RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Иртә лә, төш тә уңманым, ә барыбер бәхетле булдым!»

25.10.2011 «Иртә лә, төш тә уңманым, ә барыбер бәхетле булдым!»

йәки Яҙмыш ҡыйырһытҡан ҡатындың урамына ла байрам килә
«Иртә лә, төш тә уңманым, ә барыбер бәхетле булдым!»
Атайһыҙ ҡалғанда Зөлфиәгә ни бары өс йәш булған.
− Атайым ҡайҙа? Атайымды бирегеҙ миңә! − тип урындыҡҡа ҡапланып зар илағанын иҫләмәй, быны әсәһенең һөйләүе буйынса ғына белә. Һөйөклө атаһы йылғала батып үлгәс, әсә ҡулында дүрт бала тороп ҡалған улар.
− Әсәйем, балаларым ас-яланғас булмаһын, тип көнө-төнө тиерлек эшләне: иртә таңдан тороп фермаға быҙау ҡарарға йүгерә торғайны, ҡайта ла һепертке бәйләй, миндек әҙерләй, − күҙҙәренә йәш тулған Зөлфиә ҡартайған әсәһенең фотоһын ҡулына алып һыйпай, әйтерһең дә, һырҙарын һыпырып алырға теләй. − Ә мин уны элек гел илата торғайным, йәнәһе лә, ҡарай алмағас, ниңә беҙҙе дүртәү итеп таптың...
Зөлфиә мәктәпкә барғансы үҙҙәренең ярлы йәшәүҙәрен аңламай. Булғанға шөкөр итеп, көнө буйы урам балалары менән уйнай ҙа, ҡайтып, бер кескәй табаҡ ҡатыҡты ҡаласҡа ҡушып һемерә лә, ағай-апайҙарын этеп-төртөп, араларына барып ятып, рәхәтләнеп йоҡлай. Беренсе сентябрҙә уҡырға барғас, үҙе янында торған ҡыҙҙарҙы күреп һоҡланыуҙан телдән яҙа − сәстәрендәге ҙур аҡ күбәләктәй таҫмалары ғына ни тора! Ап-аҡ күперек кеүек әберкәле алъяпҡыстары инде төшкә инерлек! Зөлфиә үҙенең апайҙарынан тороп ҡалған, терһәктәренә ямау һалынған иҫке генә формаһын, ябай ғына алъяпҡысын уңайһыҙланып тартҡыслай торғас, хатта шиғырын онота. Ыҡ-мыҡ итеп тора ла, илап ебәрә. Шулай күңелһеҙ башланып китә уның өсөн мәктәп йылдары. Тура килһә килә бит − синыфтарындағы ҡалған өс ҡыҙ ҙа етәкселәрҙең балалары булып сыға. Зөлфиә ошо аҡҡоштар янында йолҡош турғай кеүек күренә. Етмәһә, ҡыҙҙар уға илаҡ исемен тағып, гел ситләтә. Уҡытыусы уны таҡтаға сығарһа, һәр һүҙенән кәмит табып, шырҡ-шырҡ көлгән булалар, өсәү ара ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа сер беректерәләр, ә Зөлфиәгә һөйләмәйҙәр. Үҫә килә, асыҡтан-асыҡ кәмһетеүҙәр башлана.
− Мәктәптә саҡта шундай ҡыйын булды, әйтәһе лә түгел, − ти Зөлфиә. − ҡыҙҙар рәнйеткәс, малайҙар ҙа уларға ҡушылды. Үгәй бала һымағыраҡ йөрөлдө инде. Яҙма эштәрҙе яҡшы башҡара торғайным, ә уҡытыусылар таҡтаға сығарһа, ҡойолам да төшәм, ауыҙымды асырға ҡурҡам. Йомолдом, бикләндем. Үҙемдең хәйерсе кейемем өсөн әсәйемә үпкәләп илайым, ә ул нимә эшләһен инде? Артыҡ бер тин дә юҡ өйҙә. Шуға һигеҙенсе синыфтан һуң һөнәрселек училищеһына уҡырға киттем. Унда кейем бирәләр, ашаталар бит инде, барыһы ла минең кеүек колхозсы балаһы, йәшәүе еңелерәк булып китте.
