10.01.2012 Үҙ ерендә тапты бәхетен
Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәүсе туғаным Әсҡәт Кинйәбулатов еҙнәм Мөҙәрис менән апайым Хөршиҙәнең оҙаҡ көтөп, теләп алған улдары булып донъяға килде. Ә олаталары Хәйрулла менән Мөхәмәтвәлигә, өләсәләре Зөләйха менән Фәйзәгә күҙ ҡараһындай беренсе ейәндәре булһа, беҙгә, уларҙың балаларына, иң яратҡан ҡустыбыҙ булды. Уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп кенә үҫтерҙек. Ул иң матур, иң бәхетле ғаиләлә үҫте. Берҙән-бер балаларын еҙнәм менән апайым уҡытырға теләне. Ләкин, урта мәктәпте тамамлағас, Әсҡәт армияға китергә теләп, уҡыу тураһында һуңыраҡ уйларға булды. Ул бер төркөм егеттәр менән Баҡы ҡалаһында элемтәсе булып хеҙмәт итте.
Әсҡәт холҡо менән атаһы кеүек баҫалҡы, аҙ һүҙле, тыныс, күндәм кеше. Әрме сафында өлгөлө хеҙмәт итте. Хеҙмәтен тултырып ҡайтыуына атаһы ҡаты сирләй ине, 47 йәшендә генә еҙнәм донъя ҡуйҙы. Егет яңғыҙ ҡалған әсәһенә ярҙам итер өсөн бер йыллыҡ шофер курсын тамамланы ла, колхозда эш башланы. Джамбулда һалам да пресланы, тракторҙа ла эшләне. Өйләнде, ҡыҙҙары тыуҙы, әкренләп тормош алға барҙы.
Бәлә бер үҙе генә килмәй, тиҙәр бит, атаһының вафатына биш йыл үтеүгә операция ваҡытында әсәһе, беҙҙең иң ҡәҙерле апайыбыҙ вафат булды.
Һуғыш башланғанда ете класс бөткән апайым, колхоздың иң ауыр йөгөн тартты. Әсҡәт тыуғанда ул һөт йыйыусы ине. Шундай ваҡиға иҫтә ҡалған: йыйған һөттө, үгеҙ егеп, Тормай ауылына һөт пунктына илтә. Миңә 5 – 6 йәш булғас, апайым мине лә алып бара ине, себендәрҙе, күгәүендәрҙе үгеҙҙән ҡыуып тора инем. Бер саҡ урман эсенән тура юлдан барғанда, төпһәгә менеп, тәгәрмәстең сәкүшкәһе төшөп, тәгәрмәс күсәренән ысҡынды. Арба ауыр, ундан артыҡ феләк тейәлгән, һәр береһендә 38 литр һөт. Арбаны күтәрмәйенсә тәгәрмәсте ҡуйып булмай, феләктәрҙе ергә төшөрөп, арбаны күтәреп, тәгәрмәсте ҡуйып, йөктө яңынан тейәп киттек.
Иң яҡын кешеләребеҙҙе юғалтыу беҙҙең өсөн үтә лә ауыр булды. Әсҡәт туғаныбыҙ атай йорто нигеҙен һаҡлап йәшәргә, уларҙың вариҫы булып ҡалды. Тормош иптәше Зилә менән бер ҡыҙ, ике ул үҫтереп, матур итеп донъя көтәләр. Улар эшләгән Йомағужа фермаһының алдынғылар сафында булыуында яҡындарымдың да өлөшө ҙур. Әсҡәттең эше, бигерәк тә төнгө дежур сағында, бик яуаплы, хәүефле.
Яҙмыш уны төрлөсә һынап ҡараны, ауыр эштән ауырып та алды. Ләкин үҙендә ҙур ихтыяр көсө табып, ауырыуҙы еңде, бирешмәне. Уның көслө рухына аптырарлыҡ. ҡустыбыҙ – күптәргә үрнәк булырлыҡ тоғро ир ҙә, хәстәрлекле атай ҙа. Әсҡәт туғаныбыҙ тәбиғәткә, йыр-моңға ғашиҡ.
һиңә алдағы көнөңдә иҫәнлек, бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп, оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ, Әсҡәт ҡустым.
Вәсилә МАСКОВА.
Стәрлебаш районы,
Стәрлебаш ауылы.