RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Үҙ эшен яратмағандар телевидениела эшләй алмай»

22.11.2011 «Үҙ эшен яратмағандар телевидениела эшләй алмай»

Тележурналист Гүзәл Хәмитова һөнәри бурысын тыуған тәбиғәтенә, еренә ярҙам итеүҙә күрә
«Үҙ эшен яратмағандар телевидениела эшләй алмай»
Тайганың берәй мөйөшөндә йәмғиәттән ҡасып-йәшеренеп йәшәгән берәй әҙәм генә бөгөн телевизор ҡарамайҙыр. Һәр иртәбеҙ «зәңгәр экран» аша тапшырылған яңылыҡтарҙы ҡарауҙан, йыр-моңдо тыңлауҙан башланһа, кистәребеҙҙе лә телетапшырыуҙар ҡарап ҡыҫҡартабыҙ. Ниндәйерәк кешеләр эшләй икән Башҡортостан юлдаш телевидение­һында? Ниндәй тапшырыуҙары менән ҡыҙыҡтыра улар республика тамашасыһын? Шәхес булараҡ, улар үҙҙәре беҙгә нимәһе менән ҡыҙыҡ?
Гәзит уҡыусыларыбыҙға Башҡор­тостан юлдаш телеканалының «Следопыт» («Эҙәрмән») проекты етәксеһе Гүзәл Хәмитова менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
– Гүзәл, Ейәнсура районы үҙәге мәктәптәренең береһендә русса уҡығаныңды хәтерләйем. Ул йылдарҙа Иҫәнғолда гел рус мәктәптәре генә ине. Шуға күрә «Следопыт» тапшырыуын рус телендә алып барыуың ғәжәп түгел. Әммә һине бөгөндән берәй башҡорт студияһына күсереп ултырт, башҡорт телендә лә шартлатып тапшырыу алып бара аласаҡһың, эйеме? Ә бит русса уҡыған күпселек тиҫтер­ҙәрең туған телен белмәй үҫте һәм һаман да рус телендә аралаша. Үҙ телеңде яҡшы белеүең ҡайҙан килә?
«Үҙ эшен яратмағандар телевидениела эшләй алмай»
– Өлкәндәр ауыҙынан йыш ҡына, йәштәрҙә рух юҡ, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Ысынлап та, тел, көй, моң, көнкүреш – бына ошо үҙе рух. Беҙ көнкүрешебеҙҙе онотоп бөткәнбеҙ тип әйтерлек. Артыҡ замансалашҡанбыҙ. Телебеҙҙе белмәйбеҙ, һәм был бөгөнгө ерлектә ҙур проблемаға әйләнә бара. Үҙ телен белмәгән, туған телендә һөйләшмәгән бала бер ҡасан да башҡорттоң оҙон көйҙәрен башҡара алмай. Билдәле фольклорсы Фәрит Камаевтың башҡорттарҙың тауыш аппаратын тикшереү һөҙөмтәһе буйынса фекер йөрөтһәк, башҡорт телендә «ырылдаусы» өндәр юҡ тиерлек, шунлыҡтан телебеҙ бигерәк йомшаҡ. Итальяндарҙың «кантелена ля-менто» тигән йыр башҡарыу манераһы бар – беҙҙең тел бына шуға оҡшаш. Башҡортса һөйләп-һөйләп тороп, ҡапыл руссаға күскәндән һуң, тауышығыҙҙың шунда уҡ икенсегә әүерелеүен үҙегеҙ үк тикшереп ҡарай алаһығыҙ. Был – беренсенән. Икенсенән, башҡорт һүҙҙәренең һәм һөйләмдәренең төҙөлөшө башҡорт йырының боролоштары менән бер. Русса һөйләшеп телең асылһа, башҡортса йырлай алмаясаҡһың, сөнки һуҙынҡы өндәр менән тартынҡы өндәрҙең берләшеп килеүе айырылып тора. Беҙ бына тап моңдоң телебеҙҙә яралыуына иғтибар итмәйбеҙ. Ә был бик мөһим нәмә.
