27.08.2011 Ауылым, ауылҡайым минең…
(“Милләтебеҙҙең киләсәге – ауылдарҙа”, “Йәшлек”, № 63, 13 август, 2011 йыл)
Ауыл тормошо миңә үтә лә ҡәҙерле, яҡын, аңлайышлы, бер һүҙ менән әйткәндә, йәнемдә гелән уның һулышы һулҡый. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ана шул ауылдарҙың көнитмеше өҙлөкһөҙ уйландыра, хәсрәткә һала, йөрәкте өйкәй, йәнемә тынғылыҡ бирмәй. Нисек йәшәй бөгөнгө ауыл, уның булмышы һәм ҡылмышы ни хәлдә – әйтерем ана шулар хаҡында. Был хаҡта ни өсөн һүҙ ҡуҙғаттым һуң әле һәм яҙғандарымдан фәтүә сығырмы? Белмәйем. Әммә ер яҙмышы, еребеҙҙең кендеген тәшкил иткән ауылдарыбыҙ киләсәге хаҡында уҡыусыларым тағы ла бер тапҡыр уҡыһа,уйланһа, һипһенеп һәм һиҫкәнеп китһә, әйткәндәремде төҙәтергә ынтылып сәбәп ҡылһа, уныһы ла ҙур эш.
Ер кешеһенең төп шөғөлө – һөрөү, сәсеү, урыу, мал аҫрау һәм тотош “мир”ҙы туйындырыу. Ғүмер баҡый шулай ҡабатланған һәм шулай булып ҡаласаҡ. Әммә ауыл һуңғы йылдарҙа бына ошо, үҙенә йөкмәтелгән юғары бурысты үтәп еткермәй. Йылайыр районындағы элек гөрләп торған “Һабыр” совхозын миҫалға килтерәм. Бөгөн уның емерек нигеҙе яу үткән һуғыш яланын хәтерләтә; үҙәктә урынлашҡан элекке һыйыр фермаһы, ырҙын табағы, машина-трактор паркы ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан, икмәккә яғып ашарлыҡ уңдырышлы тупраҡлы баҫыуҙарға бер ус орлоҡ сәселмәгән,уларҙы сәүел ябып бара, билбыуарҙан билсән ҡаплаған. Эшлектән сыҡҡан был сәсеүлектәрҙе ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу ҙа, ай-һай, күп сығым талап итәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, ерле халыҡ өсөн бөтөрөлгән совхоз биләмәһендә эш тә ҡалмаған, аш та юҡ. Күрше хужалыҡтарҙа ла хәл маҡтанырлыҡ түгел. ‡ткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында исемдәре республикала билдәле “Башҡорт”, “Юлдыбай”, “Көньяҡ Урал” совхоздарының да ҡоро атамаһы тороп ҡалған. Уйлаһаң, уйылып китерлек һорауҙарға яуап таба алмай ҡаңғырам ҡайһы саҡ. Ә бит ауылдаштарым – йор һүҙле, тырыш, уңған кешеләр, мин улар менән һәр ваҡыт ғорурландым һәм ғорурланам. Ауылымда үҙ ваҡытында хеҙмәт батырлыҡтары өсөн ордендарға лайыҡ Сәлихйән Атанғолов, Фазылйән ҡаҙнабаев, Зәйнулла һәм Әүхәҙей ҡоҙашевтар йәшәне һәм йәшәй. Хеҙмәт уңғандарының ошо исемлеген әллә күпме дауам итергә булыр ине. Мәктәбебеҙҙән сыҡҡан фән докторын, фән кандидаттарын, атҡаҙанғандарын ошо теҙмәгә өҫтәп ебәрһәң, Һабырҙың абруйы бермә-бер артып китә. Шуға, ялҡаулыҡ һәм булдыҡһыҙлыҡ ауылдаштарыма хас түгел, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Тимәк, ауылдарҙың бөтөүенә иң беренсе уға ҡарата йүнәлтелгән сәйәсәт йоғонто яһай. Иҫкә төшөрәйек әле, 60-сы йылдарҙағы ауылдарҙы ҙурайтыу кампанияһының кире һөҙөмтәһен бөгөн дә үҙ елкәбеҙҙә татыйбыҙ. Беҙҙең төбәкте йәмләгән, мәлендә киләсәгенә “перспективаһыҙ” мөһөрө баҫылған Шәмсетдин, Һыҙғы, ҡәрйән, ҡырым, Әлмөхәмәт ауылдарының нигеҙ түмәләстәре генә ятып ҡалған, исемдәре лә яйлап хәтерҙән юйыла бара.
