RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Инициативаны ҡулға алып

29.11.2011 Инициативаны ҡулға алып

Йорт комитеттарының эше көйләнә
Билдәле булыуынса, ағымдағы йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттары Павел Крашенинников һәм Андрей Назаровтың башланғысы менән РФ Торлаҡ кодексына төҙәтмә индерелде. Шунан һуң республикала «Башҡортостандың йорт комитеттары союзы» проекты тормошҡа ашырыла башланы. Бер юлы йорттар комитеты ла барлыҡҡа килде. Уларҙың рәйестәренә кодекс менән нығытылған билдәле хоҡуҡтар бирелде.
Ике ай эсендә 9,5 мең күп фатирлы йорттар комитеты барлыҡҡа килгән (ә республикала бөтәһе күп фатирлы 12 377 йорт иҫәпләнә). Ошо ваҡыт эсендә ошондай һәр йорт комитеты йыйылыштар үткәргән. Урынға юристар һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре белгестәре сығып, уҡыуҙар ойошторған. Белемдәрен камиллаштырыусыларға муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары ҡул ҡуйған таныҡлыҡтар тапшырылған. Әйт­кәндәй, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә бындай проект әле индерелмәгән.
Кисә Өфө ҡалаһында республиканың йорт комитеттары союзының съезы үтте. Уның тәүге өлөшөндә күп фатирлы йорттар комитеттары рәйестәре, БР-ҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре министры Ирек Ялалов, «Башҡортостандың йорт комитеттары союзы» республика йәмәғәт хәрәкәте рәйесе, йорт комитеттары союзы рәйесе Арсен Нуриджанов, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан ошо проекттың координаторы Елена Родина осрашты.
− Был проект граждандарға торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһен контролгә алырға ярҙам итте, − тине Арсен Нуриджанов. – Бөгөн һәр кем йорт комитеты аша үҙенә күрһәтелгән хеҙмәттәргә, уларҙың сифатына йоғонто яһай ала.
Йорт комитетының вәкәләттәре бик ҙур: идарасы компания менән килешеү төҙөй, йортта йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлап, судта сығыш яһай, ремонт башҡарыу тураһында акттарға ҡул ҡуя, сметаларҙы раҫлай һ.б.
Ихаталарҙы төҙөкләндереү ҙә улар ҡарамағындағы мәсьәлә. Ошо юҫыҡта быйыл республика ҡаҙнаһынан 900 млн һум аҡса күсерелгән. Был суммаға 1200-гә яҡын ихата төҙөкләндерелгән дә инде. Әммә ҡайһы берҙәр асфальт түшәлгән урамдарҙан һәм яңы парковкаларҙан ҡәнәғәт түгел икән. Күптәр уның урынына сәскә түтәлдәре һәм газондар булыуын теләй. Бына ошо һорауҙы көйләү йорт комитеттары иңенә төшәсәк.

Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»