Мин дә, русса уҡыған кеше булараҡ, башҡортса дөрөҫ итеп йырлай алмайым – боролоштары килеп сыҡмай. Бына ошо бер аҙ үкенесле лә. Сөнки бөтә ғүмерен башҡорт сәнғәтенә арнаған әсәйем Земфира Хәким ҡыҙы Әбдрәхимова районда һәм республикала нәҡ башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарыусы булараҡ танылған кеше ине бит.
«Үҙ эшен яратмағандар телевидениела эшләй алмай»
Ә бала саҡта беҙ өйҙә башлыса башҡортса һөйләшә торғайныҡ.
Өйҙә төп нигеҙ һалынған туған телемде, мәктәпте һәм музыка училищеһын тамамлағандан һуң, Өфө сәнғәт институтында ысын мәғәнәһендә нығыттым, төплө өйрәндем. Мин уҡыуҙы тамамлаған йылдарҙа республикала башҡорт телен белгән музыка белгестәре юҡ ине, шуға күрә лә уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе ошо юҫыҡта әҙерләне.
Телемдең тағы ла нығыраҡ шымарыуына ҡыҙым Зифаның тыуыуы ла ярҙам итте: уға гел башҡортса китаптар уҡыным, бергәләп шиғырҙар ятланыҡ, йырҙар өйрәндек. Хатта уның менән башҡортса йырҙар яҙырға ла тырыштыҡ. ҡыҙым мәктәпкә уҡырға барҙы һәм... русса бер нәмә лә аңламайым, тип, унан илап ҡайтты. Әммә туған телендә теле асылған бала рус телен дә аҙаҡ бик тиҙ үҙләштерҙе һәм бөгөн, шөкөр, ике телдә лә рәхәтләнеп һөйләшә.
Ҙур ҡыҙымдың бәләкәй генә тормош тәжрибәһе кесе ҡыҙым Зәлифәгә лә үҙенсә һабаҡ биргән икән: «Мин не башкортовка», – тип иғлан итте ул бер көндө, балалар баҡсаһынан ҡайтҡас. Йәнәһе, ул русса ғына һөйләшәсәк. Юҡ, үҙемдең тормош тәжрибәмдән сығып, русса ләпелдәгән кесе ҡыҙымдың телен йыр аша башҡортсаға кире әйләндерҙек. Әле ул башҡорт гимназияһында уҡып йөрөй, рәхәтләнеп думбырала уйнай. Хатта сит илгә лә барып, халыҡ-ара конкурс­тар лауреаты исемдәрен дә алып ҡайтты.
Бына шулай, башҡа телдәрҙе өйрәнер алдынан туған телеңде өйрәнеү зарурнамә булып тора икән. Хәҙер үҙ телемде яҡшы беләм, тип әйтә алам.
– Телевидениеға юғары уҡыу йортон тамамлағас та килмәнең, ә бер аҙ тормош, эш багажын йөкмәп килеп индең, шикелле...
– Институтты тамамлағас, Айрат Миңләхмәт улы ҡобағошов, миңә дәрес сәғәттәре биреп, институтта ҡалдырҙы. Унда дүрт йыл тирәһе уҡыттым. Билдәле Норд-Ост ваҡиғаларынан һуң (ҡустым Марат Әбдрәхимов ул ваҡиғаның нәҡ уртаһында ҡалғайны), шул темаға арналған тура эфир телетапшырыуында ҡатнашҡайным. Ошо тапшырыуҙан һуң телевидение директоры Луиза Фархшатова, мине үҙенә саҡырып, ҡайҙа, кем булып эшләүем менән ҡыҙыҡһынғандан һуң, телевидениела эшләргә теләгең юҡмы, тип һораны. Шулай итеп, Луиза апайҙың ярҙамы менән телевидениела яңы проект – «Алтын мираҫ» (2003 йыл) барлыҡҡа килде. Ул алты йыл эфирҙа булды. Тапшырыуҙың рус телендә сығыуының үҙ сәбәбе бар: башҡорт халыҡ ижадын, тарихын төп халыҡ ҡына түгел, ә республикала йәшәгән һәр милләт вәкиле лә белеп, ихтирам итергә тейеш. Әйтергә кәрәк, был тапшырыу ғалимдар араһында йәшәгән күп кенә ҡараш-фекерҙәр­ҙе ҡырҡа үҙгәртте. Мәҫә­лән, китап йәки йыйынтыҡтар мәғлүмәттәре аша ҡолой, ҡаһарман кантондарға ҡарата быға тиклем йәшәп килгән ҡараш-мөнәсәбәт (улар, йә­нәһе лә, яуыз кантон булған) бөтөнләй үҙгәр­ҙе. Был ил ағалары, киреһенсә, ғәмәлдә белемле, алдынғы ҡа­рашлы башҡорттар булған.
