RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тик зар икән халҡым күңелендә...

10.01.2012 Тик зар икән халҡым күңелендә...

Яңы йыл алдынан дежур телефондан байрам айҡанлы ҡотлау сәләмдәре генә ҡабул итеп ултырырмын, тигән өмөт менән ҡабул иткәйнем дежур вахтаһын. Өмөт аҡланманы. Ни бары ике генә кеше «Йәшлек»тәрҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлар өсөн шылтыратты. Бер шылтыратыу Рәмил ҡол Дәүләт исемендәге премияға ҡасан йомғаҡ яһала, тип тура беҙҙең эшкә ҡағылышлы булды. Уның яуабы үткән һанда бирелде, киләһе айҙа.
Башҡа килгән хәбәрҙәрҙе тыңлағандан һуң, зар менән, бөтмәҫ мәшәҡәт һәм хәсрәт менән йәшәй икән халҡым, тип ҡуйҙым. Дежур телефонға башҡа сараһы ҡалмаған, башҡа мөрәжәғәт итер урыны булмаған кешеләр шылтырата кеүек. Тәү ҡарашҡа. Тик төптән уйлап ҡарағанда, күбебеҙ нишләптер ярҙамды ситтән көтә. Шул уҡ редакция хеҙмәткәрҙәренән. Урында хәл ителә торған мәсьәлә менән хакимиәткә барып та, шылтыратып та ҡарамайынса, тәүҙә нишләптер беҙгә мөрәжәғәт итәләр. ҡайһы берҙә килтерелгән факттарҙың бөтөнләй дөрөҫлөккә тап килмәүе асыҡланған саҡтар ҙа бар.
Бер нисә шылтыратыуға күҙ, дөрөҫөрәге, ҡолаҡ һалайыҡ.

Тыуған нигеҙ һәм ер

Был шылтыратыу Әбйәлил районының Гусев ауылынан булды. Исемдәрен яҙмайбыҙ.
− Күсем ауылында йәшәүсе ҡустым өс балаһы менән йортһоҙ ҡалды. Магнитта йәшәүсе һеңлебеҙ, ҡустым менән бергә йәшәүсе әсәйемде ике ай үҙ фатирында бикле тотоп, уның үҙен дә күндереп һәм нисектер документтар йүнләп, ҡустыма ла, беҙгә лә белдермәй генә йортто Магнит байҙарына 850 мең һумға һатҡан. Судҡа биреп, һәр кемдең өлөшө булырға тейеш һәм «купля-продажа» тәртибе һаҡланмаған, тигән ҡарар менән еңеп сыҡҡайныҡ, тик һеңлем һәм һатып алған бай яғы ҡайтанан Өфөгә судҡа биргәйне, улар еңеп сыҡты булды. Яулап алған дөрөҫлөк юҡҡа сыҡты. Өс йәшенән генә атайыбыҙҙан ҡалған кинйә ҡустыбыҙ ғаиләһе менән урамда торҙо ла ҡалды. Әсәйем Магнитта һеңлем менән йәшәй, ҡалған ете балаһы менән бөтөнләй аралашмай. Бер туған һеңлем дошманға әйләнде. Бындай хәл кинола ғына була икән тиһәк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта ла бар икән.
Шылтыратыусы апай һүҙен, хаҡлыҡ яулап, ҡустыма һәм ғаиләһенә бер мөйөш булһа ла йүнләй алһаҡ, үлһәм дә үкенмәҫ инем, тип тамамланы. Редакция был хәлде ныҡлы иғтибарға алды, тиҙҙән хәбәрсебеҙ факттарҙы урынға барып тикшерәсәк.
Баймаҡ районының ҡаратал ауылынан Илсун Нурлығаянов:
− 1993 йылда ваучерыбыҙҙы «Берлек» тигән фондҡа һалғайныҡ. 9, 10 һумлыҡ дивидендтары килеп торҙо. Яңыраҡ Өфөгә саҡыртып йыйҙылар ҙа, 62 мең акционеры булған фондыбыҙ банкротҡа ҡалды, тип иғлан иттеләр. Баш ҡалаға үҙебеҙҙең аҡсаға йөрөп ҡайттыҡ. Егерме йыл был әҙәмдәр үҙҙәре өсөн генә йәшәнеме икән? Шуларға ҡаршы берәй сара күреп булмаймы икән?
Тағы ла бер һорауым. Пай ерҙәрен 5 − 6 йыл элек ҡуртымға «Баймаҡ» совхозына (һуңынан исемдәре үҙгәреп, «Аҡморон» СКП-һы булып китте хәҙер) биргәйнек. Ер өсөн һалым түләп киләбеҙ, ә хужалыҡ ҡуртым ере өсөн бер ни бирмәй. Нишләргә?
Илсун ағайға ни тип яуап бирмәк кәрәк, фондты – судҡа, ә тир түгеп алған ереңде, үҙең файҙалана алмайһың икән, икенсе берәүгә ҡуртымға биреү уңайлылыр. Гайдар үлде, Чубайс, Явлинскийҙар тере инде былай, бәлки, һеҙҙең алда ла, башҡалар алдында ла яуап бирерҙәр. Намыҫтары булһа...

