RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Араларҙы яҡынайта «Тура бәйләнеш»

10.12.2011 Араларҙы яҡынайта «Тура бәйләнеш»

Был аҙнала ла «Йәшлек»тең дежур телефоны аша йәнле аралашыу тынманы. Гәзит уҡыусылары үҙҙәрен борсоған ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәй. Берәүҙәр заманға, тормоштағы проблемаларға ҡарата күңелендә йыйылған аһ-зарын түкһә, икенселәр урындағы власть етәкселәре аша хәл ителмәгән мәсьәләләрен асыҡлауҙа ярҙам һораны. Әлбиттә, беҙҙе «дүртенсе власть» вәкилдәре тип йөрөтһәләр ҙә, журналистар хоҡуҡ белгестәре, социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре түгел. Әммә «Йәшлек» уҡыусыларының үтенестәренә яуапһыҙ ҡала алманыҡ.
Аноним, Әбйәлил районы, Гусев ауылы:
– Беҙ бер ихатала дүрт хужа йәшәйбеҙ. Күршебеҙ бөтөнләй тынғылыҡ бирмәй. Урамға сығырлыҡ түгел, беҙ йөрөй торған юлға ашлы һыуын, сүбен түгеп ҡуя. Бер нисә тапҡыр балаларыбыҙҙы ла туҡманы инде. Ул шизофрения менән яфалана, ҡыҙы үҙен опекунлыҡҡа алған. Сирленең ҡылыҡтары тураһында полиция участка уполномоченныйына ла, ауыл хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ. Шул тиклем ыҙалата. Беҙгә ни эшләргә?
– Әгәр ҙә һеҙгә ул көн күрһәтмәй икән, ундайҙарҙы психоневрология диспансерына мәжбүри дауалауға ебәреү ҙә ҡаралған. Бының өсөн райондың эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һеҙҙең участка уполномоченныйы мөрәжәғәтегеҙ буйынса, күршеләрегеҙҙән, инвалид ҡатын менән бергә йәшәүселәрҙән аңлатмалар, ауыл хакимиәтенән ул ҡатындың көнкүреше, ғаилә хәле тураһында характеристика, район психиатрынан сирленең иҫәптә тороуы тураһында справка йыйып, район судына, ҡатынды мәжбүри дауалауға ебәреүҙе һорап, мөрәжәғәт итергә тейеш. Район суды ошо документтар нигеҙендә мәжбүри дауаланыу тураһында ҡарар сығара. Иҫәптә торған психик сирлеләрҙе йыл һайын дауаланыуға ебәреү урындағы психиатрҙың эше булырға тейеш.
Дауаланып, тынысланып ҡайтыу, моғайын да, файҙаға булыр ине.

Айһылыу Исмәғилева, Күгәрсен районы, Түләбай ауылы:
– Беҙҙең ауылда «Иртөбәк» агрофирмаһының бүлексәһе бар ине. Хәҙер шуны бөтөрҙөләр, малдарҙы икенсе бүлексәгә ҡуштылар, малсылар, һауынсылар эшһеҙ ҡалды. Шул иҫәптән ғүмер буйы малсылыҡта эшләгән минең ирем дә. Дүрт балабыҙ бар. Үҙем, һаулығым насар булыу сәбәпле, эшләмәйем. Ғаиләһен ҡараусыларға хәҙер эшһеҙ нимә эшләргә? Ирем ситтә йөрөп тә эшләп ҡараны, ауыр. Үҙ эшегеҙҙе асығыҙ, тиҙәр. Асып ҡараныҡ та, күп сығым киткәс, ташланыҡ. Ауылыбыҙҙа «зәңгәр яғыулыҡ» бар, район үҙәгенән автобус йөрөй. Ауылда эш булдырырға етәкселәрҙән берәй дәүләт ярҙамы булмаҫмы икән?
– Колхоз-совхоздарҙың бөтөрөлөүе, халыҡҡа эш урындары булмау сәбәпле, тотош ауылдарҙы юҡҡа сығарҙы. Һәр замандың – үҙ көйө. Беҙгә, бәлки, донъяға ҡарашыбыҙҙы үҙгәртеп, яңыса йәшәргә өйрәнергә ваҡыттыр. Хөкүмәттән генә көтөп ултырыр заман түгел.

