RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ир бәхете – үҙ ерендә

27.01.2012 Ир бәхете – үҙ ерендә

Әлшәй районының Үрге Әүрез ауылы эшҡыуары Марат Заһретдинов үҙ төйәге өсөн янып йәшәй
Ир бәхете – үҙ ерендә
Эреле-ваҡлы ауылдарҙы артта ҡалдырып, оло юлға сығып, алға, район үҙәгенә табан елдерәбеҙ. Юлдың һул яғынан теҙелеп киткән яланғас Америка сағандарында ҡарайып өңрәйеп торған буш ҡош ояларының ауылдарыбыҙҙа бушап, хужаһыҙ-йәнһеҙ ҡалған өйҙәрҙе хәтерләтеүенән йөрәк һыҙлап ҡуйҙы. Яҙ еткәс, ҡоштар, исмаһам, шул буш ояларына кире ҡайтып, уларҙы рәтләп, йүнәтеп, бала сығара. Ә буш өйҙәр...
Тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡатылған буйтым-буйтым йорттарға берәй ҡасан ҡабат йән инерме? Ихаталарҙы шат ҡысҡырышып уйнаған бала-саға тауышы күмерме? Кәртәләрҙә һыйыр мөңрәгән, һарыҡ баҡырған, кәзә мыҡырлаған, тауыҡ ҡытҡылдаған, ҡаҙ ҡаңғылдаған күңелле, матур заман ҡасан булһа ла кире ҡайтырмы? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, колхоз заманында тормош гөрләп торған ауылдар урынында бушлыҡ елдәре һыҙғырыуын күҙ алдына килтереп (уй тигәнең шундай йүгерек бит), йән өшөп китте. Аллам һаҡлаһын, тип, насар уйҙарымды кире ҡыуа һалдым. Юҡ, Марат кеүек ысын ирҙәр барҙа ауылды ундай аяныс киләсәк көтмәйҙер.
− Ә Мараттар быуыны ҡороһа, ауылды йәшәтерлек кешеләр бөтһә? − тип ҡаршы төштө икенсе яртым уйҙарыма. − Ана бит, ҡулынан эш килерҙәй ир-азамат, ғаиләне аҫрау өсөн аҡса эшләү яйын эҙләп, ситкә киткән. Перспективаһыҙ ауылға күрәләтә ҡайтып төйәкләнергә хәҙер йәштәр ҙә иҫәр түгел. Өҫтәүенә, бер-бер артлы эреле-ваҡлы мәктәптәр ябыл­ған саҡта...
Тәүге яртым икенсе яртымдың был миҫалдарына баҙнатһыҙ ғына итеп тағы ла ҡаршы төшөп маташты:
− Ниңә, Мараттың ике улы ла атайҙары янына ҡайтып, уның эшен дауам итһә, ауылда тормош бөтмәҫ ул...
− Тороп тор, Мараттың бит улдарын ауылға бик ҡайтарғыһы ла килмәй. «Теләктәренә ҡаршы төшмәйбеҙ: ҡайҙа күңелдәре тарта, шунда эшләһендәр», − тине түгелме ни атай кеше? Бына шулай шул, туған...
Икенсе яртымдың ныҡлы дәлилдәре һулҡылдап һыҙлаған йөрәкте тағы ла нығыраҡ һулҡылдатты. Ысынлап та, ауылдар бөтөүгә табан ыңғайлаймы ни?..
Был ҡапма-ҡаршы уйҙар Әлшәй районының Үрге Әүрез ауылында урындағы эшҡыуар Марат Заһретдинов менән осрашып, уның эше, шулай уҡ ауылдың бөгөнгө хәл-торошо менән танышҡандан һуң тыуҙы. Ауылда әле 45 йорт иҫәпләнһә лә, уларҙың ҡайһы берҙәре буш тора. Хәйер, Үрге Әүрездә тормоштоң шаҡтай һүнеп ҡалыуына ауыл осонда уҡ эргә-тирәһендә бер эҙ ҙә күренмәгән, тупһаһына күптән кеше аяғы теймәгән бына тигән ныҡлы кирбес йорт үҙе үк шаһит. «Бында заманында мәктәп булғандыр, ахыры», − тип һығымта яһап ҡуйҙы юлдашым.
