RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Етәксе булғас таһыллы, эштәре бара ырамлы

24.01.2012 Етәксе булғас таһыллы, эштәре бара ырамлы

Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы бөтә йүнәлештә лә һөҙөмтәле эшләй
Етәксе булғас таһыллы, эштәре бара ырамлы
...Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғ. Сәлимовтың эш көнө, ғәҙәттәгесә, иртәнге сәғәт 7-лә башланды. Көндәлек оператив кәңәшмәгә йыйылған баш белгестәр, урта звено етәкселәре үҙ участкаларындағы эш барышы тураһында яуап тотҡандан һуң, хужалыҡ рәйесе һүҙ алды. Ул производствоның һәр тармағына ҡыҫҡаса анализ яһап, етешһеҙлектәрҙе барланы һәм уларҙы ваҡытында хәл итеүҙе талап итте. “Малсылыҡ – хужалыҡ иҡтисадының нигеҙе һәм беҙ тармаҡ конвейерын тотороҡло эшләтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ, − тине Ғәлим Булат улы, − һуңғы осорҙа һөт етештереү артты – әле көндәлек тулайым һауым − 47,5 центнер, уртаса һауым 9,5 кг тәшкил итә. Үткән осор менән сағыштырғанда, үҫешкә өлгәшәбеҙ, шулай ҙа тыныс­ланырға урын юҡ. Малға аҙыҡ биреүҙе сикләргә ярамай, ваҡытында иген фуражы һәм патока биреү мотлаҡ. Һыйыр-таналарҙың күпләп быҙаулау осорона айырым иғтибар бүлеү, быҙауҙарҙы тәрбиәләүҙе тейешле контролгә алыу мөһим.
Етәксе булғас таһыллы, эштәре бара ырамлы
Бер үк ваҡытта яҙғы сәсеүгә әҙерлекте лә оноторға ярамай. Яҡын арала үткән йылға йомғаҡ яһарбыҙ, алдынғыларҙы бүләкләрбеҙ. Ғөмүмән, һәр мәсьәлә даими иғтибар үҙәгендә булырға һәм улар ваҡытында хәл ителеп барырға тейеш. Шуларҙың иң мөһиме – коллектив ағзалары өсөн тейешле эш шарттары тыуҙырыу һәм социаль мәсьәләләрҙе бойомға ашырыу”.
Кәңәшмә тамамланғас, Ғәлим Булат улы, ғәҙәттәгесә, халыҡты ҡабул итеүҙе башланы. Кемгәлер транспорт ярҙамы кәрәк, икенселәр бесән йәки һалам, ярма һорай. Таулыҡай ауыл биләмәһе етәкселеге лә йыш мөрәжәғәт итә. Ошо территориялағы мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларына ла ярҙам кәрәк. Бындай үтенес-мөрәжәғәттәрҙең береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, хужалыҡ һәр береһенә ярҙам итә, был маҡсатта байтаҡ сығым түгә.
Кооператив етәксеһе артабан техника паркына, малсылыҡ комплексына йүнәлде. Бар участкаларҙа ла эш гөрләп тора, малды имен ҡышлатыу саралары күрелә. Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ – былтыр хужалыҡ уны ике йылға етерлек итеп әҙерләне. Бында, әлбиттә, машина-техника паркының ҡеүәтле булыуы, етерлек аҡса бүленеүе һәм хеҙмәтсәндәрҙең ныҡышмалы хеҙмәте ҙур роль уйнаны.