Илүзә Моратшина, Учалы райо­ны:
– «Йәшлек» аша һөйөнөсөм менән уртаҡлашҡым килә. Ике аҙна элек суд аша мине әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә йыйыныуҙары тураһында хәбәр иткәйнем. Суд үтте һәм минең файҙаға хәл ителде. Унда һеҙҙең яуапты ла күрһәттем. Әллә, ысынлап та, ярҙамығыҙ тейҙе инде.
– Беҙ ҙә һеҙҙең өсөн шат, Илүзә! Һеҙҙең менән башҡа бындай күңел­һеҙ хәлдәр булмаҫ, «әсәлек капиталы»н алып һөйөнөп ултырырһығыҙ, тип ышанабыҙ.
Раһит Хафизов, Салауат районы, Сыбаркүл ауылы:
– Беҙ – 70-те үткән ололар. Тормош иптәшем менән ете бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Әммә ҡатынымдың «Әсәлек даны» миҙалы юҡ. Ауыл хакимиәтенең ғәйебеме, беҙҙең ғәйепме инде, ваҡытында был награда уға юлланмаған. Уның өсөн пенсияға социаль өҫтәмәләр бар, тип ишеттем.
– Элек бирелгән «Әсәлек даны» миҙалы әсәләргә бер ниндәй ташламалар ҙа бирмәй. Күп бала табырға батырсылыҡ иткән тормош иптәшегеҙҙең әсәй абруйын баһалаған миҙалдың ваҡытында алмауы, әлбиттә, үкенесле, әммә был награда өсөн пенсияға өҫтәмәләр юҡ.
Владик ҡыҙрасов, Күгәрсен райо­ны, Аҙнағол ауылы:
– Һеҙҙең даими шылтыратыу­сығыҙ булам. 5 декабрҙә «Юлдаш» радиоһында шағирә Зөлфиә Ханнанова үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Шул тиклем күңелгә үтеп инерлек итеп яҙа, шиғриәте оҡшай. «Йәшлек»тә лә шиғырҙарын күргем килә. Бер шылтырат­ҡанда тағы ла үҙемде борсоған проблемаларҙы әйтеп ҡалайым. Ауылдағы магазиндарҙан ситтән килтерелгән продукцияны алып ашайбыҙ. Күрше Тәүәкән ауылында һөттө лә эшкәртәләр, билмәнде, көнбағыш майын да үҙҙәрендә эшләйҙәр. Беҙҙең ауылға ла килтерһәләр, рәхәтләнеп алыр инек.
Бәләкәй генә ауыл булһа ла, эскелек көслө. Клубта концерттарҙы күптән күргән юҡ. Мәсет булһа, яҡшы булыр ине.
– Ауылығыҙҙың проблемаларына битараф булмауығыҙ, янып-борсолоп йәшәүегеҙ һәйбәт, Владик ағай.
Тамсы тама-тама таш яра, тигәндәй, уҙған аҙнала шылтыратыуығыҙҙан һуң урамдарығыҙҙа уттар ҡабынды. Мөрәжәғәтегеҙҙе уҡыһалар, тәүәкәндәр ҙә һеҙҙә үҙҙәренең продукцияһын һатыуҙы хәстәрләр һәм, бәлки, урында иман йортон төҙөүгә берәй эшҡыуар тотонор, яҡшыға өмөтләнеп йәшәйек.

