RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "һаҫы-ы-ыҡ" мәсьәлә

20.01.2012 "һаҫы-ы-ыҡ" мәсьәлә

"һаҫы-ы-ыҡ" мәсьәлә
Уңайһыґыраҡ булһа ла, күптән түгел генә үґем менән булған бер хәл тураһында һөйләйем әле. Кемделер тәнҡитләү йәһәтенән түгел. Темаға инеп китер өсөн генә.
Өфө уртаһында ҡапыл килеп ҡыҫталдырґы. Олонан түгел былай, әммә түґер әмәл ҡалманы. Күґ асҡыһыґ. Һиґәм, ҡайтып етеп булмаҫ. Нимә эшләргә? Эргәлә генә Үґәк баґар. Бөгөн ул «Үґәк» сауґа комплексы тип атала. Эсе тулы сит ил бутиктары, алтын-көмөш, затлы тундар, ҡиммәтле аппаратура. ҡаттан-ҡатҡа үтә күренмәле лифт йөрөй, тауыш-тынһыґ ғына эскалаторґар шыуыша. Хөрриәт! Бында миңә кәрәк бүлмә мотлаҡ булырға тейеш, тип уйлайым. Был хәтлем халыҡ оло һәм кесе хәжәтен ҡайґалыр атҡарырға тейеш тә баһа?
Индем. ҡайґан табырға һуң ул бүлмәне? Батшалар йәйәү йөрөй торған урынды? Күрһәткестәргә ҡараш ташлайым. Абайламайым. Бутиктарґың атамалары бар. Башҡортса ла, русса ла, инглизсә лә. Ә «Туалет», йәки инглизсә «WC», йә, исмаһам, башҡортса «Бәґрәф» тигән яґыуґы бер нисек тә күрмәйем. Әллә күґем насарайған инде? Хет комплекстың уртаһына тороп йомошоңдо йомошла!
Аптырағас, иґән һөртөп йөрөгән йыйыштырыусы ҡатынға мөрәжәғәт иттем. Тегенеһе эшенән айырылып миңә бер генә күґ һирпте лә: «Алыҫ ул бүлмә, барыбер барып етә алмай­һың», − тип ҡул һелтәне лә ҡуйґы. Миңә лә, хәжәтемә лә. Оятымды йоґроғома төйнәп, бутиктар буйлап киттем инде. Йәп-йәш кенә ҡыґґарґан һорап бәґрәфкә юлды. Ярар, мәрхәмәтлеләр табылды. Өйрәттеләр. Хатта схема һыґып бирґеләр. Сауґа комплексының арғы осонда икән ул бүлмә. Морон менән барып төртөлмәйенсә табып булмай. Йәғни һунар эте кеүек еҫе буйынса ғына табырлыҡ түгел.
Эшемде бөтөрґөм. Еңел булып ҡалды. ҡулдарымды һабынлап тороп йылы һыу менән йыуґым. ҡороттом. Тирә-яҡҡа ҡаранып алыр­ға форсат тыуґы, ниһайәт. Күґґәр асылып ҡалды йәғни. Эстә Европаса таґа, яҡты һәм йылы – салфеткалар ґа бар, бәґрәф ҡағыґы ла, шыйыҡ һабын да, йылы һыу ґа. Дөрөҫ, Европаларґа булған юҡ. Әлегә. Әммә унда тап шулайґыр, тигән фекерґәмен. Ул яҡтарға барып донъя күреп ҡайтҡан турис­тарыбыґ интернетта ауыґ һыуын ҡоротоп, кибет-бутиктар, урындағы тарихи һәм тәбиғи ҡомартҡылар менән бер рәттән, сит ил бәґрәфтәрен маҡтай ґа баһа. Йәнәһе, унда таґа, йылы, яҡты, бер ниндәй ґә еҫ юҡ. Хатта ғүмер итергә мөмкин. Әһә, мәйтәм, бәлки, беґґең турис­тарыбыґ ґа сит илдәргә тап ана шул бәґрәфтәрґе күрергә генә баралыр? Бәлки, шуғалыр ґа ул яҡтарґа – көнбайышта, көнсығышта, ғөмүмән, беґґең илдән башҡа бөтә Ер шарында бары тик ситтән килгән туристар иҫәбенә генә йәшәгән, ҡаґнаһын тулыландырған, пенсионерґарға – пенсия, студент­тар­ға стипендия түләп торған дәүләттәр бихисап. Һәм уларґың һаны йылдан-йыл арта ғына. Бөтәһенең дә ер аҫты нефть һәм газ менән тулы түгел дә баһа.
