04.10.2011 Заман афәте ауылдарға ла үтеп инә башлаған
Наркотиктарға ҡаршы комиссия үҙенең сираттағы ултырышында Нефтекама ҡалаһы һәм Краснокама районындағы хәл-торошто баһаланы. Көн тәртибенә Рәсәйҙең 2014 йылға тиклем наркотиктарға ҡаршы сәйәсәтен Башҡортостанда бойомға ашырыу мәсьәләләре лә индерелгәйне.
Нефтекамала һуңғы дүрт йылдан да әҙерәк ваҡытта рәсми теркәлгән наркомандар һаны 250-нән 360 кешегә еткән. Краснокамала ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Заман афәте ауылдарға ла үтеп инә бара. Был юҫыҡта ауыл халҡының, урындағы старосталарҙың булышлығы кәрәк.
Ултырышта БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, муниципалитеттарҙа наркотиктарға ҡаршы саралар үткәреү өсөн йыш ҡына аҡса етмәй. Был программаларға урындағы бюджет аҡса бүлергә тейеш, ә уларҙа ҙур суммала аҡса юҡ. Шунлыҡтан проблеманы хәл итеү юлын табырға кәрәк.