Бер нөктәнән − магазиндан, ҡурай тажы кеүек, бер нисә йүнәлештә һуҙылған урамдарҙың ҡайһыһында йәшәй икән беҙҙең герой, тип туҡтап ҡалдыҡ. Шуныһы эсте бошорҙо: нисә ауылда булдыҡ, урамдарҙа шул тиклем һил − әҙәм затын күрмәҫһең. Алан-йолан ҡаранып, аптырап торғанда, ярай өлкән йәштәге ике ҡатын кибеттән килеп сыҡты. Беҙҙең һорауға: «Йәшкелт сайдинг менән көпләнгән йортто күрһәгеҙ, шул Мараттың өйө булыр», − тип, урта урамға төртөп күрһәттеләр. Йортто табып барып туҡтауыбыҙға иһә хужа үҙе өйөнән килеп сыҡты.
− Кабинаһы ҡайһылай ҡыҙыҡ был тракторҙың... − Ихата уртаһында ултырған тәгәрмәсле бындай тракторҙы күргән юҡ ине әле. Хужа, бер ни ҙә өндәшмәй, көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Уның урынына юлдашым:
− Марат үҙе эшләгән техника бит ул, − тигән аңлатма бирҙе.
Ир бәхете – үҙ ерендә
ҡуй инде, ошо ауыл кешеләренең бигерәк тә баҫалҡы булыуын. Берәү булһа, эйе, үҙем эшләнем, тип маҡтанып, теле телгә йоҡмай теҙеп һөйләп алып китер ине. Марат иһә − ләм-мим!
Бер нисә минуттан беҙ, йәғни «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре, үҙ машинабыҙҙа, ә Марат өлкән улы Айҙар менән үҙ машиналарында ауыл һыртындағы таш келәткә юлландыҡ. Хужа юл ыңғайы машинаһына тағы ла ике ир уҙаманын ултыртып алды. Улары эшҡыуарҙың ярҙамсылары булып сыҡты.
− Был келәтте яңыраҡ һатып алдым, − тип һөйләй-һөйләй, хужа беҙҙе эскә инергә әйҙүкләне. − Электр уты үткәрҙек, слесарлыҡ оҫтаханаһы эшләнек, бына был энекәштәр техника йүнәтә − яҙғы сәсеүгә әҙерләнәбеҙ...
Оҫтахана тигәндәре келәттең бер мөйөшөндә әтмәләнгән өшәләк булып сыҡты. Ул төрлө тимер-томор менән тулған. Беҙгә ни, тимер-томорға битараф нәфис зат вәкилдәренә, генератор ни ҙә, двигатель ни. Егеттәрҙең үҙ-ара әңгәмәләшеүен тыңлауҙан ары китә алманыҡ. ҡыҫҡаһы, әле уларҙың эштәренең ҡыҙған мәле. Эшҡыуарҙың, иген сәсәм тип, 60 гектар сәсеүлек ерен юллап йөрөүе. Яҙғы сәсеүҙе тулы әҙерлектә ҡаршылау өсөн тырыша икән егеттәр. Әйткәндәй, уларҙың береһе, Таһир тигәне, Марат Заһретдиновтың бер туған ҡустыһы булып сыҡты. Киң профилле механизатор колхоз заманында комбайнда ла, башҡа техникала ла эшләгән. Егеттәрҙең икенсеһе − Илнур Хажиәхмәтов та колхоздың тырыш механизаторы булған. Техника руле тотоп күнеккән ҡулдар, игенсе күңеле күптән, колхоз бөткән көндән алып, ер эшенә сарсаған булған икән: егеттәр техника йүнәтеүгә ҙур теләк менән тотон­ған. Деталдәрҙең күбеһен үҙҙәренә эшләргә, узелдарҙы ла үҙҙәренә йыйырға тура килә − ышаныслы ла, ныҡлы ла була үҙең эшләгән әйбер­ҙәр.