Һәр нәмәнең ахыры була, «Алтын мираҫ» тапшырыуы менән дә шулайыраҡ булды. Әммә был уға нөктә ҡуйылыуҙы аңлатманы. Әлеге проектым – «Следопыт» («Эҙәрмән») ҡайһы бер тапшырыуҙарҙа шул «Алтын мираҫ»ты дауам итә. Мәҫәлән, элекке тапшырыуымда һүҙ алып барылған ҡуңыр буға юлын беҙ хәҙер был тапшырыуҙа яңынан эҙләй башланыҡ. «Алтын мираҫ»та уны ғилми яҡтан тикшерһәк, хәҙер ошо юлды «внедорожник»та баштан аҙағына тиклем үтергә уйлайбыҙ. Шуға күрә гәзит уҡыусыларҙан да ярҙам һорайбыҙ: был юлдың ҡайһы райондан үткәнен белеүселәр, уны күрһәтеүселәр табылһа, беҙгә шылтыратһындар ине (8 919 145 7148). Беҙгә ярҙам итеүселәр киләсәктә «Эҙәрмән» тапшырыуының геройҙарына әйләнәсәк. Бәлки, киләсәктә ул ҙур бер туристик маршрутҡа, хатта республика брендына әйләнер.
– «Эҙәрмән» тапшырыуын ҡараған һайын ҡарағы килеп кенә тора. Сөнки унда республикабыҙҙың иң матур, хатта ил кимәлендә тәбиғи ҡомартҡыға әйләндереп, халыҡ-ара туристик маршруттар асырлыҡ уникаль тәбиғәт мөйөштәрен күрһәтәһегеҙ. Телеэкрандан күрһәтеү – бер, ишетеүемсә, Гүзәл, һин хатта ошо тәбиғәт ҡосағында йөрөгәндә төшөрөп алған фотоһүрәттәреңдән күргәҙмә лә ойошторғанһың.
– Беҙҙең ошо тапшырыу өҫтөндә эшләгән команданың үҙен уникаль тип әйтергә була. Сөнки алып барыу­сы Булат Кәримов ҡына үҙе ни тора: режиссер ҙа ул, һунарсы ла, тәбиғәт белгесе лә. Ә иң мөһиме, тыуған еренең ысын улы ул. Башҡортостандың тере тәбиғәтен унан да яҡшыраҡ белгән журналист юҡтыр ҙа әле.
Азамат Даянов – оҫта оператор, телевидениела ундай кешеләр юҡ тиерлек. Ер аҫтына ла төшөр, бейек тау башына ла менер, һәр киләһе тапшырыуыбыҙ өсөн бөтә көсөн һалыр һәм эш һөҙөмтәһе менән беҙҙең генә түгел, ә республиканың бөтә тамашасыларын һөйөндөрөр. Уның шул тиклем дә түҙем, сабыр булыуы оҡшай. Программабыҙҙың уңышы күп осраҡта тап ошо егеттең һәләтенә, оҫталығына бәйле, кадрҙары бик уникаль килеп сыға. Уның эшен Түбәнге Новгородтан килгән белгестәр ҙә билдәләне.