Минең тыуған төйәгемдәгеләй бөтөүгә дусар ителгән яҙмышлы ауылдарҙы иҫәпләй китһәң, тотош Рәсәй буйынса улар меңәрләгән, бөләңгерт көнитмештәре оҡшаш һәм әсендергес. Баҫыуҙарға иген сәселмәүен әйтеп киттем, ә бит ошоға тиклем тапшырылған рапорттарҙа, йәшерен-батырын түгел, бөтәһе лә ал да гөл булды. Халыҡты бит ҡағыҙға теркәлгән ялған отчеттар менән туйындырып булмай, ҡунаҡҡа саҡырылған түрәләр үткән юлға халыҡ малын ҡыуалап сығарып, уны йәмәғәт малы тип күҙ буяп мутлашыуҙан ит-һөт артмай, йә башлыҡты алдан билдәләнгән маршруттан алып йөрөп, ҡаршыһына бәхетле йылмайған кескәйҙәрҙе баҫтырыуҙан мәктәптәребеҙҙә балалар һаны ишәймәй.
Ошо көрсөктән сығыу юлы бармы? Бар, минеңсә. ҡыйыуһыҙ раҫлауымдың әтнәкәһе шунда: ошоға тиклем ҡаныбыҙға һеңгән, аңыбыҙҙа нығынған хужалыҡ итеү алымдарынан ҡотолоу еңелдән булмаясаҡ. Октябрь революцияһына тиклем крәҫтиәндәр общинаға ойошоп эшләне, хатта заманында уны П. Столыпин реформаһы ла емерә алманы. Артабан совет власы урынлаштырылғандан һуң община хужалыҡтарына оҡшаш колхоз, совхоздар барлыҡҡа килде. Бер һүҙ менән әйткәндә, айырым эшләп өйрәнмәгәнбеҙ, беҙҙең халыҡта “Айырылғанды айыу ашар” тигән мәҡәл дә юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр. Бәлки, әүәлге хужалыҡтарға оҡшаш (уларҙың күсермәһе түгел) берләшмәләргә ойошоу фарыздыр? Беҙҙең өсөн ят тойолған фермерлыҡ хәрәкәтен йәйелдереү ыңғай һөҙөмтә бирерме-юҡмы, әле аныҡ ҡына әйтеү мөмкин түгел. Йәнә техникаһыҙ фермер нимә генә ҡыра алһын инде? Ә уны һатып алыу өсөн генә лә миллион һумлап аҡса талап ителә. Етмешенсе йылдар уртаһында Балтик буйы республикаларында фермерҙарҙың йәшәүе һәм эшләүе менән танышырға тура килде. Улар йомошҡа күршеләренә йөрөмәй, бөтә ҡорамалдары күҙ алдында. Ә фермер булам тип ынтылғандарҙан ерен дә, ссудаһын да, кредитын да йәлләргә ярамай. Тик ер урындағы халыҡ ҡарама- ғында ҡалырға тейеш, быныһы бәхәсһеҙ.
