29.11.2011 Алло, һеҙҙе «Йәшлек» тыңлай!
«Йәшлек»тең дежур телефоны үткән аҙнала айырыуса әүҙем эшләне. Был юлы һорауҙарҙың күпселеге көнкүреш-йәшәйеш проблемаларына, закондарға ҡағылды. Күптәргә юрист йәки башҡа белгестең кәңәше кәрәк. Шуға ла, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ҡайһы бер һорауҙарға яуапты саҡ ҡына кисектереберәк бирергә тура килә. Иғтибарлап ҡарап барығыҙ -– бер генә һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ.
«Йәшлек» ҡауыштырҙы
Үткән аҙнала «Йәшлек» гәзитендә йәштәрҙе үҙ-ара таныштырыу өсөн берәй үҙәк кәрәклеге тураһында әйтеп шылтыратыусылар бихисап булғайны. ҡабатлап әйтке килә: беҙҙең гәзиттә «Танышайыҡ-ҡауышайыҡ» рубрикаһы күптән һәм уңышлы эшләй. Унда танышып-ҡауышҡандар бар. Ошо һүҙҙәребеҙҙе раҫлап, Әбйәлил районының ҡырҙас ауылынан Ноғомановтар шылтыратты. Гәзиттә үҙенә тормош иптәше эҙләгән ирҙең иғланын осраҡлы ғына рәүештә күреп ҡалған Ләйсән, ҡыҙыҡ күреп, абонентҡа хат яҙған. Бөгөн инде улар дүрт ҡыҙ үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә, «Йәшлек»кә рәхмәт белдерҙеләр. Тимәк, бөгөнгә тиклем ишен таба алмағандарға «Танышайыҡ-ҡауышайыҡ» рубрикаһын ентекле ҡарап барырға, улай ғына ла түгел, тиҙ арала үҙегеҙгә лә иғлан бирергә кәрәк! Хаттар көтәбеҙ!
Әсә тигән бөйөк исем...
Учалы районының Мулдаҡай ауылынан 24 йәшлек Эльза Моратшина элекке иренең ҡыланыштарына әсенеп шылтыратты. Хәҙер икенсе ғаилә ҡороп, бер йәшлек бала үҫтергән был йәш ҡатындың 4 йәшлек балаһы тәүге ире тәрбиәһендә ҡалған. Хәҙер ире Эльзаны: «Әсәлек хоҡуғыңдан мәхрүм иттерәсәкмен», – тип ҡурҡыта икән. Алиментҡа бирергә лә йыйына. Беренсе ир ҙә, икенсеһе лә бер ерҙә лә эшләмәй, Эльза декрет ялында. Бөтә ығы-зығы «әсәлек капиталы»н бүлешә алмауҙан килеп сыҡҡан.
Әлбиттә, закон буйынса әсә кеше айырым йәшәгән тәүге балаһы өсөн алимент түләргә тейеш. Ә әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү бик сетерекле мәсьәлә, уны «Йәшлек» гәзите лә, һеҙҙең элекке ирегеҙ ҙә хәл итә алмай. Был осраҡта һуңғы һүҙҙе суд әйтә. Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн етди сәбәптәр булырға тейеш. Улар ошоларҙан ғибәрәт:
– ҡатын үҙенең әсәлек бурыстарын үтәүҙән, шул иҫәптән оҙаҡ ҡына ваҡыт алимент түләүҙән баш тартҡан;
– етди сәбәптәр булмаған осраҡта сабыйын бала табыу йортонан, балалар баҡсаһынан, дауалау учреждениеларынан йәки башҡа ошондай социаль урындарҙан алып ҡайтырға теләмәгән;
– балаһына ҡаршы физик йәки психик көс ҡулланған, көсләгән;
– хроник алкоголизм йәки наркомания менән ауырыған;
– үҙенең балаһына йәки иренә, уларҙың һаулығына ҡаршы алдан уйланылған енәйәт ҡылған осраҡтар.
Әлбиттә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, был бик сетерекле мәсьәлә, һәр бер ғаиләне айырым ҡарап ҡына һығымталар яһарға мөмкин. Шуға ла урындағы тейешле органдарға мөрәжәғәт итергә ҡала, ә эмоцияларға бында урын юҡ.
