29.11.2011 “Бетон бағаналар күпкә өҫтөн”,–
тип һанай Мерәҫ эшҡыуары Миңлеғәле Кинйәбулатов
Яңыраҡ Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында шәхси эшҡыуар Миңлеғәле Кинйәбулатов менән танышырға насип булды. Төҙөлөш материалдары эшләүҙе яйға һалған хужа формаларға бетон иретмәһе тултырыу менән мәшғүл ине. Әҙер продукцияны – тигеҙ рәттәр менән һалынған блоклы кирбестәрҙе һәм тимер-бетон бағаналарҙы күргәс, эш яҡшы бара, тигән фекер ҡалды. Эйе, хужаның әйтеүенсә, ауыл кешеләре, уларҙың таныштары төҙөлөш материалдарын теләп һатып ала икән.
Блоктарҙы данаһын − 30, бағаналарҙы 300 һум менән һатам. Баймаҡта үткән көҙгө йәрминкәләр мәлендә продукцияны күрһәттек, әле лә кешеләрҙән заказдар бар, – ти тырыш уҙаман.
М. Кинйәбулатов, бизнес-план төҙөп, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән үҙ эшен асырға теләгәндәргә бирелгән субсидияны юллай. Унан һуң үҙенә ярҙамсы итеп ауылдашы Азат Ямантаевты ала. Кәрәкле ҡорамалдар – ике бетон бутағыс, шлак блоктары яһау станогы, виброөҫтәл, иретеп йәбештереү аппараты һатып алына һәм төҙөлөш материалдары производствоһы быйыл август айында башлана.
Әйтергә кәрәк, был эш менән шөғөлләнеү ярайһы ғына белем һәм оҫталыҡ талап итә. Бетон бутағысҡа айырым нисбәттә һалынған цемент, һыу һәм ваҡ таштан иретмә әҙерләнә. Бағана өсөн тәүҙә тимерсыбыҡтан өсмөйөшләтеп арматура каркасы иретеп йәбештерелә һәм ул махсус форма-ҡалып эсенә урынлаштырыла. Уға иретмә ҡойола, унан һуң махсус вибрацион өҫтәлгә һалынып, һелкетелеп тығыҙайтыла. Бер аҙ ваҡыттан ҡалып тигеҙ урынға ултыртып асыла һәм бетон ҡатыу дауам итә. Арҡыры ҡойма ағасы йәки ҡапҡа ҡуйыу өсөн арматурала иретеп йәбештерергә пластина ҡалдырыла.
− Көн йылы, елле булғанда, бағана тиҙ әҙер була, − ти хужа. − Ә ҡышҡы осорҙа айырым йылы урында − усаҡлыҡ эсендә эшләргә иҫәп бар.
Кирбес блоктарын формаларға ҡойоу технологияһы ла шундай. Үҙенсәлеге – иретмәгә шлак ҡушыла һәм формалағы махсус сығынтылар кирбестә уйымдар яһай. Был иһә еңеллек, йылы тотоу, иретмә аҙыраҡ сарыф ителһен өсөн дөйөм төҙөлөш ҡағиҙәһенә ярашлы эшләнә.
Ныҡ, сереүгә бирешмәүсе тимер-бетон бағананы ағас йәки тимер торбанан яһалғаны менән сағыштырырға ла кәрәкмәй.
Ғәҙәттә, ҡойма ҡорғанда яңы төр бағаналар соҡорға бетон иретмәһе ҡойоп ултыртыла.
Ә кирбес блоктарға килгәндә, улар арзан төҙөлөш материалы булыуы һәм стеналарҙы тиҙ ҡороу мөмкинлеге биреүе менән уңайлы. Күптәр уны гараж, төкәтмә, келәт стеналарын эшләгәндә ҡуллана, өй һалыусылар ҙа осрай.
Сеймал − ваҡ таш, цемент, тимер Сибай ҡалаһынан килтерелә, ә иретмәнең мөһим компоненты – ҡом Таналыҡ йылғаһынан алына.
Миңлеғәле Кинйәбулатов элек Мерәҫтә мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән. Яҙ көнө эшһеҙ тороп ҡалғандан һуң ҡулланыусылар баҙарында үтемле төҙөлөш материалдары етештерергә ҡарар итә. Яңы шөғөлгә ҡыйыу тотонған эшҡыуарға “Афарин!” тиергә генә ҡала.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Баймаҡ районы.
Автор фотоһы.