RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә бала булыр

08.11.2011 Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә бала булыр

Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә бала булыр
Автомагазинға амортизаторҙар хаҡын белешер өсөн ингәйнем, артымса ҡарамаҡҡа илле биш-алтмыш йәштәрҙәге ҡатын килеп керҙе. Уңайһыҙланып ҡына прилавка янында тапанып торғанын күргәс, ярҙам кәрәкме, тип өндәштем. Ханым миңә кеселекле ҡараны:
− Улым яңыраҡ тыуған көнөмә машина бүләк итте, шуға тәмле еҫ бөрккән берәй нәмә алып ҡуяйым тигәйнем...
Ул, аралашыуҙа ябай кеше, ҡыҙып китеп, минең менән, һатыусы егет менән ихлас кәңәшләшә-кәңәшләшә, машинаһына байтаҡ аксессуар һатып алды. Әйберҙәрен тейәп сыҡҡанда йөҙө ҡояштай балҡый ине. Ишеген асышыр өсөн, артынан эйәрҙем.
− ҡалай һеҙ бәхетле кеше, улығыҙҙан шәп бүләк алғанһығыҙ бит, − йәтеш кенә сит ил машинаһының ялтыр ҡабырғаһын һыйпаным. − Ундай бәхетлеләр һирәк була. Күпселектә егеттәр әсәйҙәренә түгел, һөйгәндәренә ундай бүләкте тапшыра. Ныҡ яҡшы әсәйһегеҙ инде, машинаға лайыҡ булғас.
− Аллаға шөкөр, балаларымдан уңдым, − ул ваҡ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы. − Улым − кинйә бала, тағы ике ҡыҙым бар, улар кейәүҙә.
ҡатындың шатлығы эсенә һыймай ине, буғай, машинаһының багажнигын, салонын ҡыуана-ҡыуана күрһәтте, мине үҙ кешегә һанап, тормошо хаҡында һөйләне...
Алһыу апайҙың (исеме үҙгәртелде – авт.) ире водитель булып эшләгән. Туҡһанынсы йылдарҙа, донъялар алмашына башлағас, ул оҙон аҡса артынан Себергә эшкә киткән. Тик табышлы эш барыһына ла тәтемәй, ахыры, барлы-юҡлы һум-тиндәрен бөтөрөп, йүнле эш таба алмай, тыуған йортона кире әйләнеп ҡайта. Ғаиләмде ас тотмайым, тип, ауылда ниндәй оҫтаға ҡытлыҡ тыуа, шунда барған була ла бит, тик аҙаҡ, яратҡан һөнәре буйынса эш табылмағас, эсергә әүәҫләнә. Ә бер ҡара көндө, өмөтһөҙлөккә бирелеп, яҡындағы урманға барып, ғүмерен элмәк менән ботаҡҡа тапшыра. Алһыу апай өс бала менән тороп ҡала.
− Яуаплылыҡтан ҡасып, еңел генә муйынын элмәккә тыҡты ла ҡуйҙы, тип, иремә рәнйенем инде, − әсенеүен йәшермәне әңгәмәсем. − Миңә әсәй ҙә, атай ҙа ҡамытын кейергә тура килде. Һоратып килеүселәр булды, әммә иремә үпкәм оло ине, шуға барыһының да тәҡдимен кире ҡаҡтым. Яңғыҙ ҡатындың түшәге генә һыуынмай, холҡо ла аламалана. Мин дә ҡатыландым, балаларҙы йоҙроҡ эсендә тоттом. Саҡ ҡына эш боҙһалар ҙа, әрләйем, сыбыҡ тотоп баҫтырам. Айырыуса улыма күп эләгә. Үҙе лә тиктормаҫ: йә мәктәптән берәй ҡыҙҙы илатып ҡайтара, йә яңы ғына кейеп сыҡҡан салбарын йыртып ҡайта, йә уҡытыусылар менән һүҙгә килешә... Өйҙә лә апай­ҙарының нервыһын ашай: уларҙың исемен боҙоп үсекләй, әле генә йыуған иҙәндәрен бысрата, өйҙө боларта, арттарынан шымтанлап йөрөп, кинәт ҡысҡырып ҡурҡыта. Көн дә шул баланы тәрбиәләү менән мәж киләм. Атаһына оҡшап, мәмәй булмаһын тип, оторо ҡаты ҡыланғанымды ла аңлайым, әммә үҙемә үҙем баш була алмайым. Үҙе хас та ҡойоп ҡуйған ирем инде, атлап йөрөүҙәре, шаптырлатып һемереп сәй эсеүҙәре, башын артҡа ташлап хахылдап көлөүҙәре... Яратам улымды, тик башҡа балаларҙан айырғанымды белдермәйем. Үҙемә ҡалһа, белдермәйем кеүек, әммә ҡыҙҙар барыбер һиҙә шуны. Ни булһа ла, ана, яратҡан улың, тип төрттөрөргә маташалар.
