27.09.2011 Башығыҙҙы эшләтегеҙ!
1. Һеҙҙең шкафта буталышып, 10 пар ҡара ойоҡбаш һәм 10 пар һоро ойоҡбаш ята. ҡараңғыла бер-береһенә тап килгән бер пар ойоҡбаш сығарыу өсөн һеҙгә ни бары уларҙың өсәүһен һөйрәп сығарыу ҙа етә. Шул уҡ шкафта 10 пар ҡара бирсәткә һәм 10 пар һоро бирсәткә ятҡан ваҡытта ҡараңғыла икеһе лә тап килерлек итеп нисә бирсәткә сығарырға кәрәк буласаҡ?
2. 24 кешене һәр рәткә бишәрҙән ҡуйып, алты рәткә теҙегеҙ. Был мөмкинме?
3. Бүлмә эсендә кәрәсин лампаһы менән шәм бар. Кис көнө был бүлмәгә ингәндә иң тәүҙә нимәне яндырасаҡһығыҙ?
4. Бөкөлө бер шешә 1 һум 10 тин тора. Шешә бөкөнән 1 һумға ҡиммәтерәк. Шешә менән бөкө икеһе айырым күпме тора?
5. Өс кеше ашханала төшкө аш өсөн 10 һум аҡса түләп сығып киткән (һәр береһе унар һум). Клиенттар сығып китеү менән официант улар ашаған аштың дөйөм хаҡы 25 һум ғына икәнлеген һанап сығарып, бер малай аша 5 һумды кире ҡайтарып биргән. Өс кеше лә берәр һумды кире алған, ә инде ике һумды малайға ҡалдырғандар. Ашханала уларҙың һәр береһе 9 һум аҡса түләгән була, туғыҙҙы өскә ҡабатлаһаң, 27 һум килеп сыға. Был суммаға малайҙа ҡалған ике һумды ла өҫтәһәң, 29 һум була. Ә бер һум ҡайҙа булған һуң?