29.11.2011 Әсәйҙәрем – фәрештәләрем
Мәскәү комсомолецтарының яңы ерҙәрҙе үҙләштерергә китеүе тураһындағы хәбәр 1954 йылдың февралендә үҙәк радио аша бөтә Советтар Союзына тарала. ҡаҙағстанға тракторҙар, өйҙәр, төҙөлөш ҡорамалдары тейәлгән тиҫтәләрсә эшелон ағыла. Тәүге бер нисә йылда ғына сиҙәм ерҙәренә 650 меңдән ашыу йәш энтузиаст килә. Улар араһында йәш кенә башҡорт ҡыҙы Зәйтүнә лә (исемдәр үҙгәртелгән) була. Әллә ниндәй хыялдар ҡороп, илһамланып та килмәй ул төньяҡ ҡаҙағстанға, ни бары комсомол путевкаһы буйынса ебәрелгәнгә генә тыуған йортонан айырылып сығып китә. 1960 йылда тракторсылар курсын яңы ғына тамамлаған ун ете йәшлек ҡарасман һылыу шау ир-егеттәрҙән торған бригадаға эләгә. Киң балаҡлы ирҙәр салбарында йөрөгән егәрле һәм баҫалҡы ҡыҙ яулығын күҙенә тиклем батырып бәйләп, ни ҡушһалар, шуны шым ғына эшләп тик йөрөй. Бик тә һөйләшер ине лә бит, рус телен йүнләп белмәй, шуға ауыҙ асырға уңайһыҙлана. Июнь айының сыуаҡ бер көнөндә Зәйтүнә кескәй генә йылғасыҡ янында туҡтап, береһе лә күрмәгәндә йыуынып алырға була. Майлы бысраҡ өҫ кейемен, яулығын сисеп, ҡалын толомдарын һүтә лә елгә елберләтә. Бәләкәй сағында өләсәһе, бетле баш, тип һуҡрана-һуҡрана, ваҡ тешле һөйәк тараҡ менән тараған ялтыр ҡара сәстәре хәҙер тубығына тиклем етеп тора уның, тәрбиәләүе ауыр булһа ла, ҡырҡтырырға йәлләй. ҡулдарын, битендәге саңды йыуып ҡына төшөрөүгә яҡында ғына трактор гөрөлдәүен аңғарып ҡала. Тирә-яҡтағы тынлыҡҡа хайран ҡалып, уйҙарына сумып, тракторҙың да яҡынлағанын ишетмәгән. Тиҙ-тиҙ генә кейемдәренә йәбешкәндә, килеп туҡтаған тракторҙың ишегенән бөҙрә баш күренә. Егет һыҙғырып ебәрә лә, тап-таҙа башҡорт телендә: «Эй, бигерәк матур ҙа инде ошо ҡаҙаҡ ҡыҙҙары, суҡынғыры», – тип, ап-аҡ тештәрен йылтырата.
– Бәй, мин һиңә ниндәй ҡаҙаҡ ҡыҙы булайым, – тигән яуапты ишеткән егет саҡ тракторынан ҡолап төшмәй. Шулай итеп, Зәйтүнә үҙенең буласаҡ ире Илгиз менән таныша. Ике йыл дуҫлашып йөрөп, йәштәр Илгиздең тыуған ауылына ҡайтып өйләнешә, бәпестәре тыуа. Кескәй генә ауылға килен булып төшкән Зәйтүнә тәүге көндән үк ҡәйнәһенең йортон һыпырып таҙарта, эш рәтен белгәс, нимәгә тотонһа ла, килештерә, еренә еткереп башҡара. Килен сәйенә күрше-күләнде саҡыралар. Рафиға килененән уңды бит, тип ауылдаштары өсөн бер һөйөнөп, йәш килен төпкөл ауылда түҙерме икән, тип бер көйөнәләр. Зәйтүнә түҙеү генә түгел, бөтөнләйгә ошо ергә «бата». Улын ҡәйнәһе ҡарамағына тапшырып, күрше ауылдағы почтаға эшкә инә, ире лә шундағы фермала механизатор булып эшләй. Нишләптер оҙаҡ ваҡыт балалары булмай тора. ҡоролоҡ йылында ире Украинаға һалам әҙерләргә барып ҡайтҡандан һуң теүәл туғыҙ айҙан Зәйтүнә тағы бер ир бала табып ала. Был ваҡытта бик иркә үҫкән, көйәҙ холоҡло өлкәндәренә ун ике йәш була, ул кескәйҙең тыуыуына ҡырҡа ҡаршы килеп, аҙаҡ ҡустыһын бөтөнләй ҡарашмай. Бер көндө сабыйын бишектә бәүетеп ултырғанда ҡәйнәһе аһ та уһ туйтаңлап килеп урындыҡҡа тәгәрәй:
– Ай, килен, оло ҡайғы килде бит ауылға! Күрше Маһира ҡыҙын бала табыу йортонан алып ҡайтып барғанда арбалары менән күперҙән осҡандар! ҡыҙы сикәһе менән ташҡа һуғылып, шунда уҡ йән биргән, Маһираның үҙен ауыр хәлдә дауаханаға алып киткәндәр, ти. Әле бар халыҡ шунда, йылға буйында.