Һәр мәсьәлә айырым ҡарала
ҡыҙыҡ ҡына шылтыратыуҙар ҙа булғылай. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр «Перезвоните!» тип телефонды ташлай ҙа ҡуя. Әлбиттә, беҙҙең журналистар бөтә шылтыратыуҙарҙы ла ҡабул итә. Әммә үҙҙәре һеҙҙең проблеманы хәл итеү өсөн ниндәйҙер асыҡлыҡ индерергә кәрәк булған осраҡта ғына ҡайтанан телефон номерығыҙҙы йыясаҡ. Һаулығына зарланып шылтыратыусылар ҙа бар. Телефон аша диагнозды шарлатандар ғына ҡуя ала. Әгәр Өфөләге ниндәйҙер дауахананың адресын белмәһәгеҙ йәки сирегеҙ буйынса табип кәңәше талап ителһә, үтенесегеҙҙе тыңларға әҙербеҙ.
Тағы ла пособие, эш хаҡы түләнмәүе кеүек мәсьәләләр менән шылтыратҡан ҡайһы бер кешеләр исемдәрен атауҙан баш тарта. Аныҡ яуап биреү өсөн һәр проблеманы айырым ҡарау талап ителә. Шуға ла дөйөм проблемаларҙы күтәргәндә, аноним шылтыратыуҙарға иғтибар бүленһә лә, исемдәрегеҙҙе әйтергә тура килеүен дөрөҫ аңлап ҡабул итһәгеҙ ине.
Ауыл мәктәптәре
Ауыл мәктәптәренең ябылыуы – бөгөн иң көнүҙәк һәм йәнде әрнеткән проблема. Ошо юҫыҡта Ейәнсура, Мәсетле, Әбйәлил, Илеш райондарынан шылтыратыуҙар булды. Әлбиттә, «Йәшлек» гәзите был мәсьәлә менән яҡшы таныш һәм халыҡтың аһ-зарын тейешле органдарға еткерәсәк.
Беҙ инде беҙ – иң ышаныслыһы!
Күгәрсен районынан Гөлфиә Киленбаева, Ғафури районынан Рәүеф исемле ир уҙаманы республикабыҙҙа сыҡҡан ҡайһы бер гәзиттәрҙең айҙар буйы килмәүенә һәм бәғзе бер баҫмаларҙың ҡан ҡойош, юҡ-бар ғәйбәт тураһында яҙып, күңелде төшөрөүенә зарланып шылтыратты. Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ! Теләһә нимә яҙған гәзиттәрҙе уҡып, йә булмаһа, аҡсағыҙҙы биреп яҙылған хәлдә лә, айҙар буйы гәзитһеҙ йонсоғансы, рәхим итеп, «Йәшлек»кә яҙылығыҙ! Ул һәр ваҡыт көнөндә килә, арзан дан артынан ҡыуып, юҡ-бар яҙмай.
Владик ағайҙың кәләше бар
Ә бына Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик ҡыҙрасов ҡайтанан шылтыратып, асыҡлыҡ индереүебеҙҙе һораны (тәүҙә ул, «Йәшлек» гәзитендә таныштырыу үҙәге кәрәк, тип шылтыратҡайны). Владик ҡыҙрасовтың донъяһы былай ҙа түңәрәк һәм ул таныштырыу үҙәгенең үҙе өсөн түгел, яңғыҙлыҡтан йонсоған милләттәштәребеҙ өсөн эшләүен теләй. Уны башҡа мәсьәләләр ҙә борсой: бәләкәй ауылда йүнле генә аҙыҡ-түлек магазины юҡ, төндә Аҙнағол ауылы ҡараңғылыҡҡа сума – урам бағаналарында лампочкалар янмай. Һыу колонкалары ла йүнләп эшләмәй икән. Был проблемаларҙы урындағы власть органдары хәл итергә тейеш. Моғайын, был етешһеҙлектәр бөтөрөлөр, тип ышанғы килә. Юҡ икән, ҡайтанан шылтыратығыҙ!
Шылтыратығыҙ! Көтәбеҙ!
«Йәшлек» гәзитенең дежур телефонына 89659232000 номеры буйынса эш көндәрендә сәғәт иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем шылтырата алаһығыҙ. Һеҙҙең һорауға яуап биреү өсөн белгес кәңәше кәрәк булған осраҡта, яуаптар башҡа рубрикалар аҫтында ла биреләсәк.
Шылтыратығыҙ, аһ-зарығыҙ менән генә түгел, шатлыҡ-ҡыуаныстарығыҙҙы ла еткерегеҙ! Һәр күтәрелгән сетерекле мәсьәлә буйынса гәзитебеҙ журналистары командировкаға ла сығасаҡ.
Беҙ һеҙҙе тыңларға әҙер!
Л. СИРАЕВА.