Миңнура Буранбаева, Күгәрсен районы:
– Беҙгә, «Октябрьский» совхозы эшселәренә, пай ерҙәрен бүлеп бирҙеләр. Тәүге исемлектә булғандар уны бушлай алды, ә беҙ, һуңғараҡ алғандар, 3-әр мең һум түләнек. Йыл ярым ваҡыт үтте. Һаман документ та, ер ҙә юҡ. Өфөнән документ килмәне, тиҙәр. Пай ерҙәренә документ юллау шул тиклем оҙайлы процедурамы икән?
Миңнура апайҙың һорауына БР Милек мөнәсәбәттәре министрлығының бүлек етәксеһе Анатолий Викторович Арсентьев яуап бирә:
– Пай ерҙәрен юллаусыларҙың документ көтөп ятыуын аңлай алмайым. Пайға ғариза биреүсегә ерҙәрен юллап, дәүләт теркәүе алыр өсөн үҙҙәренә йөрөргә кәрәк бит. Йыл ярым эсендә, моғайын да, район хакимиәте башлығының уртаҡ милеккә өлөш тураһында ҡарары булғандыр.
Ошо ҡарар менән пай еренә дәғүә итеүсегә, кадастр паспорты алып, милеккә хоҡуҡты теркәтеү өсөн Теркәү палатаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Пай ерҙәрен биреү тураһындағы исемлекте хужалыҡ эсендәге комиссия төҙөй һәм ул һуңынан район-ара комиссияға тикшереүгә китә. Ай ярым эсендә район хакимиәте ҡарар сығара. Әгәр ҙә аңлашылмаған һорауҙарығыҙ булһа, (3472) 273-46-52 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Мөрәжәғәтегеҙҙән күренеүенсә, һеҙ ергә документ юллау өсөн өс мең һум аҡса түләп, бер кешегә ышаныс ҡағыҙы тултырғанһығыҙҙыр. До­кументтарҙы тиҙләтеүҙә, тимәк, ул яуаплы.
Мәрхәбә Ноғоманова, Әбйәлил районы, Салауат ауылы:
– Шәмбелә сыҡҡан сканвордтың яуабын әйтәйем тигәйнем, һуңлағанмын икән. Шәмбе һанын шишәмбе кис алдыҡ. Гәзит һуңлап килә. Почтальондар гел алмашынып тора. Матбуғатты күрше ауылдан килтереп тараталар. ҡайһы берҙә «Йәш­лек»тең өс номерын бер көндә алабыҙ. Ваҡытында ала алмағас, яҙылғы ла килмәй. Ғаиләлә күп бала тәрбиәләһәм дә, ошоғаса башҡорт баҫмаларын күпләп алдырып уҡый инек. Гәзиттәр теүәл килмәй, юғала. Былай үртәлеп ултырғансы, яҙылмам, моғайын. Хат ташыусының да хәлен аңлайым. 1700 һум аҡсаға күрше ауыл­дар­ға йәйәү йөрөп гәзит тарата бит. Бер көндө төнөн буранда килеп почта таратып йөрөй. Еңел түгел эше.
– Почтаның ғәйебе арҡаһында уҡыу­сыларыбыҙҙы юғалтыу көйөнөслө хәл. Беҙҙең өсөн һәр яҙылыусы ҡәҙерле.

Фазилә Андреева (Әсфәндиә­рова), Архангел районы, Үрге Ләмәҙ ауылы:
– «Йәшлек» аша 1977 – 1978 йылдар­ҙа Стәрлетамаҡтағы 11-се сауҙа-кулинар училищеһында бергә уҡыған иптәш ҡыҙҙарымды эҙләп тапмаҫмынмы икән, тигән өмөт менән шылтыратам. 33-сө төркөм ҡыҙҙары – Миәкә райо­нының Айыт ауылынан Фәниә Әхмәҙиева, Стәрлебаш районының Елембәт ауылынан Фәнирә Әлибаева, Ишембай районының ҡолғона ауылынан Флүрә Ишморатова, ошо уҡ райондан Эльвира Заманова, тауыш бирегеҙ, йәшлек дуҫтарым. Уҡып бөтөп таралышҡанға 30 йылдан ашыу ғүмер үткән. Һеҙҙе һағындыра, күрге лә килә. Әгәр ҙә ошо ҡыҙҙарҙы белеүселәр булһа (бәлки, балалары уҡыр), миңә шылтыратһындар. Өй телефоным – (834774) 2-95-97.

Рәйсә Хөснөтдинова, Учалы районы, Зәйнәкәй ауылы:
– Ейәнсәремдең ире, кейәүем өсөн борсолоп, шылтыратам. Кейәүем Фәнил Шәрипов «Байрамғол» агрофирмаһында тракторсы булып эшләй ине. 1 декабрҙә ҡыҫҡартыуға эләкте. ҡатыны эшләмәй. Ике бала тәрбиәләйҙәр. Берәүһе – түшәктә ятҡан инвалид. Улар шул баланың инвалид аҡсаһына йәшәргә тейешме икән ни? Ниңә хужалыҡ етәксеһе ошо ғаиләнең хәленә инмәне икән?
Рәйсә инәйҙең һорауы буйынса агрофирманың Яңы Байрамғол бүлексәһе етәксеһе Ринат Ғәйнуллинға шылтыратып, яуап алдыҡ. «Хужалыҡтың 200 миллион һумдан ашыу бурысы булыу сәбәпле, агрофирмала ҡыҫҡартыуҙар үткәрелде. Ауылдарҙағы бүлексәләр тулыһынса бөтөрөлдө. Фәнил Шәрипов механизаторҙар бригадаһында тракторҙа эшләй ине. 120 механизаторҙан яңы тракторҙарҙа эшләгән 23 кенә механизатор ҡалдырылды. Ауыл бригадалары тулыһынса бөтөрөлгәс, һәр кемдең ғаилә хәлен иҫәпкә алыу мөмкин түгел. Эшселәргә ҡыҫҡартылыуҙары тура­һында ике ай алдан хәбәр ителде. Хеҙмәт кодексына ярашлы, эшһеҙ ҡалыусыларға компенсация, пособие түләнәсәк. Район хеҙмәт биржаһына иҫәпкә тороуға йүнәлтмә биреләсәк. Теләүселәргә күрше ауылға икенсе эшкә йөрөп эшләргә тәҡдим ителде, әммә эшселәр үҙҙәре риза булманы. Яҙғы сәсеү кампанияһы башланһа, уларҙы эшкә саҡырыуыбыҙ ихтимал».