Ленин исемендәге АХК райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы урын биләй. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ. Сәлимовтың оҫта етәкселегендә бөгөн хужалыҡ ауыл хужалығы производствоһын ойоштороу буйынса төбәктә тәжрибә үҙәге булып тора. Кооперативтың яулаған ҡаҙаныштары һоҡланырлыҡ. Ғәлим Булат улы етәкләгән осорҙа предприятие ҙур һынылыш яһаны, төп тар­маҡтар­ҙы рентабелле үҫтереүсе, социаль гарантияларҙы теүәл үтәүсе коллектив булып танылды. Ошо осорҙан алып хеҙмәт хаҡын ай һайын түләү яйға һалынды. Бөгөн Ленин исемендәге АХК-ны көньяҡ-көнсығыш төбәктә генә түгел, ә республика кимәлендә лә яҡшы беләләр. Былтыр Ғ. Сәлимовтың Башҡортостан делегацияһы составында Мәскәүҙә “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә ҡатнашыуы, Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Президентыбыҙ Р. Хәмитов ҡулынан юғары награда – Башҡор­тостан Республикаһының Почет грамотаһын алыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Хужалыҡ район кимәлендә ойошторолған хеҙмәт ярыштарында бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәй. Үткән көҙ мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу, ер эшкәртеү, орлоҡ һалыу эштәре буйынса хеҙмәт бәйгеһендә Ленин исемендәге АХК беренсе урынды яулағайны. Ә ошо көндәрҙә Баймаҡта йыл йомғаҡтарына арнал­ған тантаналы йыйылышта кооператив йәнә иң яҡшыһы тип табылды – ауыл хужалығы өлкәһендәге ҙур уңыштары өсөн ул I дәрәжә диплом­ға һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Әле хужалыҡта мал ҡышлатыу, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү, техниканы ремонтлау эштәре ойошҡанлы бара. Алдан иғлан ителгән хеҙмәт бәйгеһенә ярашлы, һауынсы-малсылар, бригадалар араһында ярыш дауам итә. Һауынсылар Мөнирә Сирбаева (үҙ төркөмөндәге һыйырҙарҙан 129 тонна тулайым һөт һауып алған, фураждағы һәр малға ҡарата күрһәткес 5610 кг тәшкил итә), Рәйсә Сәғәҙәтова (101 тонна һәм 3810 кг), Фәнүзә Байегетова (114 тонна һәм 3577 кг), Мөнирә ҡотлоғужина (97 тонна һәм 4220 кг), Хәсибә ҡотлоғужина (4270 кг), Зәлифә Моталлапова (3773 кг) үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса еңеп сыҡты. Һауын гурты малсыларынан Ринат Сирбаев менән Айсыуаҡ Сәлихов иң яҡшы күрһәткескә өлгәште. Малсылыҡ производствоһын ойоштороуҙа баш зоотехник ҡәйүм Уразбаев, Таулыҡай фермаһы мөдире Шамил Үҙәнбаев, бригадирҙар Азат Исхаҡов һәм Урал Гөлбәйетовтарҙың хеҙмәте ҙур.
Хужалыҡта, әйтеп үтелгәнсә, малсылыҡты үҫтереү айырым программа нигеҙендә ойошторола. Бөгөн унда бөтәһе 1340 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 800 һауын һыйыры аҫрала, ҡалғанын йәш мал тәшкил итә. Кооператив һөт етештереүҙән яҡшы табыш ала, ул айына 1 млн һумдан ашып китә. Әйткәндәй, үткән хужалыҡ йылында предприятие тарафынан 19 млн һумлыҡ һөт продукцияһы, 6 млн һумлыҡ ит, 16 млн һумлыҡ ашлыҡ етештерелгән, производствоның рентабеллеге – 12 процент. Киләсәктә мал һанын арттырыу күҙ уңында тотола.
Уҙған йылды юғары күрһәткестәр менән тамамлап, яңыһына яңы уй-ниәттәр менән аяҡ баҫты Ленин исемендәге АХК коллективы. Йылдағыса, быйыл да техника паркын яңыртыу әүҙем дауам итәсәк – яңы “Нива-эффект” комбайны, “Полесье” сапҡысы һәм башҡа ауыл хужалығы машиналары алыу күҙ уңында тотола. Бынан тыш, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә байтаҡ аҡса түгеләсәк. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарын алдынғы технологиялар нигеҙендә үҫтереү эштәре артабан да дауам итәсәк. Быларҙың барыһы кооперативтың хәленә килерҙәй эштәр. Сөнки райондың алдынғы хужалығының бер ҡасан да үҙ позицияларынан тайпылғаны юҡ.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»