RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡындарыңды һыйла

23.08.2011 Яҡындарыңды һыйла

Ғаиләң, туғандарың йә яҡын дуҫтарың менән бер табында ултырыу, улар­ҙы үҙең әҙерләгән тәмле ризыҡтар менән һыйлау – үҙе бер бәхет. Бар оҫталығыңды, күңел йылыңды биреп, алъяпҡысыңды быу ҙа, эшкә тотон! Түбәндәге үҙенсәлекле рецептар ҙа ярҙам итһә, беҙ ҙә шатбыҙ.

Алма ҡағы
Яҡындарыңды һыйла
Алмаларҙы 4 – 8 өлөшкә турап, үҙәген алырға ла, кәстрүлгә һалып, уртаса утта бутҡа хәленә еткәнсе бешерергә кәрәк. Болғатып торорға ла онотмағыҙ. Өс литрлы кәстрүлдә яҡынса ярты сәғәт тирәһе бешә. Артабан блендер менән иҙеп, һыуытырға. Алма иҙелмәһен 5 – 7 миллиметрлыҡ ҡалынлыҡта йәйеп, май һөртөлгән йә пергамент ҡағыҙ өҫтөнә һылап, ҡалайға һалып киптерергә ҡуйыр­ға. 100 градус эҫелектәге духовкала 2 сәғәт тирәһе киптерергә мөмкин. Кипкән ҡаҡты урайһығыҙмы йә ҡырҡаһығыҙмы – үҙегеҙҙең теләккә ҡарап. Сәйгә бынамын тигән тәмлекәс килеп сыға. Уны банкала һаҡларға мөмкин.

Манты-рауза
Яҡындарыңды һыйла
Манты ҡамырын нисек эшләргә хужабикәләргә өйрәтергә түгел. Был ризыҡты һәр кем яратып ашай. Уны ғәҙәти дүрткел итеп бөгөргә түгел, ә фантазияғыҙ еткәнсә матурларға мөмкин. Мәҫәлән, ҡамырҙы йәйеп, оҙонса дүрткел итеп ҡырҡырға ла фарш һалырға. ҡамыр ситтәрен әҙ генә һыуларға һәм уртаға бөкләп, ныҡ ҡына йәбештерергә кәрәк. Килеп сыҡҡан оҙонса фаршлы ҡамырҙы роза сәскәһе килеп сығырлыҡ итеп рулетҡа урарға ла, ғәҙәттәгесә, парҙа бешерергә (яҡынса 40 – 50 минут бешә). Тәмен оҡшатһағыҙ, манты-раузаға ҡыҙыл төҫ тә биреп була. Бының өсөн соус йә кетчупты һыу менән бутап, ризыҡты эҫеләй көйө шул һауытҡа манып алырға мөмкин.

ҡупшы картуф
Яҡындарыңды һыйла
Беҙ, әлбиттә, картуфты бик яратабыҙ. Уны нисек кенә бешермәйбеҙ. «Икенсе икмәк»те төрлөсә биҙәү ысулдары күп. Духовкала әҙерләнә торғанын гармун һымаҡ итеп турарға мөмкин. Уңайлы булһын өсөн әрселгән картуфты ҡалаҡҡа һалып ҡырҡырға. Артабан һаҡ ҡына ҡалайға теҙергә лә, һәр береһен майлап сығырға кәрәк. Тоҙ һалмай тороғоҙ. 225 градусҡа тиклем ҡыҙҙырыл­ған духовкала 25 минут самаһы бешергәс, алып тағы май һөртөргә, тоҙларға, ваҡланған сохарый һибергә һәм йәнә 20 минутҡа эҫе мейескә ҡуйырға.

Тауыҡ ите менән йәшелсә-емештән салат
Яҡындарыңды һыйла
Был үҙенсәлекле салатты эшләүе еңел генә. Бешкән йомшаҡ тауыҡ итен (150 г), әрселгән алманы (2 дана), ҡыяр­ҙы (1 дана) – шаҡмаҡлап, әфлисунды (1 дана) бүлкәләргә турарға, әстерхан сәтләүеген (50 г) ваҡларға ла уңайлы һауытҡа ҡатлам-ҡатлам итеп һалырға. Самалап лимон һуты өҫтәһәгеҙ, укроп йә петрушка менән биҙәһәгеҙ, тәмле ризыҡ килеп сыға.
Ашығыҙ тәмле булһын!

А. АҡБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»