RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

21.09.2010 Күсәр

Утилләштереү дауам итә
Иҫке машиналарҙы утилләштереү программаһы киләһе йылда ла дауам итәсәк, ә 2012 йылдан иҫке йөк автомобилдәре лә был программала ҡатнашасаҡ
Күсәр
Иҫке автомобилдәрҙе утилләштереү программаһы, быйыл ғына башланыуына ҡарамаҫтан, халыҡта ҙур популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Ябай кеше үҙенең иҫке машинаһын утилгә тапшырып, яңыһын алыуға 50 мең һумлыҡ сертификат алып ҡыуанһа, дәүләт ярҙамы ватаныбыҙ автозаводтарын дәртләндереп, уларҙың килемен арт­тырған. Программаның беренсе этабынан һуң, йәғни уға бүленгән финанс бөткәс, яҡшы сараны юҡҡа ғына тағы ла оҙайтманылар. Еңел автомобилдәр менән тәжрибә килеп сыҡты, тип әйтергә лә була. Шуны иҫәптә тотоп, РФ Хөкүмәте 2011 йылда еңел автомобилдәрҙе утилләштереү программаһын дауам итеүгә 14 миллиард һум аҡса бүленәсәге хаҡында хәбәр итте.
Ә иҫке йөк автомобилдәрен һәм автобустарҙы утилләштереү 2012 йылдан да алдараҡ башланмаясаҡ, тип белдерҙе РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин. Уның һүҙҙәре буйынса, йөк автомобилдәрен һәм пассажир транспортын утилләштереү программаһын ойоштороу тәртибе әлегә уйлап еткерелмәгән. Программаны башлау менән бергә транспорттың йәшенә ҡарап уны файҙаланыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҙа индереү планлаштырыла (йәше әлегә билдәләнмәгән). Был ҡарарҙы ғәмәлгә индерер алдынан властарға уның бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа нисек йоғонто яһауын тикшерергә кәрәк.

Күҙҙәр сағылмаясаҡ!
Күсәр
Японияның автомобиль оптикаһы һәм көҙгөләре етештереүсе Ichikoh Industries компанияһы француз фирмаһы менән берлектә ҡаршы килгән водителдең күҙен сағылдырмаусы алыҫҡа яҡтыртыусы фараларҙың технологияһын уйлап тапҡан.
BeamAtic Premium системаһының эшләү принцибы шулай: төп фаралар­ҙың эсендәге махсус көйләгестәр ҡаршы килгән автомобилде «күреү» менән шаршауҙарҙы төшөрә һәм ҡаршы машинаға күренер-күренмәҫ кенә күләгә төшә. Күләгә ҡаршы килгән машинаны оҙатып ебәрә, һәм шаршауҙар йәнә асыла. Әгәр ҡаршыға бер нисә машина бер-бер артлы килһә, шаршауҙар күләгәнең майҙанын арттыра.
Яңы система һынауҙар үткән һәм былтыр махсус наградаларға ла лайыҡ булған. Оҙаҡламай компания инновацион фараларҙы Японияла һата башлаясаҡ.

Киндер машина

Канаданың аҙ сериялы машиналар эшләүсе Motive компанияһы Kestel исемле электромобилде күргәҙмәгә сығарҙы.
Яңы машина шу­ныһы менән ҡыҙыҡ: уның кузовы киндер сүстәр нигеҙендә эшләнгән композит материалдан тора. Был материалдан яһал­ған деталдәр бик еңел, ҡаты һәм ныҡ, шулай уҡ икенсел эшкәртеүгә лә бара. Автомобилдең проекты Ван­куверҙағы күргәҙмәгә ҡуйылған.
Электрокар литий-ион аккумуляторҙары көсө менән йөрөүсе электр моторы менән йыһазландырылған. Улар машинаға өҫтәмә зарядкаһыҙ ғына 160 саҡрым юл үтергә һәм сәғәтенә 135 саҡрым тиҙлек алырға мөмкинлек бирәсәк. Дүрт урынлы автомобилдең ауырлығы – 850 килограмм. Электрокарҙың беренсе прототибын киләһе йылдың урталарында эшләү планлаштырыла. Ә һатыуға ул тик 2012 йылда ғына сығарыласаҡ.