– Ә бала? – тип ҡото алынып ауыҙын ҡаплай Зәйтүнә. ҡәйнәһенең яуаплағанын да көтмәй, тиҙ генә йыйына һалып, йылға буйына йүгерә.
Күршеләре менән бигерәк татыу йәшәй ине улар. Маһира – ире һуғышта хәбәрһеҙ юғалып, сирләшкә бала менән тороп ҡалған апай. Зәйтүнәнән ике йәшкә өлкән ҡыҙы бала саҡтан ҡурылдай астмаһы менән йонсой. Шул ауырыуы арҡаһында мәктәптә лә йүнләп уҡый алмағас, аралашырға кешеһе лә булмай. Зәйтүнә улар ауылына килен булып төшкәндән алып Маһира апай менән дә, уның ҡыҙы менән дә ихлас аралаша башлай, йәлләгәндән түгел, күңелдәре матур булғаны өсөн икеһен дә берҙәй яҡын күрә. Өйҙән сығышмаған тиерлек сирләшкә ҡыҙҙың ауырға ҡалыуын белгәс, ауылда барыһы ла хайран ҡала, кемдән икән, тигән һорау барыһының да күңелен ҡытыҡлай. Әммә был һорауға хатта Маһира үҙе лә аныҡ яуап ишетә алмай. Төпсөнөп-төпсөнөп, осона сыға алмағас, ул да ҡул һелтәй. Ана үләм, бына үләм тип өйәнәккә йыш бирешкән ҡыҙы шулай ҙа имен-аман баланан ҡотолоп, үлемен күпер төбөндә табып ҡуя. Маһира был фажиғәнән һуң оҙаҡ ҡына дауаханала ята, ләкин аяғына баҫа алмай.
– Маһира апай атлай алмағас, үҙебеҙҙең өйгә алдырҙым, бала етем үҫмәһен тип, табылдыҡ бәпесте йөрәгемә баҫтым, – тип саллана башлаған сәстәрен яулығы эсенә йәшерҙе Зәйтүнә апай.
– Үҙемдең кесе улым менән бергә үҫтеләр. Ирем эсеп алһа, әллә ниңә шул балаға ҡаҙалырға ғына әҙер тора ине, ләкин мин яҡлаштым, рәнйеттермәнем. Уның ни ғәйебе бар?.. Тағы нимә һөйләйем икән? Уртансы улыбыҙ күрше ауылда йәшәй. Беҙҙе килен кеше һөймәй, яҡын юллатмай, әммә уға үпкәләмәйбеҙ, йәшәп кенә ятһындар, тибеҙ. Йөрәккә таш булып ятҡаны өлкән улыбыҙ инде... Һөнәрселек училищеһында ташсыға уҡыған балабыҙ ҡалала өйләнеп, фатир ҙа алғайны, инде рәтле генә йәшәп китте тигәндә эскегә һалышты. Эшенән дә ҡыҫҡартылғас, ҡатыны, алкашты ҡарар хәлем юҡ, тип уны өйҙән ҡыуҙы. Ауылға ҡайтып, беҙҙе ныҡ ҡаңғыртты. Өйҙәге бар нәмәне һатып эскегә тыҡты, беҙгә ҡул күтәрә башланы. Кесе улыбыҙ, табылдығым, уны әбейҙәргә лә, табиптарға ла йөрөтөп ҡараны, фәтүәһе булманы. Аптырағандың көнөнән йорт-еребеҙҙе ҡалдырып сығып киттек инде.
Зәйтүнә апай был хаҡта һөйләмәһә лә, миңә шул да мәғлүм – өлкән улы эскән башы менән атаһын имгәткәнсе туҡмап, әсәһенең ҡулын һындырған. Шунан алып улар кесе улдарында йәшәй.
– Улыма рәхмәт, унан тик яҡшылыҡ ҡына күрәбеҙ, килен дә беҙҙең өсөн өлтөрәп тора, – Зәйтүнә апай йылмайҙы, – донъям бөтөн тип әйтер инем, ана шул өлкән улыбыҙҙың ғына яҙмышы йөрәкте өйкәй, тыныслыҡты урлай…
Хушлашҡанда, Маһира әбейҙең күптән ир ҡорона ингән ейәне, матур итеп һөйләй алмам, шулай ҙа әйтәйем, тине: «Мин үҙемдең әсәйемде фотоһүрәттән генә күреп, икенсе әсәйемдең һөйләүҙәренән генә танып беләм. Үҙ әсәйем күктән яҡлаһа, икенсе әсәйем ерҙә һаҡланы, шуға ла улар минең өсөн ике фәрештәм кеүек. Икенсе әсәйем – мине бәхетле иткән кеше. Балалар йортона тапшырмағанға, ситкә типмәгәнгә, үҙенеке иткәнгә рәхмәтлемен. Әле ул минән риза булһа, мин дә ҡәнәғәт. Сөнки ошо әсәйем минең өсөн бәхет ҡапҡаларын үҙ ҡулы менән асҡан кеше».
Ошо мәлдә сәсен ойпалаған йорт хужаһы нимәһе менәндер бик тә Илгиз ағайға оҡшағайны...
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.