Шөкөр, беґ ґә туризмды үҫтерергә булдыҡ. Махсус программалар ҡабул итәбеґ. Йыйындар үткәрәбеґ. Был хаҡта иң юғары трибуналарґан туҡтау­һыґ һөйләйбеґ. Туризмдың ял итеүґең бер ысулы ғына түгел, ә иҡтисадтың табышлы, килемле бер өлкәһе булғанын аңлай башланыҡ. Донъяла бары тик туристар иҫәбенә генә йәшәгән дәүләттәр барлығы хаҡында белдек. Кемдер таґа дингеґ һәм ҡайнар ҡояш иҫәбенә аҡса һуға, икенселәр иһә экзотикаға баҫым яһай, өсөнсөләр борон­ғо тарихын табышҡа әүерелдерә.
Төркиә һәм Мысыр – бөгөн Рәсәй туристары өсөн иң яҡын һәм уңай ял итеү урындары. Беренсенән, улар сит ил. Йәғни оґаҡ йылдар буйына СССР сиктәренән бер ҡайґа ла сыға алмаған халыҡ өсөн үґенә күрә бер ымһындыр­ғыс. Икен­сенән, сағыштырмаса арзан. Ундағы хаҡтарґы башҡа сит илдәр менән түгел, ә Башҡортостандағы шифаханаларға путевкалар хаҡы менән дә йәнәшә ҡуйырлыҡ түгел. Эйе, Төркиәлә һәм Мысырҙа «Крас­ноусол» йәки «Янған­тау» шифаханаларындағы процедураларґы, шифалы һыуґы, ҡымыґґы, файґалы ләмде һәм, иң мөһиме, юғары кимәлдәге профессиональ табиптарґы, бик теләһәң дә, табып булмай. Ниңәлер беґґең халыҡҡа улары бик кәрәкмәй ґә. Беґґекеләргә бит ҡайнар ҡояш нурґары, йылы дингеґ ҡосағы һәм… әлбиттә, экзотика – пирамидалар һәм дөйәләр, боронғо емереклектәр, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, отелдәрґәге «швед өҫтәле» өҫтөнөрәк. Йәғни күпме теләйһең, шул хәтлем ашайһың. Һәм, әлбиттә, эсәһең. Ул илдәрґә Рәсәй туристарын аяуһыґ алдайґар, талайґар, ағыулы араҡы эсерәләр, төрмәгә ултырталар, хатта илдән сығармай аптыраталар. Әммә халыҡ, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, йыл һайын шунда ынтыла. Ял итеү менән бергә үґенә кейем-һалым, арзанлы биґәүестәр йүнләй. Беґґең баґар хаҡтарынан ундағылар күпкә кәмерәк, тиґәр. Туристар тундарґы, күн кейем-һалымды, алтын-көмөштө шунан алыу­ґы уңай күрә.