Манекен да яҡшы сара
Күсәр
Алтай Республикаһының Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре шәп тиҙлек яратыусы водителдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында яңы сара ҡуллана башлаған.
«Иғтибар, балалар!» акцияһы барышында Чуйский трактының йәйәүлеләр сығыу урынында ҡулына сәскә тотоп мәктәпкә ашығып китеп барыусы ҡыҙ баланың картон макеты ҡуйыла. «Алена» тип исемләнгән манекен автомобилистарҙы тамам аптыратҡан. «Шәп тиҙлек менән килгән водителдәр юл ситендәге манекенды күреү менән, уға юл бирергә тип, тиҙлеген кәметә», – ти урындағы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре.
ЮХХДИ-ла билдәләүҙәренсә, яңы техник сара йәйәүлеләр менән бәйле юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеүҙә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән, һәм уны артабан да файҙаланырға уйлай­ҙар. Киләсәктә Алтай Республикаһы юлдарында ДПС автомобилдәренең картон моделдәре лә барлыҡҡа киләсәк.

Тонировкаға иғтибар һәм штраф артасаҡ
КүсәрАвтомобилдәрҙең быялаларын артыҡ тонировкалаған өсөн штрафтарҙың күләме арттырылды, яңы норма 23 сентябрҙән үҙ көсөнә инә.
Әгәр ошоғаса автомобилде саманан тыш тонировкалау өсөн штраф күләме 100 һум булһа, бынан ары үтә күренмәүсән быяла өсөн 500 һум аҡсаны сығарып һалырға тура киләсәк. Техник регламентҡа тонировканың нисек булыуы һәм уның стандарттары яҙылған. Ундағы положениеға ярашлы, водитель тирә-яҡты яҡшы күрһен өсөн алғы быяланың яҡтыны үткәреү һәләте – 75, ситтәгеләренеке 70 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Был норма водителдәр мәнфәғәтендә индерелә. Йыш ҡына автосервистарҙа автомобилде тонировкалағанда уның яҡтыны үткәреү сифатын әйтеп тормайҙар. Ә был фактор­ҙың насар көн торошонда юл-транспорт фажиғәһенә килтереүе ихтимал. Шулай уҡ, ЮХХДИ-нан белдереүҙәренсә, тулыһынса дөм ҡараңғы итеп тонировкаланған машиналарҙа йыш ҡына енәйәтселәр йөрөй.
Техник тикшереү үткәндә лә машинаның тонировкаһына иғтибар айырыуса артасаҡ һәм уның норматив­тар­ға тап килеүе тикшереләсәк.


Дизель ДВИГАТЕЛЛЕ «ГАЗель» һатыуға сығарылды
Рәсәйҙең ете төбәгендәге ГАЗ дилер үҙәктәрендә Cummins дизель двигателе менән йыһазландырыл­ған «ГАЗель-Бизнес» автомобиле һатыла башланы.
Киләсәктә, етештереү күләменең үҫеүе һәм хеҙмәтләндереү-һатыу селтәренең әҙер булыуы менән бындай «Газель»дәрҙе һатыу географияһы ла киңәйәсәк. Яңы автомобилдең хаҡы, бензин менән эшләгәндәренә ҡарағанда, 100 мең һумға ҡиммәтерәк буласаҡ.
Cummins ISF моторының күләме 2,8 литр тәшкил итә, ҡеүәте – 120 ат көсө, ауырлығы – 250 килограмм. «Группа ГАЗ» компанияһында белдереүҙәренсә, яңы дизель двигателе яғыулыҡты 30 – 35 процентҡа тиклем экономияларға мөмкинлек бирә.
Опция сифатында автомобилгә салонды йылытыу буйынса автономлы өҫтәмә йылытыу системаһы ҡуйыла. Яңы төр аккумулятор двигателде ҡышын да бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ тоҡандырырға ярҙам итә.

Тәгәрмәс ял иткәндә

ҡатын руль артында ауыл ере буйлап китеп бара һәм телефон бағанаһына үрмәләгән ике элемтәсене күреп ҡалып, янында ултырған юлдашына:
– Һай, алйоттар! Улар мине тәүге тапҡыр руль артына ултырған тип уйланымы икән әллә? – ти.

***
– Минең ҡатыным руль артына ултырһа, йәшен кеүек!
– Нимә, шул тиклем шәп йөрөймө ни?
– Юҡ, тик ағастарға ғына ата...

***
«Гаишник» быялалары тонировкаланған ҡара «Мерседес»ты туҡтата. Тәҙрә асылып китә, унда «яңы урыҫ» эйелеп, нимәлер соҡсона ла, ҡапыл:
– Һау!!! – тип ҡысҡыра.
«Гаишник» һикереп китә. «Яңы урыҫ»:
– ҡурҡма! – ти, хәүефһеҙлек ҡайыштарына күрһәтеп. – Күрәһеңме, мин бәйле бит.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»