Рәмилә Ибраһимова, Ғафури районы:
– Әсәйем Рәхимә Харрасова – яу ҡырында башын һалған яугирҙың тол ҡатыны. Атайыбыҙ Әсәҙулла ҡолмөхәмәтов Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған. Торлаҡҡа сертификат алыу өсөн документтар юллай башлағайным, һеҙҙең әсәйегеҙгә тейеш түгел, тиҙәр. Атайы­быҙҙың ҡайҙа хеҙмәт иткәне, ерләнгән уры­ны тураһында ҡайҙан мәғлүмәттәр алырға була икән?
– Рәмилә апай, үкенескә күрә, торлаҡҡа сертификат Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына йәки уларҙың тол ҡалған ҡатындарына ғына тейеш. Һис бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, балаларын аяҡҡа баҫтырған, һуғыш ҡорбандары булған Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының да ҡатындары лайыҡ торлаҡ алыуға сертификатҡа. Әммә Хөкү­мәтебеҙ, әлеге ҡарар­ҙы ҡабул иткәндә, ниңәлер уларҙы ситтә ҡалдыр­ған. Атайығыҙ хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәр алырға теләһәгеҙ, райо­ны­ғыҙҙың хәрби ко­миссариатына мөрәжәғәт итегеҙ.
РФ Оборона министрлығы архивында бөтөн хәрбиҙәр тураһында ла мәғлүмәт булырға тейеш. Бынан тыш, хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең яҙмышын асыҡлау менән республика эҙәрмәндәр отряды фонды ла шөғөлләнә. Улар ҙа Оборона министрлығы архивынан мәғлүмәттәр алып ҡайта ала. Тик яҡын кешегеҙҙең ҡасан, ниндәй хәрби комиссариаттан һуғышҡа алыныуы, ниндәй часта хеҙмәт итеүе тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәк.

Фәүзиә Ихсанова, Хәйбулла райо­ны, Татырүҙәк ауылы:
– Миңә тиҙҙән 79 йәш тула. Оло булыуыма ҡарамаҫтан, «Йәшлек»те уҡып барам. Гәзиттең йөкмәткеһе оҡшай, һеҙҙә бөтөн һорауҙарға ла яуап табып була. Мин 35 йыл уҡытыусы булып эшләнем. Шуға ла йәш быуындың тормошо борсолдора ла, шатландыра ла. Тормошта үҙ урынын тапҡан йәштәргә ҡарап һоҡланам, шатланам, насар ғәҙәттәргә юлыҡҡандар өсөн борсолам. Тимәк, беҙ үҙебеҙҙең тәрбиә эшендә нимәнелер биреп еткермәгәнбеҙ, тим. Шылтыратыуымдың сәбәбе рәхмәт һүҙҙәре еткереү ине. Тормош иптәшем, райондың элекке ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе, оҙаҡ йылдар совхоз директоры булып эшләгән Шәйехзада Рәхимйән улы Исҡужин быйыл октябрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Үҙен район үҙәгенә саҡырып, юбилейын бик матур итеп үткәрҙеләр, район хакимиәте башлығы, райондың ветерандар советы, элекке бергә эшләгән иптәштәре, дуҫтары ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы. Бер айға яҡын телефон янынан китә алмай ҡотлауҙар ҡабул иттек. Бигерәк тә үҙем эшләгән Целинный мәктәбендәге уҡыусыларымдың ҡартты онотмай ҡотлауҙарына һөйөндөм.
Барыһына ла оло рәхмәтемде белдерәм.