Тағы ла. Ундағы халыҡ нисектер кеше күңелен күрергә, төрлө хеґмәттәр күрһәтергә күнеккән. Хеґмәтсән, ә дөрөҫөрәге, хеґмәтсе халыҡ. ҡунаҡсыл, тип төґәтмәксеһегеґме? Ай-һай! «ҡунаҡсыл» тип, ғәґәттә, беґґең халыҡҡа әйтәләр. Һуңғы икмәген сығарып телергә, һуңғы ыштанын сисеп бирергә әґерґәрґе. Ә улар – хеґмәтсе. Йәғни, хеґмәт итергә риза. Әммә бушҡа түгел. Айырмаһын үґегеґ күреп тораһығыґґыр. Улар Рәсәй туристарына төрлө яҡлап хеґмәт итергә әґер. Пирамидаларґы күрһәтеү тиһеңме, дөйә үркәстәре араһына мендереп ултыртып, фотоға төшөрөү тиһеңме – һәр нәмәне аҡсаға әйләндерергә торалар. Бар нәмәгә әґер, тиергә лә мөмкин. Хатта енси мөнәсәбәттәрґән дә аҡса «һауа» беләләр. Айырыуса бында үґ мөхәббәтен таба алмаған йәше үтеп барған ҡыґ-ҡырҡын өсөн. Таҫма телле, татлы һүґле (һәм башҡа ағзалары ла үґ урынында булған) төрөк ир-аттары «наташка»ларґың теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә генә тора. Әлбиттә, бушлай түгел.
Хәйер, беґ бит сит илдәрґе тәнҡитләргә түгел, ә үґебеґґә туризмды үҫтерергә ниәтләнәбеґ түгелме? Шулай булғас, төрөктәрґән көлмә, ыңғай миҫалдар алырға тырыш, ти миңә эске тауышым. Көлмәйем.
Башҡортостан, әлбиттә, Мысыр йәки Төркиә түгел. Беґґә ҡояш та бик ныҡ ҡыґґырмай. Йәй ґә ҡыҫҡараҡ, зәңгәр дингеґ ґә юҡ. Әммә маҡтанып күрһәтерлек, һоҡланып ҡарарлыҡ һәм рәхәтләнеп ял итерлек, һыуґа ҡойонорлоҡ, ҡояшта ҡыґынырлыҡ урындар бихисап. Тәбиғәт ҡосағында бар уңайлыҡтар менән ял итергә теләүселәр өсөн данлыҡлы шифаханаларыбыґ – «Асы», «Янғантау», «Красноусол», «Яҡтыкүл», «Танып» һәм башҡалар (әйткәндәй, беґ уларґан бында телгә алып үткәнебеґ өсөн бер тин дә алмайбыґ – авт.). Красноусолдың тоґло һыуґарына бер сумып сығыу ғына үґе ни тора?
Ә тәбиғәт ҡомартҡылары һуң? Күлдәребеґ – Талҡаҫ, Яҡтыкүл, Асылыкүл, ҡандракүл, Үрген, Оґонкүл, Суртанды, Сибәркүл, Яугүл… Һәр береһенең үґ тарихы, легендалары, хатта йырґары бар. Ә мәмерйәләр? Ә тауґар?.. Ирәмәл генә үґе ни тора? Санаторийґарґа ятҡың килмәһә, «ҡырағай» турисҡа ла беґґә урын күп. Бөрйәндәр әйтмешләй, «яланғастар­»ға – хөрриәт. Елкәңә рюкзак аҫ, үґең менән йоҡо тоғон һәм палаткаңды ал, бер аґналыҡ ризыҡты ла онотма. Әйґә, гүзәл башҡорт тәбиғәте ҡосағына, рәхим ит! Турист кәрәк-яраҡтары һәр бер спорт магазинында тиерлек бар. Тимәк, бер ниндәй ҡамасаулыҡ юҡ һымаҡ? Тик нишләптер турис­тар ағылып бармай беґґең тарафтар­ға.
Хәйер, улар бөтөнләй юҡ тип әйтеп булмай. Бар. Айырыуса йәйгеһен. Бигерәк тә Талҡаҫ, Яҡтыкүл, ғөмүмән, Учалы, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондарындағы күлдәр, йылғалар, Ғафури районындағы Красноусолдың тоґло шишмәләре тирәләй күрше төбәктәрґең (Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләре) дәүләт номеры тағылған автомобилдәр һыйыр тиґәген һырып алған себен кеүек мыжғый. Һыйыр тиґәге менән сағыштырып, был күлдәребеґґе, йылғаларыбыґґы, шишмәләребеґґе хурларға маташа, тип уйлап ҡуя күрмәгеґ. Әммә себен кеүек һырығандар күбәйһә (ә уларґың һаны йылдан-йыл арта ғына), күлдәребеґґең тирә-яғы буйтым ҡыйлыҡҡа, йәғни яґын һарайґан сығарып түккән тиґәк өйөмөнә әүерелмәҫ тимә!
