ултырған еренән һикереп тороп, честь биргәндәге кеүек ҡысҡырып: «Так точно, механик-водитель, лейтенант Сулей­манов, Берлин брал!» − ти икән. Алда ултырған һорау алыусылар бер-береһенә ҡарашҡан да: «Ярар, ағай, иртәгә тиклем ошонда ғына йоҡлап айыҡ та, беҙ һине үҙеңдең кәрәкле ереңә алып барып ҡуйырбыҙ», − тип йомшаҡ һөйләшеп, йылы әйберҙәр биреп, йоҡларға һалғандар. Иртән иртүк быларҙың начальнигы килеп, протокол тултыр­ғанда Сөләймә­новтан тыуған йылын, көнөн һораған. Инде айыҡҡан ағайыбыҙ: «1942 йылда», − тигән. «Откуда ты, танкист, еще Берлин брал?» − тип тегегә 10 һум штраф сәпәп сығаралар.

«ҡарға…»

ҡатыны иренең эш урынына барып, эш хаҡын алып ҡайта ла:
− Мә, һиңә бөгөнгә ошо етер, − тип ун һум аҡса бирә лә, ҡалғанын йәшереп тә ҡуя. Ире ҡатыны биргән аҡсаны йәһәт кенә кеҫәһенә һала ла өйҙән сығып та китә. Үҙенең шешәләш дуҫына барып:
− Ибраһим, киттек, бөгөн ҡулға ҡарға сысты, − ти икән. Баҡһаң, ҡулға аҡса төшкәнде шулай атайҙар икән былар.

Зифа ИШМЫРҘИНА.
Ейәнсура районы,
Иҙәш ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»