Бер ун ике-ун өс йәш булғандыр уға, атайымдың матайында йөрөйөм әле, тип «Иж-Юпитер» мотоциклын һорай башланы. Атайыңдың төҫө итеп тотам, ҙурайғас, йөрөрһөң, әле бәләкәйһең, тип тыям, рөхсәт итеү ҡайҙа! Атайлы үҫмерҙәр «кәзә»гә атланып урамда йөрөй башлағас, күҙе ҡыҙа, мине яңынан өгөтләргә керешә. Хатта иптәштәре менән бергә килеп һорап ҡаранылар, башҡалар йөрөй бит, мин дә йөрөргә өйрәнәйем, тигәс, пыр туҙҙырып әрләп ташланым. Йәнәһе лә, һуҡыр тинлек файҙаң юҡ, һоранырға оҫтаһың. Беҙҙең тел ҡыҙһа, йүнһеҙ бит ул, атаһын да ҡыҫтырҙым, атаһының туғандарын да ҡалдырманым, парымды сығарҙым ғына.
Ял көнө иртән һауындан ҡайтҡас, бер аҙ ятып алдым да, тағы фермаға киттем: район үҙәгенән түрәләр килергә тейеш ине, ферма мөдире, һыйырҙарығыҙҙың тиреһе ялтлап торһон, тип иҫкәртте. Бер-ике сәғәт эшләгәс, төшкө ашҡа ҡайттым. ҡайтһам, ҡыҙҙар «һөйөнсө» алды: «Һинең яратҡан улың мотоциклды алып сығып китте!» ҡайтһын әле, тип зәһәрләндем. Арлы-бирле ҡапҡылап, уны-быны эшләгәнсе, киске һауын мәле етте. Бер нисә һыйырҙы һауыуға, кинәт эсем бора башламаһынмы! Түҙер әмәл юҡ, әйгенәм. Бисәләргә, һауыу аппараттарын ҡарап тороғоҙ, тип өндәштем дә, һырттан ғына өйөбөҙгә һыпырттым. Бәҙрәфебеҙгә елдереп үтеп барғанда, һарайҙа нимәлер «дөп» итеп ҡалды. Аптырап, ишекте астым да, ҡаттым − аҙбарҙың бысраҡ иҙәнендә улым аунап ята! Муйынында – элмәк. Шуны күргәс, йөрәгем ярыла яҙҙы. Ауа-түнә эргәһенә барып етеп, янына сүгәләп, ҡалтырана-ҡалтырана муйынындағы элмәкте ысҡындырырға маташтым. Балаҡайым, иҫенә килеп, күҙҙәрен асты ла, күгәргән ирендәре менән, әсәй, мине ғәфү ит инде, мин бит матайҙы ҡыйраттым, тип шыбырланы. Башын ҡосаҡланым да, ҡаҙалып китһен матайы, һин генә һау бул, балам, тип үкһеп илайым, тәнен ҡапшайым, әллә бер-бер ерең ауырттымы, балам, тигән булам. Ул, күҙҙәрен асмай ғына, эткә нимә булһын, тип яуаплай. Һаман шаяртып маташа... Эс ҡайғыһы китте, баламды күтәреп тиерлек өйгә индерҙем, аяҡтары мамыҡтай, баҫа алмай. Беҙҙе күргәс, ҡыҙҙарым китте ҡурҡышып, йөҙҙәре ағарынып, улар илай башланы.