Күршеләребеґ ҡайґа ял итергә икәнен яҡшы белә. Беґґә һыу ґа таґараҡ (әлегә!), ә ҡайһы бер күлдәрґә хатта шифалы ла. Балыҡмы, ҡыҫаламы – ҡул менән генә тоторлоҡ (әлегә!). Үґґәре эре бит әле. Башҡортостан һауаһы сәнәғәт предприятиелары менән тулған Силәбе өлкәһенә ҡарағанда күпкә сафыраҡ (әлегә!). Ә Ырымбур өлкәһендәге Тоґ-Илек күлен үґ итеүселәргә әйткем килә – үґебеґґә лә тоґло күлдәр етерлек. Уларґың даны ғына таралып өлгөрмәгән (әлегә!).
Ә бына сит илдәрґән килеүселәр һирәк. Бик һирәк. Талҡаҫ яры буйында силәбеләрґе аґым һайын осратырға мөмкин. Ә, әйтәйек, немецтарґы йәки француздарґы – юҡ. Нишләп улар Төркиә курорттарында рәхәтләнеп ял итә, ә беґгә ынтылмай? Әллә улар беґґеңсә «ҡырағай» ял итә белмәйме? Әллә уларґы нимәлер өркөтәме?
Немецтар һәм француздар, шведтар һәм норвегтар, Европала йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре Рәсәй киңлектәре, Башҡортостан тау-ҡырґары буйлап гиґергә бер ґә ҡаршы булмаҫ ине. ҡымыґ эсергә лә, йылҡы итен тәмләп ҡарарға ла әґер улар, тау аҫтынан сыҡҡан тоґло шишмәләрґә ҡойоноп сығыр­ға ла. Улар хатта халҡыбыґґың хеґмәтсе түгел, ә ҡунаҡсыл булыуы менән дә күнергә генә тора. Тик илебеґґәге ҡайһы бер, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, «етешһеґлектәр» уларға беґгә ҡырағайґарға кеүек ҡарарға мәжбүр итә.
Һүґґең бәґрәф, аныҡлап әйткәндә, Рәсәй бәґрәфтәре тураһында барғанын аңлағанһығыґґыр. Ул урынды беґґең халыҡ төрлөсә атай – бәґрәф, туалет, әбрәкәй, убырный, хәжәттек, хәжәтхана. Мәғәнәһе бер үк – ышыҡланып, тәбиғи хәжәттәрґе, йәғни кесе һәм оло ярауґы атҡарыу урыны.
Ғөмүмән, бәґрәф мәсьәләһе кешелекте борон-борондан борсоған. Тарихтан шул билдәле – Боронғо Рим императоры Веспасиан хатта йәмәғәт бәґрәфтәренә һалым һалып империяның ҡаґнаһын байытырға маташҡан, имеш. Һәм уға ҡаршы төшөүселәргә «Pecunia non olet», йәғни «Аҡса аңҡымай» тип яуап ҡайтарған. Бына бит!
Император, әлбиттә, хаҡлы. Аҡса аңҡымай. Ә бына беґ көн дә бүлеп сығарған ҡалдыҡтар аңҡый ғына түгел, һаҫый, һауаны боґа. Ваҡытында йыйыштырып ҡуймаһаң. Бының өсөн махсус урын билдәләмәһәң. Ул урынды таґалап, йыуып-йышып тормаһаң.