Һөнәрселек училищеһында Зөлфиәнең фотоһүрәте дүрт йыл рәттән Маҡтау таҡтаһында тора. Уны уҡытыусылары йүнәлтмә менән юғары уҡыу йортона уҡырға ебәрергә йыйына, аҙаҡ беҙгә эшкә килер­һең, тиҙәр. Диплом алған Зөлфиә үҙенә шундай матур киләсәк юрап, ҡанатланып ауылына ҡайта. Кисен тәүге тапҡыр клуб­ҡа тансыға сыҡҡас, күрше ауылдан килгән бер егет уны бейеүгә саҡыра, аҙаҡ йорттарына ҡәҙәр оҙата. ҡапҡа янында ҡыйыу егет ҡыҙҙы ҡосаҡлап, ебәрмәй тора, ирендәренән үбә. Беренсе тапҡыр үбешкән ҡыҙ, иҫен юғалтып, егеттең ҡосағынан шыуып төшә... Бер ай йөрөп, ошо мөхәббәттер тип, Зөлфиә шул күрше ауыл егетенә кейәүгә сыға. Ире, ҡатын-ҡыҙға уҡыу нимәгә, тип, уҡырға ебәрмәй, әлбиттә. Әммә ихласлап, еңен төрөп донъя көтөргә йәбешкән Зөлфиә бының өсөн артыҡ ҡайғырмай ҙа. Бер-бер артлы ике балалары тыуа, ҡайны-ҡәйнәһе йорт бураша, тана һатып алалар. Ләкин Зөлфиә ни тиклем тырышмаһын, ире ыжламағас, тормоштары бер ҙә алға бармай. Арба ватылһа − утын, үгеҙ үлһә − ит, тигәндәй, бер көн менән йәшәп күнеккән ир, тегене булдырайым, быны эш итәйем, тип ынтылмай. Етмәһә, эсергә лә әүәҫләнә. Йәш ҡатын, балалары бер аҙ нығынғас, ире ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, ситтән тороп уҡырға инә. Колхоз тарҡалғас, йүнле ирҙәр төрлө яҡҡа эшкә китеп бөтә, ә Зөлфиәнеке ни күпләп мал аҫрар­ға теләмәй, ни ситтә эш эҙләргә маташмай. Көнө-төнө телевизор ҡарауҙан бушамаған, хатта малға бесән сығып һалырға иренгән ялҡау ирҙән бөтөнләй төңөлөп, Зөлфиә айырылышыр­ға ниәтләй, судҡа ғариза яҙа. Ире ҡалаҡ-сәнскегә тиклем хәрәмләшеп бүлешкәндә, эй, ҡаҙалып китмәйме һауыт-һабаһы менән, тип Зөлфиә, намыҫланып, балалары менән үҙенең генә әйбер­ҙәрен алырға була, ләкин судья, балаларың хаҡына, тигәс, ризалаша. Бер иҫке генә йортҡа күсеп сығалар. Айырылышҡандан һуң ике-өс ай үткәс, өлкән ҡыҙы сирләп, дауаханаға эләгә. Атаһы килеп хәлен дә белешмәй.
− ҡыҙым өмөтләнеп көтөп ятҡан булды, мин ауырығас, атайым барыбер түҙмәҫ, килер, тип, юҡ, күҙен дә күрһәтмәне, − Зөлфиәгә был хәлде иҫләүе бик ауыр. − ҡыҙымды дауахананан алып ҡайтҡанда, автобус ватылды, һеҙҙең ауылға бара алмайым, артабан йәйәү атлағыҙ, тине водитель. Беҙҙең артыбыҙҙан автобустан өс йәш ҡупшы ҡыҙ төштө. ҡышҡы һалҡын көн, беҙ өшөмәҫ өсөн шәп атлаған булабыҙ. Бер ваҡыт алда машина күренде. ҡыҙым ҡыуанып китте, атайым бит, тип. Ысынлап та, уның машинаһы. Минең дә эсемә йылы йүгерҙе, ул ҡайҙандыр белешеп беҙҙе ҡаршылай, ә мин бушҡа уның күләгәһен әрләйем, тип бошоноп та ҡуйҙым. Әммә ҡыҙымдың атаһы, беҙҙе ҡар буранында ҡалдырып, теге йәш ҡыҙҙар янында туҡтаны ла, улар­ҙы ултыртып, кире ауылға елдерҙе. Беҙҙең яҡҡа боролоп ҡараһасы... ҡыҙым күҙҙәрен мөлдөрәтеп машинаға бер ҡараны ла, ҡарашын ергә төбәне. Шунан, күсеп китәйек ауылдан, тине. Иламаны, ирендәрен ҡымтыны ла ҡайтҡансы ләм-мим өндәшмәне. Аҙаҡ, йәй күсербеҙ, тиһәм, юҡ, тиҙерәк китәйек, тип илап ныҡышты. Бирәм тигән ҡолона − сығарып ҡуя юлына бит, икенсе аҙнала ҡалаға хеҙмәт биржаһына эш белешеп барһам, балаларым бәхетенән, һөнәрем буйынса эш урыны бар! Шулай итеп, ҡалаға күстек.
