RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңелебеҙ киң. Унда аһ-зар ҙа, мөхәббәт тә һыя

20.01.2012 Күңелебеҙ киң. Унда аһ-зар ҙа, мөхәббәт тә һыя

Коллегабыҙҙың телефонда дежур итеп, «халҡыбыҙҙа тик аһ-зар ғына икән» тип яҙыуы һөҙөмтәле булды - был аҙнала шылтыратҡан кешеләрҙең һәр береһе тиерлек күңелендәге ыңғай тойғолар менән дә бүлешергә тырышты. Рәхмәт һеҙгә, уҡыусыларыбыҙ, «Йәшлек»тә яҙылған һәр һүҙҙе йотлоғоп уҡып, беҙҙең дә, үҙегеҙҙең дә күңелде күтәргәнегеҙ өсөн!
Шылтыратыуҙарға күҙ һалайыҡ. Улар был аҙнала бихисап булды.
Күгәрсен районының Айһай-Мөрсәләй ауылынан Зилә СПАСКОВА үткән ҡуян йылына рәхмәт әйтеп шылтыратты. 2011 йылда Айһай-Мөрсәләйгә газ ингән. Хәҙер ауыл халҡы ошондай матур бүләк өсөн район, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына оло рәхмәтен белдерә.

ҡыйғы районының ҡолбаҡ ауылынан 75 йәшлек пенсионер Ғиззәтулла Хисмәтуллин, бензин ҡиммәт, тип борсола. Беҙ ҙә килешәбеҙ һеҙҙең менән, ағай! Тик нишләргә икән һуң? Һеҙ тәҡдим иткәнсә, берәй аҡыллы баш водород яғыулығын уйлап сығарып, беҙҙе ҡыуандырһа, ни әйттең дә бит!

Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан бер ҡатын, шылтыратып, ауылдарындағы магазинда хаҡтар­ҙың үтә лә ҡиммәт булыуына зарланды. Исемен әйтергә теләмәһә лә, «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе килеп, магазиндағы хаҡтарҙы тикшереп, хужаһына ҡарарҙар биреп тә китергә тейеш, тип саҡыр­ҙы. Әлбиттә, беҙҙең журналистар республиканың бөтә ауылдарына ла барып етергә тырыша. Ләкин беләһегеҙҙер бит инде − илебеҙҙә күптән баҙар иҡтисады хөкөм һөрә. Магазиндарҙағы аҙыҡ-түлеккә хаҡты хужаһы үҙе ҡуя. Ә һатып алыу­сылар был магазиндағы хаҡтар менән риза булмай икән − рәхим итеп башҡа магазинға йөрөһөндәр.
Тик бөтөнләй өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ, ҡағыҙға баҫылған ҡағиҙәләр бар-барлыҡҡа. Башҡор­тостан Республикаһында һатылған күп кенә продукцияны ваҡлап һатыу хаҡтарының сиктәре билдәләнгән. Ваҡлап һатыусы аҙыҡ-түлектең накладнойҙағы хаҡына 3 − 30 процент өҫтәй ала. Тик бына хужаның тауарҙы күмәртәләп ниндәй хаҡҡа алыуын ябай һатып алыусы ҡайҙан белергә тейеш һуң? Закон буйынса беҙ һатыусынан сифат сертификатын ғына талап итә алабыҙ. Бына шулай, накладнойҙарҙы республика гәзите журналистары түгел, ил башлыҡтары ла рәхәт кенә һорап ала алмай.
Шулай уҡ Баймаҡ райо­нының Ярат ауылынан да хаҡтарға бәйле шылтыратыу булды. Ундағы бер ирҙең тәмәкегә хаҡ артыуына йәне көйә, ул да магазиндағы һатыусыны әрләй. Ағай, тартмағыҙ ҙа ҡуйығыҙ инде, ҡыҙыл ҡаптағы «Максим» тәмәкеһен 21 һумға алам, тип бер көйһәгеҙ, тәмәке һурып күпме һаулығығыҙҙы бөтөрәһегеҙ. Тарт­мағыҙ, ике ҡуянды бер юлы атыр­һығыҙ, уңыштар һеҙгә! «Йәшлек» сәләмәт тормош яҡлы!