Кешенең был эште атҡарыу өсөн махсус урын билдәләүе – ышыҡла­ныр­ға, оят урындарґы йәшерергә теләүе менән генә бәйле түгел икәнлеген үґегеґ ґә аңлап тораһығыґґыр. Кеше ҡалдыҡтарының күп кенә зарарлы сир, киґеүҙе таратыуға сәбәпсе булып торғаны күптән билдәле. Бынан тыш, кеше өсөн уңайлы шарттар булдырырға, йыуынырға, сайынырға мөмкинлектәр тыуґырырға, был көндәлек эште (оло һәм кесе ярауґы йәғни) ашыҡ-бошоҡ, ҡасып-боҫоп, өшөп-туңып, сирҡанып-ерәнеп түгел, ә үґ ыңғайы менән, иң мөһиме, кешесә башҡарырға форсат бирергә кәрәк түгелме һуң?
Хәґер бит хатта бесәйґәр һәм эттәр өсөн дә махсус бәґрәфтәр уйлап сығарылған. Еҫе лә юҡ, хайуандарға ла уңайлы – ҡалдыҡтарын күмеп, йәғни башҡаларґың күґенән йәшереп ҡуйыу мөмкинлектәре бар. Баҡһаң, хайуандарға ла был эште йәшерен генә эшләү фарыз икән дә баһа. Танышымдың бесәйе кеше ҡарап торһа ярау итә алмай, имеш. Ә беґ һаман хайуансараҡ ҡыланабыґ түгелме?
Шаштыраһың, тимәксеһегеґме? Миҫалдарґы махсус рәүештә эґләп тә йөрөмәнем. Өфөлә был эш аґмы-күпме яйға һалынған. Үґен һәм, әлбиттә, клиенттарын ихтирам иткән һәр бер сауґа үґәгендә, кафе-ресторандарґа бөтә уңайлылыҡтары булған бәґрәфтәр эшләй. Һәр хәлдә, мин булырға тура килгәндәре, ысынлап та, таґа, яҡты, йылы, хуш еҫле һәм бушлай.
Баш ҡалабыґґан сығып, илле саҡрымлап юл үтеү генә етә. Унда был йәһәттән «цивилизация» тигән һүґґең «ц» хәрефе лә юҡ әле.
Өфө – Сермән трассаһын ғына алайыҡ. Тап ошо юл Архангел, Белорет, Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондарына алып бара. Тап ошо юл Шүлгәнташ мәмерйә­һенә, Талҡаҫ, Яугүл, Яҡтыкүл күлдәренә, ҡырҡты, Ирәмәл һәм Ирәндек тауґарына илтә. Ошо уҡ юл менән «Асы», «Талҡаҫ» шифаханаларына барып була. Самай туристар йөрөй торған юл йәғни. Өс йөґләп саҡрым арала бер генә лә, өҫтә әйтеп үткәнемсә, кешесә бәґрәф юҡ. Тимәк, ышыҡ, йылы, таґа, саф һауалы, таґа һыулы, һабынлы, ҡағыґлы, көґгөлө. Уйлап ҡараһаң, әллә ниндәй ҡот осҡос, тормошҡа ашырыла алмаҫлыҡ талап та түгел һымаҡ.
Юл буйында шешлек бешергән урындарґа ғына түгел, юлдағы автозаправкаларґа ла бәґрәф тигәнең – бер-ике метр тәрәнлегендәге соҡор өҫтөнә ултыртыл­ған иґәне уртанан тишек будка. Йә ағастан, йә иһә бензин һатыу­сыларґың минут һайын тамып торған табышын иҫәпкә алғанда – кирбестән. Сибайґағы бер заправка эргәһендә хатта тимерґән иретеп йәбештерелгән шундай бер ҡумтаны күрергә тура килде. Кирбестәнме, таҡтананмы, тимерґәнме – барыбер эсендә һаҫыҡ, бысраҡ һәм ҡараңғы. Өҫтәмә рәүештә ҡышын, яґын һәм көґөн – һыуыҡ. Ә йәйен иһә – себен. ҡағыґ, ҡул йыуғыс, еҫле һабын тураһында әйтеп торорға ла түгел.