Яҙ көнө һөрөү-сәсеү эштәре күп ауылдарҙа онотола барһа ла, һабантуйҙар мәлендә үткәрелә. Һабанда һайрашмағас, ҡыҫыр байрам ойоштороу менән генә әпәкәйле булып китмәҫбеҙ бит, ағай-эне. Беҙҙең заманда “Икмәк булһа, йыр ҙа булыр!” тигән ҡанатлы һүҙҙәр була торғайны. Йыр һуҙырға маһирланып алдыҡ, икмәкте кем игер? Белгес булмайынса ер тураһындағы уйҙарға төшөп китеүем дә фәлсәфә һатып үҙемде аҡыллыға сығарырға тырышыуҙан түгел, ер кешеһе булараҡ, уны ҡурсаларға теләүҙән килә.
Хәҙер ауылды ауыл итеп тотоп торған берҙән-бер үҙәк тороп ҡалды. Ул – мәктәп. Бөгөн унда ла оптималләштереү тигән эштәр бара (йөкмәткеһе һүҙһеҙ ҙә аңлашыла). ҡулайлаштырыу бындай темп менән барһа, мәктәптәрҙең дә бер-бер артлы ябылыуын көт тә тор. Билдәле булыуынса, мәктәпһеҙ ауыл юғалыуға дусар. Ауыл мәктәбе бөтһә, телебеҙ ҙә, мәҙәниәтебеҙ ҙә, әҙәбиәтебеҙ ҙә юҡҡа сыға. Сөнки әҙәбиәтебеҙҙе балҡытҡан, мәҙәниәтебеҙҙе донъя кимәленә сығарған яҙыусыларыбыҙ, сәнғәт әһелдәребеҙ бөтәһе лә ауыл кешеләре. Милләтебеҙҙең инер ишеге, бәүелер бишеге бит ул ауыл! Уҡытыусыларҙың һанын ҡыҫҡартыуҙан мәғәнә тапмайым, былай ҙа ауылды йәшәтеп торған мәктәптәрҙә, медпункттарҙа пенсия йәшендәгеләр эшләй. Улар китһә, урындарына кемдәр килер? Клубы бикле, лайыҡлы йәшәү өсөн шарттар тыуҙырылмаған ауылдарҙа йәштәр ҡалырға, киткәндәре ҡайтырға ашҡынып бармай. Ауыл мәктәбе матди яҡлауға мохтаж, күптәренә кисекмәҫтән ремонт талап ителә. Ошо ерҙә тағы ла бер күренешкә иғтибарҙы йәлеп итмәксемен: әлеге мәлдә ауылдарҙа даими рәүештә мәсеттәр ҡалҡа, ғибәҙәтханалар төҙөлә. Иманға ҡайтыу, динебеҙгә йөҙ менән боролоу – изге ғәмәл. Тик мәсет төҙөүгә аҡса биреүсе бағыусылар мәктәптәр хаҡында ла онотмаһа ине. Сөнки иманға ҡайтыу аң-белем аша килә түгелме?
Тураһын әйтәйек, ауылдарҙа бөгөн эскелек сәскә ата. Һәр ауылда һыра киоскылары бәшмәктәрҙәй ҡалҡып сыҡҡан, йылғыр коммерсанттар иҫерткесте ваҡытында килтерә һалып еткерә: эс, иҫер, миңрәүлән, киләсәк хаҡында ғына уйланма. ‡ҙәк телевидение ла әлеге көндә ана шул маңҡорттар тәрбиәләү сәйәсәтен үткәрә. Уйлай башлаһаң, ҡурҡыныс: эскеселәр иленә әүерелеп, яйлап ҡына ҡырылабыҙ бит. Бөгөн “Айыҡ ауыл” хәрәкәтен йәйелдереп ебәрҙеләр. Тик ошо эш тағы ла ҡоро, ялған тамаҡ ярыуға оҡшап ҡалмаһа ине. Был акция тураһында ишеткәс, ҡыуанып киттем, исмаһам, эскелеккә ҡарап ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, нимә лә булһа эшләйбеҙ, бәлки, сара ыңғай һөҙөмтә биреп тә ҡуйыр.
