RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡшы клиент үҙенә тартып тора

13.08.2011 Яҡшы клиент үҙенә тартып тора

Эшҡыуарлыҡтың республикабыҙҙа йылдан-йыл нығыраҡ үҫеш алыуы ҡыуаныслы. Теләге булған, хәленән килгән кеше, әйҙә, үҙ аллы эшләһен, етеш тормошта йәшәһен – бының өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылған. Хәҙерге заманда ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайынса йүнсел булыу, маҡсатыңа өлгәшеү өсөн тәүәккәллек, ышаныслы аҙымдар менән алға барыу зарур, һәләтеңә, мөмкинлегеңә ҡарап, дөрөҫ йүнәлеш алыу ҙа мөһим. Сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, тауар етештереү өлкәләрендә йүнселдәрҙең өлөшө ҙур. Тәүҙәрәк, был эшмәкәрлек тамыр йәйә башлаған осорҙа, күпселек кеше табыш алыу сығанаҡтарын сауҙа итеүҙә күрһә, хәҙер эшҡыуарҙар яңынан-яңы тармаҡтарҙы үҙ итә.
Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Нияз Рәжәп улы Ураҙбаев үҙ эшен 2007 йылда асҡан. Бәғзеләр ссуда, субсидия юллаһа, тәүәккәл эшҡыуар тәүҙә малсылыҡ менән шөғөлләнеп, был тармаҡтан алған килемгә трактор һатып ала. Шунан ауыл халҡына, мәктәпкә утын ташып һата башлай. Артабан ул был өлкәгә ныҡлап тотонорға ҡарар итеп, таҡта бысыу өсөн шәхси пилорама аса. Өҫтәмә эш урындары булдырып, ағалы-ҡустылы Ибраһим һәм Исмәғил Моталлаповтар, Фаил Әхмәтов, Зөлфәр Кәримовтарҙы йәлеп итә. Был хеҙмәткәрҙәр бөгөн – Нияз Рәжәп улының төп ярҙамсылары. Эш өсөн материал ташыу өсөн диләнкә лә алған ул. Бынан тыш, халыҡтың заказдарын да үтәй. Әйтәйек, кеше үҙ ағасын килтереп, таҡта йә брус быстырһынмы, транса ярҙырһынмы, берәүҙең дә үтенесен кире ҡағып, бороп сығармай. Күрһәткән хеҙмәттәр өсөн хаҡтар ҙа тотороҡло. Быйыл хужа эш өсөн тип «КамАЗ» машинаһы ла һатып алған. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, йүнсел хужаның йорт-ихатаһы ла тәртиптә, алыҫтан уҡ нур сәсеп ултырған күркәм һәм мөһабәт йорто, бында уңған кеше йәшәй, тип ҡысҡырып торғандай. Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәйез Байегетов әйтеүенсә, төҙөкләндереү эштәрендә һәм башҡа саралар үткәреүҙә Нияз Рәжәп улы һәр ваҡыт бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Ғөмүмән, сыңғыҙҙар был йәһәттән башҡаларға өлгө булырлыҡ, тине ул.
Беҙҙе өй алдында тырыш егеттең әсәһе Зөләйха Дусмөхәмәт ҡыҙы бик ихлас ҡаршы алды. Уның менән бик еңел генә әңгәмәләшеп киттек (эшҡыуар үҙе Сибай ҡалаһына киткәйне – авт.). «Нияз – минең төпсөк, йәғни етенсе улым, – тип һүҙен башланы ул. – Уны күкрәк аҫтында йөрөткән 1978 йылда беҙ яңы өй һала инек. Шул ваҡытта тормош иптәшемә инфаркт булды һәм ул баҡыйлыҡҡа күсте. Мин ете малай менән бер үҙем тороп ҡалдым. Аллаға шөкөр, балаларым донъя көтөргә әүәҫ булып үҫте. Өс улым – Риф, Рәфҡәт һәм ҡәйүм ошо ауылда уҡ йәшәй. Тағы өсәүһе Сибайҙа төпләнде, һәр береһенең ғаиләһе, үҙ донъяһы бар. Ниязым бәләкәйҙән үк тырыш булды. Тәүәккәлләп, таҡта ярыу цехы асты. Ағас эше бер ҙә анһат түгел бит ул, шуға ла улыма, кешене эшләткәс, ваҡытында аҡсаһын түлә, улар һинән һәм хеҙмәттәренән һәр саҡ риза булһын, тинем. Эш булһа, аҡса ла була, кәйефтәр ҙә көрәйә, тормош та йәмләнә». Эйе, тормош иңендә байтаҡ тәжрибә туплаған Зөләйха инәй бик хаҡ һүҙҙәр һөйләй шул.
Нияз Рәжәп улы ҡатыны Зәлиә менән Арыҫлан һәм Эльвина исемле балалар тәрбиәләй. Ғаиләһе – эшҡыуарҙың төп терәге, күңел йыуанысы.
Уның ҡулы аҫтында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡәнәғәт. «Таҡта ярыу цехында бер ҙә буш торғаныбыҙ юҡ. Материалдарыбыҙ ҙа етерлек, эш хаҡы ла һәйбәт һәм ваҡытында түләнә», – ти улар.
Эйе, дәртле, алдынғы ҡарашлы йәш эшҡыуар бөгөн ауылдаштары алдында абруйлы икән, тимәк, уның тырышлығы бушҡа китмәй. Был тормошта ышаныслы аҙымдар менән атлау беҙҙең замандың төп талабы икәнен онотмауы хуплауға лайыҡ.

Земфира ТАҺИРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»