18.10.2011 Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында өс ғаилә алтын туйҙарын билдәләне
Әҙәм балаһына бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел һымаҡ. Әммә һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, яҡындары, тормош иптәше, балаларына бәйле. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүсе ғаиләләрҙе бәхетле тип нисек әйтмәйһең инде?!
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән өс өлгөлө ғаилә хаҡында һүҙем. Матур ғаилә – ил күрке, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, ҡасандыр ғүмер-ғүмергә бергә булырға ант итешеп, ярты быуат буйы тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәгән был татыу ғаиләләргә ил күрке тип әйтмәү мөмкин түгел.
Вәғиҙә инәй һәм Фәрит олатай Арыҫлановтар үҙҙәренең ихласлығы, берҙәмлеге, эшһөйәрлеге менән һоҡландыра. «Беҙ, Һабыр ауылы йәштәре, Йәнтешкә концерт алып килгәндә, олатайың килеп танышты ла, иртәгәһенә үк буласаҡ ҡайным, ҡайнағам һөйләшергә тип беҙгә килеп етте. Икенсе йомала уҡ никах уҡыттыҡ, − тип хәтер йомғағын тағатты инәй. − Тимерҙе ҡыҙыуында һуғыу хәйерлерәк, тигәндәй, Фәрит олатайың тәүәккәл, ҡыйыу булды». Улар икеһе лә ғүмер буйы колхозда эшләй. Береһе – малсы, икенсеһе быҙау ҡараусы булып «ҡыҙыл йондоҙ» колхозының алдынғы эшселәре рәтендә йөрөйҙәр. Фәрит олатай яҡшы эшләгәне өсөн «Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы», Социалистик ярыш еңеүсеһе билдәһе, «Хеҙмәт ветераны», «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалдарына лайыҡ була, Чехословакияға экскурсияға ебәрелә. Икеһе лә әллә күпме иҫтәлекле бүләк, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Матур ғаилә әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, ихаталарында бер сүп күрмәҫһең, бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек.
Арыҫлановтар дүрт балаға ғүмер биргән. Әле уларҙың бөтәһе лә үҙ аллы тормош көтә. Бәхетле өләсәй һәм ҡартатайҙың һигеҙ ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре бар.
Бер-береһенә һәр саҡ йылы һүҙҙәр әйтеп, яғымлы ҡараш ташлап, бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт иткән, йәшәү йәмен тойоп йәшәгән был ағинәй менән аҡһаҡалға ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ.
Ғәрифә инәй менән Әхмәҙулла олатай Байғусҡаровтар ҙа ғүмер буйы колхоз эше өсөн янып йәшәгән кешеләр. «Малын да ҡараным, ярмаһын да ярҙым, быҙауын да ҡараным, һис эшһеҙ ултырманым. Колхоз ни ҡушһа, шуны үтәнек», – ти инәй. Ғаилә башлығы иһә йәйен − комбайнда, ҡышын тракторҙа эшләй. Олатайҙы «тимерҙең ҡотон ҡойоусы» тип йөрөтәләр. Ауылдаштары ла һәр саҡ уны техникаһын йүнәтергә саҡырыр булған.
Был татыу ғаилә һигеҙ бала тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтыра. Хәҙер улар ун туғыҙ ейән-ейәнсәрен ҡараша. Атайҙарынан күрмәксе, дүрт улы ла тракторсы эшен ярата. Техника ене ҡағылған, тиҙәр ундай кешеләр хаҡында.
− Ғүмер аҡҡан һыу кеүек, күҙ асып йомған арала үтә лә китә ул. Уны татыулыҡта, берҙәмлектә үткәреү мөһим. Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса, бер-береңде бәхетле, риза итергә ынтылырға кәрәк. Йәштәргә әйтер һүҙебеҙ шул, − ти һөйкөмлө пар. − Балаларыбыҙҙан ризабыҙ, Аллаға шөкөр. Һәр ҡайһыһы ихтирам итеп, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар, рәхмәт.
Рая инәй һәм Сәғәҙей олатай Билаловтар ҙа 50 йыл татыу ғүмер кисерә. «Беҙ бер генә күрешкәндән һуң өйләнештек. Хәҙерге йәштәрҙең никахһыҙ килеш ғаилә ҡороуҙы оҙаҡҡа һуҙып йөрөүҙәре яҡшы түгел. Эш оҙаҡ дуҫлашып йөрөүҙә түгел», − ти улар.
Береһе − репрессия ҡорбаны улы, икенсеһе Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбаны ҡыҙы булараҡ, ситтән ярҙам көтмәй, үҙҙәре ең һыҙғанып донъя көтә башлай һәм йорт һалып сығалар. Олатай − урмансы, бригадир, ә инәй һауынсы булып эшләй. Биш бала тәрбиәләп, башлы-күҙле итәләр. «Үҙебеҙ уҡый алмағанға күрә, балалар уҡыһын, тинек. Бөтәһе лә юғары белемле, ҡайһыныһы ике-өс дипломлы», − ти, ҡыуанып, Рая инәй.
Уңған ғаилә әле лә мал-тыуар, ҡош-ҡорт тота, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерә.
Билаловтарҙың йортонан кеше өҙөлмәй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килһә, өйҙәре гөжләп торған умартаны хәтерләтә. Бәхетле ҡартлыҡ кисерә улар.
«Бергә-бергә оҙаҡ ғүмер итеүҙең сере – бер-береңде ихтирам итеүҙә, кисерә белеүҙә. Тормош бит, төрлө хәл була. Шундай саҡта сабыр итергә кәрәк. Беҙ һынауҙарҙы намыҫ менән үткәрергә тырыштыҡ. Үҙебеҙҙе бәхетле тип һанайбыҙ, Аллаға шөкөр!» − ти күҙҙәрендә бәхет нуры сағылған инәй һәм олатай.
Эйе, йылдар ауырлығына бирешмәү, кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы тәүәккәллек менән йырып сығыу, балаларын үҫтереп кеше итеү был өс ғаиләгә еңел булмағандыр. Әммә ауыр минуттарҙа бер-береһенә ҡарата ихтирам, һөйөү бирешмәҫкә, һынмаҫҡа ярҙам иткән уларға.
Ярты быуат буйы тормош һуҡмағынан бергә атлаусы өс ғаилә бөтәһенә лә оло үрнәк, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Илебеҙҙең күрке булырҙай шундай ғаиләләр күберәк булһын ине.
Айгизә Асҡарова.