Бөгөнгө ауыл ҡартая, быны ниндәйҙер өҫтәмә мәғлүмәтһеҙ ҙә иҫбатларға мөмкин. Ауылдан йәштәр ҡаса (уларҙы ғәйепләй алмайым, юғарыла сәбәптәрен аңлаттым), ауыл ҡыҙҙары, ҡалаларҙа коммерсанттарға ялланып, баҙарҙарҙа сепрәк-сапраҡ һата, егеттәр түшәмгә төкөрөп, эшһеҙ-ашһыҙ ауыл урамдарында эт һуғара. Бер мәл улар менән бәхәсләшеп киттем дә һорарға иттем: “Әйтегеҙ әле, егеттәр, һеҙ нисек йән аҫрайһығыҙ ул?” Араларында оятын юғалтҡан берәү тура яуап ҡайтарҙы: “Төн етһә, әбейҙәрҙең кетәгенән тауыҡ сәлдерәбеҙ”. “Тауыҡ урлағансы, ҡыҙ урлап дан сығарһағыҙсы…” ҡулдарынан килмәһә лә, геүләшеп алған булдылар: “Беҙ урлар ҡыҙҙар ҡалаларҙа йөрөй шул…” Был егеттәр менән килештем дә, күңелемдән йәлләп тә ҡуйҙым. Эшһеҙ йөрөүҙәренә, өйләнмәүҙәренә бер улар ғына ғәйепле түгел, араларында әҙәмсә йәшәргә теләүсе тырыш, эшһөйәрҙәре лә етерлек, йәндәренә өмөт һалып, ҡулдарына эш тотторорға ғына кәрәк.
Бөтәһен бер ҡалыпҡа һалып, ауыл тормошона ҡара яғырға йыйынмайым. Урал аръяғында тырышып эшләгән, хужалығын да күтәргән, халҡын да ҡайғыртҡан, хеҙмәт кешеһен дәртләндерә белгән хужалыҡтар бар. Йыл башында Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының йылды йомғаҡлау тантанаһына барып, ҡыуанып ҡайттыҡ, был турала уҡыусыларыбыҙға ла һөйөнсөләнек. Ошо уҡ райондың “Ялан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенең дә халыҡ менән берлектә, дөйөм маҡсатта эшләүе ҡыуандыра. “Алғаҙы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Сәғит Ғиззәт улы Урманов яңыраҡ редакцияға килеп, эштәренең барышы менән уртаҡлашып, ҡыуанысын һөйләп сыҡты. Ерем, тип янған, ауылдарҙы күтәрергә, йәшәтергә тырышҡан ошондай етәкселәр бар. Уларҙа ла бөтәһе лә ал да гөл түгел, мәгәр ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмайҙар. Тик ундайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Президентыбыҙ, республика хөкүмәте Урал аръяғының 2011 – 2015 йылдарға тиклем иҡтисади үҫеш программаһын ҡабул итте. Унда һәр район өсөн аныҡ эштәр планы билдәләнгән. Хуплайым, был үҫеш программаһына оло өмөттәр бағлайым, ауылдарыбыҙҙың бөтмәҫенә, киләсәктә уларҙың күтәрелеренә ышанам.
Йомро аҡ таштар өйкөлөшөп бер урында ятҡанда ғына ҡояш йылыһын оҙаҡ һаҡлаусан. Уларҙы тараттыңмы, күҙ асып йомғансы һалҡынайып, ҡотһоҙланып китәләр. Ауыл тормошо ла ана шул таштарға оҡшаш. Ауылды, милләт бишеге, тип юҡҡа ғына атаманым. Ошо бишегебеҙ сабыйлы,телле, моңло, ҡотло, ырыҫлы булып, оҙаҡ йылдар тирбәлһә ине. Әйҙәгеҙ, шулай булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйек. Ни тиһәк тә беҙ ҡатлы-ҡатлы таш йорттарҙа яралмағанбыҙ, тамырҙарыбыҙ тыуған тупраҡта, беҙ – ер кешеләре!
Хәйҙәр ТАПАҡОВ.