RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

16.08.2011 Тағы фажиғә...

Тағы фажиғә...
Бәхетһеҙ осраҡтар көттөрөп килмәй. Беҙ инде хәҙер әле бында, әле тегендә ниндәй ҙә булһа бәлә булыуын, фажиғәне ул тиклем үк аптырап та ҡабул итмәйбеҙ. Әммә тетрәнәбеҙ. Үткән кесе йомала ғына ла Башҡортостан менән Силәбе сигендә ике йөк поезы бәрелешеүен хәбәр иттеләр. Күмер менән етмешләгән вагон ауған, үкенескә күрә, һәләк булыусылар ҙа бар.
Тикшереүселәр әйтеүенсә, бындай һәләкәттә имен ҡалыу мөмкин дә булмаған. Ма­шинистар, поездан ырғыһа ла, тере ҡала алмаған. 25 йәшлек Денис Шумихин менән уның ярҙамсыһы, 33 йәшлек Михаил Журавлев өсөн был юл һуңғыһы булды. Денис тимер юлында дүрт йыл эшләгән, Һамар тимер юл институтында белем дә алып йөрөгән булған. Йәш булһа ла, һәр ҡушҡан эшкә яуаплы ҡараған, депола иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙән һаналған. Михаил хаҡында ла етәкселәр тик ыңғай фекерҙә.
Фажиғәнең сәбәбе ниҙә һуң? Тимер юлы авария эҙемтәләренән тик шәмбегә генә таҙартыл­ған. Бында 200 метр самаһы юл боҙолған, 12 электр бағанаһы сафтан сыҡҡан. Фажиғә сәбәпле, 21 поездың хәрәкәте туҡтатыл­ған, электричкаларҙың расписаниеһы үҙгәргән. Алдан күҙаллау­ҙар буйынса һәләкәттең сәбәбе – ватыҡ тормоздар. Кропачево станцияһында состав 20 минутҡа ремонтҡа туҡтай, унан ҡуҙғалып, 40 минут та үтмәй, авария була. Был станция етәкселеге, поезд уларҙан ҡуҙғалып киткәндә төҙөк булыуын, егеттәрҙең, тәжрибәһеҙлектәре арҡаһында, ниҙелер дөрөҫ эшләп еткермәүе ихтимал, тип белдергән.
Поезд баштан уҡ уңышһыҙ юлға сыҡҡан, буғай. Бер станцияға яҡынлашып килгәндә тимер юлы аша сығып барған һы­йыр­ҙы тапай. Ерал – Эҫем аралығында состав тиҙлеген сәғәтенә 60 саҡрымдан да арттырырға тейеш булмаһа ла, был күрһәткес 100-гә етә. Фаразлау­ҙа­рынса, йәш машинист ремонтҡа са­рыф ителгән ваҡытты шулай «ҡыуып» етмәксе булғанмылыр инде, тиҙлекте ни өсөн арттырыуы билдәһеҙ. Икенсе поезға бәрелерҙәрен белгәс, егеттәр кабинанан ырғый, әммә Денис бағанаға бәрелеүҙән һәләк була, ә Михаил юл араһына төшөп, үҙ поездарынан тапала.
Әйткәндәй, бер составта 67 вагон булып, барыһы ла рельстан сыҡҡан, йөк ауырлығы 6000 тонна булған, икенсе поездағы 69 вагондың дүртәүһе рельстан ситкә осҡан, дөйөм ауырлығы 6290 тоннаны тәшкил иткән.
Һәләк булыусыларҙың ғаиләләре фажиғәгә һаман да ышанып етмәй. Денис Шумихиндың бер балаһы, ә Михаил Журавлевтың ике улы етем ҡалған. Шәмбелә Өфө егеттәрен ерләгәндәр, унда 500-ләгән кеше хушлашырға килгән.
Әле был һәләкәт тирәләй тикшереү эше дауам итә.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»