Атай, һин ҡайҙа?

Иң аптыратҡаны, уйға һалғаны – атайҙар­ҙың үҙ балалары алдында бурысын үтәүҙән баш тартыуы. Йәғни балаға ғүмер биргәс, уға, аҡыл-белем биреү, үҫкәндә рухи һәм матди ярҙам күрһәтеү – ата-бабаларҙан ҡалған изге мираҫ. Бөгөн ут-ғәрәсәт үткән, күпме бала ата-әсәһеҙ ҡалған чечен илендә бер генә лә балалар йорто юҡ. Унда етем ҡалған баланы яҙмыш ҡосағына, ил буҫағаһына ташлау кеүек ҡот осҡос күренеш юҡ, үҙенең өй тулы балаһы булыуға ҡарамаҫтан, сыбыҡ осо туғаны булһа ла етемлектә ҡалдырмай, үҙенә һыйындыра белә. Сөнки милләттең, нәҫелдең һәр бер вәкиле ҡәҙерле, киләсәктең тамыры.
Ике көн эсендә алимент хаҡында өс шылтыратыу булыуы бөтөнләй хәүефле хәл.
− Солтанова булам. Әле Өфөлә йәшәйем. Элекке ирем − Солтанов Нәғиф Дәүләт улы 2007 йылдан бирле алимент түләмәй, ҡасып йөрөй. Элек Хәйбулла районында йәшәй ине, хәҙер Өфөлә төҙөлөштә эшләй. Хатта йәшәгән адресын да беләм. Тик мирауай судьялар ҡарары Хәйбуллала, Өфөнөң Ленин райо­нында ла үтәлмәй. Уны тота алмайҙар.
Суд приставтарына мөрәжәғәт итергә кәрәк һеҙгә, Клара апай. Улай тиһәң...
Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылынан Миңлегөл Ғәзиева:
– Зарым шул: районда суд приставтары эшләмәй. Иремдең – Ғәзиев Илдус Фәрих улының – алимент бурысы 423 мең һумдан ашып китте. Ә ул ай һайын 1 мең 100 һум аҡса ебәреп тора. Ул бит индивидуальный предприниматель, эшҡыуар. Килемен күрһәтмәйме? Өс бала ҡарайым. Өлкәне әрме хеҙмәтендә. Өфөгә лә хат яҙып ҡараным. Баш пристав Л. Колошинаның урындағы пристав Р. Килметьевҡа, иремдән мәжбүри рәүештә бурысын ҡайтарыуҙы талап итеп яҙған күрһәтмәһе лә бар. Тик ул талап та, ҡарар ҙа үтәлмәй. Аптырайбыҙ, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәйбеҙ. Үҙ балалары өсөн бит.
Күгәрсен районының суд приставы Р. Килметьевтан тиҙ арала яуап көтәбеҙ.
− Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан Гөлнур Хәсәнова булам. Ирем Хәсәнов Фәнис Фәрит улы биш балаһын яҙмыш ҡосағына ташлап сығып китте. Алимент түләмәй. Баймаҡҡа суд приставтарына мөрәжәғәт иттек, тик файҙа юҡ әле.
Икенсе һорауым − урамда колонкалар бар, тик уларҙа һыу юҡ. Йылғанан һыу ташып эсергә мәжбүрбеҙ. Ауыл хакимиәте (башлығы − Фуат Әхмәтов) әҙерәк иғтибар биреп, матди ярҙам да күрһәтелһә, ул колонкалар эшләр ине.