Тәүге йылдары улар кеше тупһаһында йәшәй. Йәшәгән бүлмәләре тауыҡ кетәгендәй: бер диван да бер өҫтәл генә һыйырлыҡ. Ундай торлаҡ та бармы, тиерһегеҙ. Була икән шул. Элекке ятаҡтың ванна бүлмәһен шулай бер аҙ кеше йәшәрлек итеп әтмәләп, ҡуртымға биргәндәр. Зөлфиә ике эштә эшләүенә ҡарамаҫтан, аҡсаға мантымайҙар. Ни апай-ағайҙары ярҙам итерлек хәлдә түгел, тапҡан-таянғандарын үҙҙәренән арттыра алмайҙар. Әммә тырыша торғас, тинләп бер аҙ аҡса йыйған Зөлфиә, кредит юллап, шул тауыҡ кетәгендәй бүлмәне һатып алыуға ирешә. Ашау-эсеүҙәренә әсәһе пенсияһынан өҙөп-йолҡоп өлөш сығара. Һигеҙ йыл баш күтәрмәй эшләгән Зөлфиә үҙенең бәхетле булырына һис ҡасан өмөтөн өҙмәй. Ауырлыҡтарға бирешергә теләмәй, балаларын да, беҙҙең урамда ла байрам буласаҡ, күрерһегеҙ әле, тип дәртләндерә, яҡшы уҡырға өндәй. Яңғыҙ йәшәһә лә, ир-егеттәр менән сыуалып, исемен сығармай. Сабырлыҡ төбө − һары алтын. Ысынлап та, донъяға ышаныс, яҡты йөҙ менән баҡҡан Зөлфиәнең йорттарына ла бәхет ишек ҡаҡты бит. Бер көн уларҙың ойошмаһына олпат кәүҙәле, бөхтә кейенгән азамат килә. Тәҙрә аша уның елле джипта килеп туҡтағанын күргән бар ҡатын-ҡыҙ «аһ» итеп, тиҙ-тиҙ генә өҫ-баштарын рәтләп, көҙгөгә ҡарашалар, сибәр ир алдында тегеләй ҙә былай уралалар. Бер Зөлфиә генә үҙенең бәхете янында тороуын тоймай, эш буйынса ғына уның менән аралаша ла, тиҙерәк икенсе эшенә йүгерергә ашҡына. Артынса сыҡҡан эшҡыуар уны машинаһында алып барыр­ға тәҡдим итә, Зөлфиә ризалаша. Шулай итеп, улар таныша, аралаша башлай. Эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнгән ир, бынан ике йыл элек ауырыуҙан ҡатыны вафат булып ҡалғас, яңғыҙы йәшәүен, берҙән-бер ҡыҙҙарының баш ҡалала ғаиләһе менән тороуын һөйләй. Зөлфиәнең ихласлығы, эскерһеҙлеге, балаларса бер ҡатлы ябай булыуы уның күңеленә хуш килә һәм бер аҙҙан ул ҡатынға тәҡдим яһай: «Ун биш йәшкә өлкән тимәһәң инде...». Шул мәлдә Зөлфиә уның күҙҙәрендә үҙен йолҡош турғай итеп түгел, ә аҡҡош итеп күрә һәм артабанғы тормош юлын бергә дауам итергә ризалығын бирә. Улар шундай матур, татыу итеп йәшәп киттеләр, әйтерһең дә, бер-береһе өсөн генә тыуғандар. Донъялары түп-түңәрәк инде, күҙ теймәһен.
− Элек ололарҙан ишеткән, иртә уңмаған − төш уңмаҫ, төш уңмаған − кис уңмаҫ, кис уңмаған − һис уңмаҫ, тигән мәҡәл дөрөҫлөккә бик үк тура килмәй, − тип бәхетле көлә Зөлфиә. − Иртә лә, төш тә уңманым, ә барыбер бәхетле булдым бит! Әйтерһең дә, минең күргән бөтә ыҙаларым өсөн Хоҙай бәхет ҡапҡаларын асты ла, әйҙә түргә уҙ, тине. Һәм мин ҡаршылашып торманым! Шуға ла бөгөн һөйөп, һөйөлөп кенә бәхетле йәшәйем.

Баныу ҡаһарманова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»