Филүс Мәүзитов – беҙҙең водитель. Тапшырыу төшөрөргә барғанда үтә алмаҫтай ерҙәрҙе лә автомобилендә үтеп сығыуына шул тиклем ныҡ ышанғанбыҙ – нисә йыл бергә эшләү осоронда ул быны раҫланы. Текә таумы, йылғамы, бысраҡмы, һаҙмы, ямғырмы, буранмы, эҫеме – уның өсөн барыбер. Беҙҙе кәрәк ергә һәр саҡ үҙ ваҡытында алып барып еткерә.
Ошондай команда менән бер йыл эсендә Башҡортостандың иң мөғжизәле урындарынан 50 тапшырыу әҙерләнек. Яңы проект башта ҡыҙыҡ бер уйын кеүек кенә башлан­ғайны, хәҙер ошо юҫыҡта тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау, кешеләрҙә тыуған еребеҙгә, илебеҙгә, бигерәк тә тәбиғи ҡомартҡыларыбыҙға ҡарата һөйөү, ихтирам тойғолары тәрбиәләү темалары өҫтөнлөк алды. Тапшырыуҙарыбыҙҙа Шихан, Айыусы, Асҡын (Боҙ) мәмерйәләрен һаҡлау тураһында һүҙ ҡуҙғаттыҡ. Шихан проблемаһы бөгөн һәр кемгә мәғлүм, ә бына Айыусы мәмерйәһендә мәмерйә айыуҙарының баш һөйәктәрен урлап һатыу­сылар күп булыуы эсте бошора. Әле мәмерйә төҙөлөш котлованын хәтерләтә һәм бөгөн ул юҡ бәрәбәрендә. Бикләп тотҡанда ла уны тергеҙеү өсөн бер нисә мең йыл кәрәгәсәк.
Асҡын мәмерйәһе тураһында халыҡ бик белмәй. Ул яҡынса 4 миллион йылдан алып 6 миллионға тиклем йыллыҡ боҙҙары менән уникаль. Бында ла тәүге әйтеп киткән мәмерйә проблемаһы: туристар, мәмерйәгә төшөп, факел тоҡандыра, янған шәмдәрен теҙеп ҡуя, һөҙөмтәлә боҙ сталагмиттар, сталактиттар ирей, һына, тапалып юҡҡа сыға. Мәмерйәгә ингән урын да бик сүпләнгән. Әммә тәбиғәткә битараф булмаған кешеләр ҙә осрай: кемдәр­ҙер сүпләгән урынды икенселәр йыйып ҡуя.
Сәфәребеҙ барышында емерек мәмерйә­ләрҙе, бысранған йылғаларҙы, таштарына буяуҙар менән яҙылған тауҙарҙы күреп, йөрәк тетрәнә. Был минең тыуған ерем, тигән ҡараш булмайынса тороп, был хәлде үҙгәртеп булмаясаҡ. Теле­беҙҙе, моңобоҙҙо, рухыбыҙҙы юғалтҡан кеүек, ошондай мөғжизәле мөйөштәребеҙҙе юғалтып ҡуйыуыбыҙ бар. Ысынлап та, үҙебеҙҙең тәбиғәт балалары икәнебеҙҙе күптән онотҡанбыҙ. Ә мәмерйәләребеҙ, тауҙарыбыҙ, ҡаяларыбыҙ, йылға-күлдәребеҙ, урмандарыбыҙ, януар-кейектәребеҙ борондан ҡалған әкиәттәрҙә, халыҡтың ауыҙ-тел ижадында асыҡ сағылыш тапҡан. Күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға тейешбеҙ уларҙы. Беҙ үҙебеҙҙе баҫып алыусылар кеүек тотабыҙ. Әле урманда борондан ошо ерҙәрҙә төпләнгән януарҙар, ҡырағай ҡоштар күренмәй. Хатта эҙҙәре лә юҡ. Был бит беҙҙең, ғөмүмән, юҡҡа сыға барыуыбыҙ билдәһе.
