27.09.2011 һауала осоп йөрөмәйһеңме?
Үҙеңдең тормошҡа ҡарашыңды билдәләү өсөн түбәндәге һынамыштың һорауҙарына «эйе» йәки «юҡ» тип яуап бирергә кәрәк.
1. ҡулыңа гәзит алыу менән уҡый башларҙан алда иң тәүҙә һүрәттәрен ҡарап сығаһыңмы?
2. Күңелең китек булғанда ғәҙәттәгенән күберәк ашайһыңмы?
3. Ашаған ваҡытта ла эшең тураһында уйлап ултыраһыңмы?
4. Мөхәббәт хаттарын һаҡлайһыңмы?
5. Психология менән ҡыҙыҡһынаһыңмы?
6. Машинала ҙур тиҙлек менән йөрөргә ҡурҡаһыңмы?
7. Үлем тураһында уйлауҙан баш тартаһыңмы?
8. Йоҡлар алдынан ятҡан килеш хыялланырға яратаһыңмы?
9. Һигеҙ сәғәт йоҡлап алһаң да, үҙеңде арыған һымаҡ тояһыңмы?
10. Мөхәббәт романдарын уҡыйһыңмы?
11. Үҙеңде баҫып алған ауырлыҡтар тураһында башҡаларға һөйләйһеңме?
12. Яңғыҙлыҡтан ҡасырға тырышаһыңмы?
13. Күңелһеҙ хәлдәр арҡаһында сирләгәнең бармы?
14. Автобуста уйланып китеп, туҡталышты үтеп киткән осрағыңды хәтерләйһеңме?
15. Икенсе ҡалаға күсеп киткең киләме?
16. Кешенең характеры тыуғанда уҡ билдәләнә, тип уйлайһыңмы?
17. Кинотеатрға йыш йөрөйһөңмө?
Һәр бер ыңғай яуап өсөн үҙегеҙгә биш балл ҡуйығыҙ һәм уларҙың суммаһын һанағыҙ.
75 – 85 балл. Һин ысынбарлыҡтан ҡасып йәшәйһең, проблемаларҙы хәл итеүгә ҡарағанда оноторға ғына тырышаһың. Саҡ ҡына булһа ла ысынбарлыҡ хаҡында уйланырға, үҙеңде яратмаған, ҡабул итмәгән кешеләр менән бөтөнләй аралашмаҫҡа, ҡулыңдан килмәгән эшкә тотонмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Был тормошта үҙ юлыңды билдәләргә һәм күңелһеҙ ваҡиғаларға һирәгерәк эләгергә ярҙам итәсәк.
55 – 75 балл. Хыялланырға яратаһың. ҡай саҡ хыялдарың бөтөнләй нигеҙһеҙ, тормошҡа ашмаҫтай тойола. Әлбиттә, хистәрең йәшәргә ҡамасауламай. Тик хыялдарға артыҡ ваҡытыңды әрәм итмә, йөрәгеңде бөтөрмә.
30 – 55 балл. Ысынбарлыҡ менән уйҙырмалар, буш хыялдар араһындағы айырманы күрә белергә һәләтлеһең. Ваҡыты-ваҡыты менән сентименталь булып китһәң дә, хыялдарың нигеҙле, улар буш урында ғына барлыҡҡа килмәй. ҡулыңдан килгән эштәргә генә тотонаһың, үҙеңдең баһаңды беләһең.
5 – 30 балл. Һин артыҡ прагматик кеше. Саҡ ҡына булһа ла хыялланып алыу ҡамасауламаҫ ине. Тормош, әлбиттә, етди нәмә. Әммә ҡайсаҡ проблемаларҙы шаярыу ҡатыш хәл итеү һәйбәтерәк. Бер ваҡытта ла хаталанмайһың, алданмайһың, ҡыҫыр өмөт менән йәшәмәйһең. Әммә артыҡ ҡаты булыуың арҡаһында мөмкинлектәреңде ҡулыңдан ысҡындырыуың да ихтимал.