Яҡшы замандарҙа водитель, иретеп йәбештереүсе эштәрен башҡарған өс бала атаһы Марат Ғәлишат улы ла, колхоз йәшәүҙән туҡтағас, ауылдаштары кеүек үк, ситтә аҡса табыу әмәлен эҙләп ҡараған. Әммә ул бер хәҡиҡәтте тиҙ үҙләштергән: ирмен тигән ир бәхетте ситтә түгел, ә үҙ илендә, ата-бабалары ерендә, тыуған тупрағында табырға тейеш! Ошо ябай ғына асыш уны тыуған ауылына ҡайтанан беркетә.
Әлбиттә, ниндәй ҙә булһа эште башлап ебәреү өсөн башланғыс капитал кәрәк. Кассала йөҙәр мең һумлап аҡсаһы юҡ-юҡлығын, әммә төп капиталы − уның алтын ҡулдары! Нәҡ ошо эшһөйәр ҡулы менән күңелен егә лә инде эшкә Марат: тәүҙә төрлө запас частарҙан мини-трактор әтмәләй. Ярайһы уҡ килеп сыға уның техникаһы: үҙенә лә, күршеләренә лә картуф ерен һөрөргә ярап ҡала!
Рационализатор һәләте тырыш ирҙең артабанғы аҙымына этәргес көс бирә: тағы ла бер трактор ҡороп ултырта ул. «Запорожец» автомобиленең моторын, ГАЗ−66 машинаһының ике тәгәрмәсен, ГАЗ−53-төң тиҙлекте тапшырыу ҡумтаһын, КСК комбайнының идара итеү узелдарын һәм әллә күпме башҡа техника деталенән ҡоршалған тәгәрмәсле трактор ер һөрөргә лә, бесән сабырға ла, утын һәм башҡа йөк ташырға ла бара. Әле эшҡыуарҙың ихатаһы уртаһында ҡуҡырайып ултыр­ған әлеге трактор тураһында һүҙ бара.
Бер эш менән ҡыҙған ҡулдар көнө-төнө яңы идеялар менән янған баштан бер ҙә артта ҡалғыһы килмәй − кәбән эҫкертләүсе (стогометатель) эшләү теләге менән йәшәй егеттәр. Иген ярғыс (дробилка) әтмәләүгә лә тотонғандар. Шулай бер юлы бер нисә ҡуяндың ҡойроғон тоторға уйлай улар.
Физик эш күп булһа ла, Мараттың уйҙарҙан бушамаған башы тағы ла бер шөғөлгә алып килеп терәтә: тиҙҙән пилорама ҡороп ултырта алтын ҡуллы һөнәрмән. Шунан китә лә инде уның эше ҡыҙып. Ауылда өй-ҡураһын йүнәтеүсе, төҙөүселәрҙең барыһы ла тип әйтерлек Мараттың хеҙмәте менән файҙалана хәҙер.
