10.01.2012 Ҡайҙа баҫырымды белһәм...
Бәлә әҙәм балаһын ҡайҙа ғына һағаламай. Брянск ҡалаһында йәшәүсе Татьяна Диденко 9 ғинуарҙа йәш ярымлыҡ балаһы менән саф һауа һуларға сыға.
ҡатын коляска этеп барғанында, тротуар аҫтындағы ер убылып китеп, канализация коллекторына төшөп китә. Әсә кеше нисектер иҫән ҡала, ә бала колясканан шыуып төшөп, уны канализация һыуҙары ағыҙып алып китә. Әлеге көндә водолаздар, кеше үтә алмаған урындарҙа махсус техника 3,5 км оҙонлоғондағы таҙалау ҡоролмаларын тикшерә.
ҡотҡарыусылар фекеренсә, коллектор торбаһы эргәһен һыу йыуып, соҡор барлыҡҡа килгән. Әлеге көндә баланың үлеме буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылып, тәфтишселәр ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.
Беҙҙең илдә бындай хәлдәргә аптырарға түгел. Былтыр Һамарҙа ла ер убылып, унда водитель менән автомобиль төшөп киткәйне. Бынан ике-өс йыл элек Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә эҫе һыу торбаһы үткән урында ер уйылып, йәш егет бешеп үлде. Абай булайыҡ!