RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бәхетте ошонда тараталармы?”

15.10.2011 “Бәхетте ошонда тараталармы?”

Баймаҡҡа – “Бәхетле” димләү агентлығына рәхим итегеҙ!
“Бәхетте ошонда тараталармы?”
− Зөлфиә, бындай агентлыҡты асыу уйы һиңә ҡайҙан килде? Ниңә “Бәхетле” тип атаның?
− Бының тамырҙары тәрәндәрәк – мин ҡартатай-ҡартәсәй тәрбиәһе алып үҫтем. Улар 70 йыл бергә матур итеп донъя көттө, һоҡланғыс кешеләр булды. Әсәйемдең сабырлығын, аҡылын да өлгө иттем. Шуғалыр ҙа бәләкәйҙән аҡыл, дин менән һуғарылып үҫтем. Ишмырҙа мәктәбенән Сибай медицина училищеһына ин­дем. Ошонда уҡыған сағымда уҡ Өфөләге шифаханаларҙың береһендә эшләргә хыяллана торғайным. Аллаға шөкөр, маҡсатыма ирештем – Өфөгә сығып киттем дә, “Радуга” шифахана­һына медицина хеҙмәткәре булып эшкә урынлаштым. Бында клиенттар менән эшләү күп нәмәгә өйрәтте.
Тормош иптәшем менән 9-сы класта уҡығанда уҡ таныш­ҡайныҡ. Рәилде, ҡулъяулыҡтар сигеп, әрме сафына оҙатып, көтөп алдым. Ул да Өфөгә эшкә килде. Шунан бер йыл элек кенә тыуған Баймағыбыҙға ошондай эште асыу ниәте менән ҡайтып төпләндек. Уҡыған сағымда өс иптәш ҡыҙымды димләп ғаиләле иткәйнем. Әле барыһы ла матур ғына итеп донъя көтә. Был тәжрибәм дә, кеше менән еңел аралашыу ғәҙәтем дә миңә ҡыйыулыҡ бирҙе. Исемгә килгәндә, агентлыҡты нисек атарға тип оҙаҡ уйланым, йырҙарҙы күп тыңланым, варианттарым да байтаҡ ине. Шулай ҙа ошо исем күңелемә яҡыныраҡ тойолдо. Иптәшем әле ҡаҙанда эшләй, унда “Бәхетле” тигән сауҙа йорто бар. ҡаҙанға барһам, был бәхет өләшеүсе йортҡа ингем килеп кенә тора. Шуға ла яңғыҙҙар бәхетен эҙләп килһен һәм күңелдәре тулып, бөтөн булып ҡайтһын, тигән изге теләк менән ошо атаманы һайланым.

− Үҙ яртыһын табырға теләгән кеше менән нисек эшләй­һең?
− Улар иң тәүҙә анкета тултыра. Унда үҙе тураһында барыһын да яҙа: йондоҙнамәһе, ғаилә хәле (быға тиклем ғаиләһе булғанмы, айырылғанмы һ.б.), белеме, ҡайҙа эшләй, хыялдары, яратҡан шөғөлө, хатта матди хәле, алама ғәҙәттәре һ.б. Бынан тыш, “Идеаль ғаилә ниндәй булырға тейеш?”, “Ғаиләгеҙҙә кем ҡарар ҡабул итәсәк?”, “Үҙегеҙҙең ниндәй сифатығыҙға буласаҡ иптәшегеҙгә күнергә тура киләсәк?”, “ҡатын-ҡыҙҙа (ир-егеттә) ниндәй сифатты өнәмәйһегеҙ?”, “Икенсе ауылға (ҡалаға) күсеп барырға ризаһығыҙмы?” тигән һорауҙар ҙа бар. Ул кешенең фотоһүрәте лә кәрәк була. Һәр кеше менән айырым әңгәмә алып барам. Бер йылға килешеү төҙөйөм дә, уға тиң булырҙай затты ихлас эҙләйем. Әгәр ҙә нимәһелер оҡшап етмәһә, артабан эҙләйбеҙ. Быларҙың барыһын да тәрән сер итеп һаҡлайым, барып донъяһын күреү мөмкинлеге булһа, барып та ҡайтам. Минең эшемдә иң мөһиме – үҙ-ара ышаныс. Әгәр ир-егет, ҡатын-ҡыҙ һәм минең арала ныҡлы ышаныс, өмөт булғанда ғына уртаҡ маҡсатҡа ирешергә мөмкин. ҡайһы бер ағайҙар: “Бәхетте ошонда тараталармы?” − тип ихлас йылмайып килеп инә. Улар менән эшләүе шул тиклем еңел.
− Әлеге ваҡытта агентлыҡта бөтәһе нисә кеше теркәлгән?
− “Юлдаш” радиоһына реклама биргәндән һуң клиенттарым күбәйҙе. Яҡын тирә райондарҙан 70-тән ашыу яңғыҙаҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмә ҡорҙоҡ, уларға ниндәй пар кәрәк булыуын асыҡланыҡ. Әммә телефон аша аралашҡандарҙы һанаһаң, 100-ҙән ашып китә. Борайҙа – дүрт, Дыуанда – алты, Дүртөйлө, Шишмә, ҡырмыҫ­ҡалы, Архангел, Ейәнсура райондарында ла кешеләрем бар. Киләсәктә республикала ғына түгел, сит өлкәләргә сығып эшләргә лә ниәтем юҡ түгел. Санкт-Петербургта, Себер яҡтарында ла дуҫтарым күп.