− Беҙ барыһына ла ғәйепле, матайҙы рөхсәт­һеҙ алғаның өсөн әсәй үҙеңде үлтерә бит, тип беҙ уның ҡотон алдыҡ, − тиҙәр. Уларҙы, һыйыр­ҙарҙы һауып бөтөгөҙ, тип фермаға йүгерттер­ҙем. Ә үҙем улымдың муйынындағы өҙөлгән иҫке кер бауын ҡырҡып мейескә ырғыттым, бысраҡ өҫ кейемен сисеп (һыйыр тиҙәгенә лә бысранған, аҫтына ярау ҙа иткән), ҡайнар сәй эсерҙем. Муйынына араҡынан компресс һалғас, юрғанға урап, сәстәренән һыйпай-һыйпай, бәләкәй сағындағы кеүек иркәләтеп йоҡлаттым. Ул тыныс­ланып йоҡлап китер саҡта, әсәй, үҫкәс, мин һиңә машина алып бирермен, йәме, тине. Соланға сыҡтым да үкһеп-үкһеп иланым, хистәремә ирек бирҙем. Беҙҙе ташлап гүргә ҡасҡан иремә лә, үҙемә лә, тормошҡа ла асыуымды, үпкәмде күҙ йәштәрем менән йыуҙым. Башымды стенаға бәрерҙәй инем шул саҡта. Үҙемдең балаларға ныҡ ҡаты булыуымды, улай ярамағанын аңланым, үҙгәрергә һүҙ бирҙем. Һәм һүҙемде тоттом. Шунан алып йомшарҙым, күҙемдән осоп ҡына сығып барған балаҡайҙарым сөскөрһә лә, йөрәгем терт итеп ҡала торғайны. Ошо хәлдән һуң балалар менән нисектер үҙ-ара яҡынайҙыҡ. Улым да күҙ алдында үҫеп, өлкәнәйеп китте. Юл ситендә аунап ятҡан матайҙы күрше егеттәр барып килтерҙе, улым менән бергә уны рәтләнеләр. Балам, минән уңайһыҙланып, мотоцикл тураһында башҡаса ауыҙын да асмай ине, үҙем һүҙ башланым. «Мотоцикл йөрөтөргә ҡайҙан өйрәндең?» − тим. Йылт итеп миңә ҡараны ла, башын аҫҡа эйҙе: «Иптәштәремдән». «Мине күрше ауыл магазинына алып бармаҫһыңмы? − тим. − Унда туң балыҡ килтергәндәр, тиҙәр, кискелеккә ҡурыр инек». Ышанмайыраҡ ҡараны, иңбаштарын һелкетте: «Әллә...» Мин шым торғас, ҡыймай ғына, әйҙә, алып барайым, тине. Мотоцикл бишегенә ултырғас, бисмилланы уҡыйым, шөрләтә әҙерәк. Ә улым һәләк оҫта ғына йөрөтөп алып китте. Һелкеткәндә тиҙ генә миңә күҙ һала. Нисауа, нисауа, алға ҡара, тип йылмайып ҡул болғайым уға. Минең йылмайғанды күреп, уның да кәйефе күтәрелде. Шулай күңелле генә йөрөп ҡайттыҡ. Иҫән-һау ғына ҡапҡа эсенә килеп ингәс, улым, был мотоцикл − һинеке, тик, зинһар, ипләп йөрө инде, тип өйгә инеп киттем. Баламдың ҡыуанғаны! Атҡа атлан­ғандай булды. Тап шул көндән алып ул үҙен йортта ысын хужа итеп тойҙо шикелле, бөтөнләй балалыҡтан сыҡты. Мәктәптә тәртибе ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, хатта уҡыуы яҡшырҙы. Уҡып бөткәс, үҙе теләгән уҡыу йортона инде, унда ла тырышып белем алды, хәҙер бик һәйбәт урында эшләй, аҡсаны мул ала. Бала сағында әйткән һүҙен онотҡайным, ул үҙе иҫкә төшөрҙө, мине водителдәр курсына алып барҙы. ҡарт әбеймен, ниндәй уҡыу, тип ҡаршылашыуыма ҡарамай, парта артына килтереп ултыртты бит, ныҡыш. Иң олоһо миндер, тип оялһам, һеҙҙән дә өлкәнерәк бер апай уҡып сыҡты, тип инструкторҙар тынысландырҙы. Өҫтәмә практик дәрестәрҙе улым бирҙе. Тыныс ҡына аңлатып, ярһымай, машина йөрөтөргә өйрәтте. Шулай итеп водитель танытмаһы алғас, улым менән барып, машина һатып алып ҡайттыҡ. ҡалтыр-ҡолтор килеп тәүге тапҡыр үҙем генә урамдарҙы урап сығыуыма, минән бигерәк, ул ҡыуанды. Әле ул ҡәҙәре оҫта йөрөтмәйем, әммә яйлап ҡына булһа ла үҙ йомоштарымды йомошларға яраймын.
Алһыу апайҙы бүлдерергә лә ҡурҡып, шып-шым тыңланым. Уның менән телефон номерҙарын алмашып, бик йылы хушлаштыҡ. ҡуҙғалып киткәнен ҡарап ҡалдым, бәлки, көҙгөһөнән күрер тип, ҡул болғаным. Хәйер, мине күрмәгәндә лә, ул миңә бәхетле йылмая кеүек ине.

Баныу ҡаһарманова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»