RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшәү мәғәнәһе – тырыш хеҙмәттә

15.10.2011 Йәшәү мәғәнәһе – тырыш хеҙмәттә

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Нурия һәм Самат Утарбаевтар тыуған төйәгендә ҡалыуҙарына һис үкенмәй
Йәшәү мәғәнәһе – тырыш хеҙмәттә
Йәшерен-батырыны юҡ, колхоздарҙың күбеһенең хәле бөгөн ҡыуаныслы түгел. Осон-осҡа ялғап көн иткән хужалыҡтарҙа тир түгеүселәрҙең кәйефе лә шәп, тип әйтеп булмай. Йылдар буйы әҙәмсә эш хаҡы алмай, аҡса төҫө күрмәй эшләй улар. Хәл берәй заман ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөт менән тоғро хеҙмәт итеүселәр бар.
Баймаҡ районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында бөгөн 450 һауын һыйыр аҫрала. Унда ун һауынсы эшләй. Яңыраҡ ошо хужалыҡтың бер алдынғы эшсеһе менән яҡындан аралашырға насип булды. Нурия Утарбаева 2005 йылдан алып фермала тир түгә.
– 1985 йылда Ниғәмәт ауылына килен булып төшкәс, колхоздың төрлө йомоштарында йөрөнөм. 90-сы йылдарҙан быҙау ҡараусы булдым. 2005 йылда ваҡытлыса бер һауынсыны алмаштырыуымды үтенгәйнеләр. Шунан алып эшләп алдым да киттем. Һаман да шул мал араһында йөрөгәс, яңы һөнәргә күнегеүе ауыр булманы. Әле 42 һыйыр һауам, – ти ул.
Нурия апай районда алдынғылар рәтендә. 2008 йылда ул хужалыҡта чемпион исеменә лайыҡ булһа, былтыр һауынсыларҙың район слетында ҡатнашып, 2-се урын алған. Ә быйыл иһә беренселекте берәүгә лә бирмәгән.
– Хәҙер һауынсы һөнәре “ҡартайҙы”. Элегерәк фермалар йәш көстәр менән тулыланып торған, ә хәҙер уның көнө тик урта йәштәгеләргә ҡалды. Район буйынса ҡараһаң да, бөгөн һауынсыларҙың уртаса йәше 40 – 50 самаһы.
ҡышҡыһын Ниғәмәттә урынлашҡан фермаға эшкә барһалар, башҡа ваҡытта ауылдан 18 саҡрым алыҫлыҡтағы Шөгөр йәйләүенә йөрөйҙәр. Ял-байрамһыҙ көн һайын таң һарыһынан һыйыр һауыуы, ай-һай, еңелме икән?! Ә электр уты булмаған саҡта, бар эште ҡул көсө менән башҡарырға тура килә бит. Нурия апай эшенең ауырлығына зарланмай.
Нурия апайҙың тормош юлдашы Самат ағай ҙа колхозға тоғро. Ул бында өс тиҫтә йылға яҡын эшләй. Самат Утарбаев мәктәптән һуң, Совет Армияһы сафында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында эшләй башлай. Бөгөн ул – хужалыҡтың алмаштырғыһыҙ эшсеһе.
Утарбаевтар көнө буйы колхоз эшендә йөрөһә лә, донъялары өсөн күңелдәре тыныс. Самат ағайҙың әсәһе Рәйсә Вәли ҡыҙы бар йорт эштәрен башҡарып ҡуя. Арып-талып ҡайтҡан яҡындарын ҡайнар аш менән ҡаршы ала. 26 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән ҡәйнәһен Нурия апай үҙ әсәһеләй күрә.
Уңған хужалар шәхси хужалығына “Т – 40” тракторын алып ебәргән. Ауыл ерендә бындай техника ҙур ярҙамсы. Үҙ малың өсөн бесәнен дә ауырлыҡһыҙ әҙерләйһең, аҡса ла эшләргә мөмкин. Һәр эшкә уңған, егәрле ғаилә башлығы берҙе биш итеп, тырышып донъя көтә. Шәхси хужалыҡта ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрала, мул баҡса үҫтерелә.
Утарбаевтарҙың балалары ла, үҙҙәренә оҡшап, бик егәрле. Улар бәләкәйҙән хеҙмәтте яратып үҫә. Оло ҡыҙҙары Нурания, ауылдашына кейәүгә сығып, әле Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Бәпес үҫтерәләр. Улдары Азамат, өйләнеп, ғаиләһе менән апаһы янына киткән. Төпсөк ҡыҙҙары Нурсилә Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибай филиалында белем ала.
Ауылда мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрамаған, баҡса үҫтермәгән кешеләр бик һирәк. Шуға ла ундағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың күптәре, төп һөнәренән тыш, һауынсы һәм баҡсасы. Ә һауынсылар­ға өйҙә лә, эштә лә мал араһында йөрөргә тура килә. Нурия апай кеүек, иңдәренә икеләтә бурыс алған уңған гүзәл заттарға ҡарап, һоҡланырға ғына ҡала.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»