«Кәбиржан, аҡса дауай!»

Балалар пособиеһы, ветерандар, пенсиялар хаҡында бер нисә һорау булды. Был һорау­ҙарға һеҙ ошо йүнәлештә эш алып барған урындағы ойошмаларҙа тулыраҡ һәм анығыраҡ яуап ала алаһығыҙ. Киләсәктә гәзитебеҙ был темаларға йышыраҡ мөрәжәғәт итергә лә йыйына. Шуға күрә беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ.
Әбйәлил районының Әбдрәш ауылы старостаһы Тимерйән Мәжитов беҙҙе әрләп шылтыратты. Һеҙ ҙә һатылғанһығыҙ, тип ғәйепләне. Үткән айҙа ул шылтыратҡас, беҙ: «Райондың көньяғында юлдар насар. Әбйәлилдең Хәлил ауылы менән Баймаҡтың Күсей ауылы араһында юл һалырға мөмкин», − тип яҙып сыҡҡанбыҙ. Был, староста әйтеүенсә, төптө хата фекер. Ә дөрөҫө шулай яңғырай: «Әгәр Әбйәлилдең Хәлил ауылы менән Баймаҡтың Күсей ауылы араһында юл һалырға кәрәк икән, ул саҡта беҙҙең Әлмөхәмәт ауылы советына ҡараған ауылдар оло юлдан ситтә тороп ҡала. Шуның өсөн юлды Әбдрәш ауылы аша Сибай – Төйәләҫ юлына тоташтырырға кәрәк!» Әбйәлил райо­ны хакимиәте быға иғтибар бирһен ине. Ағайҙың аңлатыуына ҡарағанда, был күпкә отошло ла, уңай ҙа. Тимерйән ағай, ил өсөн янып йөрөүең шәп, тик барыһын да һатылыу­ҙа ғәйепләүең староста һынлы старостаға килешкән эш түгел. Килешәһеңдер?
Һүҙ аҙағында тағы бер хәбәр:
− Йылайыр районының Воскресенка ауылынан Фатима ҡудашева булам. Ит йыйыусы Мирзоев Кәбиржан тигән кешегә һыйырыбыҙҙы һатҡайныҡ. Һаман аҡсаһын бирмәй. Һеҙ белешә алмайһығыҙмы? (Телефон һанын атай). Беҙ шылтыратһаҡ, телефонын алмай.
Фатима апай, һеҙ телгә алған Кәбиржанға беҙ ҙә шылтыраттыҡ. Тик «временно не доступен» тигән яуап ҡына алабыҙ. «Ваҡытлыса», тимәк, өмөт бар, тип тынысландыра алмайбыҙ, шуға күрә тиҙ арала полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Тағы ла ун һыйырығыҙ бар икән, Кәбиржан знакумығыҙҙы көтәһегеҙ инде...

Мөнир ҡУНАФИН яҙып алды.

Дежур телефон эшен дауам итә. Шылтыратығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»