Октябрь мәмерйәһенең (Ғафури райо­нында) был йәһәттән даланы бар – ул тулыһынса һаҡлан­ған. Һәм, беләһегеҙме, кешеләр­ҙең һаҡсыл мөнәсәбәтенән түгел, ә уның ер аҫтында, тәрәндә, урынлашыуынан: эсенә эләгеү өсөн 80 метрҙан ашыуыраҡ тура ҡоҙоҡҡа төшөргә кәрәк. Мәмерйәгә эләгеү өсөн беҙгә ярты йыл буйы МЧС-та махсус күнекмәләр үтергә тура килде. Өйрәнгәндән һуң да әле инструкторһыҙ төшмәнек: һәр аҙымыбыҙ бөтә донъя кимәле класындағы ҡотҡарыусы Юрий Туманов күҙәтеүе аҫтында, тағы ла дүрт ҡотҡарыусы ярҙамында башҡарылды.
Вертикаль мәмерйәнең һаҡланып ҡалыу үҙенсәлеге тағы ла шунда: кеше, йәғни ту­рис­тарҙың эҙҙәрен һәр яҙ һайын аҫтан күтәрелгән һыу ҙа, өҫтән төшкәне лә юя бара. Шуға ла ул тәүсығанаҡ хәлдә һаҡлана һәм иң матур мәмерйәләр­ҙең береһе.
Атайымдың бала саҡтан уҡ биргән һабаҡтары ҡаныма һеңгән, һәм мине һәр ваҡыт юл, тәбиғәт саҡырып тора. Телевизорҙан һөйләп-күрһәтепме, етәкселәргә әйтепме, тыуған тәбиғәтемә, еремә ярҙам итергә тырышам. Сөнки был эште беҙ атҡармаһаҡ, килер быуынға ни ҡалыр?
Тапшырыуҙар әҙерләүҙән тыш, фотоға төшөрөргә яратам. Фото­архивымда фотоһүрәттәрем бик күп. Бер түгел, әллә нисә күргәҙмәгә етерлек. Әлеге фотокүргәҙмәм ошо һуңғы мәмерйәнән алып ҡайтҡан фотоларҙан тора ла инде.
– Нимә генә тимә, Гүзәл, һин – ир ҡатыны, балалар әсәһе, ә эшең гел командировка­лар­ға бәйле. Ғәжәп, балаларыңды ҡасан бағып, улар менән ҡасан аралашып өлгөрәһеңдер?..
– Иң алыҫ сәфәрем өс көнгә һуҙыла. Ә балаларым мине аңлай: «Әсәй, яратҡан эшеңде ташлаһаң, йәшәй алмаҫһың, эшлә», – тип торалар. Әсә булараҡ, миңә шуныһы мөһим: улар минең эштәрем менән ғорурлана, ҡыҙыҡһына, экспедицияла төшөрөп алған фотоһүрәттәремде, тапшырыу­ҙарымды ҡарап кинәнә.
Телевидениела фанаттар ғына эшләй ала. Мин шуларҙың береһе. Икенсе яҡтан, ғилми эшемде лә дауам итәм. Оҙаҡламай «Башҡорттоң 400 йыры» тигән китап магазин кәштәләренә сығып ятасаҡ. Фольклорсы Фәрит Камаевтың ҡатыны иренең ташҡа баҫтырып өлгөрмәгән ҡулъяҙмаларын миңә тапшырғайны. Ошо ҡулъяҙмаларҙы тәртипкә һалып, китап итеп баҫтырып сығарырға йөрьәт иттек. Ул әле нәшер ителә башланы.
Ғөмүмән, беҙҙең телевидениела минең кеүек үк фанаттар эшләй. Мин хеҙмәттәштәремә ҡарап һоҡланам. Беҙ киң халыҡ ҡатламы яратып ҡараған БЮТ каналының һәм тамашасыбыҙҙың да зауыҡ-ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»