Инйәрґә юл буйында ғына кафе эшләй. Махсус рәүештә үткенселәр өсөн тәғәйенләнгән ул. Урыны шәп. Баймаҡ, Сибай, Әбйәлил, Учалы, Белорет тарафтарына, Силәбе өлкәһенә юл тотҡандарґың барыһы ла тиерлек бында туҡтай, аҡ шыршы миндектәрен, майын һатып ала, буфетҡа инеп сәй эсә, урындағы оҫтабикәләрґең аштарын, бәлештәрен ашай. Һәм, әлбиттә, бәґрәфкә бара. Бер ыңғайґан Өфө – Белорет, Баймаҡ – Өфө, башҡа йүнәлештәр буйлап йөрөгән «ГАЗель»дәр, шәхси автомобилдәр, таксиґар килеп туҡтаһа, бәґрәфкә һыу буйындай сират. ҡатын-ҡыґґар ґа, ир-егеттәр ґә бергәләшеп тар ғына коридорґа хәжәттәрен атҡарырға сират көтә. Стенаға һөйәлеп. Ир-ат яғында ла бер унитаз, ҡатын-ҡыґґар яғында ла. Бушлай түгел. Эскә инһәң, тәү ҡарашҡа, өҫтә әйтеп үтелгән талаптарґың барыһы ла үтәлгән һымаҡ. Яҡты. Тик йылы һыу юҡ. Өҫкө кейемде сисеп элергә урын юҡ. Һабын киҫәге еүеш, ҡулға алғы ла килмәй. Аяҡ аҫты, тәбиғи, минут һайын инеп-сығып торғандарґың аяҡ кейемдәренән ҡойоланып ята.
Юл буйындағы заправкаларґың бәґрәфтәренең береһе лә кешесә тип әйтерлек түгел. Эйе, бензин һатыусылар аҡсаларын йәлләмәгән – әбрәкәйґәр ҡыґыл йәки аҡ кирбестән һалын­ған. Капиталь ҡоролма, тиергә лә мөмкин. Барыбер эстә бысраҡ, һыуыҡ, ҡараңғы һәм һаҫыҡ. Заправка хеґмәткәрґәре лә ошо уҡ тишеккә… нейтәме икән?
Йыл да ғаилә менән ял иткән урыныбыґ – Талҡаҫ күле. Һыуы иҫ киткес шәп. Һәр ваҡыт һалҡынса, төшһәң, сыҡҡы килмәй. Һауаһы саф. Халҡы ихлас. Хөрриәтме? Эйе. Тик урман араһына инерлек түгел. Аґым һайын тиерлек кеше организмы эшмәкәрлегенең ҡалдыҡтары. Ябай итеп кенә әйткәндә, тиґәк. Һәм бысратылған ҡағыґ киҫәктәре. Өҫтә әйтеп үтелгән туристарґың эше был. Ситтән килгәндәрґеке түгел, әлбиттә. Үґебеґґекеләр шулай ҡылана. «Үґебеґґекеләр» исемлегенә Башҡортостан халҡы ғына түгел, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә йәшәүселәр ґә ингәнен аңлайһығыґґыр. Ә башҡа ни эшләһен? Ваҡытында күл буйына таҡталарґан будкалар ултыртып сыҡҡайнылар. Улар бит мәңгелек түгел. Йә соҡоро тула, йә ҡумтаһы емереп ташланыла…
Әбйәлил районының ҡайһы бер күлдәрендә лә булғаныбыґ бар. Унда ла шул уҡ хәл.
Әле ҡышҡы каникулда ауыл яғына ҡайтылғайны. Бар халыҡ ҡышын-йәйен яратып туҡтаған «Йәншишмә» (боґґай һалҡын һыулы шишмә сыға, эргәһендә генә кафе урынлашҡан) ял итеү урынындағы бәґрәфкә яҡын барырлыҡ та түгел.