Рәхмәт, гәзитебеҙҙе, республика халҡын үткән байрамдар менән ҡотлап, уңышлы, изге йыл теләп шылтыратыусылар күп булды. Ауырғазы райо­нының Үтәймулла ауылынан Вазифа ҒӘЛИУЛЛИНА ауылдарында матур мәҙәни сараларҙың йыш ойошторолоуы тураһында һөйләп, беҙҙе лә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Миәкә райо­нынан Гүзәл МӨХӘМӘТЙӘНОВАҒА гәзитебеҙҙәге мәҡәләләрҙең сифатын яҡшыртыу буйынса әйткән кәңәштәре өсөн рәхмәт. Көтөгөҙ, командировкаға һеҙҙең яҡтарға ла юлланырға иҫәп бар. Дүртөйлө райо­нынан Ғәлимә КАМАЛОВА ла беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ икән. Ул яратҡан гәзите аша ғаиләһендә ауыр хәл булған ваҡытта ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн туғандарына, күршеләренә сикһеҙ рәхмәтен белдерә. «Улар ярҙамында ғына бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡтыҡ», − ти ул.

Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Сәкинә АЙЫТБАЕВА: «Модернизация өсөн аҡса түләмәй­ҙәр!» − тип шылтыратты. Ул дауаханала санитарка булып эшләй. Һүҙ, моғайын, Башҡортостан Респуб­лика­һының 2011 − 2012 йылдарға һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау программаһы сиктәрендә медицина учреждениеларына амбулатория-медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яҡшыртыуға бүленгән түләүҙәр тураһында баралыр. Программа буйынса түләүҙәргә табиптар һәм урта медицина персоналы дәғүә итә ала. Участка терапевы, участка педиатры, дөйөм практика табиптары (ғаилә табиптары), ошо уҡ табиптарҙың шәфҡәт туташтары был түләүҙәргә дәғүә итә алмай. Кесе медицина персоналына билдәләнгән түләүҙәр хаҡында һүҙ юҡ. Әйткәндәй, БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаевтың шәхси блогында «модернизациялау» тураһында ҡыҙыу һөйләшеүҙәр бара. Унда теләгән бер кеше инеп, үҙен борсоған һорауҙарға яуап таба алыр. Шулай уҡ Сәкинә Айытбаеваны отпускылар мәлендә персоналдың аҙайып, ике кеше урынына бер кеше генә эшләүе лә борсой. Әлбиттә, был дөрөҫ түгел.

Әлшәй районынан Фаягөл БАЙГИЛДИНА ире менән айырылышҡан һәм бөгөн балаларын үҙе генә тәрбиәләй. Рәсми рәүештә бер ерҙә лә эшләмәгән иремдән алимент түләтеп булырмы икән, тип ҡайғыра ул. Иғтибарлап ҡарағыҙ − һеҙҙең һорауға яуап «Йәшлек»тә сығасаҡ алимент мәсьәләһенә арналған мәҡәләлә буласаҡ.

Беҙҙең дежур телефоныбыҙға шылтыратыусылар араһында гәзиткә яҙылмағандарҙың булыуы бер аҙ күңелде ҡыра. Беҙ бөтә һорауҙарға ла яуапты гәзит аша бирәбеҙ, тимәк, бөтәгеҙгә лә гәзиткә яҙылырға, йә булмаһа, беҙҙең мәғлүмәттәрҙе эҙләп йөрөргә тура киләсәк.
Дежур телефон эшләүен дауам итә, рәхим итеп шылтыратығыҙ!
Лилиә СИРАЕВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»