15.10.2011 Сүп-сар ғына тимәгеҙ...
Республикала иң тәүге сүп-сарҙы айырыу комплексы Нефтекама ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк.
Ул «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы базаһында төҙөлә. Проект «Башҡортостандың тәбиғи ресурстары һәм экологияһы» республика маҡсатлы программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Өфө ҡалаһында үткән «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2011» халыҡ-ара экология форумында «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы проектланыусы сүп-сарҙы айырыу комплексының макетын тәҡдим иткән һәм ул форумда ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Был комплексты файҙаланыуға тапшырыу ҡалдыҡтарҙың 30 процентын икенсе маҡсатта ҡулланыуға булышлыҡ итәсәк һәм уларҙың тирә-яҡ мөхиткә зыянын күпкә кәметәсәк. Сорттарға айырылған сүп-сарҙың артабан эшкәртеүгә яраҡлыһы икенсе сеймал сифатында файҙаланыласаҡ. ҡалғаны иһә ҡала янында урынлашҡан полигонда юҡҡа сығарыласаҡ. Проекттың хаҡы 2008 йылғы хаҡтар менән 130 млн һум тәшкил итә.