Ундай миҫалдар бихисап. Уҡыусыларґың һәр береһенә тиерлек бындай хәл менән осрашырға тура килгәндер, моғайын. Тик беґ − башлыса, тыйнаҡ һәм әґәпле кешеләр. Был «һаҫыҡ» мәсьәләне күтәргебеґ ґә килмәй. Кемдең алдында күтәрергә лә белмәйбеґ. Ысынлап та, бәґрәфтәр өсөн кем яуап бирергә тейеш һуң?
Әйткәндәй, 2001 йылдың 19 ноябренән алып донъяла йыл һайын Бөтә донъя бәґрәфтәр көнө билдәләнә. Тап ошо көндә Азия, Америка һәм Европанан 17 милли бәґрәф ойошмаһынан 200-ләп делегат йыйылып, Халыҡ-ара бәґрәф ассоциацияһын ойоштора.
Сингапур бәґрәф колледжында бәґрәфтәрґе таґалау, тәртип урынлаштырыуға ғына түгел, ә бәґрәф дизайнына һәм бәґрәф архитектураһына өйрәтәләр. Бөгөн был илдә йәмәғәт бәґрәфенең йыйыштырыу­сыһы – иң абруйлы профессияларґың береһе.
Малайзия властары туристарґы йәлеп итер өсөн баш ҡала урамдарына «яңы быуын бәґрәфтәре»н урынлаштырған. Иркен кабинкаларґа балалар өсөн хәүефһеґлек ҡайыштары булған махсус кресло менән йыһазландырылған унитаздар ҡуйыл­ған. Һәр бер ҡулланыусынан һуң бәґрәфтә автоматик рәүештә химик эшкәртеү һәм дезинфекциялау үткәрелә, кабинка хуш еҫкә тула.
Америка ҡушма Штаттарында ун йылдан ашыу иң уңайлы йәмәғәт бәґрәфтәренә конкурс үткәрелә. 2011 йылда был бәйгенең еңеүсеһе итеп Филд исемендәге Чикаго тәбиғәт тарихы музейының бәґрәфе таныла. Икенсе урында Аризона штаты Скотсдейл ҡалаһындағы Театр сәнғәте үґәгенең бәґрәфе. Өсөнсө урында – Вирджиния штаты Шантилья ҡалаһында махсус рәүештә Барак Обаманың инаугурацияһы уңайы менән эшләнгән күсмә президент хәжәтханаһы.
Мәґәниәтле булыу ул күп китап уҡыу, донъя классикаһын яттан белеү, классик музыканы яратып тыңлау, интернет киңлектәрендә гиґеү, Рафаэль, Леонардо да Винчи, Моне, Дега, Сальвадор Дали һәм башҡа бик күп рәссамдың ижады менән һоҡланыу ғына түгел.
Цивилизация ул компьютер, айфон, айпад, йыһан караптары, цифрлы телевидение һәм FM-радиоһы ғына түгел.
Етеш һәм уңайлы тормош ул тәмле-татлы ашап-эсеү, йомшаҡта, йылыла һәм ышыҡта йоҡлау, цивилизация емештәре менән файґаланыу, мәґәниәтле булыу ғына түгел икән.
Бала саҡтан бер шиғыр остоғо иҫтән сыҡмай:
Бесәй булыуы рәхәт,
Эт булыуы ла рәхәт.
ҡайґа теләйем…
ҡайґа теләйем…
Беґ яртылаш кеше, яртылаш хайуан булып ҡала алмайбыґ ґа баһа…
Һүґемде туристарґан башлағайным. Туристар килерґәр ґә китерґәр. Уларһыґ, әлбиттә, булмай. Ни тиһәң дә, ҡаґнабыґға аґмы-күпме табыш килтерерґәр ине… Туристар өсөн генә йәшәп булмай бит. Үґебеґ өсөн йәшәргә кәрәк. Кешесә, Кеше кеүек йәшәргә кәрәк.
Таһир ИШКИНИН










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»