− Тик пилораманың эше миҙгелле генә бит. Йәйен эш күп булһа ла, ҡышын туҡтап ҡала. Шуға күрә лә баҫыусылыҡ менән булышырға ҡарар иттем. 60 гектар еремдең яртыһына үлән сәсһәм, яртыһына яҙын арпамы шунда, һоломо сәсһәм, көҙөн инде арыш сәсәсәкмен − орлоғон һатып алып та ҡуйҙым. 60 гектар − әлегә генә. Ул игенселек, малсылыҡ эшмәкәрлеген башлап ебәреүҙә тәүге аҙымым ғына буласаҡ, − тип үҙенең уй-ниәттәре менән уртаҡлаша эшһөйәр. − Малсылыҡ менән булам тиһәң, малға ашатырлыҡ фуражың булыр­ға тейеш. Сәсеүлегемде артабан да арттырыу ниәтем бар. ҡеүәтле трактор алып, эште юлға һалып, көйләп алһам, Алла бирһә, уныһына ла тотонасаҡмын. Тик бына ошо тәңгәлдә ауыл, ер эшен белгән етәкселәр һәм белгестәрҙән әҙ генә кәңәш-ярҙам булғанда бигерәк арыу булыр ине. Ул сағында инде ауыл егеттәренә эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк. Ошо ауылды һаҡлап ҡалыу ине уй-ниәтем. Әле ауылда минең малайҙарымдың бишләп тиҫтере йәшәй − бына шуларҙы ауылда алып ҡалыу, башҡа ир-егеттәрҙе кире ҡайтарыу, ауыл тормошон ҡайтанан гөрләтеп ебәреү маҡсаты менән янам. Ниңә шул тиклем байлығыбыҙ − уңдырышлы ерҙәребеҙ була тороп, беҙ ситтә интегергә тейеш?!
Мараттың вариҫтары − Айҙар менән Венер бөгөн Бәләбәйҙә һөнәр ала. Аталарының бөтә эштәрендә лә иң тәүҙә, әлбиттә, ошо улдары төп терәк тә, өмөт тә булып тора. Әммә аҡыллы атай малайҙарына үҙ теләген көсләп таҡмай. «Һөнәр алып сыҡҡас, ҡайҙа теләй, шунда эшләрҙәр, мин уларға үҙ иркемде көсләп таға алмайым», − тигән ир һүҙен әйтте ул әңгәмә аҙағында.
Беҙ әңгәмәләшкән арала сәй табыны әҙерләп йөрөгән хужабикә − Румия ханым, иренең һүҙҙәрен йөпләп:
− Балалар үҙ юлдарын үҙе һайлай инде ул. Әле әрмегә лә барып ҡайтаһылары бар бит, − тип, улдарының киләсәге өсөн бер аҙ һыҙланып ҡуйҙы әсә. − ҡыҙыбыҙ Диананы ла уҡытаһыбыҙ бар...
Һүҙҙән һүҙ сығып китеп, йорт хужаһының ете йыл элек эскелектән, дүрт йыл элек тәмәке тартыу­ҙан ҡотолоуын белдек.
− Эскелекте ташлау ауыр булманы, ә бына тәмәкене! − тип көлдө үҙенең алама ғәҙәттәренән арына алған ир. − Тәмәкене бит, башлыса, шул мал ҡарағанда, йорт-хужалыҡ эштәрен башҡарғанда, ауылдаш ирҙәр менән гәп һатҡанда тартаһың. Шуға күрә тәмәке-аламаны еңеү өсөн, үҙемде үртәмәҫ өсөн дә, өйҙән сыҡмаҫҡа тырыштым. Һәм, ниһайәт, еңдем шул яуызды! Эй, белһә ине тәмәкесе егеттәр донъя­ның тәмәкеһеҙ ҙә шул тиклем рәхәтлеген!
Аталарының ауыҙында тәмәке күрмәгән Айҙар менән Венер ҙа бөтә ғаләмде баҫып алып барған ошо алама сирҙән азат икән.
− Ғәҙәттә, кем тарта? Аталары, туған-энеләре тартҡан малайҙар. Мин әлегә, шөкөр, малайҙарымдың ауыҙында тәмәке тигән нәмәне күргәнем юҡ. Шулай булырға тейеш тә, − тип йомғаҡланы көс-ихтыярын усына йомған ир.
... ҡапҡаһына сығып оҙатып ҡалған Үрге Әүрездең аҫыл ир-уҙаманының уй-хәстәрҙәре ауылдаштарына ғына түгел, республикабыҙҙың бөтә көслө заттарына йоҡһон ине лә, бер көн килеп ауылдарыбыҙ, яурындарын киреп, аяғына тура тороп баҫһын да, тағы ла гөрләп сәскә атһын ине...










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»