− Яңғыҙҙар менән аралаш­ҡанда ниндәйҙер сетерекле хәл килеп тыуғаны бармы?
− Ғәҙәттә, миңә ауылдан ҡатын-ҡыҙҙар әхирәте менән килә. Иптәшенә ир-егет ҡарайбыҙ, ә үҙе өндәшмәй, шунан ышаныр-ышанмаҫ ҡына: “Миңә лә берәйһе юҡмы икән?” − тип һорап ҡуя. “Ә һеҙ янығыҙҙа ниндәй ир-егетте күргегеҙ килә?” − тип һораһаң, ул: “Шундай уҡ ир-егет”, − тип ҡыйыуһыҙ ғына яуаплай. Мин уларға: “Һеҙ уртаҡ ир эҙләмәйһегеҙҙер бит?” − тим дә, үҙен генә ҡалдырып, һораша башлаһам, клиент яйлап асыла һәм талаптарын әйтә. Йәки кемдер шылтыратып, үҙенең хәлен һөйләй ҙә, кем булыуын һораһаң: “Әйҙә, исемем сер булып ҡалһын!” − ти. Бындай осраҡта мин: “Ғәфү итегеҙ, серле апай йәки серле ағай! Һеҙҙең менән һөйләшмәйем. Серҙәрегеҙҙе асҡығыҙ килһә, шылтыратырһығыҙ!” − тип һалам. Шуныһы ҡыуаныслы, сит райондарҙан шылтыраталар ҙа Баймаҡтан берәй ҡатын-ҡыҙ менән таныштырыуҙы һорайҙар. Беҙҙә гүзәл заттар сабырлығы, донъя көтөргә әрһеҙлеге, тәбиғи тыйнаҡлығы, алсаҡлығы менән айырылып торғанғалыр инде. Шулай уҡ балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар “үтемле”, тимәк, түлле, киләсәктә бала таба ала, тип фекер йөрөтә ир-егеттәребеҙ. Күптәр, кеше һүҙенән ҡурҡып, бында килергә тартына. Бер ваҡытта ла кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмай йәшәргә өйрәнһәк ине. Һөйләһендәр, телдәре талһа, туҡтарҙар әле! Бүренән ҡурҡһаң, урманға барма, тиҙәр бит. Шулай уҡ беҙҙә интеллект кимәле аҡһаңҡырай. Эттәр ҙә хужаһына өрмәй, күбәләк тә матур сәскәгә генә ҡуна, ә әҙәм заты, юғары аңлы булыуына ҡарамаҫтан, ни өсөндөр үҙен түбәнерәк тота. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға өйрәнәйек!
Ир-егеттәребеҙ ҡыйыу­һыҙыраҡ, ә гүзәл заттар ир-ҡатын булып бөткән – шуныһы бик тә аяныслы. Көслө, бар нәмәгә өлгөр булыуыбыҙ, яуап­лылыҡты үҙ иңебеҙгә алыуыбыҙ менән үҙебеҙ ир-егеттәрҙе боҙабыҙ бит, йәмәғәт! Әгәр инде өйләнешһәләр, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡомда таштай батып йәшәргә бик шәп боронғо рецебым бар. Килһендәр, тартынмаһындар, өйрәтермен!
Зөлфиә менән аралашып, ҡаҙан күстәнәстәре менән тәмле итеп сәй эсеп, дүрт сәғәт ваҡыт үтеп тә киткән. Психология буйынса китаптар уҡырға яратҡан йәш кенә (30 йәш!) ҡатында ни тиклем аҡыл, көс булыуына һоҡландым, йылы ауранан сығырға теләмәй, тағы ла байтаҡ гәп һаттыҡ. Был яҙғандарым – шуларҙың ҡаймағы ғына! Үҙем өсөн дә байтаҡ яңылыҡ астым, тик улары – сер!

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотоһы.


Артабыҙмы, кәмейбеҙме?

Йыш өйләнешәләр, бала табалар, әммә... күп айырылашалар

Республикала өйләнешеүселәр һаны артҡан. Былтыр ошо ваҡытта законлы никахҡа 22 818 пар инһә, быйыл 22 842 ғаилә ҡоролған.
Әммә айырылышыу осраҡтары ла күбәйгән. Былтыр тәүге һигеҙ айҙа 11 749 ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет никах бәйләнешен өҙһә, 2011 йылда ошо ваҡыт эсендә – 852-гә күберәк.
Өйләнешеүселәрҙең күбәйеүенең ҡыуаныслы яғы – яңы тыуған сабыйҙар һаны артҡан. Быйыл 39 659 ҡыҙ һәм малай донъяға килгән, был былтырғыға ҡарағанда 1537 балаға күберәк.
4786 ир-егет аталыҡты таныу процедураһында ҡатнашҡан, был, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 666-ға кәм.
Күңелһеҙ яңылыҡ: вафат булыусылар һаны быйыл 1,7 процентҡа юғарыраҡ. Шулай ҙа тыуым үлемгә ҡарағанда күберәк. Тәбиғи үҫеш 2319 кеше тәшкил итә.

Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»