Эдуард Байсурин, Мәләүез райо­ны, Юлдаш ауылы:
– БСТ-ға тәнҡит һүҙҙәремде еткер­һәгеҙ ине. Сәғәт киске 7-нән һуң көн һайын нәфис фильм ҡуялар. Кем ҡарай икән уны? Уны башҡа каналдарҙа ла ҡарап була бит. Эштән һуң күңелгә ятырлыҡ башҡорт тапшырыуҙарын ҡарағыбыҙ килә.
Эдуард ағайҙың һорауына Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире Эльвира Айытҡолова яуап бирә:
– Һәр телеканалдың үҙенең сеткаһы – эфирҙа программаларҙың эҙ­мә-эҙлекле сығарылышы бар. Ошо сеткаға ярашлы, һәр тапшырыу программала билдәле бер ваҡытта ғына ҡуйыла – был донъя телеиндус­трияһы ҡануны. Шуға ла һәр беребеҙ ҡасан, ниндәй ваҡытта ярат­ҡан тапшырыуы буласағын яҡшы белә. Был тапшырыуҙар ваҡыты сеткала йылдар буйына, йышыраҡ һәр телевизион миҙгелдә һаҡлана. Элек телеканалыбыҙҙа программалағы проекттар төрлө ваҡытҡа ҡуйыла ине. Хәҙер һәр береһенең эфир ваҡыты бар. 19 сәғәттән 21 сәғәткә тиклемге ваҡыт иң бәхәслеһе, сөнки был ваҡытта яратҡан командабыҙ «Са­лауат Юлаев»тың хоккей матчы ҡуйыла. Уйындар ваҡыты континенталь хоккей лигаһының расписаниеһына бәйле. Әгәр ҙә беҙ был ваҡытҡа тапшырыуҙар ҡуябыҙ икән, хоккей барғанда улар төшөп ҡаласаҡ, һөҙөмтәлә, ваҡытында күрһәтелмәгәс, ул башҡаларҙың ваҡытын ала алмай. Был осраҡта хоккей менән бер рәткә ҡуйыласаҡ берҙән-бер телевизион продукт – нәфис фильм күрһәтеү. Әлеге мәлдә фильмдар рус телендә бара. Уларҙың башҡортса дубляжы күрһәтелә башланы инде. Тулы дубляж студияһы сафҡа инеү менән башҡортсаға тәржемә ителгән кинокартиналар һаны артасаҡ. 19 сәғәттән һуң башҡортса нәфис фильмдар күрһәтеләсәк.
Дөйөм алғанда, был миҙгелдә башҡорт телендәге яңы проекттар һаны артты.

Әлфиә Йомағужина, Баймаҡ районы, Ғүмәр ауылы:
– Мәктәбебеҙ емерек хәлдә. Яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһен хәл итеп булмаймы икән? Башланғыс синыфта 26 бала уҡый. Киләсәктә уҡыусылар һаны артасаҡ. Сөнки ауылда 4-әр, 5-әр балалы ғаиләләр күп. Мәктәпһеҙ ауыл – һуҡыр ауыл. Белем усағы бөтә икән, ауыл да бөтә тигән һүҙ.
Әлфиә апайҙың һорауына район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илдус Зәйнуллин яуап бирә:
– Ғүмәр башланғыс мәктәбе Ярат дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы булып тора. Мәктәп, әлбиттә, иҫке. Филиал булараҡ, уларға бер ниндәй ҙә ҙур сығымдар бүлә алмайбыҙ. Тиҙҙән Ғүмәр уҡыусыларына Яратҡа йөрөп уҡыр өсөн өр-яңы автобус, башланғыс мәктәпкә бер компьютер биреләсәк.
Еңел осорҙа йәшәмәйбеҙ, Әлфиә апай. Мәктәптәрҙе оптималләштереү процесы ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәнен ваҡыт күрһәтер. Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, килешәбеҙ, мәктәп – ауылдың үҙәге. Һәр ата-әсәнең балаһын үҙенең янында уҡытҡыһы килә. Йәш ғаиләләрҙе лә ауыл ерендә тик мәктәп кенә тота.
Яңы мәктәп төҙөүгә килгәндә, үҙегеҙ һайлаған депутаттарығыҙға һорау менән мөрәжәғәт итегеҙ, башҡа инстанцияларға ла яҙығыҙ.

Илүзә Харисова, Әбйәлил райо­ны, Ишбулды ауылы:
– «Әсәлек капиталы» быйыл һуңғы тапҡыр була ла, бөтә, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
– Дөрөҫ түгел. «Әсәлек капиталы»н алыусыларға, уны алырға дәғүә итеүселәргә шуны хәбәр итәбеҙ: яңы йылдан һуң уның күләме 387,6 мең һум буласаҡ.
Аҡсаны ҡулланыу даирәһе киңәйәсәк. Дәүләт сертификаты хужалары уны торлаҡ алыуға, балаһының уҡыуы өсөн түләүгә, пенсия түләүҙәре, балалар баҡсаһына йөрөгәне өсөн түләүгә йүнәлтә ала.
Был аҙнала дежур телефонға
шылтыратыуҙарҙы
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА тыңланы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»